Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иман, тел, дин хаҡында һүҙен әйтә беҙҙең йәштәр
Иман, тел, дин хаҡында һүҙен әйтә беҙҙең йәштәрУҙған быуаттарҙа ла башҡорт йәштәре йыйылып, дини, мәҙәни темаларға фекер алышҡан. Шағир Шәйехзада Бабич ул сараларҙың уртаһында булған. “Тулҡын” әҙәби берекмәһе эргәһендә генә түгел, ә тотош тарихи Башҡортостан ерлегендә йәштәрҙе туплап, оранға торошло шиғырҙарын уҡып, мандолинала уйнап, киң йәмәғәтселектә фекер уятҡан.
Дәүләкән районының Дим буйында йәштәр йыйыны ойошторола тигәс, иң тәүҙә уҙған быуаттарҙағы саралар ана шулай тарихи хәтер булып күҙ алдына баҫты. Яңы Яппар ауылы ерлегендәге был майҙансыҡта Ҡырҡ өйлө-мең башҡорттары ла йыйыла. Ә быуат элек тап ошонда Башҡорт автономияһына нигеҙ һалған күренекле сәйәсмән, Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәксеһе, ғалим Зәки Вәлиди ошо ауылдың муллаһы, мөғәллим Сафуан Яҡшығолов менән осраша. Уларҙың ғәмәлдә нимә хаҡында һөйләшеүе беҙгә билдәле түгел, әммә милләт, уның яҙмышы, киләсәге, ерҙәре, мәғрифәтселек хаҡында һүҙ ҡуҙғалмай ҡалмағандыр. Моғайын, улар тап шул хаҡта фекер алышыр өсөн осрашҡандыр ҙа. Артабан юлдары Миәкә районының Илсеғол ауылына илткән. Был – Сафуан Яҡшығоловтың тыуған ере. Хәтергә төшөрәм: Зәки Вәлиди башҡорт халҡына васыятында “милләтте тел, дин һәм ерҙәребеҙҙе һаҡлау йәшәтәсәк” тип әйтеп ҡалдырған. Сафуан Яҡшығолов үҙенең ижадында тап ана шул мәсьәләләр тураһында яҙа.



Халҡыбыҙға
яңы һулыш өрәләр


Бөгөн килеп тап ошо ике шәхес осрашҡан ерҙә Дим буйы йәштәре йыйыны үтеүе үҙе үк һәр заман, һәр даим халыҡ үҙенең проблемалары тураһында уртаға һалып һөйләшеүен күрһәтә лә. Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты, Дәүләкән районы хакимиәте менән бергә төбәк мөхтәсибәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған сараға йәш быуын ғына түгел, ошо ерлектә йәшәгән урта, өлкән быуын вәкилдәре лә йыйылды. Сараның төп маҡсаты – күп милләтле, конфессиялы Башҡортостан ерлегендә төрлө халыҡ вәкилдәре йәштәренә уртаҡ аралашыу майҙаны булдырыу, иман аша мәрхәмәтлек, миһырбанлыҡ, дуҫлыҡ, татыулыҡ тойғоларын тәрбиәләү, йәштәр мөхитендә уларҙың Бөтә Рәсәй интернациональ структуралар ярҙамы менән экстремизмды иҫкәртеү.
Иман, тел, дин хаҡында һүҙен әйтә беҙҙең йәштәрКөндө лә бирҙе Аллаһ Тәғәлә: салт аяҙ күктә бер болот әҫәре лә күренмәне, кисә генә көҙгә ­тартҡан ямғырлы һауа торошон ҡояшлы миҙгел алыштырҙы. Милли атрибутика менән биҙәлгән тирмәләр, ҡаҙанда бешкән аш, Дим буйы башҡорт­тарының уҙған быуаттағы тормошон сағылдырған фотокүргәҙмә, дини китаптар майҙансығы, милли биҙәүестәр лавкаһы – былар барыһы ла байрамға үҙе бер айырым йәм бирә ине.
Бына моңло аҙан тауышы яңғыраны. Үҙ-ара аралашҡан халыҡ эркелешеп сәхнә яғына табан ағылды. Урындағы “Иман” мосолман ойошмаһы имам-хатибы Илмир Әхмәтйәновтың тауышы Дим тулҡындарын тирбәлдереп ебәрҙе, яр буйындағы әрәмәләрҙе һиҫкәндерҙе. Ысынлап та, йәштәребеҙ хәҙер дингә тәрән инанысы, эске һыҙланыуы менән килә, шуға күрә уларҙың аҙан тауыштары ла күңелдәргә үтеп инә. Дәүләкән районының имам-мөхтәсибе Рәфис хәҙрәт Сафин йыйында ҡатнашыусыларҙы шулай уҡ изге Ҡөрьәндән аяттар уҡып тәбрикләне. Дәүләкән районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, төбәк ҡоролтайы етәксеһе Зиннур Ғайсин йәштәргә файҙалы ҡорҙоң эшлекле фекерҙәр, ҡыйыу тәҡдимдәр менән үтеүен, уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн берҙәмлек булыуын теләне.
Башҡортостан Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының дини ойошмалар эшмәкәрлеген координациялау буйынса комиссияһы рәйесе Айнур Арыҫланов үҙ сығышын урындағы тарихҡа бәйләне:
– Борон замандан уҡ башҡорт ир-егеттәре иманы, дине, йолалары өсөн яуға сыҡҡан. Шундай уҡ көрәш Мең ырыуы ерлегендә лә булған. Һуңғы яугир йөрәге типкәнгә тиклем дауам иткән ул алыш. Аллаға шөкөр, халҡыбыҙҙың ул-ҡыҙҙары динен, телен, ерен һаҡлар өсөн йәнен фиҙа ҡылған, әммә бөгөн дә милләтебеҙ йәшәй, йәштәр халҡыбыҙға яңы һулыш өрә, тимәк, уларҙың иман юлында һәләк булыуы бушҡа булмаған. Милләтебеҙ ХХI быуатта ла үҙ һүҙен әйтер йәштәрен үҫтерә икән, беҙ дөрөҫ юлдан барабыҙ, йәмәғәт! – тине.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының йәштәр һәм спорт комиссияһы рәйесе Хәлил Рәхмәтуллин да үҙ сығышында йәштәрҙең заманса фекерләүен, алдынғы ҡарашлы, өмөтлө булыуын билдәләне һәм киләсәктә лә бөгөнгө кеүек форумдарҙа яңынан-яңы таланттар асылып, уларҙы халыҡ мәнфәғәтендә ең һыҙғанып эшләргә саҡырҙы.
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай эргәһендәге Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Зарина Ғәзизова ҡотлау сәләмдәрен тапшырҙы, форумға уңыштар теләне.
Мең ырыуы башҡорттары советы рәйесе Әхнәф Тимербулатов: “Мең ырыуы – ул иң ҙур башҡорт ырыуҙарының береһе. Уның бик күп тармаҡтары бар. Әммә милләтебеҙ байрағы аҫтында беҙ һәр ырыу вәкилен тупларға бурыслыбыҙ. Бигерәк тә беҙҙе йәштәрҙең йәшәйеше, тын алышы борсой. Шуға күрә ырыуыбыҙҙың йәштәрен йыйыу маҡсатынан етәксе лә һайлап ҡуйҙыҡ: ул – Вәзир Ҡотләхмәтов. Тәүге сараны ул Өршәк буйы уйындарында ойошторошто, сығышы менән Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылынан.
Шунан тағы ла бер фекерем бар: Ҡырҡ өйлө-мең ырыуының йыйыны ла ошо урында үтә. Киләсәктә ауылға асфальт юл үткәреү мәсьәләһен дә хәл итергә кәрәк беҙгә. Был – Яңы Яппар ауылы халҡының ғына түгел, ошо сараларҙа ҡатнашҡан һәр кемдең теләге.
Йәнә лә бөтөн Мең ырыуы йәштәре йыйынын быйыл ноябрҙә уҙғарырға йыйынабыҙ. Хөрмәтле йәштәребеҙ ошо сарала ҡатнашырға әҙерләнһен ине. Бәлки, айырым тәҡдимдәр, сығыштар менән майҙан тоторға теләгәндәр ҙә табылыр?” – тине. Тимәк, йәштәрҙең лидерҙары киләсәктә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған, борсоған проблемалар хаҡында бергәләп фекер алышасаҡ. Фекер уртаҡлашыу ул бер нәмә булһа, ә килеп тыуған мәсьәләләрҙе сисеү юлдарын улар ырыу башлыҡтары, Совет ағзалары менән бергә эҙләйәсәк. Был да үҙенә күрә боронғо йолаларҙы өйрәнеп, өлкән быуын менән йәш быуындың үҙ-ара эшмәкәрлеген булдырыуҙы күҙ уңында тота.
Иман, тел, дин хаҡында һүҙен әйтә беҙҙең йәштәрҠырҡ өйлө-мең башҡорттары ҡор башы Филүс Хәлиуллин тап ана шул эштәре хаҡында һөйләне лә инде. Улар даими рәүештә йәштәрҙе, өлкәндәрҙе бергә туплаған мәҙәни, дини, спорт саралары ойоштороп тора. Афариндан башҡа ни әйтәһең төбәк халҡын йыйыр ҡеүәт тапҡан ҡор башына! Һәр саҡ юлдарың асыҡ, ниәтләгән эштәрең уң булһын, Филүс Исмәғил улы! Уның эшен баһалап, Айнур Нурғәли улы уға Башҡортостан Диниә назаратының Маҡтау ҡағыҙын тапшырҙы.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Зөлфиә Килдеғошова үҙ сығышында йәмәғәт ойошмаһының эшендә йәш­тәр­ҙең әүҙем ҡатнашыуын, уларҙың һорауҙарына, борсоған мәсьәләләргә өлкән быуын ҡатын-ҡыҙҙары яуап бирергә, бергәләп яуап эҙләргә әҙер булыуын да әйтте. Ул шулай уҡ төбәктең әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарына Маҡтау ҡағыҙҙарын да тапшырҙы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әмир Ишемғолов үҙ сығышында Башҡортостан Диниә назаратының эшмәкәрлегендә йәштәрҙең әүҙемлеген, бөгөнгө быуындың һау-сәләмәт йәшәүенә, рухи асылына ҡайтыуына ыңғай йоғонто яһауы тураһында маҡтап телгә алды.

Бөгөнгө йәштәрҙең
заманға үҙҙәрен
белдерергә тырышыуы


Тап ошо исем менән аталды сара сиктәрендә ойошторолған ир-егеттәрҙең секцияһы. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әмир Ишемғолов ҡоролтайҙың йәштәрҙе тәрбиәләүҙәге роле хаҡында һөйләне. Башҡорт халҡындағы быуындар бәйләнеше, киҫкен мәлдәрҙә йәштәрҙең ҡыйыу фекерҙәре менән алдынғы сафҡа сығыуы, өлкәндәрҙең уларға арҡа терәр быуын булыуы тураһында боронғо риүәйәттәрҙән генә түгел, тарихи сығанаҡтарҙан да уҡып беләбеҙ. Юлай улы Салауат та башҡорт ерҙәре таланыу менән килешә алмағас, атаһынан терәк булыуын һорай. Артабанғы тарих һәр кемебеҙгә таныш. Әгәр бөгөн дә илебеҙҙә Салауаттың исеме азатлыҡ символы, изге ғәмәл, рухи көс сығанағы булып тора икән, тимәк, уларҙың көрәше бушҡа китмәгән.
Башҡортостан Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары Айнур Арыҫлановтың сығышынан күренеүенсә, бөгөн йәштәр төрлө, улар күп һынауҙар алдында тора. Нисек кенә булмаһын, беҙ уларҙың һәр береһен ишетергә, тайпылғандарҙы дөрөҫ юлға баҫтырырға тырышырға тейешбеҙ. Элек-электән халыҡта тәрбиә алымдары йәшәп килә. Кемдеңдер ярҙам һорағанын, ярҙан тайпылғанын көтөргә тейеш түгел иманлы кеше, ул һәр кешегә ярҙам итергә ынтылырға бурыслы.
Тарихсы Салауат Хәмиҙуллиндың сығышы “Башҡортостандағы Ислам һәм суфизм” темаһына арналды. Яңыраҡ ҡына республикабыҙҙа атаҡлы дин әһеле, ғалим Зәйнулла Рәсүлевтең юбилей сараларына бәйле халыҡ-ара кимәлдәге ғилми конференцияһы үтте. Салауат Ишмөхәмәт улы ата-бабаларыбыҙҙың тотҡан юлы, тарихи сығанаҡтарҙа суфыйсылыҡтың нисек сағылыуы тураһында һөйләне. Юҡҡа ғына Башҡортостандан ситтә республикабыҙҙы Әүлиәләр иле тип атамайҙар, күрәһең. Совет осоронда, мәсеттәр, дини ойошмалар юҡҡа сығарылған мәлдә лә Зәйнулла ишандың улы Ғабдрахман Рәсүлев халыҡта иман ҡотон һаҡлап алып ҡалған, ул хаҡта фекерен ил башлыҡтарына еткерә алған. Бөгөн халыҡтың үҙаңы уянған, улар төбәктәрҙә ерләнгән изге ата-бабалар, әүлиәләр рухына доға ҡыла, Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙҙе данлай, Аллаһтың барлығын һәм берлеген таный. Йәштәр араһында ла бар күңеле менән иманға килгәндәр етәрлек, бары тик төрлө яман юлдарҙан, күренештәрҙән Аллаһ Тәғәлә уларҙы һаҡлаһын!
“Мәргән уҡсы” ойошмаһы директоры ярҙамсыһы Илдар Абыҙгилдин “Ислам динендә һәм башҡорттарҙа йәйә һәм уҡ” тип аталған сығышында ата-бабаларыбыҙҙың һәр аҙымын уҡ-һаҙаҡ менән атлауы тураһында һөйләп кенә ҡалманы, үҙе лә уҡсы булараҡ, йәштәргә лә, балаларға ла уҡтан атып күрһәтте.
Әхнәф Тимербулатов таныштырып киткән “Меңсе” Мең ырыуы йәштәре рәйесе Вәзир Ҡотләхмәтов “Ауылдағы һәм ҡалалағы йәштәр” тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты.
– Иң мөһиме – йәштәребеҙ белемле булырға тейеш. Шуға күрә һәр милләттәшемде юғары уҡыу йорттарына инергә саҡырам. Юҡҡа ғына беҙҙе мәғрифәтсе Аҡмуллабыҙ “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” тип белем эстәүгә саҡырмаған, – тине.
Әйткәндәй, ир-аттар секцияһында сығыш яһаусылар ҙа, ҡатнашыусылар ҙа күберәк булды. Ҡатын-ҡыҙҙар секцияһының модераторы булараҡ, уларҙың һәр сығышын ентекләп тыңларға насип булманы. Әммә докладтарының яҙма варианттары, бар яланға яңғырап торған тауыштары унда етди бәхәстәр, аныҡ тәҡдимдәр барыуын күрһәтә ине.

Самауырҙы
ҡатын-ҡыҙ ҡайната


Ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашлығында үткән секция “Ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт ойошмаларының йәмғиәттең социаль һаулығына йоғонтоһо” тип аталды. “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева башлап ебәрҙе секция эшен. Бына инде нисәмә йыл дауамында ул Башҡортос­тан ерлегендә генә түгел, сит өлкәлә йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар менән берлектә Ағинәйҙәр йәмәғәт ойошмаһы эшен алып бара. Ул үҙенең эшенең башланған мәлдәре, рухи төшөнкөлөккә бирелгән халыҡтың кәйефен күтәрер өсөн башта ир-егет­тәрҙе йыйып саралар уҙғарырға ниәтләүе тураһында һөйләне. Тик мал табыр өсөн яралған зат был алымдан ситтә тора түгелме һуң? Юҡҡа ғына сит ерҙәргә китеп эшләмәй бит беҙҙең милләттәштәр ҙә.
“Бөгөн республикала милли кейем байрамы ҙур кимәлдә төрлө милләт вәкилдәрен йыйып уҙғарыла икән, уның башында ла ағинәйҙәр хәрәкәте ята. Милли асылыбыҙға ҡайтыр өсөн беҙ тәүҙә әсәйҙәребеҙ, өләсәйҙәребеҙ кеүек кейенеп алайыҡ әле, тип мөрәжәғәт иттем ҡатын-ҡыҙҙарға. Аллаға шөкөр, бына бит хәҙер башҡорт кейемендә йөрөгөн гүзәл заттар һаны артҡандан-арта. Йолаларыбыҙҙы тергеҙһәк, ата-бабаларыбыҙ, әсәй-өләсәйҙәребеҙ кеүек йәшәһәк, беҙҙең халыҡҡа бер ниндәй ҡурҡыныс та янамай, сөнки халҡының традицияларын тотҡан милләттең киләсәге бар, бөгөнгөһө нурлы, тамырҙары тәрән!” – тине Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы. Эйе, һәр кем үҙ бурысын башҡарырға тейеш.
Гөлфиә апай әйтмешләй, самауырҙы ҡатын-ҡыҙ ҡайната. Ул шулай уҡ тел мәсьәләһе буйынса ла фекерҙәрен әйтте. Мәҫәлән, уның өс ейәнсәре лә Мәскәүҙә йәшәй, өсөһө лә башҡортса бик матур һөйләшә. Ошо үҙе үк башҡаларға өлгө түгелме һуң милләтеңә тоғролоҡҡа, телгә һөйөүгә?! Ҡайҙа йәшәһәң дә, бары тик ата-әсә, ғаилә генә балаһына туған телде өйрәтә ала. Мәктәп бит белем бирә, мөхит тыуҙыра, әммә телдең моңо, асылы өйҙә тәрбиәләнә. Гөлфиә Гәрәй ҡыҙының ейәнсәрҙәре – быға аныҡ миҫал!
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай эргәһендәге Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Зарина Ғәзизова “Сәйәси эшмәкәрлектә ҡатын-ҡыҙҙың роле” тигән доклады менән гүзәл затты әүҙемлеккә саҡырҙы. “Ҡатын-ҡыҙ ир-егеттәргә ҡарағанда ғаилә, социаль өлкә проблемаларын яҡшыраҡ белә. Шуға күрә беҙ ҡорған мөхиттә барыһы ла ыңғай яҡҡа үҙгәрһен тиһәк, сәйәсәт менән дә ҡыҙыҡһынырға бурыс­лыбыҙ. Миҫал итеп ижад менән шөғөлләнгән Мең ырыуы, Дәүләкән ерлеге ҡыҙы Гөлназ Ҡор­банаеваны билдәләгем килә. Ул – туғыҙ бала әсә­һе, әммә уның сәйәси, ижади әүҙемлегенә таң ҡалырлыҡ! Бер ҡасан да үҙегеҙҙең фекерегеҙ­ҙе белгертеүҙән, һорауҙарығыҙға яуап эҙләүҙән тартынмағыҙ. Ҡатын-ҡыҙ ни тиклем замандың ың­ғай күренештәре менән бергә атлай, был уның ғаиләһенә лә, балаларына ла ыңғай йоғонто яһай”, – тине ул.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесенең беренсе урынбаҫары Зөлфиә Килдеғошова үҙенең сығышын ойошманың эшмәкәрлеге менән таныш­ты­рыуға арнаны. “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе”, “Бәндәбикә автоуҙышы” проекттары менән таныш­тырҙы. Уҙған быуат башында ғәм халыҡ алдына сығып сығыш яһаған йәш кенә башҡорт ҡатыны Рабиға Ҡушаеваның “Беҙ – милләт әсәләре” тигән киң билдәле һүҙҙәренә таянып, башҡорт ҡатыны­ның бала тәрбиәләүҙәге ролен дә билдәләп үтте:
– Мин дүрт бала әсәһе. Балаларыбыҙ өй янын­дағы мәктәпкә йөрөй. Махсус белем усаҡтарына ла бирмәнек, башҡорт гимназияһына ла барма­ныҡ. Әммә улар башҡортса бик матур һөйләшә, башланғыс кластарҙан алып яҡшы билдәләргә генә уҡый. Мин зарланыу яғында түгел, киреһенсә, һәр нәмәнең ыңғай яғын күреп, үҙебеҙгә тирә-йүнебеҙҙе гөлдәй итергә тырышырға кәрәк!
Екатеринбург ҡалаһынан килгән Тәнзилә Сидоренко, милли кейемдә йөрөгәндәргә республикала мөнәсәбәт нисек, тигән һорау бирҙе Зөлфиә Әбүзәр ҡыҙына. Ул үҙе лә, уның таныштары ла эшкә, рәсми урындарға милли кейемдә йөрөүе, бының һис тыйылмауын аңлатты. Эйе, был күренеш һуңғы йылдарҙа киң таралды. Ҡатын-ҡыҙ депутаттар, министрҙар милли биҙәүестәр тағып, милли нағышлы кейемдә йөрөй. Аллаға шөкөр!
Дини кейем менән мәсьәлә башҡасараҡ тора. Яулыҡ ябынып йөрөүгә бәйле һорауҙар интернет селтәрендә тыуҙы, әммә илебеҙҙә яулыҡ ябынған ҡатын-ҡыҙҙы рәсми сараға үткәрмәгән осраҡтар булманы, ахырыһы. Ғөмүмән, яулыҡҡа бәйләнеү кәрәкме икән? Бары тик үҙебеҙсә, өләсәйҙәре­беҙсә, бәйләргә кәрәк, ә башҡа мөхиттән килгәнсә түгел. Беҙҙең бит үҙ йолаларыбыҙ бар. Йәнә лә урамда ярым-шәрә ҡатын-ҡыҙ үтеп китә, уға берәү ҙә һүҙ әйтмәй, ҡыҫылмай ҙа, тауыш та сығармай. Ә бына яулыҡлы ҡатын урамда күренһә, тупаҫ һүҙ ҡатырға аптырамаған кешеләр ҙә табылып ҡуя. Ошо күренеш үҙе үк хәлдәрҙең нисек икәнен аңлатып тора. Йәмғиәттең үҙендә иманға, ниндәй генә дин вәкиле булыуына ҡарамаҫтан, ихтирам тойғоһо тәрбиәләү мөһим. Үҙенән-үҙе хәҙистәр иҫкә төшә: үҙеңә теләмәгәнде, үҙ ҡолағың ишетмәгәнде, үҙ күҙҙәрең күрмәгәнде башҡаларға теләмә лә, һөйләмә лә, әйтмә лә!
Татарстан Республикаһы башҡорт ҡоролта­йының йәштәр бүлеге етәксеһе Лиана Илекә­еваның сығышы “Хәҙерге заман ғаиләһендә башҡорт ҡатын-ҡыҙының роле” тигән темаға арналды. Уның тамырҙары – Башҡортостандың Миәкә районынан. Ул:
– Донъябыҙҙы бар иткән дә, бал иткән дә – ҡатын-ҡыҙ, әсә. Кеше яҡты донъяға бар булыуы, ошо донъяла кеше булып йәшәүе менән иң тәүҙә ҡатын-ҡыҙға бурыслы. Милләт әсәләре булараҡ, беҙҙең ҡатын-ҡыҙ тормошобоҙға ҡот өҫтәй, зат- ырыуыбыҙ, нәҫелебеҙҙе дауам итә, балаларыбыҙ­ҙы тәрбиәләй, рухиәтебеҙ хазиналарын һаҡлай. Тарих менән дә, ырыу-зат менән дә, милләт менән дә бәйләүсе көс бит ул – әсәй, өләсәйҙәр. Шуға ла ҡатын-ҡыҙға ете ырыуҙы мотлаҡ белергә һәм балаларға был мәғлүмәттәрҙе еткерергә кәрәк, сөнки тап әсәй, өләсәйҙәр милләтебеҙ тарихына ҡыҙыҡһыныу уята. Ата-бабаларыбыҙҙың ҡылған ҡаҙаныштарын белеп үҫеү балаға ғорурлыҡ һәм шул уҡ ваҡытта яуаплылыҡ өҫтәй. Телгә, әҙәбиәткә һөйөү бала саҡтан һалына. Туған телебеҙ – йән дауаһы, күңел шифаһы, рух бөйөклөгө. Тел проблемалары күтәрелгән, федераль закондар ҡабул ителгән ваҡытта атай-әсәйҙәрҙең һүҙе ҙур роль уйнай. Башҡортоста­ныбыҙҙың киләсәге булһын тиһәгеҙ, телебеҙҙе һаҡларға, балаларыбыҙҙы башҡорт теленә өйрәтергә һәм дә йәш бала туған тел яңғыраған мөхиттә тәрбиәләнергә тейеш.
Шул уҡ ваҡытта йәштәргә сит телдәрҙе, бигерәк тә инглиз, ҡытай телдәрен үҙләштерергә шарттар тыуҙырыу мөһим. Инглиз телен белгән кеше иң көнүҙәк ғилми-тикшереү эштәре, китаптар, мәҡәләләр менән таныша ала, – тине. Лиана Илекәева шулай уҡ баланың киләсәге ышаныслы булһын өсөн, уның рухи донъяһы көслө, һаулығы ныҡ, зауығы юғары, матди яҡтан тәьмин ителгән булырға тейеш тип иҫәпләй. Әлбиттә, талаптар юғары, әммә ир-ат ғаиләне тәьмин итеүгә ынтылһа, ҡалғаны ҡатын-ҡыҙҙан тора түгелме?
Ғалимә, сәсәниә Розалия Солтангәрәева майҙанға йыйылған халыҡҡа ҡот, бәрәкәт саҡырыу йолаһын башҡарҙы.
Йырҙар авторы Гөлфиә Шәүәлиева ҡатын-ҡыҙҙарға Бәндәбикәнең һөйәктәрен кире илгә алып ҡайтайыҡ тигән тәҡдим индерҙе. Был проблема менән башҡорт йәмәғәтселеге күптән яна. Моғайын, киләһе йылдарҙа яҙған хаттарҙың ыңғай һөҙөмтәһе булыр, тип өмөт итәйек.

Иман ярҙам итер

Байрамда ир-егеттәр милли көрәш, буй бағанаға менеү, арҡыры бағанала ҡапсыҡтар менән бәрешеү, волейбол, футбол, армрестлинг, гер күтәреү, турникта күтәрелеү буйынса ярышты, ә ҡатын-ҡыҙҙар һыу, йомортҡа ташып, бәрәңге әрсеп, ҡапсыҡ кейеп йүгереп, оҫталығын күрһәтте. Райондың йырсылары, коллективтар йыйылған халыҡты йыр-моң менән әүрәтте. Шулай уҡ йырсы Илгиз Абдрахманов йыйылған халыҡ алдында сығыш яһаны.
Ошо ерлектә йәшәгән шағир, мәғрифәтсе Сафуан Яҡшығоловтың шундай шиғыр юлдары бар:
Уҡыуға ҡыйлһағыҙ һеҙ һиммәтегеҙ,
Милләткә күрһәтһәгеҙ хеҙмәтегеҙ,
Беленер һуңыраҡ һеҙҙең ҡиммәтегеҙ,
Милләт шуны был көн һеҙҙән көтә имде.

Балалар! Заманыбыҙ ниндәй хозур,
Мәғарифтан ялтырайҙыр һәр ерҙә нур,
Мәғарифлә нурланып булмаға ҙур
Бик ижтиһад ҡыйлығыҙ һеҙҙәр имде.

Йәшлек ваҡыты алмас, яҡуттан да ғәзиз,
Уның ҡәҙерен, балалар, һеҙ бик белегеҙ,
Тырышығыҙ, бушҡа ғүмер үткәрмәгеҙ.
Йәш ваҡыттар үтһә, кире ҡайтмай имде.

Нисек ошо юлдар менән килешмәйһең инде?! Бары тик мәғрифәтселек, киң ҡараш, иман ғына беҙгә һынауҙарҙы еңел үтергә ярҙам итер. Бөгөнгө саранан сығып фекер йөрөткәндә, йәштәребеҙ белемгә ынтылып ҡына ҡалмай, был заманда үҙҙәренең иман һүҙен әйтә. Иншаллаһ, был ғилемдең емештәре булыр!

Дәүләкән районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ҡанатланып, осто “Рух ҡошо!” Ҡайҙа, тип уйлайһығыҙмы? Баймаҡта!

Ҡанатланып, осто “Рух ҡошо!” Ҡайҙа, тип уйлайһығыҙмы? Баймаҡта! 18.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Йыл башынан Баймаҡ телевидениеһы тарафынан иғлан ителгән “Рух ҡошо” проекты шиғриәтте яратҡан,...

Тотош уҡырға 125

Ғалим күтәрелгән бейеклек

Ғалим күтәрелгән бейеклек 18.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Республика Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең,...

Тотош уҡырға 41

Мостай эҙҙәренән...  Өс таған

Мостай эҙҙәренән... Өс таған 18.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Был мәҡәләне яҙып, бөйөк әҙип Мостай Кәримдең беҙҙең Учалы яҡтарында ҡалдырған эҙҙәрен асыҡларға...

Тотош уҡырға 39

Харис Шәрипов хәҙер ҡайҙа йырлай?

Харис Шәрипов хәҙер ҡайҙа йырлай? 17.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

"Харис Шәрипов Мәскәүгә киткәнме әллә? Баш ҡала сәхнәләрендә уның йырлағанын йыш күрергә тура...

Тотош уҡырға 137

Данирҙы яратып ҡалғандар

Данирҙы яратып ҡалғандар 17.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Традицион музыка башҡарыу факультеты...

Тотош уҡырға 154

Яңы йылға шәп бүләк

Яңы йылға шәп бүләк 17.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бүләктең дә бит ниндәйе! Яңы йыл тамашаһын хәтәр шәп үткәрә торғаны – күп функциялы клуб....

Тотош уҡырға 65

Айгиз Татарстанға китерме?

Айгиз Татарстанға китерме? 15.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

"Ҡалдырма, әсәй!" тигән повесы менән республика ғына түгел, бөтә Рәсәй халҡын зар илатҡан Айгиз...

Тотош уҡырға 432

Әйтеп бөтөлмәгән фекерҙәр күп әле

Әйтеп бөтөлмәгән фекерҙәр күп әле 14.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Дим моңдары” күңелегеҙгә ял бирер. Республика юбилейы алдынан донъя күргән был китап шиғриәт...

Тотош уҡырға 66

“Урал батыр”ҙы белгән балала өмөт бар

“Урал батыр”ҙы белгән балала өмөт бар 14.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Улар булғанда илдең киләсәге ҙур. Һеҙҙең бер урында шундай күп талантлы, белемле, аҡыллы балалар...

Тотош уҡырға 89

Урал менән Шүлгән йәнә осрашты

Урал менән Шүлгән йәнә осрашты 14.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә ил буйынса Театр йылын асыу тантаналары үтте. Президент В.В. Путиндың Указына ярашлы,...

Тотош уҡырға 69

Ҙур хеҙмәт донъя күрҙе

Ҙур хеҙмәт донъя күрҙе 13.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостан ғалимдары ун томлыҡ “Башҡорт теленең академик һүҙлеге” тигән ҙур лингвистик проектты...

Тотош уҡырға 73

Гөлназ Асаева сәхнәнән киткән...

Гөлназ Асаева сәхнәнән киткән... 13.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Үҙенең моңло йыры, сибәрлеге менән меңәрләгән тамашасыларҙың күңелен әсир иткән Гөлназ Асаева...

Тотош уҡырға 1 115