Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Мостай. Булмаған интервью”

Бындай китаптың әле беҙҙә булғаны юҡ, тине тамашасы.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында “Мостай. Булмаған интервью” китабының исем туйы үтте. Сарала яҙыусының яҡындары, республика етәкселеге вәкилдәре, билдәле әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, Мостай Кәрим фонды грантына лайыҡ булғандар һәм әҙип исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары ҡатнашты.

Байрам йәнле һәм йылы мөхиттә барҙы. Бөйөк шәхестең ҡыҙы Әлфиә Кәримова барлыҡ ойоштороусыларға, шулай уҡ ҙур хеҙмәте өсөн “Инеш” нәшри­әтенә ҙур рәхмәт бел­дерҙе.

– Был китап аша уҡыусы атайымдың ижады менән бергә уны шәхес булараҡ та яҡшыраҡ белер тигән ышаныстамын. Йыш ҡына әлеге баҫманан алған тәьҫораттарым менән ҡыҙыҡһыналар. Бары тик шуны ғына әйтә алам: был китаптан минең күҙҙәремә йәш тула, – тине Әлфиә Мостай ҡыҙы.
“Инеш” нәшриәтенең баш мөхәррире Алексей Фенин әйтеүенсә, “Мостай. Булмаған интервью” китабында әҙиптең төбәгебеҙ генә түгел, ил мәҙә­ниәтендәге өлөшө яҡтыртыла, шул уҡ ваҡытта был бөйөклөк яҙыусының үҙ халҡы менән ныҡлы бәйләнешендә сағыла.

– Был китап бөгөн дә, иртәгә лә, унан алдағы көндәрҙә лә уҡыласаҡ, – тине Алексей Львович, киләсәккә яҡты өмөт бағлап.

“Мостай. Булмаған интервью”ның тәүге исем туйы йәй Мәскәүҙә уҙғарылған “Ҡыҙыл майҙан” китаптар фестивале барышында үтә. Өфө тамаша­сыһы был сараны видеояҙ­манан ҡарап кинәнде.

– Мостай Кәримде билдәле әҫәрҙәренән өҙөктәр, шәхси иҫтәлектәре, яҡындарына мө­нә­сәбәте аша күрһәтергә те­ләнек. Ғүмер буйы яҙылған был китабында ул беҙгә бәхет сер­ҙәрен төшөндөрә, мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында һөйләй. Яҡыныбыҙҙы үҙ уҡыусылары­ның һөйөүе йылытты. Ул оло та­лант һәм бойондороҡһоҙ фекерҙәр эйәһе булды, яҙмыш­тың бар һынауҙарын да ла­йыҡлы үтә белде, – тигәйне был яҙмала шәхестең ейәне Тимербулат Кәримов.


– Мостай Кәрим планета буйлап атлай, Мостай Кәрим ил буйлап бара, Мостай Кәрим мәңгегә беҙҙең йөрәктәрҙә, – тип башланы сығышын Баш­ҡорт­остандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай. – Был исем туйы әҙиптең 100 йыллығына арналған сараларҙың бер өлөшө генә әле. Ә китап ысын-ысынында үҙенсәлекле, быға тиклем ундайҙың булғаны юҡ. Өфөлә ошондай хеҙмәттең тыуыуына шатбыҙ, ғорурбыҙ.
Ҡәҙим Аралбай шулай уҡ яҙыусыға арналған шиғыр юлдарын уҡып ишеттерҙе.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова яҙыусы­ның уңыш нигеҙе уның ғаилә­һендә икәнен билдәләп үтте.
– Әҙип үҙенең яҡындарын сикһеҙ яратты, күңеле йылы­һын халҡына ла мул өләште, – тине ул. – Яҙыусы баҡыйлыҡ­ҡа күскәс, уның артынан тулы дәүер китте, тип әйтеп булмай, сөнки Мостай Кәрим – ул бренд. Барыһын да шиғриәт һәм проза ҡанаттары аҫтына бергә туплаған шәхес.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынба­ҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ленара Иванова ла Мостай Кәримдең ғаиләһенә булған йылы хистәрен билдә­ләп үтте, уның яҡындарына әҙиптең исемен мәңгеләште­реүгә күп көс һалғаны өсөн рәхмәт әйтте, яңы китаптағы төрлө өҙөктәргә ҡарашы, тәьҫораттары менән бүлеште.

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актер­ҙары әҙиптең шиғырҙарын һөйләп тетрәнергә, хисләнергә мәжбүр итһә, Венер Камалов сараны “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”тағы “Мәрәһим йыры” менән тамамланы. Йыр бөйөк яҙыусының бар ғәмен, моңон үҙенә һыйҙырған, ә бына “Мостай. Булмаған интервью” китабы даһиҙың бар тормошон, яҙылып, әйтелеп бөтмәгән һүҙҙәрен үҙ эсенә алған.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Йөрәк менән тойорға өйрәнәйек

Йөрәк менән тойорға өйрәнәйек 17.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Тәтешле ауыл-ара үҙәк китапханаһында төрлө саралар даими уҙа. Халыҡ-ара һуҡырҙар көнө уңайынан “Иң...

Тотош уҡырға 32

Зәйнетдиновтар – иң әүҙеме

Зәйнетдиновтар – иң әүҙеме 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Республикала киң билдәле ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың ғаиләһе Башҡортостанда социаль йәһәттән...

Тотош уҡырға 152

“Бабич” өсөн миҙал тапшырылды

“Бабич” өсөн миҙал тапшырылды 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Бабич” тарихи нәфис фильмының сценарий авторҙары Таңсулпан Бабичева менән Гөлсәсәк Саламатова “Ал...

Тотош уҡырға 51

Төп бүләк кемдә?

Төп бүләк кемдә? 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика вокалсылар конкурсында Башҡорт дәүләт опера һәм балет...

Тотош уҡырға 94

Бүләккә – “Башҡортостан” гәзите!

Бүләккә – “Башҡортостан” гәзите! 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Хәйбулла районында үткән “Рух яҙыуы” телевизион шиғри конкурсында ҡатнашыусылар күп булды....

Тотош уҡырға 91

Оҫталарға бай төбәк

Оҫталарға бай төбәк 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ейәнсураларҙың күргәҙмәһе шуға инандырҙы. Республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан райондар араһындағы...

Тотош уҡырға 51

“Йәрмәкәй шишмәләре” Өфөлә гөрләне

“Йәрмәкәй шишмәләре” Өфөлә гөрләне 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡарған эштәре, күркәм тамашалары менән ҡыуандырҙылар. Иҡтисади ҡаҙаныштарын, социаль үҫештәрен...

Тотош уҡырға 48

Йырҙарында йәшәй бөгөн дә

Йырҙарында йәшәй бөгөн дә 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында күренекле башҡорт шағиры Яҡуп Ҡолмойҙоң...

Тотош уҡырға 38

“Сонет йондоҙҙары” ҡабыныр

“Сонет йондоҙҙары” ҡабыныр 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Яҡуп Ҡолмой XX быуаттың талантлы шағиры булыуы менән бергә үҙен Хоҙай тарафынан бик һирәктәргә генә...

Тотош уҡырға 40

“Беҙ – мәктәпкә ҡарурман аша йөрөп үҫкән быуын”

“Беҙ – мәктәпкә ҡарурман аша йөрөп үҫкән быуын” 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Спартак Ильясовтың тормошо һәм эшмәкәрлеге күп зыялыларҙың яҙмышына ауаздаш. Күптән хаҡлы ялда...

Тотош уҡырға 56

Йәш таланттарға — “йәшел ут”!

Йәш таланттарға — “йәшел ут”! 14.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

М. Нестеров исемендәге дәүләт художество музейында Халыҡ-ара балалар ижады конкурсына тәҡдим...

Тотош уҡырға 55

Шарандар, киноға килегеҙ!

Шарандар, киноға килегеҙ! 14.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Билдәле рус яҙыусыһы Иван Тургеневтың тыуыуына 200 йыл тулыу айҡанлы Шаран биләмә-ара үҙәк...

Тотош уҡырға 52