Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте

“Шиғриәт өсөн Хоҙай биргән һәләт хәжәттер…”

Башҡортостандың “Китап” нәшриәте сығарған “Фәриҙә Ҡудашева. Тормошо һәм ижады” тигән затлы, зауыҡлы альбом күптән инде өҫтәл китабыма әйләнде. Баҫманы төҙөп донъяға сығарғандарҙың береһе – Хәсән Назар. Шағир менән йырсыны, әлбиттә, иң элек моң таныштырған, йыр табыштырған.

Шағирҙың остазы

Баҡһаң, Хәсән Назарҙың йырсы ижады тураһында шаҡтай яҙмалары сыҡҡан, уның менән ижади әңгәмәләр уҙғарған, Фәриҙә апайҙың моңдашы, йәмәғәте Бәхти Ғайсин тураһында ла мәҡәләләр яҙған һәм, әлбиттә, мәшһүр йырсыға үҙенең матур шиғырҙарын бағышлаған. Фәриҙә Ҡудашеваға арналған шиғырҙар араһында иң матурҙары Хәсән Назарҙыҡы түгелме икән әле? Бөйөк Хәсән Туфандыҡынан ҡала, билдәле…

Туфан тигәндән, Хәсән Назарҙың остаздарының береһе ул тиһәм, бәлки, ҡайһы берәүҙәрҙе ғәжәпләндерермен дә, әммә бында аптырарлыҡ урын да юҡ. Ғөмүмән, Туфан ижадының башҡорт шағирҙарына булған матур йоғонтоһо тураһында ҙур бер трактат яҙырға булыр ине. Әлеге туфанлыҡ Хәсән Назар ижадында ла ярылып ята, уны хатта иҫбатлайһы ла түгел. Унан тағы бер бәләкәй кенә “дәлил”де әйтә алам. Хәсәндең өйҙәге китап кәштәһендә Туфандың һарғылт тышлы биш томлығы ҡояш кеүек балҡып тора. Шағир дуҫыма бүләк итеп Ҡазандан үҙем ебәргәйнем…

Хәсән Назарҙың тағы бер остазы тураһында әйтмәй булдыра алмайым. Ул, әлбиттә, Назар Нәжми! Ағай Хәсәнде һәр ваҡыт һирәк осрай торған ысын шағирға һананы, уға гелән ярҙам итергә тырышты. Әле лә хәтерләйем: “Казан утлары” журналының мөхәрририәт ағзаһы итеп һайланғас, баҫма биттәрендә беренсе булып баҫтырыу өсөн үҙенең шиғырҙарын түгел, ә Хәсәндекен ебәргәйне. Шиғриәт бүлеге мөдире Рәдиф Ғаташҡа яҙған хатында ошондай юлдар ҙа бар: “Бына һиңә Хәсән Назарҙы ебәрәм. Ҡара, һайла. Журналда биреүеңде үтенәм. Бәлки, баҫма биттәрендә (“Казан утлары”, “Ағиҙел”) бер-беребеҙҙе биреп барыу шунан башланыр. Хәсән Назар хаҡындағы ниәтем күптән йөрөй ине инде. Зинһар, мөхәрририәт ағзалығын шунан башлай тип аңламағыҙ…”


Хәсәндең шиғырҙары Назар ағайҙың инеш һүҙе менән “Казан утлары”нда 1997 йылдың 10-сы һанында баҫылып та сыҡты. Әлеге журналдың бер данаһы Фәриҙә апай Ҡудашеваның архивында ла һаҡлана ине. Уны Хәсән үҙе йырсыға “Донъябыҙҙың моңло бер сазы булған ҡәҙерле Фәриҙә апай Ҡудашеваға ғүмерлек һөйөү һәм рәхмәт менән – Хәсән Назар. 26.09.97” тигән автограф менән бүләк иткән булған. Унда әҙиптең Фәриҙә апайға бағышланған шиғыры ла бар.

Хәсән Назарҙың “Асманға ашыу” тигән китабы ла Назар ағай Нәжмиҙең инеш һүҙе менән сыҡты. “Шиғриәт һәм яҙмыш” исемле ул мәҡәлә, шағир үҙе әйткәнсә, “Хәсән Назар ижадына бәйле уйланыуҙар”ҙан ғибәрәт. Әйтер инем, шиғриәт тураһында тәрән, шағир ҡустыһының ижадын юғары күтәрә торған игелекле, кешелекле, ихлас уйланыуҙар… Бында юғары шиғриәт тураһында һүҙ бара. Назар ағай менән осрашҡан саҡта ла беҙ һәр ваҡыт шул хаҡта һөйләшә торғайныҡ. Миңештеләге һуңғы күрешеүебеҙ ҙә бөгөнгөләй иҫемдә. Унда ла Хәсән тураһында һүҙ булды. “Шәп шағир… Тик яңғыҙ ул, бер үҙе. “Һиңә киләсәктә бик ауыр буласаҡ!” тип хат та яҙырға уйлайым әле мин уға”, – тигәйне остаз, ауыр һулап… Яҙырға өлгөрмәгәндер, сөнки Назар ағайҙың вафатына ике генә аҙна ҡалғайны…

Минең Хәсән Назарға бағышлап яҙған бер шиғырым бар. Ошо урында уҡыусыларға нәҡ шуны тәҡдим итһәм, дөрөҫ булыр, моғайын.


Яҙырһың… Хәсән Назарға

Һине күрһәм, Хәсән Туфан менән
Назар Нәжми төшә иҫемә.
Һинең шиғриәтең, хиссиәтең
Тура килә улар хисенә.

Һин уларҙан өйрәнгәнһең, ах(ы)ры,
Ҡайһы һүҙҙе ҡайҙа ҡуйырға.
Шиғри һүҙҙең тәмен генә түгел,
Халҡыбыҙҙың ғәмен тойорға…

Бигерәк бейек улар ҡалдырған Һүҙ,
Бигерәк бөйөк остаздарыбыҙ.
Улар менгән Шиғыр ҡаяһына
Менеп етер бик аҙҙарыбыҙ.

Остаздарҙың Шиғыр ҡылы нескә,
Остаздарҙың Шиғыр юлы ныҡ.
Һинең шиғырға ла күсә бара
Шул юғарылыҡ, шул ололоҡ!

Улар яҙып өлгөрмәгәнде лә
Һин яҙырһың әле, яҙырһың.
Һин бит ябай шағир ғына түгел:
Үҙең – Хәсән, үҙең – Назарһың.

“…Шағирлыҡ һәм яңғыҙлыҡ” – ул, билдәле, йәнәшә йөрөй торған төшөнсәләр. Хәсәндең был кисерешен Назар ағай нисегерәк тойғандыр, хәҙер инде әйтеүе ауыр, ләкин һәр шағир яңғыҙлыҡҡа мохтаж, һәр береһенең яңғыҙлығы үҙенсәлер. Ул холоҡҡа, йәшәү рәүешенә, донъяға, тормошҡа, йәмғиәттә барған үҙгәрештәргә булған мөнәсәбәткә лә бәйлелер. Шағирҙың үҙ донъяһы, кисерештәре, шиғри ғаләме… Яңғыҙлыҡмы икән ул, белмәйем, мәгәр, Хәсән Назар ҙа үҙ донъяһының биктәрен асырға бик үк атлығып тормай. Күңел эсендә ниндәй уй-хис ҡайнағанын, ниндәй ҡаршылыҡтар көрәшкәнен, ниҙәр тулҡынландырғанын, тетрән­дергәнен тиҙ генә аңлай алмаҫһың. Ул хистәрҙе йәненән һарҡып сыҡҡан шиғыр юлдары аша ғына самаларға мөмкин. Хәйер, уҡыусыға шуныһы ла еткән…

Тормошта ғына түгел, ижадта ла, әҙәби-мәҙәни мөхиттә лә Хәсән үҙе булып ҡала. Бер ниндәй ҙә кәнәфиҙәр биләмәйенсә лә, ул бөгөнгө ижтимағи ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнай, республика күләмендә уҙғарылған мөһим сараларҙа ҡатнаша. Яҙыусылар союзы ойошторған төрлө ултырыштарҙа, ижад байрамдарында, юбилей кисәләрендә йыш сығыш яһай, үҙ фекерен әйтә, кәңәштәрен бирә, уҡыусылары менән даими осрашыуҙарға йөрөй.

Мин уның гәзит-журналдарҙа сыҡҡан әҙәби-публицистик мәҡәләләрен, радио-телевидение аша яһаған сығыш­тарын һәр ваҡыт күҙәтеп барам. Әйткән һүҙҙәре, уй-фекерҙәре заманса һәм көнүҙәк, сәйәси-милли күренештәргә биргән баһалары теүәл, ҡәләмдәш­тәренә теләк-тәҡдимдәре һәр ваҡыт ихлас күңелдән. Яһаған сығыштары, док­ладтары ла бөгөнгө шиғриәткә иғтибарлылыҡ, аҡһаҡалдарға һәм йәш ҡәләмдәштәренең ижадтарына ҡарата ғәҙеллек менән айырылып тора. Һәр осраҡта ла бер әйтер, берәгәйле әйтер…

Затлы әҙиптәр

Хәсән Назар тураһында матбуғатта бик күп яҙылған, ижадына ентекле күҙәтеүҙәр яһалған, бихисап маҡтау һүҙҙәре әйтелгән. Баһалаусылары кемдәр бит әле! Башҡорт әҙәбиәтенең аҡһаҡалдары Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Рәми Ғарипов, Ғайса Хөсәйенов, Рауил Бикбаев, Нәжиб Асанбаев… Улар башҡорт шиғриәтен, ундағы ижади процестарҙы, кемдең кем икәнен миңә ҡарағанда, әлбиттә, яҡшыраҡ белә, әйткән һүҙҙәре, биргән баһалары, билдәле, урынлыраҡ та, ғәҙелерәк тә, дөрөҫөрәк тә…

Өлкәндәр генә түгел, йәшерәк быуын шағирҙары ла Хәсән Назарға һәр саҡ оло әҙип итеп ҡараны. Мәҫәлән, арабыҙҙан бик иртә киткән Рәйес Түләктең “Йырлы йәндә ҡояш байымай” тигән тәрән йөкмәткеле мәҡәләһе быға миҫал була ала. Уның исеменә “Хәсән Назар шиғриәтендә әҙәби ҡиммәттәр” тип тә өҫтәлгән. Р. Түләк күләме менән әллә ни ҙур булмаған был яҙмаһында Хәсән Назар шиғриәтенең ололоғон, тәрәнлеген, бейеклеген, киң ҡоласлылығын үҙенсә асып бирә алған. Рәйес унда бер ҡыҙыҡлы фекер әйтә: “Рухи шәжәрәһе, ҡан шәжәрәһе менән дә тыуған еренә, туған халҡына тамырланһа ла, Хәсән Назар өсөн милли сикләнгәнлек юҡ”.

Мин бының менән тулыһынса киле­шәм. Был – шулай уҡ Хәсән Назарҙың остаздарынан – Туҡайҙан, Бабичтан, Туфандан, Мостайҙан, Нәжмиҙән, Рәмиҙән үк килгән матур традиция. Донъя шиғриәтенең бөйөктәренә – Гете менән Шекспирға, Пушкин менән Лермонтовҡа, Туҡай менән Туфанға, Твардовский менән Ғамзатовҡа һәм башҡа классиктарға мөрәжәғәт итеү, уларҙың ижадына нигеҙләнеү, рухынан осҡон алыу, уларҙан шиғри оҫталыҡҡа өйрәнеү, әҫәрҙәрен туған телдәребеҙгә тәржемә итеү күптәребеҙгә етмәй. Ә бына Хәсән Назар үҙенең донъя әҙәбиәте үрнәктәре менән хәбәрҙар булыуы, уларҙы тәрәнтен аңлауы йәһәтенән күп ҡәләмдәштәренән айырылып тора, шуға күрә лә тәржемә эше менән дә уңышлы шөғөлләнә. Әҙәби-публицистик яҙмалары ла, матбуғат биттәрендәге көн талабын яҡтыртҡан мәҡәләләре лә шағирҙың ғилемлелеген, киң ҡарашлы, тәрән белемле тәнҡитсе, оҫта ҡәләм эйәһе булыуын раҫлай. Яҙғандарынан фәһем, ғибрәт, күңелеңә матурлыҡ, яҡтылыҡ алаһың, уларҙы уҡыуы рәхәт.

“Шиғриәт – үҙе бер рухи донъя, һүҙ сәнғәте, тел күрке. Уның өсөн Хоҙай биргән һәләт, талант хәжәттер. Башҡорт поэзияһында шундай таланттарҙан иң беренсе сиратта Аҡмулла, Бабич, Мос­тай Кәрим, Назар Нәжми, Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев, Рәшит Назаров исемдәрен атар инем. Өс таған өсөн өсөнсөгә Назарҙарҙан Хәсән Назар исемен дә өҫтәп ҡуймаҡсымын”. Был һүҙҙәрҙе академик Ғайса ағай Хөсәйенов әйткән. “Ағиҙел” журналының ике һанында сыҡҡан монография характе­рындағы ҙур мәҡәләһендә ул быны дәлилләй ҙә алған. Планканы, йәғни талапты, бейектән ҡуйған аҡһаҡал. Әлеге исемлеккә һәр ҡайһы талантлы шағирҙың да ингеһе килер ине. Әммә бындай затлы исемлек дилбегә буйы була алмай. Унда һайланма шағирҙар ғына керә. Әйтәйек, Хәсән Назар кеүек затлы шағирҙар ғына…

Мин инде ҡәләмдәшем, башҡорттоң арҙаҡлы улы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәсән Назар ижадына аҡһаҡалыбыҙ Ғайса ағай Хөсәйеновтан да уҙҙырып баһа бирә алмам, шуға күрә лә уҡыусыларыбыҙға үҙемдең ҡайһы бер күҙәтеүҙәремде генә еткерергә тырыштым.

Батша үҙ илендә генә батша, шағир ҡайҙа ла шағир – уйы тәрән, рухы юғары! Хәсән Назарҙың шиғырҙарын татарсаға тәржемә иткәндә, был һүҙҙәрҙе мин йәнә бер иҫемә төшөрҙөм.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






“Этноlike” – иң яҡшыһы!

“Этноlike” – иң яҡшыһы! 21.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Башҡортостан” телерадиокомпанияһының “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы IV “Федерация” Бөтә...

Тотош уҡырға 22

Мәҙәни белемде байытып

Мәҙәни белемде байытып 21.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә Башҡортостан Республикаһына һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл...

Тотош уҡырға 30

Һаумы-һаумы, яңы быуат, яңы мең йыллыҡ!

Һаумы-һаумы, яңы быуат, яңы мең йыллыҡ! 20.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Заманыбыҙҙың олуғ шәхесенең “Йөрәктәге яҙмалар”ы, моғайын, милләттәштәрҙең йөрәгендә лә урын алыр....

Тотош уҡырға 48

Композиторҙың яҡты иҫтәлегенә

Композиторҙың яҡты иҫтәлегенә 20.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика йыр бәйгеһенә йомғаҡ яһалды. Гала-концерт Х. Әхмәтов...

Тотош уҡырға 29

“Иҙел” конкурсы – дуҫлыҡ байрамы

“Иҙел” конкурсы – дуҫлыҡ байрамы 20.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә “Иҙел” VIII Халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры фестиваль-конкурсы үткәрелде....

Тотош уҡырға 49

“Туҡтатмағыҙ юлдарымдан...”

“Туҡтатмағыҙ юлдарымдан...” 19.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ошолай атала Башҡортостандың халыҡ шағиры, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының...

Тотош уҡырға 55

Башҡортостанды данлаусы шағирҙарға – юғары баһа

Башҡортостанды данлаусы шағирҙарға – юғары баһа 19.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә “Минең данлы Башҡортостаным” поэмалар конкурсына йомғаҡ яһалды. Республиканың 100 йыллығына...

Тотош уҡырға 70

Сибай музейы донъяға сыға

Сибай музейы донъяға сыға 19.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы һуңғы ваҡытта республикала, Рәсәйҙә генә...

Тотош уҡырға 72

“Тере тупраҡ” – сәхнәлә

“Тере тупраҡ” – сәхнәлә 19.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй ҡалалар...

Тотош уҡырға 64

Йөрәк менән тойорға өйрәнәйек

Йөрәк менән тойорға өйрәнәйек 17.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Тәтешле ауыл-ара үҙәк китапханаһында төрлө саралар даими уҙа. Халыҡ-ара һуҡырҙар көнө уңайынан “Иң...

Тотош уҡырға 53

Зәйнетдиновтар – иң әүҙеме

Зәйнетдиновтар – иң әүҙеме 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Республикала киң билдәле ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың ғаиләһе Башҡортостанда социаль йәһәттән...

Тотош уҡырға 181

“Бабич” өсөн миҙал тапшырылды

“Бабич” өсөн миҙал тапшырылды 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Бабич” тарихи нәфис фильмының сценарий авторҙары Таңсулпан Бабичева менән Гөлсәсәк Саламатова “Ал...

Тотош уҡырға 61