Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ижадында – халыҡ яҙмышы

Ринат Камал әҫәрҙәрендә кешенең күңел донъяһын өйрәнә.

Күренекле яҙыусы Ринат Камалдың әҙәби әҫәрҙәрен тәүге көндәренән уҡып барам. Хатта, шул дәүерҙәге проза хаҡында һүҙ сыҡҡас, матбуғатта үҙ фекеремде белдереп тә ҡуйғайным. Әле уның “Кеше драмаһы” китабына (Өфө, 2014) ингән прозаһын ҡат-ҡат битләп сыҡҡас та, байтаҡ ваҡыт йыйып ҡына ниҙер әйтеү теләгенән арына алмай йөрөнөм. Әммә хәҙер инде танылған, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булған прозаиктың ижадына бер ултырыуҙа йыйып ҡына бер төплө фекер әйтеүҙең еңел булмауын аңлау ҡулды тотоп килде. Шулай итеп, ошо юлдар уның авторы өсөн дә бер тында ғына аҡ ҡағыҙға төшөрөлгән хеҙмәт булмай сыҡты. Яҙыусы үҙе лә бит “Кеше драмаһы”на инеш”тә яҙғанса, “...бөгөнгө көн тураһында яҙғандарым иртәгә барыбер үткән, “тарихи” әҫәр тип ҡабул ителәсәк бит. Йәки теге заман тураһында теге замандың документаль яҙыусыһы буласаҡмын” тигән ҡарашта тора.

Ринат Камалдың әле һүҙ барған “Ҡотлояр-Бәхтейәрҙәр” (ул ошо “Кеше драмаһы” эсенә инә) тигән баш аҫтында тупланған әҫәрҙәрендә бер ғаилә тарихы тәфсирләнә. Унда беҙ Ҡотлояр-Бәхте­йәрҙәр нәҫеле үткән ауыр һәм ҡатмарлы юлдың шаһиты булабыҙ. Ул, йәмғиәт менән шәхес, дәүләт менән уның субъекты булараҡ, кеше араһындағы мөнә­сәбәттәр аша асып бирелә. Әҙип раҫ­лауынса, бер кешенең күңел торошо тотош халыҡтың аң-зиһененә тиң, унда уның уй-теләктәре, өмөтө, юғалтыу-табыштары сағылыш таба. Автор шуның менән ғәмәлдә иһә үҙ уҡыусыһына “ҡарағыҙ” тип өндәшә: бер ғаиләнән илебеҙ тарихына тәрән инеп ҡалған XX быуатта кемдәр генә сыҡмаған — улар иң элек үҙ дәүеренең синфи йөҙөн һынландырған төрлө һөнәр эйәләре, һанай китһәң, һөнәрмәндәр, революцио­нерҙар, уҡытыусылар, колхозсылар, һатыусылар, хәрбиҙәр, милиционерҙар, врачтар, ғалимдар, журналистар, бейеү­селәр, рәссамдары күҙ алдынан үтә. Улар араһында үҙ нәүбәтендә кемдәр генә юҡ: үҙ эшенә тоғролар ҙа, һәр аҙы­мын үҙ мәнфәғәтендә файҙаланырға әҙер тороусылар ҙа етерлек. Һуңғы сиктә, яҙыусы инаныуынса, уларҙың тормошо, ил алдындағы яуаплылығын аңлауы ла дәүер тарихына әүерелә.

Шуға күрә “Кеше драмаһы” авторы­ның: “Кешеләрҙең ярһыу хыялдары, хәтәр кисерештәре, яҙмышы мине нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра, зиһе­немде нығыраҡ биләй... Кешенең күңел кисе­рештәре, уй-хыялдары, бөтөн пси­хологияһын өйрәнеү, яҡтыртыу – төп маҡсатым, хеҙмәтемдең төп предметы... Художник психолог та булырға тейеш; уның маҡсаты, өйрәнеү объекты шул!” — тип раҫлауы уның ижадының йөҙөн билдәләй, төп юлында ята булыр.

Иң элек Ринат Камал ижадының башҡорт әҙәбиәтендә үҙенә бер үҙен­сәлекле күренеш булыуын билдәләп китеү урынлы булыр. Беҙ унда прозаның иртәгәһе көнөн күргәндәй итәбеҙ. Ғәмәлдә автор “Кеше драмаһы”нда бер ғаилә яҙмышы аша уҡыусының күҙ алдына тотош халыҡ яҙмышының үткәнен һәм бөгөнгөһөн баҫтыра. Ул уны бер әҫәрендә генә түгел, үҙенсә ил тари­хы­ның һәр яңы осорона бәйләп һүрәтләй, яңы образдар, характерҙар аша аса. “Кеше драмаһы” әҫәре шартлы рәүештә, жанрҙар буйынса төп биш өлөшкә бүленә. Шуларҙың өсөнсө бүлегенә ҡараған өлөшөнөң – “Ҡотлояр-Бәхтейәр­ҙәр” шәлкеменең егерме романдан торасағын да иҫкәртеп ҡуя. Автор үҙ маҡсатын былай аңлата: “...Ғаиләнең һәр ағзаһына бер китап арнайым, уларҙың һәр береһенең айырым тормошон өйрәнәм... Был алым, минеңсә, дөрөҫ тә, ғәҙел дә, автор өсөн ҡулай ҙа һымаҡ”.

Яҙыусының ошо фекеренә таянып әйткәндә, уның геройҙарының тормош юлы егерменсе быуат баштарынан башлана. “Әлфирә” романының төп геройы Ҡотлояр, донъяның әсеһен-сөсөһөн татып, 1921 йылда һуғыштан ҡайта. Ул Бе­ренсе донъя һуғышын башынан аҙағынаса татый, әсирлектә була. Ҡай­тыуына хужалығы тарҡалған, ҡатыны Алмагөл, ҡыҙы Хөмәйрә үлгән, барыһын да яңынан башларға кәрәк. Ҡотлояр, донъя күреп ҡайтҡан кеше тип, волисполкомға һайлана, яңынан тормош ҡора, йәнә ғаилә ҡора. Йәш ҡатыны Әлфирәгә булған мөхәббәте уның тормошона йән өргәндәй.

“Әлфирә” романы геройҙары Әлфирә, Хәлиҙә, Аҙнабай, Миңтаһир бай, Мөхәм­мәткәрим хажи, Шакир мулла – барыһы ла донъя көтөргә ынтыла, йәшәү хаҡына улар бөтәһенә әҙер. Бары Бәхтейәр учителдең генә (ул ваҡиғаларҙы ситтән күҙәтһә лә) күңеле ҡатҡан. “Шаңдау” романында беҙ, ғөмүмән, шанлы һәм ҡанлы 1918 йылды күрәбеҙ. Унда илдәге киҫкен синфи көрәш үҙенең сағылышын тапҡан “Әлфирә”, “Шаңдау”, “Беләҙекүл” романдары егерменсе быуаттың тәүге яртыһынаса булған ваҡиғаларҙы яҡтыртһа, “Вариҫ”, “Колхозсы”, “Ағай-энеләр”, “Баныубикә” романдарында быуат урталары тураһында һүҙ бара. һуңғыһында инде төп персонаждар — Ҡотлояр ҡарттың балалары Зөлҡәрнәй, Әсләм, Ғәтиәтулла. Улар яңы осорҙа, социализм дәүерендә йәшәй. “Вариҫ”­тың төп геройы – Ҡотлоярҙың Хәмиҙә­нән тыуған улы Әсләм. Ул һис тә ата­һына тартмаған, күп осраҡта ваҡиғалар ағышы уға “баш” була. Уның ҡарауы, “Колхозсы” әҫәрендә Ҡотлоярҙың дүр­тенсе ҡатыны Әлфирәнән тыуған баш бала Зөлҡәрнәй бөтөнләй икенсе кеше: ул инициативалы, һәр эштә башлап йөрөүсе шәхес рәүешендә уҡыусының күҙ алдына баҫа. Бөйөк Ватан һуғы­шынан ҡайтҡас та, һаман шул йылдарҙа ҡанына һеңгән ғәҙәттәренән арына алмай, тыныс тормошта ла хәрбиҙәрсә эш итеп ҡуя, ғөмүмән, үҙен командир итеп тоя. Зөлҡәрнәй – үҙ заманының типик бер вәкиле: иленә, партияға хеҙ­мәт итергә әҙер, гел үҙ намыҫына тоғро. Шул уҡ ваҡытта ул күптәр кеүек ябай шәхес тә — бер көн килеп мөхәббәт тойғоһо уның да башын әйләндерә (шуғалыр әҫәр “Ағиҙел” журналында (2016, №10-11) “Ымһыныу” исеме менән баҫылды).

Бәндә, ниндәй генә хәлгә тарыһаң да, бирешмә, ары йәшәргә, үҙеңдә көс тап, ҡайһылай булһа ла, йәшәү сәмен һүрелтмә! Беҙгә ата-баба шундай васыят әйткән.

“Баныубикә” романында инде прозаик уҡыусы иғтибарын нәгеҙ бәхтейәрҙәр нәҫеленә күсерә. Баныубикә – Ҡотлояр­ҙың вариҫым, Мәғҙәндә үҙемдең урыныма ҡалаһы кеше тип билдәләгән улы Әсләмдең ҡатыны. Ҡәйнәһе Хәмиҙә әйтеүенсә, тилбер ҡуллы килен, был нәҫел-нәсәптең бөтә бәләләрен, холоҡ-ҡылығын кисергән ил инәһе... Оҙаҡ­ламай уның менән Әсләмдең балалары – ҡотлоярҙар, бәхтейәрҙәр тоҡомон бәйләүсе Инйәр менән Рафиҡ үҫеп етә. Инйәр “һөйкөмлө һөйәк”тә яҙыусы... Ҡотлоярҙар тоҡомонан, туҡһанынсы йылдарҙағы халыҡ күтәрелеше – Баш­ҡортостандың суверенитеты өсөн көрәшеп йөрөй. Ә Рафиҡ яңы заман эшҡыуары, ата-бабаһы, бәхтейәрҙәр заты шикелле бай булырға хыяллана.
Тормош өҙлөкһөҙ сылбыр төҫлө. Был сылбырҙа ҡотлояр-бәхтейәрҙәр затының күтәрелеүе, сәскә атыуы күҙәтелә. XX быуат үҙе лә кешегә игелекле, изгелекле генә булманы бит: уттан алып һыуға һалды. Өҙлөкһөҙ революциялар, үҙгәртеп ҡороуҙар, реформалар...

Яңы яуҙар, яңы революциялар. Был үҙгәрештәрҙә әҙәм балаһы ни эшләй? һәр быуын үҙенә яҙғанын кисерә, үҙенең өлөшөнә төшкәнде татый. Шулай быуын-быуын дауам итә. “Сабыр йән”, “Мед­институт” эше”, “Оҙонтал”, “Бейеү­селәр” – шәлкемдең был романдары Ҡотлояр балалары Сабирйән, Мазһар, Рәшиҙә, Йоностарҙың көнитмешен яҡтыртыуға арнала. Улар үҙҙәре айырым оло бер донъя. Уларҙың һәр береһе менән уҡыусыға махсус ултырып танышырға кәңәш итер инем.

“Оҙонтал”дағы – Рәшиҙә, Нурания, “Талаҡ!”тағы – Раушания ла, Тәлғәт тә, “Сабыр йән”дәге – Сабирйән, Ильяс, “Әлфирә”ләге – Әлфирә, “Ағай-энеләр”­ҙәге Миңзада менән Ғәтиәтулла ла тормошто һөйә, мөхәббәткә табына, мөхәббәт тип ҡазаға тарый.

“Был тиклем әҙәби персонаждарҙы һынландырыу, бер теҙгендә тотоу хәтәр ҙә, ҡыҙыҡ та”, – тип белдерә яҙыусы. “Ҡотлояр-Бәхтейәрҙәр” шәлкемендә дүрт быуын яҙмышы тергеҙелә. Уларҙың һәр береһенең үҙенсә йәшәү рәүеше, хыялы, маҡсаты бар. Был ҡатлаулы һәм ҡатмарлы әҫәр төҙөлөшөнә, һүрәт­ләү алымдарына туҡталып, минеңсә, әҙиптең ғаилә романдары шәлкемен “Ҡотлояр-Бәхтейәрҙәр”, ә бөтә ижадын “Кеше драмаһы” тип атауға шик-шөбһә әйтеү ауырҙыр. Эш исемдә түгел, ә есем­дә икәненә һүҙ оҫтаһының новелла, хикәйәләре, повесть, романдары асыҡ дәлил.

Бер ыңғайҙан башҡорт прозаһында үҙенең лайыҡлы урынын алған, донъя әҙәбиәте традицияларын ижади үҫтер­гән, ысын халыҡ яҙыусыһы булараҡ (мин уны әле үк шулай итеп күрәм; әйткәндәй, был исемде ваҡытында рәсмиләштереп ҡуйһаҡ та, яҡшы булыр ине) сығыш яһаған заманға ауаздаш шәхестең киләсәк хаҡындағы фекер­ҙәренә лә ҡолаҡ һалайыҡ: “Киләсәккә өмөт менән ҡарайым, аҡыллылар китап уҡыр, башы булғандар әҙәбиәттән айырылмаҫ. Шундай күп планлы, ҡат­лаулы эшкә йөрьәт итеүем, алдыма шундай оло маҡсаттар ҡуйыуым мине рухландыра... Бурыстарымдың мөһа­бәтлегенә һөйөнөп, эшкә ҡабат-ҡабат ең һыҙғанам”.

Рух һаҡсыһы, халҡы ихтыяждарын яҡлаусы итеп беләм Ринат Камалды. Ул ныҡышмалы рәүештә кешенең күңел донъяһын өйрәнә. Кеше күңеле — төпһөҙ даръя, асылмаған сиҙәм, тиҙәр беҙҙең халыҡта.

Ф. Достоевский ҙа: “Мин ғүмерем буйы кешене өйрәндем, барыбер осо- ҡырыйына сыға алманым”, – тип күрһә­тә. Арҙаҡлы башҡорт әҙибе лә шул юлда.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






“Ер һүҙе”нең тәүге аҙымы

“Ер һүҙе”нең тәүге аҙымы 21.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Республикала “Ер һүҙе” I Халыҡ-ара кинофорумына заявкалар ҡабул итеү башланды. Уның төп саралары 12...

Тотош уҡырға 22

Батша фотографы Яхъя башҡорттарын төшөргән

Батша фотографы Яхъя башҡорттарын төшөргән 21.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостандың Милли музейында “Янғантау” геопаркы: кисә, бөгөн, иртәгә” фотокүргәҙмәһе асылды....

Тотош уҡырға 46

Театр йылын етемһерәп ҡаршыланы был йорт...

Театр йылын етемһерәп ҡаршыланы был йорт... 20.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бай тарихы, үҙ йөҙө, тамашасыһы булған Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма...

Тотош уҡырға 214

Оло Шаҙы балаларын да көтәбеҙ

Оло Шаҙы балаларын да көтәбеҙ 19.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт / Белем һәм тәрбиә

Баш ҡалабыҙҙың Дим биҫтәһендә урынлашҡан данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында...

Тотош уҡырға 77

“Ҡурҡыу юҡ, ә тулҡынланыу бар”

“Ҡурҡыу юҡ, ә тулҡынланыу бар” 18.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, билдәле йырсы Әнүәр Нурғәлиевкә 45 йәш тула....

Тотош уҡырға 222

УРАЛДЫҢ ҺӘР ҠАЯҺЫНА БӨРКӨТТӘЙ ҠУНАСАҠБЫҘ

УРАЛДЫҢ ҺӘР ҠАЯҺЫНА БӨРКӨТТӘЙ ҠУНАСАҠБЫҘ 18.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

БЕҘҘӘР Беҙ булһаҡ шундай булабыҙ: Була алмайбыҙ башҡа. Күккә ҡарап рәхмәт әйттек, Алғыштар яҙҙыҡ...

Тотош уҡырға 126

Театр йылы “Ҡәнифә юлы”нан башланды
Лайыҡлы яуап

Лайыҡлы яуап 18.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Һуңғы йылдарҙа күренекле яҙыусы Ғәлим Хисамов үҙенең ижады менән әҙәбиәт һөйөүселәрҙе даими...

Тотош уҡырға 70

Китапты ҡулда тотоп уҡыуға  ихтыяж бар әле

Китапты ҡулда тотоп уҡыуға ихтыяж бар әле 18.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Интернет заманында ла рухи ҡиммәттәр юғалмай....

Тотош уҡырға 68

Таныша торайыҡ: “Зәрҡүм”!

Таныша торайыҡ: “Зәрҡүм”! 16.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡорт эпостары геройҙарына балаларҙы нисек нығыраҡ яҡынайтырға? Бының бер алымын Стәрлетамаҡ...

Тотош уҡырға 105

“Башҡортостандың һөйөклө рәссамдары”

“Башҡортостандың һөйөклө рәссамдары” 16.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Проекттың маҡсаты – башҡорт ҡылҡәләм оҫталары менән киңерәк таныштырырға....

Тотош уҡырға 107

“Кинйә” хаҡында уйланыуҙар (Көндәлектәр)

“Кинйә” хаҡында уйланыуҙар (Көндәлектәр) 16.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

1967 йыл, 7 ғинуар. Һуңғы ваҡытта Кинйә Арыҫланов хаҡында бик ныҡ уйландыра башланы. Ә. Усмановтың...

Тотош уҡырға 65