Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Юғары премияға талантлы шағир Салауат Әбүзәрҙең тәҡдим ителеүе айырыуса һөйөнөслө. Уның һүҙ сәнғәтендәге ҡаҙаныштары, бигерәк тә “Ғәмәл дәфтәре” тигән китабына тупланған әҫәрҙәре авторҙы шиғриәтебеҙҙең күренекле ижадсылары рәтенә ҡуя.

Был тәңгәлдә үҙ ваҡытында остазыбыҙ Мостай Кәрим мат­буғатта үҙ һүҙен әйт­кәйне инде. Баш­ҡортостан яҙыусы­ларының съездарында, башҡа йыйы­лыш­тарҙа ла уңыштарҙы барлағанда шағирҙың өлгө булырлыҡ шиғри юлдары һәр саҡ ҡыуанып телгә алынды.

Салауат Әбүзәрҙең шиғырҙа­ры, поэмалары йәмәғәтселектә әленән-әле күтәрмәләнә килде. Әҙәбиәт белгестәре, һүҙ оҫта­лары, шулай уҡ киң ҡатлам уҡыу­сылар тарафынан байтаҡ ҡына мәҡәләләр яҙылды, уй-фекерҙәр еткерелде. Барыһы ла уны талапсан талант тип баһаланы.
Рухыбыҙ йәдкәрҙәре булырлыҡ хази­наларҙы биргән Рәми Ғари­повтар, Рәшит Назаровтар юлын оҫталыҡ һәм заманға ауаздашлыҡ менән дауам иткән бөгөнгөләр сафында күрәбеҙ шағирҙы.

Үҙебеҙҙә генә түгел, күрше өлкәләрҙә, бигерәк тә Татарстанда шағирҙы бөгөнгө башҡорт шиғриәтенең таяныстарының береһе тип беләләр. Мәҫәлән, ижадының үҙенсә­лекле, тос йөкмәткеле асылы хаҡында, традицияларҙы новаторҙарса дауам итеүе тураһында халыҡ шағиры Роберт Миңнуллин үҙ мәҡәләһендә төплө, дәлилле итеп яҙып сыҡты. Уның бына тигән драматург икәнен дә Башҡортостан, Ырымбур өлкәһе һәм Татарстандың меңәрләгән тамашасыһы яҡшы белә.

Проза өлкәһендә лә ҡәләменең үткерлеген, мәҫәлән, “Ҡиәмәт” тигән йән тетрәткес бер хикәйәһе өлгөһөндә генә лә иҫбатлап була.
Ихлас йәмәғәтсе лә ул. Уны дәүләт премияһына тәҡдим иткән Яҙыусылар союзы (был — бик мөһим) тормошонда — төрлө сараларҙа, ижади сәфәрҙәрҙә шағирҙы йыш күрәбеҙ.

Ә инде тиҫтәләгән йылдар буйы “Башҡортостан” гәзите, “Ағиҙел” журналы редакцияларында эшләп, ҡәләмдәштәренең әҫәрҙәрен донъяға сығарышып, әҙәбиәтебеҙ үҫешенә ҙур көс һала килеүе лә иғтибарға, ихтирамға лайыҡ.

Үрҙә әйтелгәндәрҙең барыһы бергә Салауат Әбүзәрҙе шағир һәм шәхес итеп бер бөтөнлөктә күтәрә. Әлдә бар әле шундай уҙамандар, әлдә һүрелмәй донъябыҙҙа бындай фиҙакәр­лектәр тип шатланырлыҡ та шул. Бар бит шундай заттар — үҙ бурысын бер ниндәй дәғүәһеҙ, тыйнаҡ рәүештә һәм мәртәбәле итеп атҡара улар тигәндә иң элек Салауат Әбүзәр иҫкә төшә. Әҙәбиәттең бәҫен тап бына шундайҙар бейеклектә тота.
Быларға өҫтәп, фекерҙе тағы бер юҫыҡта нығытып, халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың Салауат Әбүзәргә арналған мәҡәләһендәге ошо һүҙҙәрҙе килтереп үтеү ҙә урынлы булыр, моғайын: “Ижадтың баһаһын һис кенә лә китаптар һаны, әҫәрҙәрҙең күләме билдәләмәй. Һан сифатҡа әйләнә тигән диалектика ҡануны ижад донъяһы өсөн һис кенә лә ҡәтғи закон түгел. Берәүҙәр аҙ әйтеп тә халыҡ хәтерендә ҡала, икенселәрҙең күп яҙғандары ла тиҙ онотола”.

Ысынлап та, быны Шәйехзада Бабичтың йәки беҙҙең осорҙан Рәйес Түләктең берәр йы­йын­тыҡты тәшкил иткән мираҫтары ла бик фәһемле төҫтә дәлилләй. Аҡмулланы әйтеп тә тормайым, улайға китһә, башҡа халыҡтар әҙәбиәттәренән дә әллә ҡайҙарға барып етергә мөмкин.
Ә Салауат Әбүзәрҙең аҡбуҙаты яңынан-яңы үрҙәрҙе яулар. Халҡыбыҙ, дәүләтебеҙ фатихаһы дәрт-дарман өҫтәһен уға.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Баймаҡтар Рауил Бикбайҙың шиғриәтен  ярата

Баймаҡтар Рауил Бикбайҙың шиғриәтен ярата 12.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Баймаҡ районының һәр ҡала һәм ауыл китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбайҙың 80...

Тотош уҡырға 34

Шағир рухын шатландырып...

Шағир рухын шатландырып... 12.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Шиғриәтте яратҡан һәр кем Рәшит Назаров ижады менән таныштыр. Уның фәлсәфәүи шиғырҙарын уҡып, берсә...

Тотош уҡырға 47

“Мин һеҙгә ғашиҡ булдым!”

“Мин һеҙгә ғашиҡ булдым!” 12.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Күңелгә һағыш оялаған да аҡ ҡағыҙға шиғыр юлдары булып теҙелә. Ә шиғырҙар үҙенә уҡыусылар,...

Тотош уҡырға 46

Ижадында – халыҡ яҙмышы

Ижадында – халыҡ яҙмышы 12.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ринат Камал әҫәрҙәрендә кешенең күңел донъяһын өйрәнә....

Тотош уҡырға 40

Мәңге йәшәр сәсән рухы

Мәңге йәшәр сәсән рухы 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Биш йыл рәттән районыбыҙҙа үткәрелеп килгән сәсәндәрҙең төбәк фестивале быйыл билдәле фольклорсы,...

Тотош уҡырға 57

Рәхмәт һүҙе

Рәхмәт һүҙе 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ябай ғына юбилей кисәмде оло байрамға әйләндереп, күңелемде үҫтереп, шатлыҡ уртаҡлашҡан дуҫтарыма,...

Тотош уҡырға 80

“Кәмһетелгәндәр” сәхнәгә сыҡты

“Кәмһетелгәндәр” сәхнәгә сыҡты 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Йәштәр театрының ижад өлгөләре. Театр сәнғәтендә ҙур ваҡиға – М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр...

Тотош уҡырға 93

Дәртлеләр, сәмлеләр...

Дәртлеләр, сәмлеләр... 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Уй-хыялы тормошҡа ашһын йәштәрҙең! Бөртөкләп йыйыла алтын тигәндәй, ысын талант эйәләре меңдәр...

Тотош уҡырға 48

Бахтыбай таланттарға бай

Бахтыбай таланттарға бай 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Улар тыуған төйәктәрен данлап йәшәй. Бөрө районының Бахтыбай ауылы республика кимәлендә үткәрелгән...

Тотош уҡырға 39

Таймаҫтағы парнас гөрләне

Таймаҫтағы парнас гөрләне 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Шағирәне тыуған яғында тәбрикләнеләр....

Тотош уҡырға 41

Халыҡ шағирының халыҡтың һорауҙарына яуабы

Халыҡ шағирының халыҡтың һорауҙарына яуабы 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Беҙ Урал, Ағиҙел хаҡында уйланып үҫтек”. [i]Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев менән “тура...

Тотош уҡырға 58

Ил яҙмышын,  заманалар айышын тойоп

Ил яҙмышын, заманалар айышын тойоп 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Вокзал”дан сыҡҡан әҙип. Арҙаҡлы ил уҙаманы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, республикабыҙҙың Салауат...

Тотош уҡырға 45