Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡ яҙыусыһының бәхет сере

Китапханала әҙибәнең яҡташтары йыйылды.

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында яҡташыбыҙ – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, прозаик, драматург, публицист Таңсулпан Ғарипова менән осрашыу булды.

Йөрәктәргә үтеп инерлек әҫәрҙәр, йәшәү мәғәнәһен тәрәнерәк аңларға ярҙам иткән китаптар авторы менән осра­шыуға әҙәбиәт һөйөүселәр, китапханасылар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәғариф һәм китапхана селтәре ветерандары йыйылды. Тәүҙә баймаҡтар Таң­сулпан Хизбулла ҡыҙын быйыл “Башҡортостан­дың халыҡ яҙыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуы менән тәбрикләне. “Һуңғы осорҙа төрлө ерҙәрҙә осрашыу­ҙарҙа булырға насип итте, әммә, һәр ваҡыттағыса, тыуған яҡҡа ҡайтыу мине нығыраҡ тул­ҡын­ландыра. Һеҙҙең алға килеп баҫыу һынау тотоу менән бер. Мин Күсейҙә тыуып үҫ­кәнмен, шунда атай-әсәйемдең, ата-бабаларымдың һуңғы төйәге, әҫәрҙәремдә – Баймаҡ, Күсей теле”, — тине ул.

Яҙыусының тетрәндергес яҙ­мыштарҙы сағылдырған тормошсан йөкмәткеле китаптарынан торған күргәҙмә менән китапханасы В. Ишбаева таныштырҙы.

Хөрмәтле яҡташыбыҙ осрашыу барышында китап уҡыу­сыларҙың ижадына һәм тормошона, ғөмүмән, йәшәйешкә ҡағылған һорауҙарына тәрән хисле, төплө, уйландырырлыҡ яуаптары, аҡыллы кәңәштәре менән һоҡландырҙы. Мәҫәлән, “Тормошта үкенгән сағығыҙ булдымы?” тигән һорауға ул: “Беҙ ҡайһы ваҡыт нимә өсөндөр ныҡ көйәләнәбеҙ, әммә барыһы ла үтә. Бар нәмәне тынысыраҡ ҡабул итергә кәрәк. Ниндәйҙер ауырлыҡ килеп сыҡһа, уның юҡҡа булмауы, уның артынан һиңә яңы юл асылыуы мөмкин. Һәр кисергән көндөң үҙ ҡа­батланмаҫ мәле”, – тип яуап бирҙе.

Ижадының үҙәгендә ҡатын-ҡыҙ яҙмышы торған, һәр әҫә­рендә ҡатын-ҡыҙҙың бөтә асылын, уның күңел донъяһын, матурлығын нескә тойомлап таусирлаған, уларҙың яҙмышы аша ил тарихын, меңәрләгән яҙмыштар тарихын һынлан­дырған әҙибә бөгөнгө заман ҡатын-ҡыҙын көслө рухлы булырға саҡырҙы.

Ләйсән ямғырылай сафлыҡ бөркөл­гән, күңелдәргә рух, дәрт, өмөт өҫтәгән тулҡын­ландырғыс осрашыуҙа үҙәк китапхана директоры З. Мортазина, Таң­сул­пан Хизбулла ҡыҙына баймаҡ­тарҙан иҫ­тә­лекле бүләк тапшырып, рәхмәт һүҙҙәрен еткер­ҙе. “Китап­тарығыҙ кәштәләрҙә ятмай, улар һәр саҡ ҡулда, халыҡ яратып уҡый, тимәк, һеҙ ысын мәғәнәһендә бәхетле яҙыусы, алыҫ араларҙы яҡын итеп осрашыуға килгәнегеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙҙе һәр саҡ көтөп ҡалабыҙ, киләсәктә лә бик күп осрашыуҙар үткәрергә яҙһын”, — тине Зилә Вәкил ҡыҙы.

Осрашыуҙа шулай уҡ әҙә­биәт һө­йөү­селәргә әҙибәнең “Әҫәрҙәр”енең I, II томдары тәҡдим ителде. Халыҡ яҙыу­сыһы менән осрашыу кисәләре Сыңғыҙ һәм Ниғәмәт ауылдарында ла ойошторолдо.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ҙур хеҙмәт донъя күрҙе

Ҙур хеҙмәт донъя күрҙе 13.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостан ғалимдары ун томлыҡ “Башҡорт теленең академик һүҙлеге” тигән ҙур лингвистик проектты...

Тотош уҡырға 40

Гөлназ Асаева сәхнәнән киткән...

Гөлназ Асаева сәхнәнән киткән... 13.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Үҙенең моңло йыры, сибәрлеге менән меңәрләгән тамашасыларҙың күңелен әсир иткән Гөлназ Асаева...

Тотош уҡырға 769

Һынлы сәнғәт ҡанат ҡуя

Һынлы сәнғәт ҡанат ҡуя 13.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Наил Мәхмүтовтың “Башҡортостандың...

Тотош уҡырға 42

Баймаҡтар Рауил Бикбайҙың шиғриәтен  ярата

Баймаҡтар Рауил Бикбайҙың шиғриәтен ярата 12.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Баймаҡ районының һәр ҡала һәм ауыл китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбайҙың 80...

Тотош уҡырға 63

Шағир рухын шатландырып...

Шағир рухын шатландырып... 12.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Шиғриәтте яратҡан һәр кем Рәшит Назаров ижады менән таныштыр. Уның фәлсәфәүи шиғырҙарын уҡып, берсә...

Тотош уҡырға 107

“Мин һеҙгә ғашиҡ булдым!”

“Мин һеҙгә ғашиҡ булдым!” 12.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Күңелгә һағыш оялаған да аҡ ҡағыҙға шиғыр юлдары булып теҙелә. Ә шиғырҙар үҙенә уҡыусылар,...

Тотош уҡырға 73

Ижадында – халыҡ яҙмышы

Ижадында – халыҡ яҙмышы 12.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ринат Камал әҫәрҙәрендә кешенең күңел донъяһын өйрәнә....

Тотош уҡырға 50

Мәңге йәшәр сәсән рухы

Мәңге йәшәр сәсән рухы 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Биш йыл рәттән районыбыҙҙа үткәрелеп килгән сәсәндәрҙең төбәк фестивале быйыл билдәле фольклорсы,...

Тотош уҡырға 65

Рәхмәт һүҙе

Рәхмәт һүҙе 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ябай ғына юбилей кисәмде оло байрамға әйләндереп, күңелемде үҫтереп, шатлыҡ уртаҡлашҡан дуҫтарыма,...

Тотош уҡырға 97

“Кәмһетелгәндәр” сәхнәгә сыҡты

“Кәмһетелгәндәр” сәхнәгә сыҡты 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Йәштәр театрының ижад өлгөләре. Театр сәнғәтендә ҙур ваҡиға – М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр...

Тотош уҡырға 113

Дәртлеләр, сәмлеләр...

Дәртлеләр, сәмлеләр... 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Уй-хыялы тормошҡа ашһын йәштәрҙең! Бөртөкләп йыйыла алтын тигәндәй, ысын талант эйәләре меңдәр...

Тотош уҡырға 55

Бахтыбай таланттарға бай

Бахтыбай таланттарға бай 11.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Улар тыуған төйәктәрен данлап йәшәй. Бөрө районының Бахтыбай ауылы республика кимәлендә үткәрелгән...

Тотош уҡырға 48