Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Халыҡ әҫәрҙәремде көтөп ала икән, мин яҙырға тейеш”

Үткәндәр шаңы, ялған һүҙҙәргә яуап, милләтең алдындағы яуаплылыҡ, йәштәргә теләк...

Билдәле йәш яҙыусы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов күптән түгел Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры залына 30 йәше уңайынан тамашасыларҙы йыйҙы. Халыҡ ифрат күп булды йылы мөхиттә үткән кисәлә. Бындай уңыштың, тамашасы һөйөүенең серен, уй-фекерҙәрен белеү ниәтендә Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Айгиз Ғиззәт улы, күптәр үҙеңде “Башҡортостан” гәзитендә эшләй тип уйлай, әммә һин – “ирекле ҡош”. Эшкә урынлашырға теләгең тыумаймы?
– Беренсенән, “Башҡортостан” гәзитенә ҙур рәхмәтлемен. Ижадсы булараҡ та бында формалаштым һәм күп уңышҡа ошонда эшләгән йылдарҙа өлгәшелде. Әле лә гәзиттән айырылған юҡ, хеҙмәт­тәшлек итәм, мәҡәләләрем баҫылып тора.

Яңы эш урыным иһә бар, тик был хаҡта һөйләп йөрөмәйем. Ул миңә сәфәргә йышыраҡ сығырға ирек бирә. Хәҙер күберәк ижадҡа бәйле күп йөрө­йөм. Редакция эше менән мәшғүл булһам, унда-бында туҡтауһыҙ сәфәр ҡылыу мөмкинлеге кәмер ине. Әле иһә ижад та итәм, осрашыуҙарға ла йөрөйөм. Белеүегеҙсә, әҫәрҙәрем бик күп тарала бит инде. Ижадым менән халыҡҡа хеҙмәт итәмдер, тип уйлайым.

– Һине бәләкәй сағыңдан беләм, район гәзите менән дә хеҙмәттәш­лек иттең. Балалар йортона кил­гәндә, осрашыу­ҙар­ҙа алғы рәттә йөрөнөң, әүҙем бул­дың. Йырлай ҙа инең. Ә ниңә журналистика юлынан китергә булдың? Мин, мәҫәлән, теүәл фәндәрҙе һайларһың тип уйлағайным, сөнки улар буйынса республика олимпиадаларында ҡат­нашып, призлы урындар ҙа алдың.

– Әлбиттә, мәктәптә уҡығанда күп нәмә тураһында хыялландым, табип, уҡытыусы, артист булырға теләнем. Әммә XI класҡа барғанда журналист һөнәренә туҡталдым. Быға яҙышы­уым булышлыҡ иткәндер, хәҙер кинәт кенә әйтә алмайым. Актер­лыҡҡа уҡыу теләге лә көслө ине, әммә ул йылда ҡабул итмәнеләр. Ҡурсаҡ театры өсөн төркөм йыйҙылар. Унда йөҙөң түгел, ҡулың ғына күренә, тип уйланым. Икенсе­нән, кемдер: “Һин үҙеңде көҙгөлә күргәнең бармы? Етмәһә, аяҡтарың тайыш. Һинең кеүектәргә сәхнәлә нисек урын булһын?” – тип әйтеп ҡуйҙы. Тиҫтерҙәрҙең шулай шаяртыуы ла күңелгә эҙ һалғандыр. Һөҙөмтәлә әҙәбиәт юлын һайларға булдым.

– Йәшләй генә танылыу яула­ның. Һинең хаҡта, был уңыштарҙы күтәрә алмай юҡҡа сығыр, ғүмер буйы бер китабын ҡосаҡлап йөрөр, тип әйтеү­селәр ҙә табылды. Йәшләй килгән билдәлелекте нисек ҡабул иттең?

– Дөрөҫөн әйткәндә, кеше яҙмышы ике төрлө була бит. Ауырлыҡ та – һынау, кемдеңдер унан юғалып ҡалыуы, төшөнкөлөккә бирелеүе ихтимал. Шул уҡ ваҡытта уңыш та һынау икән, әгәр уны ҡабул итә белмәһәң. Мин, әлбиттә, әсе-сөсөнө күп күргәс, тормошомдағы ыңғай ваҡиғаларҙы, халыҡтың һөйөүен, ихтирамын, дәүләттең иғтибарын шатланып ҡабул итәм. Шашыныу, ҡаҙа­ныштарҙан баш әйләнеү кеүек хис-тойғо булманы. Насар ҡылыҡтарҙан азат кешемен. Эскелек сәбәпле күп кешенең яҙмышы селпәрәмә килеүен белеп үҫкәс, спиртлы эсемлектәргә лә кире ҡараштамын. Үҙемде гелән: “Айгиз, холҡоңдо һәр ваҡыт теҙгендә тот”, – тип тыя килдем.

Бер генә китап яҙған да шуның менән әллә кем булған да киткән, тип, ысынлап та, әйтеүселәр осраны. Ә уйлап ҡараһаң, “Ҡалдырма, әсәй” тигән китабымдан һуң “Әкиәтһеҙ бала саҡ” исемле әҫәрем сығып, уның башҡортсаһы ла, руссаһы ла таралып бөттө. “Урам балалары”, “Ҡыҙыҡ был тормош” тигән китаптарым да донъя күрҙе. Йәнә бер нисәһе нәшергә әҙерләнә. Шуны беләм: әҫәрҙәремде халыҡ уҡый, көтөп ала икән, тимәк, яҙырға, ижад итергә тейешмен.

– Бөгөнгө уҡыусының ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек әҫәрҙәр ижад иткәнгә лә, китаптарың үтә. Улар баҙар шарттарына яуап бирә...
– Кемдер, бәлки, ул үҙенең биография­һын яҙҙы, тип әйткәндер. Шулайҙыр ҙа, әммә уҡымлы, халыҡ ҡыҙыҡһынырлыҡ итеп бәйән итә белергә лә кәрәк бит әле. Мәҫәлән, өсөнсө китабым – “Урам балалары” – минең үткәнемә бөтөнләй бәйле түгел. Ул әҫәр берәҙәк балалар ту­раһында. Дөрөҫөн әйткәндә, башҡорт әҙәбиәтендә был хаҡта яҙғандары булманы. Ә бит үҙгәртеп ҡороу заманында ундай балалар Рәсәйҙә миллионлап иҫәпләнгән.

Был китабым февралдә өс мең дана тираж менән сыҡҡайны, күбеһе таралып бөттө. Үтмәй ятманы, халыҡ теләп һатып алды. Был да күп нәмә тураһында һөйләй бит.

– Эйе, һинең китаптарың, күпләп яңы­нан сығарылһа ла, китап кәштәлә­рен­дә саң йыйып ятмай. Төрлө телдә донъя күргәндәре лә тиҙ һатыла. Тиражды үҫтереү нимәгә бәйле? Ул һинең өсөн аҡса эшләү сараһына әйлән­мәнеме?

– Ысынлап та, мәҫәлән, “Ҡал­дыр­ма, әсәй!” китабының төрлө телдәрҙә ҡағыҙға баҫылған вариантының ғына тиражы 40 меңгә етте. Интернетта кешеләр күсереп уҡығаны – 100 мең­дән ашыу. Ғөмүмән, “Ҡалдырма, әсәй!” Рәсәйҙәге милли республикалар араһында бөгөн иң ҙур тиражлы китап булып иҫәпләнә.

Халыҡ әҙиптең ижадын уҡый, ярата, ҡәнәғәтлек кисерә, ә яҙыусы үҙ эшенә күп ваҡытын бүлә, уға төндәрен дә бағышлай икән, бындай хеҙмәт, һис шикһеҙ, баһаланырға тейеш. Был йәһәттән минең өсөн аңлашылмау­санлыҡ тыуғаны юҡ. Китаптың нисек таралыуына килгәндә, хәҙер сауҙа селтәрҙәре күп. Әммә милли телдә ижад иткән яҙыусыларға унда үтеүе еңел түгел. Был йәһәттән күп кенә китап магазины хужалары менән аралашам. Улар өсөн дә бит баҫмалар­ҙың үтемле булыуы яҡшы, тимәк, минең менән эшләү отошло.

Эйе, мәсьәләгә ике яҡлы ҡарарға кәрәк. Беренсенән, яҙыусыға китабы йәшәү сығанағы булырға тейеш. Сит илдәрҙә әҙәбиәт шулай үҫешә. Беҙ ҙә бит баҙар шарттарында йәшәйбеҙ. Совет заманында бер китап сыҡһа, машинаға етерлек гонорар алғандар. Хәҙер бүтән замана килде, уға яраҡлаша белергә кәрәк.

– Башҡорт яҙыусыларынан айырыу­са кемдең ижады күңелеңә яҡын?
– Беҙҙең башҡорт әҙәбиәте шундай бай. Әҫәрҙәрҙе тәржемә итеп, бай­лығы­быҙ­ҙы донъя кимәленә сыға­рырға, күрһә­тергә кәрәк. Бының өсөн бөгөн мөмкин­лектәр киң, уларҙан файҙалана белеү генә шарт. Үҙемә килгәндә, прозаиктарҙан Ноғман Мусиндың, Таңсулпан Ғарипова­ның ижадын хөрмәт итәм.

– Асыҡтан-асыҡ, тура һорау биргәнгә ғәфү ит: “Ҡалдырма, әсәй!” әҫәрен Айгиз яҙмаған тигән имеш-мимеш үҙеңә лә ишетелгән­дер, был һүҙҙәрҙе нисек ҡабул иттең?

– Быйыл Татарстандың “Ирек майҙаны” тигән ҙур тиражлы гәзи­тендә донъя күргән әңгәмәлә лә шул турала һөйләгәйнем, ә бығаса ул хәбәрҙе матбуғатҡа сығарғаным булманы. Дөрөҫөн әйткәндә, кемдер, бигерәк йәш кеше уңышҡа өлгәшһә, барыһы ла ҡыуанамы ни уның өсөн? Көнләшеүселәр ҙә етерлек. Ғәҙәттә, ғүмер буйы әҙәбиәт юлында йөрөп тә, уңышҡа өлгәшә алмаған кеше­ләрҙең ғәйбәт таратҡаны булды. Йәнәһе, “Ҡалдырма, әсәй!” әҫәрен Айгиз яҙмаған... “Әкиәтһеҙ бала саҡ” тигән икенсе китабымды ла башҡа кешенеке тип һөйләп бөттөләр. Мин хәҙер, яңы сығасаҡ китабымды кем яҙып бирер икән, тип уйлап торам әле (көлә – авт.).

Был ғәйепләүҙәр ялған. Әҫәрҙәрем­дең нисек тыуғанын күргән шаһиттар бар. Етмәһә, ҡулъяҙмаларым үҙемдә һаҡлана. Мин бар әҫәрҙәремде ҡул­дан яҙам, бер ваҡытта ла компьютер ҡулланмайым. Кеше ниндәйҙер ваҡи­ғаны үҙе кисермәһә, был турала яҙа алмай. Ә минең тәүге әҫәрҙәремдә – үҙ башымдан үткәндәр. Мәҫәлән, әсәйем менән хушлашҡан мәлемде ныҡ тетрәнеп яҙғанмын да, аҙаҡ хатта шул урындағы хәрефтәремде танымай торҙом.

“Башҡортостан” гәзитендә мин алып килгән һәр битте Миңһылыу апай Сәлим­гәрәева баҫа барҙы. Яҙманы Яҙыусылар союзы идараһы­ның Сабир Шәрипов етәкселегендәге проза секцияһы ултырышында тик­шерҙеләр. Ҡайһы бер урын­дарҙа, ҡабатлау булмаһын тип, төҙәтмәләр ҙә индерҙеләр. Шулай итеп, “Ҡал­дырма, әсәй” китап булып сыҡты, һәм уның был юлдағы шаһиттары күп. Был әҫәрҙе ниндәйҙер олпат әҙип яҙған, тип әйтеүҙәренә лә үпкәләмәйем, сөнки ул миңә мәртәбә генә өҫтәй.

– Сермән балалар йортон Айгиз яптырҙы, тип ғәйепләгәндәр ҙә бар. Ул учреждение етәкселеге менән арағыҙ ошо әҫәреңә бәйле боҙолдо түгелме?

– Ике аралағы мөнәсәбәт былай ҙа әллә ни яҡшынан булманы инде, китап сыҡҡас... Әммә балалар йортон “мин яптырҙым” тип әйтә алмайым, ул – төптө хаталы фекер. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, унда 15-ләгән бала һәм 72 хеҙмәткәр ҡалған. Өҫтәүенә Белоретта ундай махсус учреждениелар өсәү, сабыйҙар йортон да иҫәпләһәң, дүртәү ине. Бер район өсөн генә! Әле, белеүегеҙсә, бөтөн илдә ундай учреждениеларҙы ҡулайлаштырыу бара, ошо маҡсатта “Рәсәй – етем балаларһыҙ” тигән программа ла эшләй.

Шуға ла “Сермән балалар йортон Айгиз яптырҙы” тип уйлау төптө хата. Халыҡ ниңә­лер имеш-мимешкә тиҙ ышаныусан. Бер нисә йыл элек өлкән йәштәге йәмәғәт эшмәкәре: “Бына, Айгиз, һинең арҡала мил­ли балалар йорто ябылды”, – тип үҙемә лә әйтте. Мин иһә: “Милли детдом ҡасан милләт өсөн ғорурлыҡ булды?” – тинем. Башҡорт кешеләре эскелеккә бирелеп, төрмәгә эләгеп, балалары махсус учреждениеға тупланһа, был беҙҙең өсөн яҡшымы ни? Минеңсә, Сермәндә башҡорт балалар йорто ябылды, тип зарланып һөй­ләү милләтебеҙҙе күтәрмәй. Мин һәр саҡ шулай тим: Кавказ халыҡтарынан үрнәк алырға кәрәк, унда балалар йорто юҡ!

Эйе, Сермәндәге учреждение хеҙмәткәр­ҙәре эшһеҙ ҡалған, тиҙәр. Әммә һәр бала артында фажиғә тороуын да онотмаһын ине улар. Тәрбиәләнеүселәре ғаиләгә урын­лашһа, йорт йылыһына һыйынһа, әлбиттә, ҡыуанырға ғына кәрәк.

– Ә район етәкселәре һине нисек ҡабул итә?
– Мөнәсәбәтебеҙ бик яҡшы. Мәҫә­лән, район хакимиәтенең элекке баш­лығы, бөгөнгө етәксеһе менән дә аралашып торам. Тыуған яғыма йыш ҡайтам. Дәүләт туғандарымды ла йә­берһетмәне: Алһыу апайым һәм Зөл­фирә һеңлем Белорет районы хаки­миәте башлығы Владислав Миронов ҡулынан яңы торлаҡ асҡысы алып һөйөндө.

Сәнғәт оҫталарын, яҙыусыларҙы тыуған яғыма алып ҡайтып, уҡыу­сы­лар менән осрашыуҙар ойошторам. Зыялылар аҡы­лын, кәңәшен тыңлаған балалар күңелендә яҡшыға ынтылыу теләге тыуа. Тыуған ауылым Абҙаҡ­тағы уҡыусыларҙы ике уҡыу сиреге һайын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына спектаклгә алып киләм. Уларға билет алам, экскурсия ойошторам.
Ғөмүмән, тыуған яҡ менән бәйлә­нештең өҙөлгәне юҡ. Беҙҙең һөйө­үебеҙ ике яҡлы, тип уйлайым.

– Һин өҙлөкһөҙ сәфәргә сыға­һың. Республика буйлап та, сит илдәргә лә йөрөйһөң. Аҡсаны нисек еткерәһең?
– Республикала төрлөсә була, ә бына сит яҡҡа йөрөүгә килгәндә, иҫәпләгәйнем, бер йылда километраж буйынса Ер шарын урап сыҡҡанмын икән. Мәҫәлән, быйыл ғына бер нисә тапҡыр Ҡаҙағстанда, Ҡырғыҙстанда, Бүрәт, Татарстан республикаларында булдым. Мәскәүгә, Санкт-Петербургка йөрөү ғәҙәткә әйләнгән. Сит илдәргә һәм өлкәләргә барғанда юл хаҡын, башҡа сығымдарҙы һәр ваҡыт саҡырған яҡ үҙе түләй.

– Ҡырҙа, таныш булмаған кеше­ләр араһында үҙеңде нисек тотаһың?
– Ифрат ҙур яуаплылыҡ ул. Һинең үҙең­де тотоуыңа ҡарап халҡыңа баһа бирә­ләр бит. Шуға, сығыш яһауға әҙерлек ме­нән бер рәттән, кейемеңә лә ныҡлы иғтибар бирәһең. Туф­лийыңды таҙарта­һың, костюмыңды үтекләйһең, бер нисә төр күлдәк алаһың. Йәғни хәлдән килгәнсә ыҫпай, матур күренергә тырышаһың. Шулай уҡ, әлбиттә, һәр һүҙеңде үлсәп һөй­ләү, тәртип һаҡлау зарур. Хәтеремдә, бер мәл Төркиәгә барғанда бүтән милләттән булған ағай көнө-төнө эсеп тик йөрөнө. Уға ҡарап күптәр, был халыҡ шулай эскесеме икән, тип уйланы. Эйе, сит ерҙә һин – милләтең­дең йөҙө, илсеһе. Ошо бурысыңды намыҫлы үтәргә, халҡың ышанысын аҡларға кәрәк.

– Осрашыуҙар мәлендә нин­дәйҙер көтөлмәгән хәлдәр килеп сығамы?

– Улар күп була. Мәҫәлән, беҙҙе балалар йортона алып киткәс, өйөбөҙ ҡарауһыҙ ҡалды, ундағы ғаилә фотоларыбыҙ ҙа юғалды. Ныҡ ҡайғырҙыҡ бының өсөн. Ә Сибай ҡалаһындағы бер осрашыуҙа бөтөн­ләй көтөлмәгән хәл булды: атай-әсәйемде белгән туғандарыбыҙ уларҙың фотоларын алып килгәйне!

Интернет аша күптәр хәбәр яҙа, аралаша. Ваҡытым булғанда, бары­һына ла яуап бирергә тырышам. Беҙҙең халыҡ ихлас та, оялсан да. Мәҫәлән, берәү һине урамда күреп таныһа ла, “һаумыһығыҙ” тип кенә әйтә лә үтеп китә. Ә башҡа милләт кешеләре яныңа килеп һөйләшә башлай, төрлө яҡлап ҡыҙыҡһына.

– Күреп-белеп торабыҙ: башҡорт әҙәбиәтен ситтә танытыу, таратыу йәһәтенән ҙур эш алып бараһың. Был изге эштә кемдәрҙер ярҙам итәме? Сит ерҙә аңлау табыу мөмкинлеге киңме?

– Минең һәр төбәктә тоғро дуҫ­тарым бар. Үҙем дә дуҫлыҡҡа тоғ­ромон. Әйткән­дәй, берәүгә лә, бер ҡасан да “китабымды тәржемә итеп бирегеҙ” тип инәлеп йөрө­мәнем. Быйыл яҙ, мәҫәлән, “Ҡалдыр­ма, әсәй!” әҫәрен үҙ телдәренә ауҙарып, Ҡыр­ғыҙстанда журналда баҫтырғандарын белеп ҡалдым. Был хаҡта алдан бөтөнләй хәбәрҙар түгел инем. Баҫманың баш мөхәррире менән бәйләнешкә сыҡтым, аңлаштыҡ. Азербайжанда ла шундайыраҡ хәл булды.

Күп тапҡыр сит илдәргә сығып, төрки яҙыусылар менән осрашыу­ҙарҙа ҡатна­шырға насип итте. Бындай сараларҙа күптәр рус телендә сыҡҡан китабымды алды, ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Ҡаҙағстанда бер баҫмам донъя күргәйне, ул тиҙ арала таралып бөттө. Алматыла булғанда ҡабат килешеү төҙөп, биш мең дана тираж менән сығарырға теләк белдерҙеләр.

– Балалар йортонда бергә тәрбиә­ләнгән иптәштәрең менән аралаша­һыңмы?
– Күптән түгел улар араһынан берәүҙе суд залында төрмәгә ябыу тураһында хөкөм ҡарары сығар­ғандар. Өфөлә минән башҡа белгән кешеһе юҡ. Шылтыратып, “Айгиз, килеп кит әле”, тип үтенде. Барғас, туғандарына әйтер һүҙҙәрен еткерҙе, юлланасаҡ урынының адресын бирҙе.
Балалар йортонда бергә тәрбиә­ләнгән иптәштәрем араһында уңышҡа өлгәшкән­дәр ҙә байтаҡ. Мәҫәлән, Сибайҙан башҡорт егете Сергей Аманбаев хореография колледжын тамамлап, әле Приморск опера һәм балет театрында эшләй. Бөтөн донъя буйлап гастролдәргә йөрөй. Республикаға ике йылға бер тапҡыр килә лә һәр ваҡыт миндә туҡтала.

– Нисек уйлайһың, балалар йорто һи­нең әлеге тормошоңа өлөш индерҙе­ме?
– Әлбиттә. Мин дәүләткә рәхмәт­лемен. Был тойғомдо, фекеремде бер ҡасан да йәшермәйем. Шул уҡ ваҡытта дәүләткә бурысымды ҡай­тарырға тейешмен. Ауыр хәлдә, атай-әсәйһеҙ ҡалғас, ул беҙҙе үҫтерҙе, кәм-хур итмәне. Учреждениелағы мөхит, балаларҙың һәм тәрбиәселәр­ҙең бер-береһенә ҡарата мөнәсәбәте – икенсе мәсьәлә. Беҙ дәүләт яғынан һәр саҡ хәстәрлек тойҙоҡ. Яҙмы­шымды хәл итеүгә килгәндә, балалар йортонда мин мәктәпте тамамлағансы ғына тәрбиәләндем, аҙаҡ барыһы ла үҙ ҡулымда булды.

Статистика буйынса, ошондай махсус йорттарҙа тәрбиәләнгәндәрҙең 80 проценты тормошта юғалып ҡала. Эскегә һалыша, урлаша, енәйәтсе­леккә бирелә, үҙ-үҙенә ҡул һала... Әгәр бөгөнгө уңышҡа өлгәшкәнмен икән, был – тырышлығым емеше, тип иҫәпләйем. Ни өсөн тигәндә, минең өсөн берәү ҙә юғары белем алмаған, редакцияла эшләмәгән, райондар буйлап мәҡәләләр яҙып йөрө­мәгән – барыһын да үҙем башҡар­ғанмын. Кеше ниндәй ғаиләлә үҫеүенә, бәләкәй сағында ниндәй социаль мөхиткә эләгеүенә ғәйепле түгел, ә бына киләсәге өсөн нәҡ үҙе яуаплы. Шуға ла мин бөгөнгө тормошомдо, уңыштарымды дәүләттең ҡаҙанышы тип кенә әйтмәйем. Барыһы ла кешенең үҙенән тора.

– Был донъяла иң ҡурҡынысы – юлыңда ике йөҙлөләрҙең, хәйләкәр­ҙәрҙең осрауы. Ундайҙар һиңә тап буламы?
– Осрай инде, әммә үҙҙәре менән аралашмаҫҡа тырышам. Күптәр шулай итәлер. Ундай кешеләрҙән ҡотолоу өсөн, беләһегеҙме, нимә эшләйем: бурысҡа аҡса бирәм. Кире ҡайтармаясағын беләм. Һөҙөмтәлә ул миңә башҡа мөрәжәғәт итмәйәсәк, беҙҙең юлдар киҫешмәйәсәк. Дуҫ­лыҡта тоғролоҡто яратам.

– Белеүебеҙсә, быйыл яҙ һине Бүрәт Республикаһына саҡыр­ҙылар. Унда ниҙәр айырыуса иҫеңдә ҡалды?
– Осрашыуҙар күп булды. Шулар­ҙың береһе – ҡатын-ҡыҙҙар төр­мәһендә. Ныҡ тетрәндем, тәүҙә һөйләй алмай торҙом. Залда 280 ҡатын-ҡыҙ ултыра, уларҙың 17-һе генә пенсия йәшендә, тип әйттеләр, ҡалғандары – балалы әсәләр, йәштәр. Араларында 20-шәр йылға иркенән мәхрүм ителгәндәр ҙә бар. Гүзәл зат ғаилә усағын һаҡларға, илгә бәрәкәт килтерергә тейеш, ә улар – төрмәлә...

Залда ҡатын-ҡыҙ ултыра, видеопроектор тора. Экран аша бында­ғыларҙың сабыйҙарының фотолары күрһәтелә. Улар әсәһе тере көйөнсә етем ҡалған. Мин балаға ғаиләлә үҫеүҙең ни ҡәҙәр мөһим икәнлеге хаҡында һөйләнем. “Ниндәй генә хәлдә булһағыҙ ҙа, улар һеҙҙе ярата”, тинем. Ҡатындар минең китапты алдан уҡыған ине, күҙҙәре йәшкә мансылған...

Аҙаҡ иҫтәлеккә бүләк тапшыр­ҙылар. Төрмә начальнигы миңә: “Бында бер ҡатын бар, ҡара риэлтор. Фатирҙарын алыу өсөн ете кешене үлтергән, һөҙөмтәлә үҙен 20 йылға иркенән мәхрүм иткәндәр”, – тине. Ә бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил: “Айгиз, иртәгә балалар йортона барабыҙ. Әлеге ҡатындың улы ла шунда”, – тип белдерҙе. Иртәгәһенә балалар йортонда ул малайҙы күрҙем. Көслө тетрәнеү кисерҙем... Төрмәлә ултырған байтаҡ әсәнең балаһы ошонда тәрбиәләнә икән.

Бүрәт Республикаһында шундай хәл дә осрай: насар юлдан киткән ҡатындар төрмәнән сыға ла бала­һынан баш тартырға тырыша. Дәүләт ҡарар әле, тип яуаплылыҡтан ҡаса­лар. Шуға ла, балаларын алһындар тигән маҡсатта, бындағы ҡатындар төрмәһендә махсус программа бул­дырылған һәм уны минең китаптың исеме менән – “Не оставляй, мама!” тип атағандар. Ул башланғысҡа дәүләт тарафынан грант бүленгән. Программаның маҡсаты – ҡатын-ҡыҙҙы дөрөҫ юлға баҫтырыу буйынса эш алып барыу. Әле төрмәлә шул әҫәремде сәхнәләштерәләр.

– Киләсәккә ниндәй уй-теләктәр менән йәшәйһең, Айгиз?
– Тормошта төрлө мәлдәр була. Көндәр ҙә бит йә болотло, йә аяҙ. Әммә, ниндәй генә ауырлыҡтарға осраһаң да, бөгөлөп төшөргә ярамай.
Балалар йортонда бергә үҫкән тиҫтерҙәремдең ҡайһы берҙәре төрмәгә эләкте, бәғзеләре хәҙер инде арабыҙҙа юҡ. Ә ниндәй һәләтлеләр ине, хыялдары шул ҡәҙәр яҡты булды! Әммә тормош һынауҙарына биреш­теләр. Йәштәргә теләгем: шундай егет-ҡыҙҙарҙың хатаһын ҡабатлама­һындар ине. Алға аныҡ маҡсат ҡуйып, ауырлыҡтарға бирешмәй йәшәйек, тормошто яратайыҡ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Йөрәк менән тойорға өйрәнәйек

Йөрәк менән тойорға өйрәнәйек 17.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Тәтешле ауыл-ара үҙәк китапханаһында төрлө саралар даими уҙа. Халыҡ-ара һуҡырҙар көнө уңайынан “Иң...

Тотош уҡырға 32

Зәйнетдиновтар – иң әүҙеме

Зәйнетдиновтар – иң әүҙеме 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Республикала киң билдәле ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың ғаиләһе Башҡортостанда социаль йәһәттән...

Тотош уҡырға 152

“Бабич” өсөн миҙал тапшырылды

“Бабич” өсөн миҙал тапшырылды 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Бабич” тарихи нәфис фильмының сценарий авторҙары Таңсулпан Бабичева менән Гөлсәсәк Саламатова “Ал...

Тотош уҡырға 51

Төп бүләк кемдә?

Төп бүләк кемдә? 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика вокалсылар конкурсында Башҡорт дәүләт опера һәм балет...

Тотош уҡырға 94

Бүләккә – “Башҡортостан” гәзите!

Бүләккә – “Башҡортостан” гәзите! 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Хәйбулла районында үткән “Рух яҙыуы” телевизион шиғри конкурсында ҡатнашыусылар күп булды....

Тотош уҡырға 91

Оҫталарға бай төбәк

Оҫталарға бай төбәк 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ейәнсураларҙың күргәҙмәһе шуға инандырҙы. Республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан райондар араһындағы...

Тотош уҡырға 51

“Йәрмәкәй шишмәләре” Өфөлә гөрләне

“Йәрмәкәй шишмәләре” Өфөлә гөрләне 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡарған эштәре, күркәм тамашалары менән ҡыуандырҙылар. Иҡтисади ҡаҙаныштарын, социаль үҫештәрен...

Тотош уҡырға 48

Йырҙарында йәшәй бөгөн дә

Йырҙарында йәшәй бөгөн дә 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында күренекле башҡорт шағиры Яҡуп Ҡолмойҙоң...

Тотош уҡырға 38

“Сонет йондоҙҙары” ҡабыныр

“Сонет йондоҙҙары” ҡабыныр 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Яҡуп Ҡолмой XX быуаттың талантлы шағиры булыуы менән бергә үҙен Хоҙай тарафынан бик һирәктәргә генә...

Тотош уҡырға 40

“Беҙ – мәктәпкә ҡарурман аша йөрөп үҫкән быуын”

“Беҙ – мәктәпкә ҡарурман аша йөрөп үҫкән быуын” 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Спартак Ильясовтың тормошо һәм эшмәкәрлеге күп зыялыларҙың яҙмышына ауаздаш. Күптән хаҡлы ялда...

Тотош уҡырға 56

Йәш таланттарға — “йәшел ут”!

Йәш таланттарға — “йәшел ут”! 14.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

М. Нестеров исемендәге дәүләт художество музейында Халыҡ-ара балалар ижады конкурсына тәҡдим...

Тотош уҡырға 55

Шарандар, киноға килегеҙ!

Шарандар, киноға килегеҙ! 14.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Билдәле рус яҙыусыһы Иван Тургеневтың тыуыуына 200 йыл тулыу айҡанлы Шаран биләмә-ара үҙәк...

Тотош уҡырға 52