Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йырлай-йырлай йәшәгәндә, бар донъялар яңырыр!

Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл мәҙәниәт йорто “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Тыуған яғым мәҙәниәте” проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә яңы төҫ алды.

Ауыл биләмәһе хакимиәте, фельдшерлыҡ пункты һәм почта бүлексәһе урынлашҡан мәҙәниәт йортона был көндә үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусылар, әүҙем йәмәғәтселәр һәм күрше-тирә ауылдарҙа йәшәүселәр йыйылды. Үҙешмәкәр артистар “Тыуған яғым мәҙәниәте” проектына һатып алынған сәхнә кейемдәре, йыһаздар һәм музыка уйын ҡоралдары презентацияһына ашыҡты, икенселәр иһә Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Изотовҡа һәм республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Антон Матренин менән Тимур Ғилмийәровҡа шәхсән үҙ һорауҙарын бирергә теләне.

Ауыл халҡын тәү сиратта дөйөм социаль проблемалар – төҙөкләндереү, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф мәсьәләләре борсой. Фәнисә һәм Фәрхәт Ғәбитовтар, мәҫәлән, үҙ урамдарында йәшәү­селәр исеменән депутаттарҙан газ үткәргес һуҙыуҙа ярҙам итеүен һораны.

Ә бына ҙур шәхси хужалыҡ тотоусы Айҙар Зарипов һөт йыйыуҙы ойоштороуға бәйле борсолоуын белдерҙе. Әлбиттә, бөгөн ауылда ла, ҡалаларҙа ла иң киҫкен, көнүҙәк мәсьәлә булып торған сүп-сар реформаһы, пенсияға ҡағылышлы һорауҙар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы.

Шуны әйтергә кәрәк: мөрәжә­ғәттәр һорауҙарға яуап биреү менән генә сикләнмәне. Ҡыпсаҡ-Асҡар, Ҡыҙыл һәм Ибрай ауыл Советтары халҡы менән әңгәмәлә депутаттар тормоштоң күп кенә яҡтары – эш урындары, демография, юл инфраструктураһы һәм хеҙмәттәр күрһәтелеүе менән дә ҡыҙыҡһынды. Осрашыу йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Концерт шундай уҡ яҡшы кәйеф менән дауам итте. Абруйлы ҡунаҡтарҙы ауыл биләмәһе башлығы Рәмил Ғәзизов сәләм­ләне, сәхнәлә күҙ яуын алырҙай милли костюмдарҙа үҙешмәкәр артистар, танылыу яулаған “Әхирәттәр” төркөмө, ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың йыр, бейеү коллективтары, ағинәйҙәр сығыш яһаны. Яңы сәхнә кейемдәре, музыка уйын ҡоралдары — партия проектына ярашлы һатып алынған әйберҙәрҙең бер өлөшө генә. “Тыуған яғым мәҙәниәте” проектын бойомға ашырыу һөҙөмтәһендә клуб түбәһе капиталь ремонтланды, музыка аппаратураһы, яҡтылыҡ ҡорамал­дары һатып алынды, сәхнә йыһаздары яңыртылды. Был маҡсатта федераль бюджеттан 2 миллион 999 мең һум һәм республика бюджетынан 409 мең һум аҡса бүленде.

Ҡыпсаҡ-Асҡар халҡына килә­сәк­тә лә йырлай-йырлай ижади үрҙәргә артылыуҙарын һәм яңынан-яңы проекттарҙы тор­мош­ҡа ашырыуҙарын теләргә генә ҡала.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Федераль каналда – башҡорт ҡурайы

Федераль каналда – башҡорт ҡурайы 22.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

24 ғинуар, кесаҙна, “Россия-Культура” телеканалында Башҡортостанға бағышланған “Минең һөйөүем –...

Тотош уҡырға 58

Республика йортонда осрашыу

Республика йортонда осрашыу 22.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 35

Иркә ҡатын

Иркә ҡатын 22.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Мәүлиҙәне палатаға санитарка етәкләп индерҙе. Биш кешелек палата яҡты, йылы. Төшкө ашты ашарға...

Тотош уҡырға 168

Милли йөҙөбөҙҙө нисек сағылдырабыҙ?
Мостай Кәрим фекерҙәре

Мостай Кәрим фекерҙәре 22.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

– Һөйөү нимә? – тинем ир кешегә. – Ҡатын өсөн тамуҡтарҙы үтеү. – Һөйөү нимә? – тинем мин ҡатынға. –...

Тотош уҡырға 44

“Ер һүҙе”нең тәүге аҙымы

“Ер һүҙе”нең тәүге аҙымы 21.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Республикала “Ер һүҙе” I Халыҡ-ара кинофорумына заявкалар ҡабул итеү башланды. Уның төп саралары 12...

Тотош уҡырға 68

Батша фотографы Яхъя башҡорттарын төшөргән

Батша фотографы Яхъя башҡорттарын төшөргән 21.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостандың Милли музейында “Янғантау” геопаркы: кисә, бөгөн, иртәгә” фотокүргәҙмәһе асылды....

Тотош уҡырға 81

Театр йылын етемһерәп ҡаршыланы был йорт...

Театр йылын етемһерәп ҡаршыланы был йорт... 20.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бай тарихы, үҙ йөҙө, тамашасыһы булған Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма...

Тотош уҡырға 227

Оло Шаҙы балаларын да көтәбеҙ

Оло Шаҙы балаларын да көтәбеҙ 19.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт / Белем һәм тәрбиә

Баш ҡалабыҙҙың Дим биҫтәһендә урынлашҡан данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында...

Тотош уҡырға 86

“Ҡурҡыу юҡ, ә тулҡынланыу бар”

“Ҡурҡыу юҡ, ә тулҡынланыу бар” 18.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, билдәле йырсы Әнүәр Нурғәлиевкә 45 йәш тула....

Тотош уҡырға 231

УРАЛДЫҢ ҺӘР ҠАЯҺЫНА БӨРКӨТТӘЙ ҠУНАСАҠБЫҘ

УРАЛДЫҢ ҺӘР ҠАЯҺЫНА БӨРКӨТТӘЙ ҠУНАСАҠБЫҘ 18.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

БЕҘҘӘР Беҙ булһаҡ шундай булабыҙ: Була алмайбыҙ башҡа. Күккә ҡарап рәхмәт әйттек, Алғыштар яҙҙыҡ...

Тотош уҡырға 135

Театр йылы “Ҡәнифә юлы”нан башланды