Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәшһүр йырсы хөрмәтенә
Сығыштарҙы Абдулла Солтанов үҙе лә баһаланы.

Ошо көндәрҙә С. Низаметдинов исемендәге Учалы мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжында Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Абдулла Солтанов призына башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың конкурсы уҙғарылды.

Беренсе тапҡыр конкурс өс тиҫтә йыл элек ойошторола. Иң тәүҙә унда Учалы йырсылары ғына оҫталығын күр­һәтә. Күп тә үтмәй өс йылға бер уҙғары­лып килгән бәйгелә башҡа район вәкил­дәре лә ҡатнашыу теләген белдерә.

Быйылғы сара Баймаҡ, Ишембай, Әбйәлил, Белорет, Ғафури, Хәйбулла һәм Учалы райондарынан 37 башҡа­рыусыны берләштерҙе. Конкурс өс йәш арауығында һәм “Балалар”, “Үҙешмәкәр башҡарыусылар”, “Профессиональ башҡарыусылар” номинациялары буйынса уҙғарылды.

Конкурс шарттарына ярашлы, йырсылар ике башҡорт халыҡ йырын башҡарҙы, шуларҙың береһе мотлаҡ Абдулла Солтанов репертуарынан ине.
– Йырсылар бәйгегә бик етди әҙер­ләнгән, йылдан-йыл халыҡ йырын башҡарыусыларҙың кимәле үҫә. Был конкурста бигерәк тә балаларҙың ихлас ҡатнашыуы шатландыра, тимәк, халыҡ йырҙары йәшәйәсәк, быуындар бәйлә­неше өҙөлмәй, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Учалы мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы уҡытыусыһы, баһалама комиссияһы рәйесе Дилара Ҡәйүмова.

Был конкурс йәшен дә, ҡартын да берләштерҙе. Комсомольск ҡасаба­һынан 4 йәшлек кенә Йәсминә Ғәббәсова, “Әйҙә, уйна, ҡурайсы!”, “Һалдат” йырҙарын башҡарып, барыһын да үҙенә ғашиҡ итте. Туғыҙынсы тиҫтәне ҡыуған Хәмзә ағай Ғиззәтуллиндың да сығышы дәррәү алҡыштарға күмелде.

Залда энә төртөрлөк тә урын юҡ ине. Халыҡ көйөнә һыуһаған тамашасы һәр башҡарыусыны ихлас тәбрикләп, йыр-моң даръяһында йөҙҙө.
Һәр бәйгенең еңеүсеһе була. Абруйлы сәнғәт әһелдәренә иң-иңдәрҙе асыҡлауы еңелдән булманы. Әйткән­дәй, конкурсанттарҙың сығышын мәшһүр йырсы Абдулла Солтанов үҙе лә баһаланы.

Һөҙөмтәләр буйынса, “Профессиональ башҡарыусылар” номинация­һында – Учалы мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы студенты Айрат Баязитов, “Үҙешмә­кәрҙәр” араһында Әбйәлилдән Вилдан Зәйнәшев I дәрәжә дипломдар менән бүләкләнде.

4 – 10, 10 – 16 йәштәгеләр араһында учалыларға етеүселәр булманы – Наҙгөл Хилажева менән Ғайсар Ильясов иң яҡшылар тип табылды.
Ә гран-при Ишембайға юлланды. “Урал” һәм “Уйыл” йырҙарын юғары кимәлдә башҡарып, Рәфис Ишбаев барыһын да әсир итте. Йырсы Баймаҡта тыуып үҫә, Өфө сәнғәт училищеһының йыр бүлегендә, Башҡортостандың халыҡ артисы Вахит Хызыров класында белем ала.

Әйткәндәй, көслө алҡыштар, диплом-приздарҙан тыш, еңеүселәр тағы бер баһалап бөткөһөҙ ҙур бүләккә лайыҡ булды: уларға 4 октябрҙә Учалы филармонияһында уҙғарыласаҡ мәш­һүр йырсы Абдулла Солтановтың юбилей кисәһендә сығыш яһау бәхете йылмайҙы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Фонд гранты – Диана Вәкиловаға

Фонд гранты – Диана Вәкиловаға 21.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Йәштәрҙе уңыштарына бәйле дәртләндереү – уларҙың артабанғы үҫешенә этәргес биреү. Быны тәрән...

Тотош уҡырға 6

“Атайымдың “Ярлыҡау”ҙы яҙған мәлен яҡшы хәтерләйем”

“Атайымдың “Ярлыҡау”ҙы яҙған мәлен яҡшы хәтерләйем” 21.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Рус дәүләт академия драма театрында Мостай Кәримдең “Ярлыҡау” әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән “Луна...

Тотош уҡырға 28

Бикчәнтәй ҙә, Лермонтов та яҡын

Бикчәнтәй ҙә, Лермонтов та яҡын 21.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бөрйән районының Яңы Усман ауылы китапхаһында “Бикчәнтәй уҡыуҙары” акцияһы ойошторолдо....

Тотош уҡырға 10

“Мостай Кәрим бөйөк шағир ҙа, оло сәйәсмән дә булды”

“Мостай Кәрим бөйөк шағир ҙа, оло сәйәсмән дә булды” 20.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнө бөгөн – бөйөк әҙиптең тыуыуына 99 йыл. Ошо...

Тотош уҡырға 66

Радий ХӘБИРОВ: “Минең өсөн ул Уҡытыусы, юғары әхлаҡлылыҡ өлгөһө ине”

Радий ХӘБИРОВ: “Минең өсөн ул Уҡытыусы, юғары әхлаҡлылыҡ өлгөһө ине” 19.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Мостай Кәрим исемендәге фонд...

Тотош уҡырға 138

Ҡытайҙарҙы көлдөрөп...

Ҡытайҙарҙы көлдөрөп... 19.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Марсель Сәлимов Шанхайҙа халыҡ-ара әҙәби йыйында ҡатнашты. Рәсәй яҙыусылары, шағирҙары,...

Тотош уҡырға 68

“Ашҡаҙар” ҡайтты

“Ашҡаҙар” ҡайтты 19.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Беренсе башҡорт спектакле йәнә сәхнәлә Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенең Башҡорт драма театры...

Тотош уҡырға 45

Флүр Ғәлимов ил майҙанына сыға

Флүр Ғәлимов ил майҙанына сыға 19.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Яҙыусы Флүр Ғәлимовтың “Аҙғын тәүбәһе” китабы урыҫ теленә тәржемә ителеп, Мәскәүҙә “Художественная...

Тотош уҡырға 57

Уңғандарҙан илһам алып

Уңғандарҙан илһам алып 19.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Тарих биттәре” фестиваль-марафонында – ғафуриҙар. Башҡорт дәүләт филармонияһы фойеһында район...

Тотош уҡырға 53

Ҡояш кеүек һин – Һәр кемдеке

Ҡояш кеүек һин – Һәр кемдеке 19.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Иртәгә – Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 99 йыл. Тотош бер быуат, тиергә лә...

Тотош уҡырға 61

“Йөрәктәге яҙмалар” китабын уҡығыҙ!

“Йөрәктәге яҙмалар” китабын уҡығыҙ! 18.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә күренекле шағир, публицист һәм ғалим-энциклопедист,...

Тотош уҡырға 98

Яҡуп Ҡолмойҙоң хәтер кисәһе

Яҡуп Ҡолмойҙоң хәтер кисәһе 18.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

22 октябрҙә Өфөләге Башҡорт дәүләт филармонияһында билдәле шағир Яҡуп Ҡолмойҙың тыуыуына 100 йыл...

Тотош уҡырға 50