Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әйтеп бөтөлмәгән фекерҙәр күп әле
“Дим моңдары” күңелегеҙгә ял бирер.

Республика юбилейы алдынан донъя күргән был китап шиғриәт һөйөүселәр өсөн генә түгел, барлыҡ район халҡына ысын бүләк булды. Бер нисә йыл дауамында әҙерләнгән йыйынтыҡта районыбыҙҙа ижад иткән егерме ике авторҙың башҡорт, татар, рус телдәрендәге шиғырҙары тупланған.

— Шиғриәт – ул ысын мәғәнәһендә серле донъя. Әлбиттә, шиғырһыҙ ҙа йәшәп була. Әммә ул саҡта рухи донъябыҙ ярлы, күңе­ле­беҙҙең бер өлөшө буш булыр ине, — тине район хакимиәте башлығы урын­баҫары Закуан Әхмәтов, әҙәби кисәне асып. – Ҡайһы ваҡыт беҙ шиғриәттең тылсымлы көсөн аңламайбыҙ, уның менән илһамланған кешеләрҙең эргәбеҙҙә булыуын күрмәйбеҙ. Районы­быҙҙа шундай һәләтле ҡәләм оҫталарының күплегенә ғәжәпләндем. Уларҙың ижад емештәрен бергә туплау еңел эш түгел, әлбиттә. Бөгөн ошо шиғри йыйынтыҡты сығарыуға күп көс һалған, Әлшәйҙең ҡәләм тирбәтеүселәрен бергә туплаған Илфаҡ Фаризовҡа рәхмәт белдергем килә.



Эйе, донъяларыбыҙ емерелмәҫ тә ине, әммә тормошобоҙҙо шиғриәтһеҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын... Пушкин һәм Шекспирһыҙ, Есенин һәм Ахматоваһыҙ, бөйөк Мостай һәм Рәмиһеҙ... Хистәр ташып урғылыуын, сихри һүҙҙәр донъяһын, ябай ғына фекерҙәрҙе шиғыр юлдарына һалғас, уларҙың күңел ҡылдарын тирбәтеүен башҡаса нисек аңлатырға һуң? Ә һеҙ кешенең ни сәбәпле шиғыр яҙа башлауы тураһында уйлап ҡарағанығыҙ бармы? Һүҙҙәрҙе башҡа төрлө яңғырарға, йөрәктәрҙе йышыраҡ тибергә мәжбүр иткән ғәжәйеп һәләт ҡайҙан килә? Нисек бары тик ике юлға бөтә донъяны һыйҙырырға? Шиғриәткә өйрәтеп булмай, уны бары аңларға ғына мөмкин.

Әлшәй шағирҙары ла был көндө залда ултырған тамашасыларҙы үҙҙәренең уй-хыялдары һәм эске кисерештәре донъяһына алып китте. Әлфиә Ханнанова, Клара Туҡаева һәм Гөлфиә Ғиззәтованың сығышын халыҡ алҡыштарға күмде. Миңзилә Муллағолова һәм Зөбәржәт Ғәбделмәнованың күңел гәүһәрҙәре халыҡ рухына, әсәйгә, тыуған ергә һөйөү хистәре менән һуғарылған.

...Һәр кемдең дә тормошонда шундай мәлдәр була, бөтмәҫ мәшәҡәттәрҙән арынып, тулҡынландырғыс һәм илһамлан­дырыусы шиғриәт донъяһына сумғы килә. Бына шундай минуттарҙа Әлшәй ерендә ижад иткән авторҙарҙың “Дим моңдары” китабы күңелегеҙгә ял бирер, рухи шишмәләрегеҙҙе байытыр. Был кисәлә йыйынтыҡҡа ингән әҫәрҙәрҙең ни бары бер өлөшө генә башҡарылды. Әйтеп бөтөлмәгән фекерҙәр, уҡылмаған шиғырҙар күп әле.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Таныша торайыҡ: “Зәрҡүм”!

Таныша торайыҡ: “Зәрҡүм”! 16.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡорт эпостары геройҙарына балаларҙы нисек нығыраҡ яҡынайтырға? Бының бер алымын Стәрлетамаҡ...

Тотош уҡырға 0

“Башҡортостандың һөйөклө рәссамдары”

“Башҡортостандың һөйөклө рәссамдары” 16.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Проекттың маҡсаты – башҡорт ҡылҡәләм оҫталары менән киңерәк таныштырырға....

Тотош уҡырға 30

“Кинйә” хаҡында уйланыуҙар (Көндәлектәр)

“Кинйә” хаҡында уйланыуҙар (Көндәлектәр) 16.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

1967 йыл, 7 ғинуар. Һуңғы ваҡытта Кинйә Арыҫланов хаҡында бик ныҡ уйландыра башланы. Ә. Усмановтың...

Тотош уҡырға 28

Урғыл шишмә моңдары

Урғыл шишмә моңдары 16.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Мираҫы йылдар шауҡымына бирешмәй....

Тотош уҡырға 26

Ихлас күңелдән һөйләшеү

Ихлас күңелдән һөйләшеү 15.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Әбйәлил район үҙәк китапханаһында “Ысын күңелдән һөйләшеп алайыҡ” тип аталған ғаилә байрамы үтте....

Тотош уҡырға 52

“Яҡшылыҡ булһын атығыҙ!”

“Яҡшылыҡ булһын атығыҙ!” 15.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Урал батыр” спектакле ошо һүҙгә тоғро ҡалдымы? “Урал батыр” эпосы – ул башҡорт халҡының йәшәү...

Тотош уҡырға 187

Рухлы күңелдәр берләште

Рухлы күңелдәр берләште 15.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бишбүләктәр мәшһүр эпосты яҡшы белә....

Тотош уҡырға 46

Уртаҡ

Уртаҡ 15.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Солтан һуңғы йылдарҙа йыш ауырыны. Район табиптары уны төрлөсә әүеш-тәүеш килтереп ҡараны ла, бер...

Тотош уҡырға 71

Ултырғысыңды бер-ике аҙым алға шылдыр...

Ултырғысыңды бер-ике аҙым алға шылдыр... 15.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

"Башҡортостанға “Бәләкәй шаһзат” осоп килде!" Шулай тип хәбәр итә үҙенең “Бәйләнештә” социаль...

Тотош уҡырға 45

Көслөләрҙе һынауҙар һындырмай,  сыныҡтыра ғына, нығыта...
Самауыр сәйе эсәсәктәр

Самауыр сәйе эсәсәктәр 15.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Нур” Өфө дәүләт татар театры Ҡазанда гастролдә булып ҡайтты....

Тотош уҡырға 35

“Туғанлыҡ” яҡынлаша

“Туғанлыҡ” яҡынлаша 14.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә 23-нән 30 майға тиклем “Туғанлыҡ” VII Халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале уҙасаҡ....

Тотош уҡырға 53