Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла
Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асылаҠурсаҡ театры тамашасыларға бер юлы өс премьера әҙерләне: “Етем төлкө”, “Буратино” камера спектаклдәре, “Мостай Кәрим. Яҡын офоҡ” спектакль-портреты һәм “Ҡыҙыл Башлыҡ”.

Бөгөн, 24 августа, тамашасыларҙы “Етем төлкө” спектакленең премьераһы көтә, режиссеры – Ольга Штырляева, рәссамы – Илнур Слявчин. “Етем төлкө” тигән башҡорт халыҡ әкиәте буйынса ҡуйылған спектакль туған телдәрҙе өйрәнеү һәм һаҡлау буйынса програм­маға ярашлы әҙерләнгән.
Театрҙа “Ҡыҙыл Башлыҡ” спектакле өҫтөндә ижади эш дауам итә. Режис­серҙары – Виктория Щербакова менән Андрей Волков. Цехтар ҡурсаҡтар һәм декорациялар әҙерләүгә тотонған, ә актерҙарға ролдәр бүлеп бирелгән дә инде. Был спектаклдә Рәсәйҙең халыҡ артисы Айрат Әхмәтшин ҡатнаша.
Яңы миҙгелдә өлкәнерәк тамаша­сыларҙы Мостай Кәримдең тормошо һәм ижады тураһында “Мостай Кәрим. Яҡын офоҡ” тигән спектаклдең премьераһы көтә. Был күләмле сәхнә әҫәре “Театрҙар – балаларға” программаһы нигеҙендә “Берҙәм Рәсәй” партияһы бүлгән аҡсаға ҡуйыла. Режиссер Альберт Имамутдинов ошо эшкә бер юлы ике һәләтле рәссамды — Илнур Слявчин менән Әнисә Томаншинаны йәлеп иткән, көйөн Урал Иҙел­баев яҙған. Мәшһүр шағирҙың тормошо һәм ижады хаҡындағы спектакль-портрет сәхнә сәнғәтенең бер нисә төрөн берләш­терә: бейеүҙәр, битлек кейгән актерҙарҙың эше, видео-проекциялар һәм, әлбиттә, төрлө системаларҙың ҡурсаҡтары.
87-се миҙгелде асыу тантанаһы иһә 15 сентябрҙә була. Был көндө театр кескәй тамашасыларҙы көтөп алынған премьераға — Петр Васильевтың (Петро­заводск ҡалаһы) һәм Алевтина Ториктың (Санкт-Петербург) Алексей Толстойҙың “Буратино” әкиәте буйынса ҡуйған спектакленә саҡыра.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ҡанатланып, осто “Рух ҡошо!” Ҡайҙа, тип уйлайһығыҙмы? Баймаҡта!

Ҡанатланып, осто “Рух ҡошо!” Ҡайҙа, тип уйлайһығыҙмы? Баймаҡта! 18.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Йыл башынан Баймаҡ телевидениеһы тарафынан иғлан ителгән “Рух ҡошо” проекты шиғриәтте яратҡан,...

Тотош уҡырға 62

Ғалим күтәрелгән бейеклек

Ғалим күтәрелгән бейеклек 18.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Республика Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең,...

Тотош уҡырға 29

Мостай эҙҙәренән...  Өс таған

Мостай эҙҙәренән... Өс таған 18.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Был мәҡәләне яҙып, бөйөк әҙип Мостай Кәримдең беҙҙең Учалы яҡтарында ҡалдырған эҙҙәрен асыҡларға...

Тотош уҡырға 29

Харис Шәрипов хәҙер ҡайҙа йырлай?

Харис Шәрипов хәҙер ҡайҙа йырлай? 17.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

"Харис Шәрипов Мәскәүгә киткәнме әллә? Баш ҡала сәхнәләрендә уның йырлағанын йыш күрергә тура...

Тотош уҡырға 122

Данирҙы яратып ҡалғандар

Данирҙы яратып ҡалғандар 17.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Традицион музыка башҡарыу факультеты...

Тотош уҡырға 135

Яңы йылға шәп бүләк

Яңы йылға шәп бүләк 17.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бүләктең дә бит ниндәйе! Яңы йыл тамашаһын хәтәр шәп үткәрә торғаны – күп функциялы клуб....

Тотош уҡырға 51

Айгиз Татарстанға китерме?

Айгиз Татарстанға китерме? 15.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

"Ҡалдырма, әсәй!" тигән повесы менән республика ғына түгел, бөтә Рәсәй халҡын зар илатҡан Айгиз...

Тотош уҡырға 419

Әйтеп бөтөлмәгән фекерҙәр күп әле

Әйтеп бөтөлмәгән фекерҙәр күп әле 14.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Дим моңдары” күңелегеҙгә ял бирер. Республика юбилейы алдынан донъя күргән был китап шиғриәт...

Тотош уҡырға 64

“Урал батыр”ҙы белгән балала өмөт бар

“Урал батыр”ҙы белгән балала өмөт бар 14.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Улар булғанда илдең киләсәге ҙур. Һеҙҙең бер урында шундай күп талантлы, белемле, аҡыллы балалар...

Тотош уҡырға 88

Урал менән Шүлгән йәнә осрашты

Урал менән Шүлгән йәнә осрашты 14.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә ил буйынса Театр йылын асыу тантаналары үтте. Президент В.В. Путиндың Указына ярашлы,...

Тотош уҡырға 66

Ҙур хеҙмәт донъя күрҙе

Ҙур хеҙмәт донъя күрҙе 13.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостан ғалимдары ун томлыҡ “Башҡорт теленең академик һүҙлеге” тигән ҙур лингвистик проектты...

Тотош уҡырға 72

Гөлназ Асаева сәхнәнән киткән...

Гөлназ Асаева сәхнәнән киткән... 13.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Үҙенең моңло йыры, сибәрлеге менән меңәрләгән тамашасыларҙың күңелен әсир иткән Гөлназ Асаева...

Тотош уҡырға 1 103