Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йырһыҙ йәшәүҙәрҙең йәме юҡ
Хәрби кешенең дә күңеле нескә була

Хәрби кеше. Беҙ уларҙы ҡоро, сәнғәткә, ижадҡа иғтибар бирмәҫ кеүегерәк итеп күҙ алдына килтерәбеҙ. Мәләүез ҡалаһының М. Буранғолов исемендәге китапханаһында үткән әҙәби-мәҙәни кисәлә Фәнил Яманаев менән яҡындан танышҡас, был фекер бөтөнләй дөрөҫлөккә тап килмәүенә инандым. Һомғол кәүҙәле, киң яурынлы Фәнил ағай бер үҙе ҙур тамаша ойошторҙо ла ҡуйҙы. Берсә күкрәктән сыҡҡан тауыш менән йыр һуҙҙы, унан ҡулына ҡумыҙын алып, бейеү көйҙәрен уйнаны. Халҡыбыҙҙың милли ҡоралы ҡурайҙа һыҙҙырып ебәргәс, дәртләнеп ултырған апай-ағайҙар кемуҙарҙан бейергә төшөп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.


Йәнәшәмдә ултырған китапханасы Рәзилә Ҡотлогилдина:
— Оҫта рәссам да ул, — тип уның йәнә бер һәләтен әйтеп ҡуйҙы. — Бер нисә тапҡыр күргәҙмәһен дә ойошторҙо.

Фәнил ағай Иҫке Моҡас ауылында туғыҙ балалы ҙур ғаиләлә үҫә. Үкенескә ҡаршы, был ауыл бөгөн юҡ инде. Ишле булһалар ҙа, ата-әсәһенең бөтмөр булыуы арҡаһында балалар аслыҡ-яланғаслыҡты күрмәй. Ә инде йыр-моңға мөхәббәт тәрбиәләгән өсөн Фәнил ағай Башҡорт­остандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Хәҙисә Кинйәбаеваға рәхмәт әйтеп бөтә алмай.

— Бишенсе класҡа Күмертау ҡалаһындағы интернат-мәктәпкә уҡырға барҙым, — тип хәтирә­ләргә бирелде ул. — Йыр дәрес­тәрен Хәҙисә Ғимран ҡыҙы бик йәнле итеп үткәрә ине. Үҙе йырлай, үҙе аккордеонда уйнай. Беҙгә лә тик кенә ултырырға форсат бирмәй. Һәр баланы ентекләп тыңлай, кәңәшен бирә. Төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашырға өндәй. Ауылдарҙа концерт биреп йөрөгәнебеҙ бөгөнгөләй хәтерҙә.

Ҡыҙыҡһыныуы төрлө була үҫмерҙең. Һүрәт төшөрөргә лә ярата ул. Класта стена гәзиттәрен гел Фәнил сығара. Тиҙҙән егет рәсем түңәрәгенә йөрөй башлай. Нимәгә генә тотонмаһын, дәртләнеп, ихлас башҡара ул. Хоҙай үҙенә талантты йәлләмәгән.

Рәсем уҡытыусыһы Василий Быков түңәрәктә шөғөллән­гәндәргә отчет эшен килтерергә ҡуша. Фәнил “Зәбиҙә күле” тигән картинаһын тәҡдим итә. Остазы егеттең пейзажын барыһының да эшенән юғары баһалай, уны башҡаларға өлгө итеп ҡуя. Киләсәктә был уҡыусынан бына тигән рәссам сығасағын аңлаған уҡытыусыһы уны Өфө дәүләт сәнғәт училищеһына барырға өгөтләй.

— Һинең урының тап шунда, — тип егетте дәртләндерә. Хатта үҙе үк уҡыу йортона барып, йүнәлтмә алып ҡайта.

Күңеле йыр-моңға, тирә-яҡтағы хозурлыҡты аҡ ҡағыҙға төшөрөүгә ғашиҡ булһа ла, хәрби һөнәрҙе яҡыныраҡ күрә үҫмер. Ә теләгән ваҡытта йырларға, һүрәт төшөрөргә мөмкин, тип уйлай ул. Ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алғас, Фәнил Ульяновск ҡалаһындағы хәрби училищеға һынау тота. Әммә балл етмәй. Тәүге ҡаршылыҡҡа осрауҙан аптырап ҡалмай ул, тыуған яғына ҡайтып, Арыҫлан мәктәбендә лаборант булып эш башлай.

Билдәле, хәрби училищела иң тәүҙә физик оҫталыҡҡа, тил­берлеккә иғтибар итәләр. Тап шуға ла егет спорт менән етди шөғөлләнә, үҙендә ныҡышмал­лыҡ, сабырлыҡ һыҙаттары тәрбиәләй. Уның йыл буйы әҙерләнеүе бушҡа китмәй — киләһе йылға С.М. Киров исемендәге Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Хәрби-диңгеҙ училищеһы курсанты була. Уҡыу йортонда ла һәр йәһәттән алдынғы, яҡшы уҡыуы менән айырылып тора. Өлгөлө курсантҡа үҙе теләгән урында хеҙмәт итеү мөмкинлеге бирелә. Фәнил ағай Кола ярымутрауындағы Гремиха ҡалаһында урынлашҡан Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Төньяҡ флотын һайлай.

Хәрби-диңгеҙ һыу аҫты крейсерында 23 йыл хеҙмәт итә ул. Өсәр ай буйы океан, диңгеҙ даръяларын айҡаған егеттең күңелендә бер генә минутҡа ла ижадҡа мөнәсәбәт һүрелмәй. Ваҡыт булған саҡтарҙа, башҡорт халыҡ йырҙарын һуҙып, дуҫтарын дәртләндерә. Әлбиттә, яратҡан шөғөлөн дә онотмай. Тыуған яҡтарына ялға йыйынған дуҫтары унан картина эшләп биреүҙәрен һорай.

Намыҫлы хеҙмәт итә башҡорт егете. Хәрби бурыстарын уңышлы үтәгән өсөн СССР Оборона министрлығы кубогы һәм вымпелы менән бүләкләнә, бихисап наградаларға, Маҡтау грамоталарына лайыҡ була.

Хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған Мәләүезенә, Нөгөш, Ағиҙел буй­ҙарына ашҡынып ҡайта уҙаман. Ҡаланың мәҙәниәт һарайында урынлашҡан “Аманат” мәҙәни һәм фольклор үҙәгендә эшләй.

Әйткәндәй, Фәнил ағай ҡатыны Зөлфиә менән ике ул тәрбиәләгән. Өлкәне Рөстәм хәрби табип булһа, Рәсим Тымыҡ океан флотында хеҙмәт итә.
Шағир, композитор, йырсы, рәссам... Ошо һөнәр эйәһе булараҡ таный бөгөн Мәләүез халҡы Фәнил Яманаевты. 500-ҙән ашыу картина авторы ул. Республикабыҙҙың тиҫтәләгән ҡалаһында уның күргәҙмәләре ойошторолған. “Урал” картиналар галереяһында үткән шәхси күргәҙмәһен бөгөн дә күптәр һағынып иҫкә ала.

Фәнил Сафуан улы — үҙе яҙған шиғырҙарға көйҙәр яҙыуы менән дә ихтирамға лайыҡ шәхес. 2006 йылда һәүәҫкәр композиторҙар конкурсында беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ була.

Мәләүез уҙаманының төрлө сараларҙа ҡатнашып, бихисап бүләктәргә лайыҡ булыуы ха­ҡында ентекләп яҙа башлаһаң, оҙон исемлек хасил булыр ине. Юҡ, бүләк өсөн дә, исем өсөн дә йөрөмәй кисәге хәрби ветеран. Ижадһыҙ йәшәй алмай ул. Бә­ләкәйҙән тыуған яғының матур­лығын, халыҡтың йыр-моңон күңеленә һеңдереп үҫкән шәхес башҡаса булдыра алмай. Халыҡ ҡабат-ҡабат уның йырлауын һорай икән, ниңә сәхнәгә сыҡ­маҫҡа? Яҡташтарының күңелен йыр-моң, картиналары менән йәмләр өсөн донъяға яралған бит ул.

Автор: И. ХАҠОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ҙур хеҙмәт донъя күрҙе

Ҙур хеҙмәт донъя күрҙе 13.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостан ғалимдары ун томлыҡ “Башҡорт теленең академик һүҙлеге” тигән ҙур лингвистик проектты...

Тотош уҡырға 40

Гөлназ Асаева сәхнәнән киткән...

Гөлназ Асаева сәхнәнән киткән... 13.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Үҙенең моңло йыры, сибәрлеге менән меңәрләгән тамашасыларҙың күңелен әсир иткән Гөлназ Асаева...

Тотош уҡырға 769

Һынлы сәнғәт ҡанат ҡуя

Һынлы сәнғәт ҡанат ҡуя 13.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Наил Мәхмүтовтың “Башҡортостандың...

Тотош уҡырға 42

Баймаҡтар Рауил Бикбайҙың шиғриәтен  ярата

Баймаҡтар Рауил Бикбайҙың шиғриәтен ярата 12.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Баймаҡ районының һәр ҡала һәм ауыл китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбайҙың 80...

Тотош уҡырға 63

Шағир рухын шатландырып...

Шағир рухын шатландырып... 12.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Шиғриәтте яратҡан һәр кем Рәшит Назаров ижады менән таныштыр. Уның фәлсәфәүи шиғырҙарын уҡып, берсә...

Тотош уҡырға 107

“Мин һеҙгә ғашиҡ булдым!”

“Мин һеҙгә ғашиҡ булдым!” 12.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Күңелгә һағыш оялаған да аҡ ҡағыҙға шиғыр юлдары булып теҙелә. Ә шиғырҙар үҙенә уҡыусылар,...

Тотош уҡырға 73

Ижадында – халыҡ яҙмышы

Ижадында – халыҡ яҙмышы 12.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ринат Камал әҫәрҙәрендә кешенең күңел донъяһын өйрәнә....

Тотош уҡырға 50

Мәңге йәшәр сәсән рухы

Мәңге йәшәр сәсән рухы 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Биш йыл рәттән районыбыҙҙа үткәрелеп килгән сәсәндәрҙең төбәк фестивале быйыл билдәле фольклорсы,...

Тотош уҡырға 65

Рәхмәт һүҙе

Рәхмәт һүҙе 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ябай ғына юбилей кисәмде оло байрамға әйләндереп, күңелемде үҫтереп, шатлыҡ уртаҡлашҡан дуҫтарыма,...

Тотош уҡырға 97

“Кәмһетелгәндәр” сәхнәгә сыҡты

“Кәмһетелгәндәр” сәхнәгә сыҡты 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Йәштәр театрының ижад өлгөләре. Театр сәнғәтендә ҙур ваҡиға – М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр...

Тотош уҡырға 113

Дәртлеләр, сәмлеләр...

Дәртлеләр, сәмлеләр... 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Уй-хыялы тормошҡа ашһын йәштәрҙең! Бөртөкләп йыйыла алтын тигәндәй, ысын талант эйәләре меңдәр...

Тотош уҡырға 55

Бахтыбай таланттарға бай

Бахтыбай таланттарға бай 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Улар тыуған төйәктәрен данлап йәшәй. Бөрө районының Бахтыбай ауылы республика кимәлендә үткәрелгән...

Тотош уҡырға 48