Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Урал батыр”ҙың варианттары, версиялары булғанмы?

Бындай бөйөк әҫәрҙе бик боронғо халыҡ ҡына тыуҙыра алған.

Белеүебеҙсә, 1910 йылда башҡорттоң арҙаҡлы улдарының береһе Мөхәмәтша Буранғолов хәҙерге Баймаҡ районының Иҙрис ауылы уҙаманы Ғәбит Арғынбаевтан һәм ошо уҡ төбәктәге Бәләкәй Этҡолда йәшәгән Хәмит Әлмөхәмәтовтан “Урал батыр”ҙы отоп алып, үҙ репертуарына индереп ебәрә. Тимәк, әле беҙ мәшһүр эпосты беләбеҙ икән, бының өсөн бөйөк сәсәнебеҙгә рәхмәтле булырға тейешбеҙ.


“Калевала” яҙмышы менән сағыштырғанда

ХХ быуаттың 30-сы йылдарында Башҡортостанда милләтебеҙ тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса ғилми тикшеренеү институты асылғас, Мөхәмәтша Буранғоловты шунда эшкә саҡыралар. Ул учреждениеға халыҡ ижадына бәйле үҙе йыйған бай материал тупланмаһын тапшыра. Араларында “Урал батыр” эпосы ла була. М. Буранғолов уны архивҡа латин яҙмаһы булған машинкала баҫтырып тапшыра. Әле эпос архивта шул рәүешле һаҡлана.

“Урал батыр” беренсе тапҡыр 1968 йылда “Ағиҙел” журналында баҫыла. Ошонан һуң эпос ныҡлы тарала, ғилми яҡтан өйрәнелә башлай.
“Урал батыр”ҙың варианттары булған­мы, юҡмы?” тигән һорау ҡуйғайным башта. Ҡайһы берәүҙәр бит хатта башҡортта был эпостың булғанлығына ла шик белдерә. Йәнәһе, был эпос – М. Буранғоловтың ижад емеше, уны үҙе уйлап сығарған. Бындай фекер мифологик, айырыуса космогоник йөкмәткеле эпостарҙың барлыҡҡа килеү, халыҡ араһында йәшәү, һаҡланыу ҡанундарын белмәүҙән тыуа. “Урал батыр” кеүек әҫәрҙәрҙең тыуыуының үҙ ҡануны, дәүере була. Бындай мифологик эпостар тиктомалдан, кемдеңдер теләгенә бәйле барлыҡҡа килеп, таралып китә алмай.

Уларҙы белеүҙең, һаҡлауҙың, киләсәк быуынға тапшырыуҙың да үҙ ҡағиҙәләре булған. Эпосты теләгән ваҡытта теләһә кемгә һөйләп ултырмағандар. Әҫәрҙе яттан тулыһынса белгән, күңелдәргә еткерә алған, тыңлауға һәләтле, йөкмәткегә һалынған мәғәнәне аңларлыҡ кешеләр ҙә булырға тейеш. Шул ҡанундарҙы тотҡанға ғына эпос, быуындан быуынға тапшырылып, беҙҙең көндәргә килеп етә алған. Һәр кем ишетә алмағанлыҡтан, уның барлығын бик аҙ кеше белгән. Мәхәмәтша Буранғолов был эпосты ишетеү өсөн тәүҙә Ғәбит сәсән Арғынбаев һәм Хәмит сәсән Әлмөхәмәтовтар менән бик яҡындан танышырға, дуҫлашырға тейеш булған.

Ҡобайыр яҙып алынған ваҡытта уның эсенә йәшерелгән серле белем донъя фәненә билдәһеҙ була. Беҙ әле лә “Урал батыр”ҙың хикмәтен тулыһынса аңлап бөтмәйбеҙ. Бындай бөйөк әҫәрҙе бик боронғо, оҙайлы тарих юлы аша үткән, күргәндәрен аңына һеңдерә барған халыҡ ҡына тыуҙыра ала. Ул – беҙҙең милләтебеҙ.

Ғәбит менән Хәмит сәсәндәрҙең Мөхәмәтша Буранғолов менән танышып, уға “Урал батыр”ҙы һөйләгән мәленән бер нисә тиҫтә йыл алда ғына Рәсәй империяһының баш ҡалаһы Петербург эргәһендә тиерлек, Карелияла, Элиас Лённрот хәҙер бөтөн донъяға билдәле “Калевала” эпосын яҙып ала. Был әҫәр ҙә, “Урал батыр” кеүек үк, шуға тиклем берәүгә лә билдәле булмай, империя­ның мәҙәниәт усағы тирәһендә, тормош ҡайнап торған ерҙә тауыш-тынһыҙ ғына “көн күрә”. Әгәр Элиас Лённрот килеп сығып яҙып алмаһа, “Калевала”ның эҙһеҙ юғалыуы ла ихтимал ине бит.
Уға ҡарата берәү ҙә “һуң яҙып алынған”, “Элиас Лённрот үҙе ижад иткән” тигән кеүек шик белдермәй. “Калевала”ны һөйләгән, тыңлаған карел, фин, эстон халыҡтары әллә ҡасан инде капиталистик тормош ағымына эләгеп, шулай уҡ эпостар формалаштырыу дәүерен үткән була. Шуға ҡарамаҫтан, боронғо дәүерҙәр реалияларын һаҡ­лаған эпос яңы тормошта юғалып ҡалмай, ныҡлы урынын таба. Яҙып алынғандан һуң күп тә үтмәй, уны фәнни яҡтан өйрәнеү башлана. Европала ғына түгел, хатта донъя кимәлендә үҙләштерелә, тарала.

Эпостың алдан киң таралмау сәбәбе

Күпмелер йыл элек Өфөлә йәшәгән бер тарихсы, билдәле этнограф Р.Ғ. Кузеев “Урал батыр” тураһында бер нимә лә әйтмәгән, тип эпостың баш­ҡортта элек-электән йәшәп килгәненә шик белдергәйне. Бындай ҡараш мифологик йөкмәткеле әҫәрҙең халыҡ аңында тотороҡло һаҡланыуы, йәшәүе ҡанундарын белмәүҙән киләлер. Донъя­ның, кешелектең барлыҡҡа килеүен, әҙәп-әхлаҡ ҡанундарын, донъяла Аллаһ Тәғәлә урынлаштырған тәртиптең ныҡлығын тәьмин итеү ҡағиҙәләрен һәм башҡа мәсьәләләрҙе изге Ҡөрьән нисек итеп аңлатһа, “Урал батыр” эпосы ла – боронғо башҡорттарҙың шундай уҡ һорауҙарына яуап рәүешендә тыуған әҫәр.

Космогония – теге йәки был күре­нештең нисек, кем тарафынан, ҡасан, ниндәй юл менән барлыҡҡа килгәнен аңлатҡан әҫәр, ти ғалимдар. Миф мотлаҡ төшөндөрөү менән бәйле бу­лыр­ға тейеш. Әгәр беҙ уны аңла­майбыҙ икән, был йәһәттән эш алып барылмай тигән һүҙ түгел. Тимәк, хәҙерге заман кешеһе боронғо менән бәйләнеште юғалтҡан, шуға мифологик әҫәр тура­һын­да бөгөнгө белеменән, юғарылы­ғынан сығып фекер йөрөтә. Һөҙөмтәлә төп айышына төшөнә алмай. Ошоға бәйле, “Урал батыр”ҙы күпме генә уҡы­һаҡ та, мифологияны махсус өйрәнмәй тороп, эпос юлдарына йәшерелгән фекерҙе бер ҡасан да дөрөҫ аңламая­саҡбыҙ. Әлегә иһә беҙҙә был фәнде төплө үҙләштергән ғалимдар юҡ тиергә мөмкин.

“Урал батыр” ҡобайырында донъяның (арауыҡ, ваҡыт) нисек барлыҡҡа килгәне, уны кемдең ни рәүешле яһағаны тура­һында бәйән ителә. Боронғо аң хөкөм һөргән дәүерҙә был хаҡта һөйләү ошо йәшәйеште ҡороуға тиң төшөнсә булған. Яһай алғас, уны боҙорға ла мөмкин. Шуға күрә боронғо башҡорт үҙ донъя­һының нисек барлыҡҡа килгәнен теләһә кемгә һөйләп бармаған, тик ышаныслы кешеләргә генә еткергән. Сәсән­дәр үҫеп килгән ир балалар араһынан иң һәләтлеләргә иғтибар иткән: уға бәйән ҡылырға буламы-юҡмы, серҙе сит-ятҡа ысҡындырмаҫмы, тип тикшергән.

Ҡатын-ҡыҙға космогоник һыҙатлы әҫәрҙе бөтөнләй һөйләмәгәндәр. Был гүзәл затты аңлауға һәләтһеҙ тип иҫәпләүҙән түгел, ә уның кейәүгә сығып, икенсе ырыуға китеүенә бәйле. Серҙе белгәс, уға зыян да килтерергә мөмкин, тигән ҡурҡыу йәшәгән боронғоларҙа. Улар боҙом ебәреп булыуына ныҡ ышанған. Хатта хәҙер ҙә бит шундайҙар бар. Ә мифологик аң хөкөм һөргән боронғо заман тураһында әйтеп тә тораһы түгел.
Сит-яттың боҙом ебәреүенән ҡурҡыу кешене һаҡланырға мәжбүр иткәнлектән, “Урал батыр” кеүек әҫәр аҙ билдәле булған. Беҙҙең бәхеткә, Мөхәмәтша Буранғолов Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәр кимәленә күтәрелеп, уларҙың ышанысын яулай алған, шул арҡала ғына мәшһүр эпос яҙып алынған. Алда әйтелгәнсә, кире осраҡта беҙ әллә күпме боронғо әҫәребеҙҙән мәхрүм булыр инек.

“Урал батыр”ҙың варианттары, версиялары булыуы мөмкин түгел. Шундай ҙур күләмле, космогоник йөкмәткеле эпос – халыҡтың донъяуи ҡараштары сағылышы апофеозы, тип әйтергә мөм­кин. Боронғо замандарҙа уҡ форма­лашҡан халыҡтарҙың төрлө ырыу-ҡәбиләнән тороуына ҡарамаҫтан, космогоник ҡараш берәү генә була. Ни өсөн тигәндә, дөйөм халыҡ булып нығынған икән, уның эсендәге ырыу-ҡәбиләләр барыһы бер ҡалыпҡа яраҡлашырға, үҙҙәренең элекке ҡараш­тарын юғарыраҡ яңы социаль кимәлгә күтәрергә мәжбүр була. Был – бөтөн донъяла таралған универсаль күренеш. Шуға күрә башҡорт тигән халыҡ фор­малашҡан икән, уның эсендәге төрлө эреле-ваҡлы ырыуҙарҙың донъя­уи ҡараш­тары ла бер ҡалыпҡа яраҡлаштырыла.

“Урал батыр” ҡобайыры иһә – донъя­ның һәм башҡорт халҡының барлыҡҡа килеүен, ошо донъяла башҡорттоң урынын билдәләгән төп әҫәр. Бында ике төрлө ҡараштың булыуы мөмкин түгел. Боронғо халыҡ булараҡ, башҡорт “донъя яралғанда иң тәүҙә Урал тауҙары барлыҡҡа килгән, бөтөн йәшәйеш шул тауҙарҙан башланған һәм ошо ерҙә тәү башлап башҡорт ултырған, шуға ла ул бында (Уралда) төп хужа” тип һанаған, әле лә шундай ҡарашта тора. Ошонан күренеүенсә, мәшһүр эпосыбыҙҙың башҡа варианттары, версиялары булыуы мөмкин түгел.

Әхнәф Харис яҙып алған “Урал батыр” иһә – бөтөнләй икенсе әҫәр. Унда Мөхәмәтша Буранғоловтың Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәрҙән ишетеп яҙып ал­ған ҡобайырындағы кеүек донъяның, халыҡтың барлыҡҡа килгәнен аңлатҡан, ошоға бәйле күтәрелгән проблемалар юҡ.

Башҡорт фольклорында ҡайһы бер эпостарҙың бер нисә варианты барлыҡ­тан сығып ҡына, “Урал батыр”ҙың да версиялары булырға тейеш, тип фекер йөрөткәндәр ундай ҡобайырҙарҙың барлыҡҡа килеү дәүеренең, йөкмәтке­һендәге проблемаларҙың бөтөнләй икенсе икәнлеген иҫәпкә алмай. Вариантлы, версиялы әҫәрҙәрҙә бит космогония юҡ, ә социаль күренештәр өҫтөнлөк итә. Йәғни йәмғиәт ҡоролошо күптән нығынған дәүерҙәр тасуирлана ул әҫәрҙәрҙә. Мәҫәлән, хандар, батшалар, бейҙәр, батырҙар үҙ-ара ыҙғыша, һәр кем алға сығырға маташа. Миҫалға “Заятүләк һәм Һыуһылыу”, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” эпостарын алайыҡ. Уларҙа мифологик күренештәр булһа ла, йөкмәткеһендә ятҡан төп идея, фекер йүнәлеше бөтөнләй икенсе: ныҡлы үҫешкән башҡорт йәмғиәтен, шунда хөкөм һөргән тигеҙһеҙлекте, социаль антогонизмды күрәбеҙ. “Урал батыр”ҙа иһә был ҡапма-ҡаршылыҡ әле формалаша ғына, барлыҡҡа килеүенең сәбәптәре саҡ төҫмөрләнә генә.
* * *
Алда әйтелгәнсә, “Урал батыр” кеүек әҫәрҙе ҡатын-ҡыҙ белмәгән һәм һөйләй ҙә алмаған, сөнки ундай космогоник йөкмәткеле әҫәр тик ирҙәр жанры тип иҫәпләнгән. Беҙ иһә, хәҙерге эмансипация дәүерендә йәшәгән кешеләр, боронғо дәүерҙәге донъяуи ҡараштарҙы иҫәпкә алмайбыҙ йәки теләмәйбеҙҙер. Ошо сәбәпле хаталанып, “Урал батыр” тураһында төрлө уйҙырмалар тыуҙыра­быҙ. Уларҙың күбеһен үҙебеҙ башлай­быҙ, бүтәндәр иһә эләктереп алып, ҡуйыртырға әҙер тора.

Ғөмүмән, рухи мираҫыбыҙға ҡарата һаҡсыл булайыҡ, ҡиммәтле ҡомарт­ҡыларыбыҙҙы өйрәнәйек, донъяға танытайыҡ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Йөрәк менән тойорға өйрәнәйек

Йөрәк менән тойорға өйрәнәйек 17.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Тәтешле ауыл-ара үҙәк китапханаһында төрлө саралар даими уҙа. Халыҡ-ара һуҡырҙар көнө уңайынан “Иң...

Тотош уҡырға 32

Зәйнетдиновтар – иң әүҙеме

Зәйнетдиновтар – иң әүҙеме 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Республикала киң билдәле ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың ғаиләһе Башҡортостанда социаль йәһәттән...

Тотош уҡырға 152

“Бабич” өсөн миҙал тапшырылды

“Бабич” өсөн миҙал тапшырылды 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Бабич” тарихи нәфис фильмының сценарий авторҙары Таңсулпан Бабичева менән Гөлсәсәк Саламатова “Ал...

Тотош уҡырға 51

Төп бүләк кемдә?

Төп бүләк кемдә? 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика вокалсылар конкурсында Башҡорт дәүләт опера һәм балет...

Тотош уҡырға 94

Бүләккә – “Башҡортостан” гәзите!

Бүләккә – “Башҡортостан” гәзите! 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Хәйбулла районында үткән “Рух яҙыуы” телевизион шиғри конкурсында ҡатнашыусылар күп булды....

Тотош уҡырға 91

Оҫталарға бай төбәк

Оҫталарға бай төбәк 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ейәнсураларҙың күргәҙмәһе шуға инандырҙы. Республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан райондар араһындағы...

Тотош уҡырға 51

“Йәрмәкәй шишмәләре” Өфөлә гөрләне

“Йәрмәкәй шишмәләре” Өфөлә гөрләне 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡарған эштәре, күркәм тамашалары менән ҡыуандырҙылар. Иҡтисади ҡаҙаныштарын, социаль үҫештәрен...

Тотош уҡырға 48

Йырҙарында йәшәй бөгөн дә

Йырҙарында йәшәй бөгөн дә 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында күренекле башҡорт шағиры Яҡуп Ҡолмойҙоң...

Тотош уҡырға 38

“Сонет йондоҙҙары” ҡабыныр

“Сонет йондоҙҙары” ҡабыныр 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Яҡуп Ҡолмой XX быуаттың талантлы шағиры булыуы менән бергә үҙен Хоҙай тарафынан бик һирәктәргә генә...

Тотош уҡырға 40

“Беҙ – мәктәпкә ҡарурман аша йөрөп үҫкән быуын”

“Беҙ – мәктәпкә ҡарурман аша йөрөп үҫкән быуын” 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Спартак Ильясовтың тормошо һәм эшмәкәрлеге күп зыялыларҙың яҙмышына ауаздаш. Күптән хаҡлы ялда...

Тотош уҡырға 56

Йәш таланттарға — “йәшел ут”!

Йәш таланттарға — “йәшел ут”! 14.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

М. Нестеров исемендәге дәүләт художество музейында Халыҡ-ара балалар ижады конкурсына тәҡдим...

Тотош уҡырға 55

Шарандар, киноға килегеҙ!

Шарандар, киноға килегеҙ! 14.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Билдәле рус яҙыусыһы Иван Тургеневтың тыуыуына 200 йыл тулыу айҡанлы Шаран биләмә-ара үҙәк...

Тотош уҡырға 52