Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Серле һәм ҡабатланмаҫ “Арҡайым”
Башҡорт автономияһының 100 йыллығына ҡарата быйыл майҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, өфөләрҙе ҡыуандырып, бер нисә йыл уңышлы барған “Арҡайым” балетының өр-яңы сәхнә версияһын сығарҙы. Хәҙерге Силәбе өлкәһе биләмәһендә табылған боронғо цивилизация хаҡында бәйән иткән спектаклде Испания, Көньяҡ Корея, Төркиә һәм Азербайжан тамашасылары күреп өлгөрҙө. Ф. Волков исемендәге VII халыҡ-ара театр фестивале Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһы башҡарыуындағы спектакль менән асылды, шуға күрә тап “Арҡайым”ды Исмәғилеваның музыкаль-театраль ижадының иң юғары бейеклеге һәм танылған балетмейстер Петровтың ҡабатланмаҫ хореографик алымдарының береһе тип әйтеү һис арттырыу булмаҫтыр.

Композитор Ләйлә Исмәғилева менән балетмейстер Андрей Петровтың “Арҡайым” балетының һүнмәҫ популярлығы был ике шәхестең әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡлы тәҡдим ителеүе тураһында һөйләй.
Тормошҡа һөйөү тойғолары менән һуға­рылған жанр – бейеү сәхнәләре, сибәр ҡыҙҙар­ҙың ылыҡтырғыс, нәзәкәтле бейеүҙәре, күктәге серле-мөғжизәле ваҡиғалар, золом, һуғыш фажиғәләре тамашасыны сағыулығы, хистәр көсөргәнешлеге менән әсир итә. “Арҡайым” – боронғо цивилизация бишеге булған ҡаланың тормошо тураһында бәйән итә.

Спектаклде халыҡ яратып ҡабул итте, ул даими аншлаг менән бара. Уңыштың сере көслө тәьҫир ҡалдырырлыҡ сағыу һәм үҙенсәлекле сәхнәләрҙә генә түгелдер, иң элек йөкмәткенең тәрәнлеге һәм актуаллеге, милли башҡорт тамырҙарының хәҙерге киҫкен саралар теле һәм көслө хореография менән аһәңлеге йәһәтенән таң ҡалдырған моңло музыкаһы һоҡландыра.

“Арҡайым”дың авторҙары – музыкаһы Европа, Азия, Африка илдәрендә башҡарылған, фестивалдәрҙә, концерттарҙа яңғырауын дауам иткән күренекле башҡорт композиторы Ләйлә Исмәғилева менән Мәскәүҙәге “Кремль балеты” театрының художество етәксеһе һәм баш хореографы мәшһүр Андрей Петров – ысын мәғәнәһендә уникаль әҫәр ижад иткән. Балет – концепцияһының рухи-әхлаҡи тәрән­леге, драматик коллизияларҙың психологик киҫкенлеге, музыкаһының үҙенсәлеклелеге, оҫта итеп һайланған хореография алымдары йәһәтенән Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының ғына түгел, тотош Рәсәйҙәге милли репертуарҙа ғәҙәти булмаған тамашаларҙың береһе.

“Арҡайым” балеты донъяны яуызлыҡтан азат итеүгә ҡоролған заманса киҫкен тема­тикаһы менән айырылып тора, шәхесте, тотош кешелекте низағтарҙан, һуғыш-ҡыйралыш­тарҙан йыраҡ торған гармониялы, рухи үҫеш юлын һайлауға этәрә. Нәфрәт, үс алыу нигеҙендә башланып киткән һуғыш Ерҙә кешеләрҙең һәләк булыуына килтерә. Тик мәңгелек ҡиммәт – һөйөү тойғоһо ғына Ер йөҙөнә бөтөнләй үҙгәргән икенсе шәхестең тыуыуына килтерә. Ошондай ахырызаман тематикаһы һәм уның рух күтәренкелеге менән тамамланыуы “Урал батыр” башҡорт милли эпосына ижади йәһәттән өр-яңы ҡараш нигеҙендә кәүҙәләнеш тапҡан. Ул замандаштарыбыҙҙы үҙенең яҙмышы хаҡында ғына түгел, тотош Ватан яҙмышы тураһында уйланырға мәжбүр итә.

Сәнғәттең күләмле глобализацияһы дәүерендә композитор менән балетмейстер­ҙың фольклорға, быуаттар буйы Башҡорт­ос­тандың милли сәнғәтен һуғарған тамыр­ҙарға мөрәжәғәт итеүе бик мөһим. Ләйлә Исмәғилева менән Андрей Петровтың музыкаль һәм хореографик ҡарары музыканың этник сығанаҡтарын, заманса музыкаль һәм хореографик стилистиканы, композиция техникаһын берләштерә. Әҫәр, ватан мәҙәниәтенең һөнәри академик йолаларының иң яҡшы өлгөләрен тулыландырып, башҡорт фольклорындағы бейеү, йырҙарға нигеҙләнә.
Даими яңырып торған балет труппаһы, музыка саралары ла “Арҡайым” балетының уңыш яулауында ҙур әһәмиәткә эйә. Спектаклдә төп партияларҙы йәш һәм перспективалы бейеүселәр башҡара. Улар араһында Сергей Бикбулатов (Самбулат), Артем Доброхвалов (Буга), дебютанттар Карина Сәлимова (Йондоҙ), Татьяна Любавцева (Һомай), Лилиә Зәйнәғәбдинова (Иркә), Ромен Хөрмәтуллин (Сур) һәм башҡалар бар.

Ләйлә Исмәғилева менән Андрей Петров­тың “Арҡайым” балеты, Рәсәйҙең һәм Баш­ҡортостандың театр мәҙәниәте, музыка-хореография сәнғәте өлкәһендәге иң яҡшы ҡаҙаныштарҙы дауам итеп, заманса театрҙың ысын “йөҙөк ҡашы”на әүерелде.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ҡанатланып, осто “Рух ҡошо!” Ҡайҙа, тип уйлайһығыҙмы? Баймаҡта!

Ҡанатланып, осто “Рух ҡошо!” Ҡайҙа, тип уйлайһығыҙмы? Баймаҡта! 18.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Йыл башынан Баймаҡ телевидениеһы тарафынан иғлан ителгән “Рух ҡошо” проекты шиғриәтте яратҡан,...

Тотош уҡырға 72

Ғалим күтәрелгән бейеклек

Ғалим күтәрелгән бейеклек 18.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Республика Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең,...

Тотош уҡырға 29

Мостай эҙҙәренән...  Өс таған

Мостай эҙҙәренән... Өс таған 18.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Был мәҡәләне яҙып, бөйөк әҙип Мостай Кәримдең беҙҙең Учалы яҡтарында ҡалдырған эҙҙәрен асыҡларға...

Тотош уҡырға 30

Харис Шәрипов хәҙер ҡайҙа йырлай?

Харис Шәрипов хәҙер ҡайҙа йырлай? 17.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

"Харис Шәрипов Мәскәүгә киткәнме әллә? Баш ҡала сәхнәләрендә уның йырлағанын йыш күрергә тура...

Тотош уҡырға 127

Данирҙы яратып ҡалғандар

Данирҙы яратып ҡалғандар 17.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Традицион музыка башҡарыу факультеты...

Тотош уҡырға 135

Яңы йылға шәп бүләк

Яңы йылға шәп бүләк 17.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бүләктең дә бит ниндәйе! Яңы йыл тамашаһын хәтәр шәп үткәрә торғаны – күп функциялы клуб....

Тотош уҡырға 53

Айгиз Татарстанға китерме?

Айгиз Татарстанға китерме? 15.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

"Ҡалдырма, әсәй!" тигән повесы менән республика ғына түгел, бөтә Рәсәй халҡын зар илатҡан Айгиз...

Тотош уҡырға 420

Әйтеп бөтөлмәгән фекерҙәр күп әле

Әйтеп бөтөлмәгән фекерҙәр күп әле 14.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Дим моңдары” күңелегеҙгә ял бирер. Республика юбилейы алдынан донъя күргән был китап шиғриәт...

Тотош уҡырға 65

“Урал батыр”ҙы белгән балала өмөт бар

“Урал батыр”ҙы белгән балала өмөт бар 14.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Улар булғанда илдең киләсәге ҙур. Һеҙҙең бер урында шундай күп талантлы, белемле, аҡыллы балалар...

Тотош уҡырға 89

Урал менән Шүлгән йәнә осрашты

Урал менән Шүлгән йәнә осрашты 14.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә ил буйынса Театр йылын асыу тантаналары үтте. Президент В.В. Путиндың Указына ярашлы,...

Тотош уҡырға 67

Ҙур хеҙмәт донъя күрҙе

Ҙур хеҙмәт донъя күрҙе 13.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостан ғалимдары ун томлыҡ “Башҡорт теленең академик һүҙлеге” тигән ҙур лингвистик проектты...

Тотош уҡырға 72

Гөлназ Асаева сәхнәнән киткән...

Гөлназ Асаева сәхнәнән киткән... 13.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Үҙенең моңло йыры, сибәрлеге менән меңәрләгән тамашасыларҙың күңелен әсир иткән Гөлназ Асаева...

Тотош уҡырға 1 103