Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көттөк, күрҙек, ҡыуандыҡ
Яңы театр миҙгелен тамашасы һәр ваҡыт түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Салауат ҡалаһы халҡының да спектаклдәргә нисек һыуһағанын залда бер генә буш урындың булмауынан аңларға мөмкин ине.

Был юлы миҙгел Эсфир Йәһү­ҙин­дың “Көтмәгәндә булған хәл” комедияһы менән асылды. Уны сәхнәгә режиссер Илдар Вәлиев ҡуйҙы. Тамашасы актерҙар менән бергә янып көйҙө, шатланды, уйланды.

Премьера тамамланғас, тамашасылар менән әңгәмә ҡороу мөмкин булды. Роза менән Рәйес Бикмөхәмәтовтар – 70 йәште уҙған оло йәштәге кешеләр.

– Бик матур булды. Күңелгә бөтмәҫ ял, кинәнес алдыҡ. Дөрө­ҫөн әйткәндә, театрға бик йөрөгә­небеҙ юҡ ине. Беҙҙе ошондай матур кисәгә балаларыбыҙ саҡырҙы. Актерҙар шул тиклем ихлас, ябай уйнай. Артабан да бында юлды һыуытмаҫҡа уйлап торабыҙ әле, – тине улар, йылмайып.

Быйыл Салауат башҡорт дәүләт драма театры өсөн айырыуса иҫтәлекле йыл, сөнки ул үҙенең 85 йыллығын билдәләй. Шул йәһәттән тантаналар, ҡотлауҙар дауам итә. Спектакль тамамлан­ған­дан һуң, күптәр йылы һүҙҙәр, ихлас теләктәр менән сығыш яһаны. “Салауат” гәзите редакция­һы ла ситтә ҡалманы, йыл башында сәнғәт йортоноң юбилейы айҡан­лы иғлан ителгән шиғырҙар конкурсына йомғаҡ яһаны. Унда талантлы апай-ағайҙар теләп ҡат­нашып, театрға һөйөүен белдерҙе. Конкурс лауреаттары Гөлсирә Фәйзуллина, Флүрә Хәзиева, Мәйсәрә Хәйерова, Самат Мостафин һәм Мөҙәрис Багаев диплом, бүләктәр алып ҡыуанды.

– Бөгөн иҫ киткес матур тама­шаға шаһит булып, шатланып ултырҙыҡ. Яңы миҙгелдән ошондай уҡ матур, сағыу тамашалар өмөт итәбеҙ. Театр менән гәзит тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, коллектив һәр башланғысты күтәреп сыға. Киләсәктә лә берҙәм була­йыҡ, бергә ҡалайыҡ, – тине “Салауат” гәзитенең баш мөхәррире Сибәғәт Рахманғолов. Ул шулай уҡ театр ди⁠ректоры Илдар Ман­на­повҡа, ижади коллективҡа етәк­селек иткән Рөстәм Фазыловҡа, әҙәби бүлек мөдире Динә Бәшироваға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ҙур хеҙмәт донъя күрҙе

Ҙур хеҙмәт донъя күрҙе 13.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостан ғалимдары ун томлыҡ “Башҡорт теленең академик һүҙлеге” тигән ҙур лингвистик проектты...

Тотош уҡырға 40

Гөлназ Асаева сәхнәнән киткән...

Гөлназ Асаева сәхнәнән киткән... 13.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Үҙенең моңло йыры, сибәрлеге менән меңәрләгән тамашасыларҙың күңелен әсир иткән Гөлназ Асаева...

Тотош уҡырға 769

Һынлы сәнғәт ҡанат ҡуя

Һынлы сәнғәт ҡанат ҡуя 13.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Наил Мәхмүтовтың “Башҡортостандың...

Тотош уҡырға 42

Баймаҡтар Рауил Бикбайҙың шиғриәтен  ярата

Баймаҡтар Рауил Бикбайҙың шиғриәтен ярата 12.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Баймаҡ районының һәр ҡала һәм ауыл китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбайҙың 80...

Тотош уҡырға 63

Шағир рухын шатландырып...

Шағир рухын шатландырып... 12.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Шиғриәтте яратҡан һәр кем Рәшит Назаров ижады менән таныштыр. Уның фәлсәфәүи шиғырҙарын уҡып, берсә...

Тотош уҡырға 107

“Мин һеҙгә ғашиҡ булдым!”

“Мин һеҙгә ғашиҡ булдым!” 12.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Күңелгә һағыш оялаған да аҡ ҡағыҙға шиғыр юлдары булып теҙелә. Ә шиғырҙар үҙенә уҡыусылар,...

Тотош уҡырға 73

Ижадында – халыҡ яҙмышы

Ижадында – халыҡ яҙмышы 12.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ринат Камал әҫәрҙәрендә кешенең күңел донъяһын өйрәнә....

Тотош уҡырға 50

Мәңге йәшәр сәсән рухы

Мәңге йәшәр сәсән рухы 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Биш йыл рәттән районыбыҙҙа үткәрелеп килгән сәсәндәрҙең төбәк фестивале быйыл билдәле фольклорсы,...

Тотош уҡырға 65

Рәхмәт һүҙе

Рәхмәт һүҙе 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ябай ғына юбилей кисәмде оло байрамға әйләндереп, күңелемде үҫтереп, шатлыҡ уртаҡлашҡан дуҫтарыма,...

Тотош уҡырға 97

“Кәмһетелгәндәр” сәхнәгә сыҡты

“Кәмһетелгәндәр” сәхнәгә сыҡты 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Йәштәр театрының ижад өлгөләре. Театр сәнғәтендә ҙур ваҡиға – М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр...

Тотош уҡырға 113

Дәртлеләр, сәмлеләр...

Дәртлеләр, сәмлеләр... 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Уй-хыялы тормошҡа ашһын йәштәрҙең! Бөртөкләп йыйыла алтын тигәндәй, ысын талант эйәләре меңдәр...

Тотош уҡырға 55

Бахтыбай таланттарға бай

Бахтыбай таланттарға бай 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Улар тыуған төйәктәрен данлап йәшәй. Бөрө районының Бахтыбай ауылы республика кимәлендә үткәрелгән...

Тотош уҡырға 48