Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ДУҪЛЫҠ телендә аралашырға кәрәк
Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек ҡыҙыу бара

Конгресс-холда фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмалары Халыҡ-ара советтың 48-се Бөтә донъя конгресын һәм Генераль Ассамблеяһын (CIOFF) асыу тантанаһы үтте.

CIOFF президенты Филипп Боссандың һүҙҙәренә ҡарағанда, ер шарының төрлө тарафтарынан әллә күпме бейеүсе һәм музыкант ҡатнашҡан Бөтә донъя фольклориадаһы CIOFF саралары араһында иң мөһимдәрҙән һанала. Ул төрлө мәҙәниәтте берләштерә, халыҡтар араһында дуҫлыҡты нығыта, шул илдәрҙең мәҙәни мираҫы менән таныштыра. Сираттағыһында 70-тән ашыу илдән вәкилдәр көтөлә.

– Халыҡ-ара мәҙәни форумдың республикабыҙҙа үтеүенә бик шатбыҙ, – тине республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов. – Башҡортостанда элек-электән күп халыҡ вәкиле йәшәй, бөгөн уларҙың һаны йөҙҙән ашыу. Ошо мәҙәниәттәрҙең төрлөлөгөндә, берҙәмлегендә киләсәктә үҫеш өсөн төп байлыҡты һәм тос потенциалды күрәбеҙ. Әле бигерәк тә этник традицияларҙы һаҡлау мөһим. Бер яҡтан, үҙебеҙҙең рухи тамырҙарыбыҙҙы юғалтмау, икенсе яҡтан, бәйләнештәрҙе һәм мәҙәниәттәр диалогын көйләү шул тиклем дә әһәмиәтле икәнлекте аңлайбыҙ.

Сит ил вәкилдәре үҙҙәре менән ҡыҫҡаса таныштырҙы, халыҡ ижадын үҫтереү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, беҙҙә ойоштороласаҡ Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнеүҙәре тураһында һөйләне. Өфөнөң ыҡсым урынлашыуы, улай ғына ла түгел, тау ба­шында һәм уны йылғалар уратып алыуы һәр береһенең иғтибарын йәлеп иткән.

Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, тап мәҙәниәт халыҡтар араһында дуҫлыҡ күперен булдыра һәм үҙ-ара аңлашыу­санлыҡҡа юл аса. Хәҙер донъяға мәҙәниәт теле кәрәк. Конкуренция һәм ҡаршы тороусанлыҡ түгел, ә берләшеү зарур. Кешеләр йөрәктән сыҡҡан һәм тәржемәһеҙ ҙә аңлашылған мәҙәниәт телендә аралашырға тейеш.

– Беҙҙә ҙур халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй конкурстары һәм фестивалдәре, фольклор байрамдары уҙа, заманса туристик инфраструктура төҙөлә, туристар өсөн шарттар тыуҙырыла, – тип Рөстәм Хәмитов Башҡортостанды тотош донъяға иркен танытыуға ла туҡталды.

Әйткәндәй, был йәһәттән өр-яңы мәғлүмәт технологиялары файҙаланыла. “Культурный мир Башкортостана” тигән портал бар һәм, әлбиттә, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблен, “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамблен һәм башҡа коллективтарҙы ситтә яҡшы беләләр. Хәйер, Рудольф Нуриев исемендәге халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале кемгә таныш түгел?! Нәҡ ошо көндәрҙә “Өфөлә Шаляпин кистәре” исемле халыҡ-ара опера сәнғәте фестивале бара. Асыҡ һауала “Евразия йөрәге” тигән халыҡ-ара сәнғәт фестивале үтә. Былтыр иһә “Берҙәмлек–Содружество” халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале беренсе тапҡыр CIOFF ярҙамы менән уҙғарылды, уны Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлектең бер өлөшө тип ҡарарға мөмкин.

– Боссан әфәнде менән 35 градус һыуыҡта, декабрҙә, осрашҡанды иҫләп алдыҡ, – тип хәтирәләре менән уртаҡ­лашты Рөстәм Зәки улы. – Әле – алтын көҙ, ә 2020 йылда һауа торошо ныҡ яҡшы буласаҡ. Фольклориаданы юғары кимәлдә ойошторасаҡбыҙ, ҡәҙерле ҡунаҡтарға күркәм байрам бүләк итә аласаҡбыҙ, был хаҡта ышаныслы әйтәм. Барыһының да сәнғәткә, халыҡ традицияларына, фольклорға һөйөүе артасаҡ. Ҡыҫҡаһы, сараға әҙерлек ҡыҙыу бара.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Таланттар байрамы!

Таланттар байрамы! 09.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостанда йәш таланттарға иғтибар көслө, Хөкүмәт кимәлендә бүләкләү йыш ойошторола....

Тотош уҡырға 45

Һүрәттәрҙә - ҡала яҙмышы

Һүрәттәрҙә - ҡала яҙмышы 09.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Сибай тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейында Нияз Мирхәйҙәровтың шәхси фотокүргәҙмәһе асылды. Ул оҙаҡ...

Тотош уҡырға 34

Әлфинә Ҡытайҙа көс һынай

Әлфинә Ҡытайҙа көс һынай 09.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Һылыуҡай– 2018” республика матурлыҡ бәйгеһе еңеүсеһе Әлфинә Кашапова Башҡортостан данын Ҡытайҙа...

Тотош уҡырға 39

“Масторавань морот” Бишбүләктә

“Масторавань морот” Бишбүләктә 09.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Район мәҙәниәт йорто майҙанында шау-гөр килеп барған күңелле сара бик үҙенсәлекле, иҫтә ҡалырлыҡ...

Тотош уҡырға 24

Кимәл дә, кәйеф тә күтәрелә

Кимәл дә, кәйеф тә күтәрелә 08.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бәләбәй ере йәнә Башҡортостандың төрлө төбәктәренән профессиональ ансамблдәрҙе һәм халыҡ...

Тотош уҡырға 38

"Бергә йәшәйек"

"Бергә йәшәйек" 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бай икәнеңде белгең килһә, күсенеп ҡара, тип белмәй әйтмәгәндәр икән! Йә, әллә нимә лә юҡ һымаҡ,...

Тотош уҡырға 103

“Театр – ул сәнғәт һарайы!”

“Театр – ул сәнғәт һарайы!” 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Йоҡомһораған аҡыл һәм йөрәкте ҡуҙғытып ебәреүсе тылсымға эйә ул......

Тотош уҡырға 58

Сәхнәлә –  “Тере тупраҡ”

Сәхнәлә – “Тере тупраҡ” 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ул тарихыбыҙға алып ҡайтыр. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында...

Тотош уҡырға 88

Әҙәбиәт уҡыусынан алда барһын

Әҙәбиәт уҡыусынан алда барһын 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ул кешегә ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итһен. Күренекле яҙыусы һәм журналист Гөлшат Әхмәтҡужинаның...

Тотош уҡырға 51

“Башҡортостан илгә йөҙ йәш, тиме?..”

“Башҡортостан илгә йөҙ йәш, тиме?..” 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Минең данлы Башҡортостаным!” поэмалар конкурсына килгән әҫәрҙәргә күҙәтеү....

Тотош уҡырға 89

Театрға өр-яңы спектаклгә килегеҙ!

Театрға өр-яңы спектаклгә килегеҙ! 05.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҙур премьера көтөлә –...

Тотош уҡырға 81

Нәзәкәтле, нәфис Нәзифә

Нәзәкәтле, нәфис Нәзифә 05.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостандан Нәзифә Иҫәнбаева “Санкт-Петербургтың милли һылыуҡайы” халыҡ-ара конкурсында “Мисс...

Тотош уҡырға 85