Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шағирәнең сираттағы алтын көҙө
Силәбелә Кәтибә Кинйәбулатова исемендәге премия тапшырылды.

Билдәле шағирә, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының тәүге баш мөхәррире Кәтибә Кинйәбулатованың тыуыуына тиҙҙән, 2020 йылда, 100 йыл тулыу киң билдәләнәсәк. Сараға әҙерлек башланды ла инде.

Силәбеләр Арғаяш районының Мәүлит ауылында тыуып үҫеп, ошо яҡтың рухи донъяһын, йолаларын, холҡон үҙендә туплаған, ил инәһе кимәленә күтәрелгән әҙибәне хөрмәт итә. Бының сағыу миҫалы – тап быйыл уның исемендәге премия тапшырыу. Тантанаға “Башҡортостан ҡыҙы” журналы ла саҡырылғайны. Юлдашым, Башҡортостан Яҙыусы­лар союзы исеменән юлға сыҡҡан яҙыусы Марат Әминев менән сараға ныҡлы әҙер­ләндек: сит өлкәлә йәшәгән милләттәш­тәребеҙгә баш­ҡорт телендә баҫылған гәзит-журнал, китаптар – шәп бүләк, улар милли баҫмаға, йыр-моңға һыуһап йәшәй. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов булыш­лығында байтаҡ йыйынтыҡ тупланды, ҡәрҙәштәребеҙҙе һөйөндөрөр бүләктәр күҙҙең яуын алырлыҡ ине.

Силәбе ҡойма ямғыр менән ҡаршылаһа ла, унда әҙәбиәт усағын һүндермәй, төрлө саралар ойошторған, уларға беҙҙе лә йәлеп иткән Ҡамса Мортазиндың ҡояштай балҡып ҡаршы алыуы күңелде йылытты. Ҡолой ауылына юлланғанда, Кәтибә апай хаҡындағы иҫтәлектәр яңырҙы. Юлға фатиха алырға ингәндә, генераль директорыбыҙ Венера Хәкимова, шағирәнең шиғырын яттан һөйләп, уны яҡты хистәр менән иҫкә алып, матур итеп оҙатып ҡалғайны – был да күңелде ҡанат­ландырып ебәрҙе.

Кәтибә Кәрим ҡыҙының һуңғы төйәге – әсәһенең тыуған ауылы, уға йәнәш ҡуйылған Бикҡол ауылы зыяраты. Тәрбиәләп, сәскәләргә күмеп тота ҡәберен ауылдаштары. Силәбегә сәфәр ҙә уның алдында баш эйеп, аят бағышлау, сәскә һалыу менән башланды. Кәтибә Кинйәбу­латова исемен­дәге Ҡолой ауыл китапханаһына китаптар тапшырылды. Бында беҙгә килеп ҡушылған ҡунаҡтар – әҙибәнең ҡустыһы Уран Кинйәбулатовтың улы, медицина фәндәре кандидаты Азат Кинйәбу­латов һәм уның ҡатыны Зөл­фиә, Магнитогорск ҡалаһында йәшәп ижад иткән “Көмөш ҡауырһын” әҙәби берекмәһе етәксеһе Сәфинә Хәкимова, Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле Амур Хәбибуллин, Силәбе өлкәһенең башҡорт телендә сыҡҡан “Уралым” гәзитенең һәм телеканалының баш мөхәррире Нурия Иҡсанова һәр ҡайһыһы үҙенсәлекле бүләк менән килгән. Азат Уран улының китапха­наға тапшырған бүләге – әҙибәнең портреты, яҙыусыларҙан автографлы китаптар әҙәбиәт һөйөүселәрҙе оҙаҡ шатландырыр.

Арғаяш мәҙәниәт йортонда Кәтибә Кинйәбулатова исемендәге беренсе премия лауреаты аталды. Ул – Ҡолой ауылынан Зәйтүнә Хәйрул­лина, Кәтибә Кинйәбулатованың уҡыусыһы, почетлы уҡытыусы, яҡташтары һәм район хаҡындағы бихисап йыйынтыҡ авторы, күп милли сараның режиссеры һәм ойоштороусыһы. Арғаяш районы хакимиәте башлығы Исрафил Вәли­шин мәртәбәле бүләкте ағинәйгә үҙе тапшырҙы. Ул Шайморатов гене­ралға сөгөндән скульптура ҡуйыла­сағын һөйөнсөләне. Әйткәндәй, Исрафил Мәкин улы Зәйтүнә Ҡәйүм ҡыҙының уҡыусыһы ла икән.

Ҡамса Мортазин “Кәтибә Кинйәбу­латованың алтын көҙҙәре”нә үҙенсә­лекле бүләк – “Арғужа ла буйлап йө­рөгәндә” исемле китап әҙерләгән. Шағирәнең “Был донъяла минән бәхет­ле юҡ” шиғырын уның башҡарыуында тыңлағанда, күҙҙәргә ирекһеҙҙән йәш төйөлдө. Әҙибәне яратҡан, ижадын һәм яҙмышын тәрәндән тойған кеше генә күңелгә үткәреп һөйләй торғандыр. Ҡамса Дәүләтбай улы яҙған китапты шағирәгә арналған күркәм альбом рәүешендә күрербеҙ тип ышанам.

Сит өлкәлә йәшәгән милләттәш­тәребеҙ республикабыҙҙа сыҡҡан матбуғат баҫмаларына дәррәү яҙыласағын белдерҙе. “Ватандаш” журналынан хеҙмәттәшебеҙ Эльвира Халиҡованың да беҙгә килеп ҡушылыуы, тантана үткән бинала башҡорт китаптарын һатыу ойошторолоуы сараны тағы ла әһәмиәт­лерәк итте. Беҙ, республика баҫма­лары вәкилдәре, сит өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ хаҡында күберәк яҙырға вәғәҙә бирҙек.
Йолаларҙы һаҡлап, йыр-моңда­ры­быҙҙы онотмай, милли кейем­дәрҙе тергеҙеп, үҙ асылында ҡалған ҡәрҙәштәребеҙ сикһеҙ һоҡланыу тойғоһо уятты. Уларҙың ошондай сараларҙа әүҙем ҡатнашыуы, балаларын туған телдә тәрбиәләүе ҙур маҡтауға лайыҡ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






“Яҙмыштың иркә балаһы”ның исем туйы

“Яҙмыштың иркә балаһы”ның исем туйы 23.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә Фәрит Әхмәҙиевтең “Яҙмыштың иркә балаһы” тигән китабының исем туйы була. Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе...

Тотош уҡырға 24

“Үәт, исмаһам, ахырызаман!”

“Үәт, исмаһам, ахырызаман!” 23.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры үҙ тамашасыһын сираттағы премьера менән...

Тотош уҡырға 32

Көттөк, күрҙек, ҡыуандыҡ

Көттөк, күрҙек, ҡыуандыҡ 23.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Яңы театр миҙгелен тамашасы һәр ваҡыт түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Салауат ҡалаһы халҡының да...

Тотош уҡырға 24

Яҡты рухы ҡалды...

Яҡты рухы ҡалды... 23.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Тышта – көҙ. Ваҡ ҡына ямғыр тамсылары һибәләй. Алтын, һары, ҡыҙыл япраҡтар менән донъя тулған. Әле...

Тотош уҡырға 36

Бөйөк шағирҙы иҫкә алдылар

Бөйөк шағирҙы иҫкә алдылар 23.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 99 йыл тулыу уңайынан баш ҡалабыҙҙа шәхестең...

Тотош уҡырға 27

Бикчәнтәй ҙә, Лермонтов та яҡын

Бикчәнтәй ҙә, Лермонтов та яҡын 21.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бөрйән районының Яңы Усман ауылы китапхаһында “Бикчәнтәй уҡыуҙары” акцияһы ойошторолдо....

Тотош уҡырға 47

Өфөнө фольклор төркөмдәре гөрләтте

Өфөнө фольклор төркөмдәре гөрләтте 21.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә “Фолк-тайм” фольклор сәнғәте конкурсы булды, тип хәбәр иттеләр Республика халыҡ ижады...

Тотош уҡырға 55

Фонд гранты – Диана Вәкиловаға

Фонд гранты – Диана Вәкиловаға 21.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Йәштәрҙе уңыштарына бәйле дәртләндереү – уларҙың артабанғы үҫешенә этәргес биреү. Быны тәрән...

Тотош уҡырға 56

“Атайымдың “Ярлыҡау”ҙы яҙған мәлен яҡшы хәтерләйем”

“Атайымдың “Ярлыҡау”ҙы яҙған мәлен яҡшы хәтерләйем” 21.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Рус дәүләт академия драма театрында Мостай Кәримдең “Ярлыҡау” әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән “Луна...

Тотош уҡырға 124

Бикчәнтәй ҙә, Лермонтов та яҡын

Бикчәнтәй ҙә, Лермонтов та яҡын 21.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бөрйән районының Яңы Усман ауылы китапхаһында “Бикчәнтәй уҡыуҙары” акцияһы ойошторолдо....

Тотош уҡырға 37

“Мостай Кәрим бөйөк шағир ҙа, оло сәйәсмән дә булды”

“Мостай Кәрим бөйөк шағир ҙа, оло сәйәсмән дә булды” 20.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнө бөгөн – бөйөк әҙиптең тыуыуына 99 йыл. Ошо...

Тотош уҡырға 112

Радий ХӘБИРОВ: “Минең өсөн ул Уҡытыусы, юғары әхлаҡлылыҡ өлгөһө ине”

Радий ХӘБИРОВ: “Минең өсөн ул Уҡытыусы, юғары әхлаҡлылыҡ өлгөһө ине” 19.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Мостай Кәрим исемендәге фонд...

Тотош уҡырға 214