Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йырҙарында йәшәй бөгөн дә
Йырҙарында йәшәй бөгөн дә
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында күренекле башҡорт шағиры Яҡуп Ҡолмойҙоң тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап уҙғарылған Хәтер һәм ҡәҙер кисәһендә тап бына ошолай үтергә тейеш ул әҙәби кисәләр, тип уйлағандыр һәр кем. Яҙыусының ғүмер китабына байҡау яһап, йырҙарынан, шиғырҙарынан торған моңло гөлләмә бүләк ителгәндәй булды бында.

Йәш быуын Яҡуп Ҡолмой хаҡында ишетеп, йырҙары аша ғына белә. Ә күп нәмә беҙҙең өсөн билдәһеҙ икән әле, тинем Башҡортостандың халыҡ яҙыусы­һы Ноғман Мусинды тыңлағандан һуң. Ул яҡташының ҡатмарлы тормош юлы, Бөйөк Ватан һуғышы яраларынан ыҙаланыуҙан да ҡатыраҡ ағаһы өсөн һыҙланыуҙары, уны “халыҡ дошманы” тип иғлан иткәс, Яҡупҡа туғанынан баш тартырға тәҡдим итеүҙәре хаҡында әсенеп бәйән итте.

Заманы өсөн ҡәҙерле булған партия билетын да тартып алырға уйлайҙар, әммә фронтовик был документтың уға Ватаны, яуҙарҙа яраланып һаҡлаған Тыуған иле тарафынан тапшырылғаны тураһында әйтә. Эшкә урынлаша алмаған, яҙғандары баҫыл­маған саҡтары ла була. Хатта ҡатыны менән икәүләп Үҙәк почтамтҡа барып, кемгәлер хат яҙышып, икенсегә конверт тултырышып, өсөнсөгә әйберҙәрен илтешеп аҡса эшләргә тырышҡан улар. Өс баланы ҡарарға кәрәк бит! Әммә Яҡуп ағай һынмаған, бөгөлөп төшмәгән, ижад итеүен туҡтатмаған.


Хәтер һәм ҡәҙер кисәһендә респуб­ликаның мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова әҙиптең ижадына байҡау яһап, осрашыуға дәррәү килгән әҙәбиәт һөйөүселәргә рәхмәт белдерҙе. Баш­ҡорт­остан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев иһә үҙ сығышында: “Яҡуп Ҡолмой үҙ заманында уҡ Александр Матросов-Шакирйән Мөхәмәтйәновҡа һоҡланыуын, уның батырлығы менән ғорурланыуын белдереп, поэма яҙған, – тине. – Беҙгә эргәбеҙҙә йәшәгән яҙыусыларыбыҙҙы бөгөн күтәрергә, данларға өйрәнергә кәрәк. Үҙе иҫән саҡта поэмалар арнарлыҡ шәхестәребеҙ әле лә етәрлек!”

Ишембай районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илнур Мөхйәнов мәңгелек ижады өсөн шәхес рухы алдында баш эйҙе, шағирҙың ҡыҙы Зәйтүнгөл Яҡуп ҡыҙы һәм ҡустыһының улы Азамат Ҡолмөхәмәтовтар яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты, ғәзиздәренең ғәжәп яғымлы, изге күңелле кеше булғаны тураһында һөйләне.

Яҡуп Ҡолмой һүҙҙәренә яҙылған йырҙар кисәгә илаһи моң өҫтәне, күңелде һағыш, шулай уҡ ғорурлыҡ тойғоһо менән күмде. Уларҙы филармония артистары ғына түгел, Ишембай һәүәҫкәрҙәре лә башҡарҙы. Дәртле бейеүҙәр иһә рух күтәренкелеген арттырҙы.

Сәхнәлә яңғыраған шиғырҙар тел­мәрҙәр аша тыуған еренә, туған теленә, халҡына мөкиббән ғашиҡ, төбәгебеҙҙең һәр миҙгеленә, һәр тарихи битенә һөйөү менән баҡҡан шағир образы күҙ алдына баҫты. Бер быуатлыҡ ғүмер байрамында әҙип зал тултырып халыҡ йыя ала, уның яҙғандары яңғырап тора икән, тимәк, ижады милләте күңелендә һаҡлана!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






“Сулпан”да — “Ҡәнифә юлы”

“Сулпан”да — “Ҡәнифә юлы” 10.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Сибай концерт-театр берекмәһенең “Сулпан” балалар театрында күренекле драматург Сәрүәр Суринаның...

Тотош уҡырға 28

Таланттар байрамы!

Таланттар байрамы! 09.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостанда йәш таланттарға иғтибар көслө, Хөкүмәт кимәлендә бүләкләү йыш ойошторола....

Тотош уҡырға 55

Һүрәттәрҙә - ҡала яҙмышы

Һүрәттәрҙә - ҡала яҙмышы 09.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Сибай тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейында Нияз Мирхәйҙәровтың шәхси фотокүргәҙмәһе асылды. Ул оҙаҡ...

Тотош уҡырға 45

Әлфинә Ҡытайҙа көс һынай

Әлфинә Ҡытайҙа көс һынай 09.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Һылыуҡай– 2018” республика матурлыҡ бәйгеһе еңеүсеһе Әлфинә Кашапова Башҡортостан данын Ҡытайҙа...

Тотош уҡырға 55

“Масторавань морот” Бишбүләктә

“Масторавань морот” Бишбүләктә 09.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Район мәҙәниәт йорто майҙанында шау-гөр килеп барған күңелле сара бик үҙенсәлекле, иҫтә ҡалырлыҡ...

Тотош уҡырға 30

Кимәл дә, кәйеф тә күтәрелә

Кимәл дә, кәйеф тә күтәрелә 08.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бәләбәй ере йәнә Башҡортостандың төрлө төбәктәренән профессиональ ансамблдәрҙе һәм халыҡ...

Тотош уҡырға 42

"Бергә йәшәйек"

"Бергә йәшәйек" 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бай икәнеңде белгең килһә, күсенеп ҡара, тип белмәй әйтмәгәндәр икән! Йә, әллә нимә лә юҡ һымаҡ,...

Тотош уҡырға 109

“Театр – ул сәнғәт һарайы!”

“Театр – ул сәнғәт һарайы!” 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Йоҡомһораған аҡыл һәм йөрәкте ҡуҙғытып ебәреүсе тылсымға эйә ул......

Тотош уҡырға 64

Сәхнәлә –  “Тере тупраҡ”

Сәхнәлә – “Тере тупраҡ” 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ул тарихыбыҙға алып ҡайтыр. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында...

Тотош уҡырға 99

Әҙәбиәт уҡыусынан алда барһын

Әҙәбиәт уҡыусынан алда барһын 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ул кешегә ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итһен. Күренекле яҙыусы һәм журналист Гөлшат Әхмәтҡужинаның...

Тотош уҡырға 54

“Башҡортостан илгә йөҙ йәш, тиме?..”

“Башҡортостан илгә йөҙ йәш, тиме?..” 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Минең данлы Башҡортостаным!” поэмалар конкурсына килгән әҫәрҙәргә күҙәтеү....

Тотош уҡырға 98

Театрға өр-яңы спектаклгә килегеҙ!

Театрға өр-яңы спектаклгә килегеҙ! 05.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҙур премьера көтөлә –...

Тотош уҡырға 90