Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мөхәмәтша Буранғолов халҡын да мәңгеләштереп киткән
Ырымбур өлкәһендә халыҡ сәсәненә иҫтәлекле стела асылды.

Бөгөн халҡыбыҙҙы “Урал батыр” эпосынан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Был мәшһүр халыҡ әҫәре милләтебеҙҙе донъя кимәлендә таныта, ҡеүәте хаҡында һөйләй, тамырҙарыбыҙҙың тәрәнлеген раҫлай. Әгәр Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте менән атаҡлы сәсән Мөхәмәтша Буранғолов уны үҙ заманында яҙып алмаған, Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәр менән осрашмаған булһа?!. Хатта уйлауы ла ҡурҡыныс!

Юҡҡа ғына мәғрифәтсе, дин әһеле Ризаитдин Фәхретдинов халыҡ ижады ынйы­ларын йыйыу менән шөғөлләнгән замандашы Мөхәмәтша Абдрахман улына: “Һин дөрөҫ юлдаһың. Тап ана шул фольклор мәғлүмәттәрен туплауың бик хуп эш!” – тимәгән, күрәһең. Ниндәйҙер эске тойомлау менән улар халыҡтың бөйөк риүәйәттәрен, эпостарын йыйыу мәңгелек хеҙмәт икәнлеген тойған, аңлаған. Донъяның бик һирәк халыҡтарының ғына бындай әҫәрҙәре бар.


“Яҡшылыҡ булһын атығыҙ...”

Аллаһ Тәғәлә Ергә 124 меңдән ашыу пәйғәмбәр ебәргән, һәр халыҡтың үҙенеке булған, әммә төрлө дәүерҙәр, һынауҙар аша һирәктәрҙең генә һүҙе, ғәмәле был заманға килеп еткән. Урал батыр – ул беҙҙең халҡыбыҙҙың пәйғәмбәре. Тап шул әҫәрҙә әйтелгән төп фекер башҡа изге китаптарҙа ҡабатлана: “Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ!”

Иң бөйөк һүҙ – ул “Урал батыр” эпосында. Шуға күрә Мөхәмәтша Буранғоловтың халҡыбыҙҙың аҫыл сәсәндәренән ошо мәшһүр эпосты яҙып алып, атын бүләк итеп, үҙе йәйәүләп ҡайтып китеүе лә һис бушҡа булмаған. Башҡорт әҙәбиәтенә классиктарҙы тыуҙырған Ырымбур еренең иң ҙур шәхестәренең береһе ул – 1888 йылдың 15 декабрендә Һамар губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙе Үрге Ильяс ауылында (халыҡ телендә – Тәңес) тыуған Мөхәмәтша Абдрахман улы. 1900 йылда эпосты яҙып алыуын иҫәпкә алғанда, был мәлдә егеткә ни бары 22 йәш булған. Ғәжәпләнмәҫ ереңдән тағы ла бер тапҡыр “Аллаға шөкөр!” тип ҡуяһың.

Бер көн алда беҙ Ҡәйепҡолда ла булып киттек. Унда Мөхәмәтша Буранғолов уҡытҡан мәктәп һаман һаҡлана, әлбиттә, яңыртылған. Беренсе Бөтә донъя һуғышы башланғас, йәш уҡытыусыны ла яуға алырға булалар. Ҡәйепҡол халҡы, муллаларҙы һуғышҡа алмауҙарын ишетеп, Мөхәмәтша Буран­ғоловҡа указлы мулла вазифаһын юллап, уны алып ҡала. Быларҙы беҙгә урындағы рухлы ағайҙарыбыҙҙың береһе, уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан уҡ башҡорт милли хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан Миңнулла Ғәбитов һөйләне.

Ошо уҡ мәктәптә Мөхәмәтша Буранғолов дейеүҙәр нәҫеленән булған Ғәбделмән Абдразаҡовты ла уҡытҡан. Мәшһүр режиссерыбыҙ Әмир Абдразаҡовтың атаһы була инде. Ғәбделмән бабай бик дәү кәүҙәле булған, ғөмүмән, нәҫелдәре менән оҙон буйлы, киң күкрәкле улар. Бына кемгә оҡшаған икән беҙҙең данлыҡлы йырсыларыбыҙ Илдар менән Асҡар Абдразаҡовтар. Йәйҙәре ошонда үтте, йыш алып ҡайтыр ине улдарын Әмир ағай, тип хәтерләйҙәр ауылда. Абдраза­ҡовтарҙың йорто әле лә бар.

Бына ошо ҙур шәхестәрен һис ҡасан онотмай Ырымбур ере. Тап халыҡ сәсәне иҫтәлегенә таҡтаташ асыу тантанаһына Башҡорт­остандан да ҡунаҡтар саҡырып, халыҡты байрамға йыйҙылар.

Ямғыр берсә яуып китә, берсә туҡтап ала. Стеланы асыр алдынан тамам тынып, ҡояш сыҡты.

Ҡотлау һүҙе менән Красногвардейский районы хакимиәте башлығы Николай Валентинович Чернышев сығыш яһаны. Ул Мөхәмәтша Буранғоловтың эшмәкәрлеген ҙурлап, исеме халҡы хәтерендә мәңге йәшәүен билдәләне. Эйе, уның эше мәңгелеккә хеҙмәт итә, шул ҡаһарманлыҡты башҡаларҙың, башҡа милләт вәкилдәренең аңлауы ла мөһим. Николай Валентиновичтың йылы һүҙҙәре беҙҙең күңелдәргә лә май булып яғылды. Ырымбур өлкәһе Дәүләт Йыйылышының алтынсы саҡырылыш депутаты, аграр-сәнәғәт комплексы комитеты рәйесе Александр Жарков үҙ сығышында шулай уҡ халыҡ сәсәненең эшмәкәрлеген ҙурланы.

– Һеҙҙең үҙегеҙҙә яҡты хәтер һаҡлана икән, тимәк, халҡы өсөн эшләгән шәхестәрҙең исеме онотолмаясаҡ. Ырымбур ере, минең аңлауымса, Башҡортостан өсөн бик күп арҙаҡлыларҙы үҫтергән төбәк! – тине ул.

Ырымбур өлкәһе Хөкүмәте һәм губернаторы аппаратының эске сәйәсәт идаралығы начальнигы Баҙарғәле Ермәков телмәрендә Мөхәмәтша Буранғоловтың эшмәкәрлегенә генә түгел, ә башҡорт халҡының мәшһүр эпосына ла туҡталды: “Эпослы халыҡ – ул бәхетле халыҡ. Уны мәңгеләштереп, Мөхәмәтша Буранғолов халҡығыҙҙы ла мәңгеләштереп киткән!” – тине. Ысынлап та шулай. “Урал батыр” эпосы – ул башҡорт халҡына мәңгелеккә бирелгән паспорт тип атаһаҡ та, һис хата булмаҫ.

Һеҙҙең ҡулығыҙҙан киләме?

Урындағы совет депутаты, “Янтарь” крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Салауат Буранғолов әллә ни күп һөйләй торған егеттәрҙән түгел. Ул бары тик башҡорт халҡының атаҡлы сәсәне, яҡташы Мөхәмәтша Буранғоловтың эшмәкәрлеге менән ғорурланыуын белдерҙе. Йәнә ул – ошо стеланы асыуға төп көс һалған кешеләрҙең береһе. Бөтә матди сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алып, бөгөнгө тантананы ойошторған милләттәшебеҙ ул. Ошондай ағайҙарыбыҙҙы күрһәң, беҙҙә лә тәрән ғорурлыҡ тойғоһо уяна.

Шундай уҡ әүҙем йәмәғәт ағзаларының береһе Нур Кучаевтың йортон фотоға төшөрөп алып ҡайтып, социаль селтәргә һалыуым булды, әллә күпме яҡты фекер, хуплау һүҙҙәре яҙылды, “лайыҡ”тар ҡуйылды. Эш шунда, уның йорто Үрге Ильяс ауылының Салауат Юлаев урамында урынлашҡан. Ул өйөнә батыр һәйкәленән панно элеп ҡуйған, ә ҡапҡаһында Башҡортостан байрағы елберләй! Шунан нисек һоҡланмайһың инде! Һеҙҙең ҡулығыҙҙан киләме ошондай аҙым яһарға?!.

Халыҡ та аҡса йыйышҡан. Үҙенең сәхифәһендә Нур Кучаев Башҡортостан халҡына ла рәхмәтен белдерә: “Хөрмәтле Башҡортостан, башҡорт халҡыбыҙ! Иҫегеҙҙә булһа, 2017 йылдың февралендә республикала табындар йыйыны булғайны. Шунда Мөхәмәтша Буранғоловҡа һәйкәл ҡуйыр өсөн аҡса йыя башлағайныҡ. Һеҙҙең ярҙамығыҙ игелекле булды, барығыҙға ла иҫәнлек, һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйем. Күмәк көс менән 14 мең һум йыйылды, тағы ла ярҙам итеүселәр табылды. Фәрзәнә Аҡбулатова, Гөлсөм Вахитова, Ғүмәр Ғайсин, үҙем дә ситтә ҡала алманым – 20 мең һум булып китте. Һәйкәл өсөн беҙ ҙә өлөшөбөҙҙө индерҙек!” Бағыусылар Марат Буранғолов, Лилиә Буранғолова ла стеланы асыуға үҙ көсөн һалған.

Ошо ерҙәге кешеләрҙең ҡеүәтен, ата-бабаларҙың рухын тойоп үҫкәнгә лә йәшләй генә Мөхәмәтша Буранғолов эпосты яҙып алған кеүек, бөгөн дә төбәктәге башҡорттарҙа милли асыл балҡып тора.

Башҡортостан делегацияһы етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡорт халҡының тарихы комиссияһы рәйесе Нурислам Ҡалмантаев – сығышы менән ошо ауыл егете. Ул яҡташтарына бөйөк сәсәндең эшмәкәрлеген ҙурлағандары өсөн рәхмәтен белдерҙе, киләсәктә лә ошо юҫыҡтағы эштең дауам итеүен теләне. Әйткәндәй, Мөхәмәтша Буранғоловҡа асылған стела янында ғына Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙың стелаһы тора. Ундағы халыҡтың яртыһы – Буранғоловтар, яртыһы – Ҡалмантаевтар.

Нурислам Ҡалмантаев яҡташтарына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Уға әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре Лилиә Мөнир ҡыҙы Бу­ран­ғолова, Марат Әнүәр улы Буранғолов, Нур Абдрафиҡ улы Кучаев, Красногвардейский районы Плешан ауылы аграр техникумының тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡы­тыусыһы Дилара Шамил ҡыҙы Буранғолова, Красногвардейский районы Пушкин төп белем биреү мәктәбенең математика уҡытыусыһы Рифат Ҡунаҡбай улы Мәмбәтов лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ милләттәштәребеҙҙе! Уларға бүләккә башҡорт шәхестәренең З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә сыҡҡан фотоальбомдары, башҡортса китаптар тапшырылды.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң ҙур наградаһы – “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы менән эшҡыуар Салауат Буранғолов бүләкләнде. Халҡыбыҙҙа рухи байлыҡ етәрлек, беҙгә тиклемге быуындар уны был дәүергә килтереп еткергән, бөгөн ана шул эштәрҙе тағы ла ҡеүәтләр өсөн беҙгә Салауат Әхмәткирәй улы кеүек шәхестәребеҙҙең күберәк булыуы кәрәк.

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты менән шулай уҡ сараларҙы әүҙем ойошторған төбәктең башҡорт ҡорол­тайы рәйесе урынбаҫары, Красногвардейский районының киң йәмәғәтселек менән эшләүсе белгесе Илмира Нурмәғәмбәтова бүләкләнде.

Красногвардейский районы Плешан ауылында Рәсәй халыҡтары телдәрендә “Ата-әсәм теле иҫән ул!” тип аталған төбәк шиғырҙар ятлау конкурсы үткән. Ошо сарала “Урал батыр” эпосын төрлө телдәрҙә яттан һөйләгән өс бала еңеүсе тип табылған. Был тантанала ла улар башҡортса, урыҫса, инглизсә эпосты ятлап, байрамға бер йәм өҫтәне. Уларға шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты бирелде, китаптар бүләк ителде. Красногвардейскийҙың 1-се урта белем биреү мәктәбенән I класс уҡыусыһы Диана Гәрәева эпосты – башҡортса, Красногвардейский гимназияһының IV класс уҡыусыһы Тимур Буранғолов – урыҫса, Пролетар урта дөйөм белем биреү мәктәбенең VI класс уҡыусыһы Данил Нурмәғәмбәтов инглизсә яңғыратты. Уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларына ла, ата-әсәләренә лә афарин!

Тулҡынландырғыс минуттар ҙа етте. Тап ошо өс балаға һәм район хакимиәте башлығы Николай Чернышевҡа стеланы асыу бәхете йылмайҙы. Бына ул: бер яғында – Мөхәмәтша Буранғоловтың һүрәте, икенсе яғында – “Урал батыр” эпосынан күренеш. Урал батырҙың вариҫтары, уның һүҙенә тоғро замана балалары эше был.

Сәсәндәрен ҙурлай был төбәк

Артабан байрам урындағы клубта дауам итте. Хәйер, сараның унда дауам ителәсәген белгән кеүек, ваҡ күҙле ямғыр яуа башланы. Туйына инде дала һыуға, тип ҡыуанды халыҡ.

Мөхәмәтша Буранғоловтың юбилей сараһына Үрге Ильяс ауылы халҡы бик етди әҙерләнгән. Байрам программаһы “Урал батыр” эпосын сәхнәләштереүҙән башланып китте. Бына Йәнбирҙе (Ишбулат Дәүләтов) һунарға сығыр алдынан Йәнбикә (Әсмә Мос­тафина) һәм улдары менән һөйләшеп ултыра. Урал (Тимур Буранғолов) менән Шүлгән (Максим Буранғолов) үҙ-ара бәхәс ҡора. Ана нисек оҫта башҡара малайҙар ролдәрҙе, әйтерһең, боронғо замандарҙың һулышы сәхнә аша залға тарала. Яуыз (Гөлнара Әмирова), Ҡарт (Гөлдәр Яуышева), өлкән Урал батыр (Артем Буранғолов), өлкән Шүлгән (Сабир Буранғолов) ролдәрен еренә еткереп башҡарҙылар. Әҫәр менән таныштырып барған Мәрүәр Әмирова ла тамашасыларға эпостың йөкмәткеһен яңынан тергеҙеү өсөн тасуири уҡыу оҫталығын күрһәтте. “Урал батыр” һынлы “Урал батыр”ҙы сәхнәләштерергә йөрьәт итеүҙәре үҙе ни тора! Милли кейемдәрҙә әҙерләнгән сәхнә күренештәре байрамға ҡот өҫтәне. “Яҡшылыҡ булһын атығыҙ! Кеше булһын затығыҙ!” тигән юлдар яңынан оло ҡор әләме булып яңғыраны.

Бар тарихты яҡшы белә урындағы халыҡ. Мөхәмәтша Буранғоловтың “Сәлимәкәй” йырын яҙып алыуын иҫәпкә алып, ауылдың инәйҙәре ошо исемдәге фольклор төркөмөн булдырған. Етәкселәре Зимфира Ҡалман­таеваның һүҙҙәренә иғтибар итегеҙ:

– Мөхәмәтша сәсәндең яҙып алған йыр тексы исеме йырҙа ғына ҡалмаһын, ғөмүмән, ятып ҡалмаһын тип, төркөмөбөҙгә исемен алдыҡ.
Афариндан башҡа ни әйтәһең рухлы, иҫ китмәле матур инәйҙәргә ҡарап. Юҡҡа ғына башҡорт автономияһы өсөн көрәш ошо тарафтарҙа башланмаған, бында халыҡ рухы һәр саҡ ҡеүәтле, көслө, нурлы булған. Бөгөн дә шулай!

Дилә Буранғолованы был яҡтарҙа шағирә тип беләләр. Байрамда сәхнәнән уның шиғырҙары, йырҙары яңғырап торҙо. “Һин минең бәхетем – Үрге Ильяс” йыры залдағы халыҡҡа бик оҡшаны. Ә “Оло йөрәкле сәсән” шиғырын З. Ҡалмантаева менән С. Бу­ранғолова уҡыны.

Ҡыҙҙар башҡарыуындағы “Батмустар”, “Ҡоштар бейеүе”, “Әбйәлил ҡыҙы” сығыштары һәр кемдең күңеленә хуш килде. Софья Буранғолова, Дарина Буранғолова, Альбина Хөснөтдиноваларға ҡарап, беҙ ҙә һоҡландыҡ.

“Һибелә сәсем” халыҡ йырын гармунда уйнап, Ишбулат Дәүләтов йырланы. Тауышы моңло ағайҙың!

Филология фәндәре кандидаты, яҙыусы Фәнзил Санъяров был яҡтарҙа йәшәгән Табын ырыуы вәкилдәрен олуғ байрам менән тәбрикләне, халыҡтың үҙенең үткәндәрен яҡшы белеүен маҡтап телгә алды. Ғалим Зәкирйән Әминев “Урал батыр” эпосын яҙып алған Мөхәмәтша Буранғоловтан һорау алыу мәле документтары менән танышыуы тураһында һөйләне.

– Ниндәй генә ҡатмарлы замандар булһа ла, ул халҡына, халыҡ ижадына тоғро ҡалған. Һорауҙарға бары тик үҙенең эше буйынса ғына яуап биргән. Бер кешене лә ғәйепләмәгән дә, берәүҙе лә һатмаған. Киреһенсә, һәр яуабында халыҡ һөйләй бит, Мәскәүҙә маҡтап яҙҙылар бит, тип үҙенең эпостары менән ҡыҙыҡһыныуын маҡтаулы эш икәнен аңлатырға тырышҡан, – тине.

Һәр йорт тарих һөйләй

Тележурналист Сәрүәр Сурина – был яҡтарҙа күптән үҙ кеше. Ул һәр милләттәшен исемләп белә, күптәре хаҡында тапшырыуҙар эшләгән, халыҡ ижадының бөгөнгө сағылыштарын яҙып алған. Ул үҙ сығышында:

– Хөрмәтле Үрге Ильяс ауылы халҡы, һеҙгә ихлас күңелемдән рәхмәтемде белдерәм, сөнки ышанып йөрәктәрегеҙҙә йөрөткән тарихи мәғлүмәттәр, халҡыбыҙҙың аҫыл ынйылары менән уртаҡлаштығыҙ. Аҫыл егеттәрегеҙ арҙаҡлы шәхестәрен ҙурлауға аҡсаларын йәлләмәгән. Ошо түгелме һуң быуындарҙы бәйләп торған көс?! – тине.

Радиожурналист Фәрзәнә Аҡбулатова ла, уның һүҙҙәренә ҡушылып, Ырымбур халҡына тарихи хәтер өсөн рәхмәтен белдерҙе. Журналист Рәйсә Ғәлиева Ырымбур халҡын башҡортса баҫмаларға яҙылырға саҡырҙы.

Үҙешмәкәр композитор Фәниә Дауытованы яҡташтары танып тора. Ул ырымбурҙарға үҙе ижад иткән йырҙарҙы башҡарҙы, туғанлыҡ бәйләнештәре хаҡында һөйләне.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, йырсы Сәйҙә Ильясованы республикабыҙҙан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә яҡшы белә, таный, көтөп ала. Ул – баш ҡалабыҙҙа уҙғарылған Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҡатнашлығындағы мәҙәни сараларҙы ойоштороуҙа әүҙем кеше. Уның башҡарыуындағы халыҡ йырҙарын, эстрада әҫәрҙәрен тамашасылар бик яратып ҡабул итте. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡурайсыһы Азамат Хәлилов ҡурайы менән дә, йыры менән дә әсир итте ғәм халыҡты. Әйткәндәй, ул – танылған ҡурай оҫтаһы Зыя Хәлиловтың улы. Бына шулай ҡандан күсә торғандыр ул милли тойғо.

Ауылда бөгөн мәктәп юҡ, бына шуныһы йәл. Балалар күршеләргә йөрөп белем ала. Әммә урындағы әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре һис аптырап ҡалмаған һәм унда музей булдырған. Бында боронғо башҡорт йорто әйберҙәре, милли кейемдәр, совет осоро менән бергә тарихҡа инеп ҡалған ҡомартҡылар урынлашҡан.

Музейҙы туплауға Зимфира Ҡалмантаева күп көс һалған. Бөгөн Дилара Буранғолова ла халыҡтан әйберҙәр йыйыу менән шөғөлләнә. Киләсәктә, моғайын, мәктәп урынына булдырылған музей тағы ла тулыланыр. Ошо уҡ ишек алдында Мөхәмәтша Буранғолов йәшәгән өй нигеҙе лә һаҡланған. Бында һәр йорт тарих һөйләй, бында һәр кем тарихты яҡшы белә.

Тағы ла Мөхәмәтша Буранғоловтың биографияһына әйләнеп ҡайтабыҙ. 1912 – 1916 йылдарҙа Ҡәйепҡол мәктәбендә, Быҙаулыҡ ҡала хакимиәтенең халыҡ мәғарифы бүлегендә эшләгән ул. 1919 – 1920 йылдарҙа — Туҡ-Соран кантоны баш­ҡарма комитеты рәйесе, 1922 йылда Башҡорт АССР-ының Халыҡ мәғарифы комиссариа­тының фәнни бүлеге ҡарама­ғындағы Башҡортостан көнкүрешен, мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеү буйынса йәмғиәт ағзаһы итеп һайлана. 1937 йылда ҡулға алына, иреккә сыҡҡас, Башҡортос­тандың төрлө ҡалаларында, райондарында, педагогия техникумында уҡытыусы була. 1938 йылдан Өфөләге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй. Унда фольклор бүлегендә эш алып бара. Башҡорт халыҡ ижадына нигеҙләнеп бик күп пьесалар, драмалар яҙа. Улар театр сәхнәләренән күрһәтелә.

Халыҡ был хаҡта беләме икән, уның “Прокурор” тигән сәхнә әҫәре лә бар. Ниндәй генә прокурорҙар үҙен хөкөм итһә лә, халыҡ сәсәненең исеме халҡына кире әйләнеп ҡайтҡан – 1943 йылда Мөхәмәтша Бу­ранғоловҡа “Башҡортостандың халыҡ сәсәне” тигән маҡтаулы исем бирелә. Эйе, аҙаҡ уны милләтселектә ғәйепләп, 1950 – 1956 йыл­дарҙа һөргөнгә ебәрәләр. Тик милләтебеҙгә “Урал батыр”ын ҡайтарған шәхестең исемен бер ниндәй ҡара көстәр ҙә еңә алмаҫ, сөнки уның аты – яҡшылыҡ, исеме кеше булған!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






“Яҙмыштың иркә балаһы”ның исем туйы

“Яҙмыштың иркә балаһы”ның исем туйы 23.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә Фәрит Әхмәҙиевтең “Яҙмыштың иркә балаһы” тигән китабының исем туйы була. Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе...

Тотош уҡырға 24

“Үәт, исмаһам, ахырызаман!”

“Үәт, исмаһам, ахырызаман!” 23.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры үҙ тамашасыһын сираттағы премьера менән...

Тотош уҡырға 32

Көттөк, күрҙек, ҡыуандыҡ

Көттөк, күрҙек, ҡыуандыҡ 23.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Яңы театр миҙгелен тамашасы һәр ваҡыт түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Салауат ҡалаһы халҡының да...

Тотош уҡырға 24

Яҡты рухы ҡалды...

Яҡты рухы ҡалды... 23.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Тышта – көҙ. Ваҡ ҡына ямғыр тамсылары һибәләй. Алтын, һары, ҡыҙыл япраҡтар менән донъя тулған. Әле...

Тотош уҡырға 36

Бөйөк шағирҙы иҫкә алдылар

Бөйөк шағирҙы иҫкә алдылар 23.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 99 йыл тулыу уңайынан баш ҡалабыҙҙа шәхестең...

Тотош уҡырға 27

Бикчәнтәй ҙә, Лермонтов та яҡын

Бикчәнтәй ҙә, Лермонтов та яҡын 21.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бөрйән районының Яңы Усман ауылы китапхаһында “Бикчәнтәй уҡыуҙары” акцияһы ойошторолдо....

Тотош уҡырға 47

Өфөнө фольклор төркөмдәре гөрләтте

Өфөнө фольклор төркөмдәре гөрләтте 21.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә “Фолк-тайм” фольклор сәнғәте конкурсы булды, тип хәбәр иттеләр Республика халыҡ ижады...

Тотош уҡырға 55

Фонд гранты – Диана Вәкиловаға

Фонд гранты – Диана Вәкиловаға 21.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Йәштәрҙе уңыштарына бәйле дәртләндереү – уларҙың артабанғы үҫешенә этәргес биреү. Быны тәрән...

Тотош уҡырға 56

“Атайымдың “Ярлыҡау”ҙы яҙған мәлен яҡшы хәтерләйем”

“Атайымдың “Ярлыҡау”ҙы яҙған мәлен яҡшы хәтерләйем” 21.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Рус дәүләт академия драма театрында Мостай Кәримдең “Ярлыҡау” әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән “Луна...

Тотош уҡырға 124

Бикчәнтәй ҙә, Лермонтов та яҡын

Бикчәнтәй ҙә, Лермонтов та яҡын 21.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бөрйән районының Яңы Усман ауылы китапхаһында “Бикчәнтәй уҡыуҙары” акцияһы ойошторолдо....

Тотош уҡырға 37

“Мостай Кәрим бөйөк шағир ҙа, оло сәйәсмән дә булды”

“Мостай Кәрим бөйөк шағир ҙа, оло сәйәсмән дә булды” 20.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнө бөгөн – бөйөк әҙиптең тыуыуына 99 йыл. Ошо...

Тотош уҡырға 112

Радий ХӘБИРОВ: “Минең өсөн ул Уҡытыусы, юғары әхлаҡлылыҡ өлгөһө ине”

Радий ХӘБИРОВ: “Минең өсөн ул Уҡытыусы, юғары әхлаҡлылыҡ өлгөһө ине” 19.10.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Мостай Кәрим исемендәге фонд...

Тотош уҡырға 214