Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Салауат тип сығам оло юлға
Республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәк балалары милли батырыбыҙҙың шиғырҙарын яттан белә.

Башҡорт халҡы – тарихи хәтерен йөрәгендә, ҡанында һаҡлап йөрөткән милләт. Шулай булмаһа “Урал батыр” кеүек кешелектең мәшһүр әҫәре рухтан рухҡа, ҡандан ҡанға, күңелдән күңелгә һалынып, һаҡланып ҡалыр, әлеге көнгә килеп етер инеме?! Йәнә батырҙарыбыҙҙы, сәсәндәребеҙҙе иҫкә алыу ғына ла етә, беҙҙең шунда уҡ арҡаларыбыҙ төҙәйеп китә, йөҙҙәргә нур ҡуна, сафҡа баҫҡандай булабыҙ.

1800 йылдың 26 сентябрендә Рогервик ҡәлғәһендә башҡорт батыры Салауат Юлаевтың яҡты донъя менән хушлашҡаны хаҡында майор Дитмар рапорт яҙа. Әммә халҡын азатлыҡ, ерҙе ҡурсалау өсөн көрәшкә саҡырған ҡаһармандың исеме милләте күңеленә мәңгелеккә уйылған.


“Тыңланым моңон һандуғас ҡоштоң...”

Салауат районы үҙәге Малаяҙҙа урынлашҡан Салауат Юлаев музейы хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойошторолған сараға – милли батырыбыҙҙың шиғырҙарын ятлау конкурсына – республиканың Салауат, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Балаҡатай, Ҡариҙел төбәктәре уҡыусылары йыйылды.
Көҙ көҙ инде: ҡойоп ямғыр яуа. Ҡатнашыусылар, бәлки, килеп өлгөрмәҫ, йәки өйҙәренән сығарып ебәрмәҫтәр тигән уй музейға килеп инеү менән юҡҡа сыҡты. Хатта ошо уйымдан үҙемә оят булып китте: Салауаттың шиғырын ятлаған бала уйынан кире ҡайта буламы һуң инде?!

Уҡыусылар әҙерләнгән, баһалама ағзалары йыйылып, исемлекте барлаған арала мөдир бүлмәһенә күбәләк осоп килеп инде. Инде талпынды, инде елпенде! Ә бит, алда әйткәнемсә, һалҡын, ямғырлы көн. Етмәһә, был яҡта көҙ байтаҡҡа иртәрәк килә, яҙ һуңлабыраҡ башлана. Беҙ белмәгән, тойһаҡ та, аңлатып бирә алмаған нәмәләр аҙмы ни донъяла: әруахтарҙың йәне йә күбәләк, йә ҡош булып ҡайтыр, тигәндәр бит. Шуға күрә ошо мәлдә, Салауаттың рухы ла беҙҙең менәндер, тип бик ышанғы килде.

Бына бәләкәстәр төркөмө берәм-берәм сәхнәгә сыға. Дыуан районынан Нурислам Алхәйҙәров “Егеткә” шиғыры менән асып ебәрҙе сараны:
Бейектә оса ҡоҙғон ҡош,
Унан бейек осар ыласын бар.
Ыласындан да бейек оса торған
Ҡош батшаһы — ҡыйғыр бөркөт бар.
Шул бөркөттәй, егет, батыр бул,
Тайғаныңда таян дуҫтарға.
Яуҙа, арыҫландай ажғырып,
Йән аямай ташлан дошманға!

Ошо уҡ шиғырҙы бәләкәстәр төркөмө­нән барыһы ла ятланы. Малайҙар менән бер рәттән, Ҡыйғы районынан Гөлзада Ҡолмөхәмәтова ла һөйләне уны. III – IV кластарҙан ҡатнашыусыларҙың сығы­шында тексты яҡшы белеү, тасуири ятлау оҫталығы, сәхнәлә үҙеңде тотоу маһир­лығы, милли кейем кеүек нескәлектәргә иғтибар итергә тырышһаҡ та, барыбер һәр баланың телде тәрән тойоп, шиғырҙы яратып, бөтөн күңелен һалып башҡарыуы әсир итте. Шулай итеп, был йәш төркө­мөндә 3-сө урынға – Гөлзада Ҡолмө­хәмәтова, 2-сегә – Нурислам Ғәлиуллин (Балаҡатай районы), 1-сегә Азамат Ғаззалов (Салауат районы) лайыҡ булды. Афарин, балалар, һоҡландыр­ҙығыҙ! Әйткәндәй, Азамат Ғаззалов “Башҡорт­остан” гәзитенең дә рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Ә Дмитрий Нурғәлинға баҫманың бүләге тапшырылды.

Гран-при алыу бәхете иһә Ҡариҙел райо­нынан Рафаэль Фәтиховҡа йылмай­ҙы. III класс уҡыусыһының шиғырҙы ни тиклем ғорурлыҡ менән ятлағанын тыңларға, күрергә кәрәк! Хәтәр шәп һөйләне ул, әйтерһең, “Батыр бул!” тип үҙенә лә әйтә ине.

* * *

V – VIII класс уҡыусылары шиғыр уҡыу маһирлығы буйынса һынау тотто. Бында Салауат Юлаевтың “Һандуғас”, “Мин киткәнгә...”, “Уралым”, “Яу” шиғырҙары яңғыраны. Айырыуса һуңғыһы Салауаттың асылын асып биргәндәй тойолдо:
Заманалар булған элгәре,
Булған илдең батыр улдары.
Баш етмәҫлек эштәр эшләгәндәр,
Бөтә ғаләм белгән уларҙы.
Ғүмер буйы йөрөп яуҙарҙа,
Йыйған улар һанһыҙ дуҫтарҙы.
Еңгән улар бик күп батырҙарҙы,
Ҡырған улар һанһыҙ дошманды.
Ҡурҡмағандар сихырсынан,
Аждаһалай уҫал яуыздан,
Ен-пәрейҙән, мәкер-хәйләнән,
Йылан сәсә торған ағыуҙан.
Рухым күтәрелде минең дә,
Эйәрләнем мин дә атымды.
Дошман сафын тар-мар итергә
Изге яуға уҡтай атылдым...

Жюри ағзаларына баһалау һис кенә лә еңел булманы, сөнки балалар кон­курсҡа ысын мәғәнәһендә етди әҙерләнгән, береһенән-береһе оҫта. Уларҙың уҡытыу­сыларына ла, күңелдәрендә милли батырға ҡарата ихтирам-хөрмәт тәрбиә­ләгән ата-әсәләренә лә рәхмәт! Шулай итеп, 3-сө урынға – Фларит Нуриев (Дыуан районы), 2-се – Илнара Шакирова (Ҡариҙел районы), 1-се урынға Фаяз Ханнанов (Салауат районы) лайыҡ булды. Гәзитебеҙҙең рәхмәт хаттарына Азамат Харисов (Дыуан районы), Раймир Ғәлиәскәров лайыҡ булды. Ә инде төп бүләк Инсаф Вәлиевкә тапшырылды. Ул Салауат батырҙың “Уралым” шиғырын шундай оҫта итеп уҡып, халыҡты хайран ҡалдырҙы.

* * *

IX – XI класс уҡыусылары шулай уҡ шағирҙың төрлө шиғырҙарын тәҡдим итте: “Ағиҙелкәй”, “Яу”, “Тирмәмдә”, “Йүрүҙән”... Һөҙөмтәлә 3-сө урынға – Азамат Закиров (Дыуан районы), 2-се – Юлдаш Хафизов (Мәсетле районы), 1-се урынға Илнара Харисова лайыҡ булды. Илнараның сығышы айырым хөрмәткә лайыҡ. Ул ҡысҡырып, тыңлаусының иғтибарын юғары тон менән яуларға тырышманы, киреһенсә, йомшаҡ, наҙлы тауышы менән “Тирмәмдә” шиғырын бар моңонда еткерҙе:
Тирмәм тора көмөш кеүек
Йылға ярында.
Хуш еҫле сәскәләр үҫә
Тирә-яғында.
Көтөүҙәр йөрөй. Мин үҙем
Ятам тирмәмдә.
Туғандарым, яҡындарым
Минең эргәмдә.
Шул саҡ тирмәм ишеген
Асырға ҡуштым.
Төн буйы тыңланым моңон
Һандуғас ҡоштоң.
Ниндәй яҡшы, ниндәй татлы
Булды бөгөн төн.
Керпек тә ҡаҡмай үткәрҙем
Ошо төндө мин.

Илнара менән Азамат Харисов та “Башҡортостан” гәзитенең рәхмәт хаттарына лайыҡ булды. Баһалама ағзаһы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәктәге етәксеһе Сергей Гусев Илнараға сәскә гөлләмәһе тапшырып, уның шиғырҙы гүзәл затҡа хас нәзәкәтлек менән уҡыуын билдәләне.

Ә Тимур Шөғәйеповҡа төп бүләкте бирмәү мөмкин түгел ине. Ул Салауат Юлаевтың “Йүрүҙән” шиғырын ҡыйыу егеттәргә генә хас тәрән тойғо, саялыҡ менән ятланы. Сығыш яһаған барса балаға ҡарап, башта шундай фекер тыуҙы: әгәр милләтебеҙҙең бөгөнгө йәш быуыны ла Салауаттың шиғырҙарын ошо хәтлем тәрән аһәң менән ятлай икән, башҡорт халҡы – мәңгелек! Был балаларға бит бер кем дә электрон техника, айфон вәғәҙә итмәгән, улар Салауатҡа булған ихтирам-хөрмәт тойғоһона, уның батырлығына һоҡланыуға, өйөндә, мәктәптә бирелгән тәрбиәгә бәйле ошо конкурста ҡатнашырға йөрьәт иткән. Ә бүләктәр бик матур ине: ҡиммәтле энциклопедиялар, “Янғантау” шифаханаһы айырым төргәктәр әҙерләгәйне. Гран-при яулағандарға “Салауат Юлаев” энциклопедияһы ла тапшырылды.

Әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, Салауат районы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Әлтәф Ғәйфуллин Тимур Шөғәйеповҡа, Илнара Харисоваға, Рафаэль Фәтиховҡа, Инсаф Вәлиевкә үҙенең китабын бүләк итте; Салауат районы шағирҙары ойошмаһы рәйесе Зәлифә Хәкимова, балаларҙы уңышлы сығыш яһауы менән ҡотлап, үҙҙәрен дә ижад итергә саҡырҙы; урындағы хакимиәттең мәғариф идаралы­ғындағы мәғлүмәт-методика үҙәге етәксеһе Люциә Ғабдрахманова, уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға рәхмәт әйтеп, был сараның артабан да даими үткәрелеренә ышаныс белдерҙе.

– Йолаға әйләнеп барған конкурс быйыл туғыҙынсы тапҡыр уҙғарылды. Киләһе юбилей йылында сараға Асҡын, Тәтешле, Борай, Балтас райондарынан һәм ҡатнашырға теләгән башҡа төбәктәрҙән балаларҙы йәлеп итергә ниәтләйбеҙ, – тине Салауат Юлаев музейы директоры Зилә Садиҡова.

Конкурс тамамланғас, батыр рухына арналған хәтер митингы ойошторолдо. Сараны асып, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айгиз Әхмәтйәнов балалар­ҙы шиғыр һәм рух байрамы менән тәбрик итте, уҡыуҙарында уңыштар теләне. “Салауат вариҫтары” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы вәкиле Рузит Баһауетдинов халыҡҡа милли батырыбыҙға арналған шиғырын уҡып ишеттерҙе. Ә төп бүләкте яулаған Рафаэль Фәтихов, Инсаф Вәлиев, Тимур Шөғәйепов хәтер митингына йыйылғандарға тағы бер тапҡыр Салауаттың ялҡынлы шиғырҙарын еткерҙе.

Рухы беҙҙе йәнә берләштерҙе

Артабан сара Салауат Юлаевтың яндырылған ауылы нигеҙендә дауам итте. Ямғыр ҡойоп торһа ла, был төбәк уҡыусылары һис бирешмәҫ булып сыҡты. “Салауат Юлаев – мәңге халыҡ хәтерендә” тип аталған әҙәби-музыкаль композиция тап Тәкәй ауылы ерендә барҙы. Бында уҙған йылдарҙа конкурста ҡатнашҡан, еңеү яулаған балалар шиғыр һөйләне, ҡурай, ҡумыҙ уйнаны. Әйткәндәй, сығыш­тар башҡортса ғына түгел, урыҫ телендә лә яңғыраны. Янғантау мәктәбенең VI класс уҡыусыһы Альберт Шәңгәрәев “Уралым” шиғырын яттан һөйләп, барыбыҙҙы әсир итте. (Сығыштарҙы видеоға төшөрөп, социаль селтәрҙәргә һалдым, ҡыҙыҡһын­ғандар инеп ҡарай ала).

Таш тирмә, уның эсенә ҡуйылған Салауаттың йән ҡәбере ташы ана шулай халыҡтың эркелеп килер урынына әйләнде. Күктәр хәтер көнөнөң режиссеры булды: тап “Уралым” шиғырын күмәкләп уҡыр мәл еткәс, беҙҙе таш тирмәгә ҡыуып индерҙе – ел сығып, ямғыр ҡоя башланы.

Салауаттың исеме, ғәмәлдәре, шиғырҙа­ры, әйтерһең, бергәләп йыйылып, уларҙың йылыһына һыйындыҡ. Ҡаһарманыбыҙ рухы беҙҙе йәнә берләштерҙе, телебеҙ аша ҡеүәтебеҙҙе арттырҙы. Салауат юҡҡа ғына 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышының иң сағыу батыры булып танылмаған да! Ул бит шағир ҙа, һөймәлекле зат та, исеме Ҡөрьәндән алынған ир-егет тә, халҡына, иманына тоғро дин әһеле лә:

Яуыз дошман яуы эсенән
Атым алып сыҡтым аҡланға,
Аҡландағы йылға ситендә
Ултырып тәсбих әйтеп Аллаға,
Изге яуға тағы барам мин,
Азатлыҡ һәм шөһрәт табам мин.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






“Яҙмыштың иркә балаһы”ның исем туйы

“Яҙмыштың иркә балаһы”ның исем туйы 23.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә Фәрит Әхмәҙиевтең “Яҙмыштың иркә балаһы” тигән китабының исем туйы була. Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе...

Тотош уҡырға 24

“Үәт, исмаһам, ахырызаман!”

“Үәт, исмаһам, ахырызаман!” 23.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры үҙ тамашасыһын сираттағы премьера менән...

Тотош уҡырға 32

Көттөк, күрҙек, ҡыуандыҡ

Көттөк, күрҙек, ҡыуандыҡ 23.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Яңы театр миҙгелен тамашасы һәр ваҡыт түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Салауат ҡалаһы халҡының да...

Тотош уҡырға 24

Яҡты рухы ҡалды...

Яҡты рухы ҡалды... 23.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Тышта – көҙ. Ваҡ ҡына ямғыр тамсылары һибәләй. Алтын, һары, ҡыҙыл япраҡтар менән донъя тулған. Әле...

Тотош уҡырға 36

Бөйөк шағирҙы иҫкә алдылар

Бөйөк шағирҙы иҫкә алдылар 23.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 99 йыл тулыу уңайынан баш ҡалабыҙҙа шәхестең...

Тотош уҡырға 27

Бикчәнтәй ҙә, Лермонтов та яҡын

Бикчәнтәй ҙә, Лермонтов та яҡын 21.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бөрйән районының Яңы Усман ауылы китапхаһында “Бикчәнтәй уҡыуҙары” акцияһы ойошторолдо....

Тотош уҡырға 47

Өфөнө фольклор төркөмдәре гөрләтте

Өфөнө фольклор төркөмдәре гөрләтте 21.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә “Фолк-тайм” фольклор сәнғәте конкурсы булды, тип хәбәр иттеләр Республика халыҡ ижады...

Тотош уҡырға 55

Фонд гранты – Диана Вәкиловаға

Фонд гранты – Диана Вәкиловаға 21.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Йәштәрҙе уңыштарына бәйле дәртләндереү – уларҙың артабанғы үҫешенә этәргес биреү. Быны тәрән...

Тотош уҡырға 56

“Атайымдың “Ярлыҡау”ҙы яҙған мәлен яҡшы хәтерләйем”

“Атайымдың “Ярлыҡау”ҙы яҙған мәлен яҡшы хәтерләйем” 21.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Рус дәүләт академия драма театрында Мостай Кәримдең “Ярлыҡау” әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән “Луна...

Тотош уҡырға 124

Бикчәнтәй ҙә, Лермонтов та яҡын

Бикчәнтәй ҙә, Лермонтов та яҡын 21.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бөрйән районының Яңы Усман ауылы китапхаһында “Бикчәнтәй уҡыуҙары” акцияһы ойошторолдо....

Тотош уҡырға 37

“Мостай Кәрим бөйөк шағир ҙа, оло сәйәсмән дә булды”

“Мостай Кәрим бөйөк шағир ҙа, оло сәйәсмән дә булды” 20.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнө бөгөн – бөйөк әҙиптең тыуыуына 99 йыл. Ошо...

Тотош уҡырға 112

Радий ХӘБИРОВ: “Минең өсөн ул Уҡытыусы, юғары әхлаҡлылыҡ өлгөһө ине”

Радий ХӘБИРОВ: “Минең өсөн ул Уҡытыусы, юғары әхлаҡлылыҡ өлгөһө ине” 19.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Мостай Кәрим исемендәге фонд...

Тотош уҡырға 214