Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте

“Урал батыр” рок фестивале икенсе тапҡыр үҙ тамашасыһын йыйҙы.

Башҡортостанда рок бармы? Ошо һорау, моғайын, башҡорт эстрадаһында киң таралғандарының береһелер. Кемдер был музыка йүнәлешендә ижад иткән лайыҡлы төркөм юҡ тип иҫәпләй, икенселәр өсөн башҡорт рок-музыкаһы “Бүреләр” төркөмө менән генә сикләнеп ҡала...

Башҡорт рок-музыкаһының үҙ тарихы бар

Ысынында, башҡорт рок-музыкаһы тамырҙары менән 90-сы йылдарға барып тоташа. “Тәү­ҙә был йүнәлеш “рәсми” башҡорт эстрадаһына альтернатива бу­лараҡ килеп сыға, – тип яҙа тарихсы Азат Бураншин. – Әммә ва­ҡыты менән, 90-сы йылдар дауамында был субкультура бары­һы тарафынан да аңлау таба, абруй ҡаҙана. Рок-йыр­ҙар­ҙы радиола уйната, рок-төр­көм­дәрҙе төрлө концерт һәм телевидение тапшырыуҙарына саҡы­ра баш­лай­ҙар. “Ант”, “Сая”, “Дәрүиш”, “Диуана”, “Башҡорт­остан”, “Аҡ­йондоҙ” кеүек төркөмдәр тора-бара башҡорт эстрадаһының айы­рылғыһыҙ өлөшөнә әүе­релә...”

Бөгөн ситтән ҡарағанда бер төр­лө күренгән, баштан-аяҡ поп йүнәлешенә ҡоролған башҡорт эстрадаһында ла лайыҡлы рок-төркөмдәр етерлек. Дөрөҫ, бынан бер нисә йыл элек был йүнәлеш ысын мәғәнәһендә көрсөк кисер­ҙе. Ғәмәлдә йәмәғәтселектә “Башҡорт рок-музыкаһы бармы? Ул тереме?” тигән һорау яралды. Быға “Дәрүиш-Хан” төркөмө солисы Дим Мәннәндең ҡапыл вафат булыуы ла, ваҡыт уҙа бара, башҡа төркөмдәрҙең тарҡалыуы ла булышлыҡ иткәндер. 2000 йылдар башында “Бүреләр”, “Зиндан” кеүек төркөмдәр үҙҙәре ха­ҡын­да белгертте, әммә уларҙың башҡарыу стиле күберәк поп-рокка тартым, башҡорт эстрадаһына “ауыр” музыка етмәй ине.

Бөгөн иһә, ҡыуанысҡа күрә, башҡорт рок-музыкаһы ысын мә­ғә­нәһендә яңырыу кисерә. Ошо музыка йүнәлешендәге төрлө сараларҙың йыш уҙа башлауы, уларҙы үткәреүҙә Мәҙәниәт ми­нистр­лығының ярҙам күрһәтеүе лә быға булышлыҡ итә. Бынан алты йыл элек үткәрелә башлаған “Ҡош юлы” башҡорт бард фестивале үҙе генә әллә күпме яңы исемдәр асты. Миңзәлә Яхина, Тимур Ямалов, Тимур Йосопов, Тимур Әхмәтйәнов кеүек йырсылар яңғыҙ ҙа, төркөм менән дә башҡорт рок мәҙәниәтенә яңы һулыш өрә.

Кем улар — башҡорт рок мәҙәниәте вәкилдәре?

Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге тарафынан ойошторолоп, республика Башлығы грантына уҙғарылған “Урал батыр” башҡорт рок-фестивале икенсе йыл рәттән үҙ тамашасыһын ҡыуандыра. Бы­йылғы сараның әһәмиәте баһа­лап бөткөһөҙ: ул Дим Мәннән (Ҡоләхмәтов) иҫтәлегенә арнал­ған.

Тамаша алдынан проекторҙа “Һуҡмаҡһыҙ юлсы” (режиссеры – Ләйсән Мәжитова) фильмынан кадрҙар хасил булыу менән, залдағы халыҡ дәррәү ҡул сабып ебәрҙе. Дим Мәннәндең изгелек, яҡшылыҡ хаҡында һүҙҙәре ирекһеҙҙән Урал батырҙың васыятын хәтерләтте:
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ...
Фестивалдең исеме лә юҡҡа ғына “Урал батыр” түгел бит...

“Дан” төркөмө хаҡында бик оҙаҡ һөйләргә мөмкин. Етәксеһе Тимур Йосопов башҡорт рок мәҙәниәтенә “Ҡош юлы” фестивале аша туған телен өйрәнеү маҡсаты менән аяҡ баҫа. Күп тә үтмәй, төркөм төҙөлә, береһенән-береһе мәғәнәле, йөрәккә үтеп инерлек, зиһенде ҡуҙғатып ебә­рерҙәй йырҙар яҙыла башлай. Шуларҙың береһе – Йомабикә Ильясова һүҙҙәренә ижад ителгән “Набат” йыры – XXI быуаттың төп афәттәренең береһе — терро­ризмға арналған. Төркөм­дөң йырҙары “ауыр” музыка төрөнә ҡараһа ла, улар олоһоноң да, кесеһенең дә күңеленә хуш килеп, һәр кемдә ауаздаш хис таба, сөнки әһәмиәте, тәрән мәғәнәһе менән алдыра. Шуныһы ҡыуаныслы – “Дан” үҙенең йырҙары менән Марат Кәримов, Бәхтийәр Хәлитов кеүек оло быуын шағирҙарының да, башҡорт шиғриәтенең яңы һүҙе, яңы ауазы булған Ғилман Ишкининдың да шиғырҙарына яңы һулыш өрә. Фестивалде улар “Дәрүиш-Хан” төркөмөнөң “Юлаусы” йыры менән асты.
“Шоңҡар” төркөмө төҙөлөүгә, уйлап ҡарағыҙ, 24 йыл!

– Төркөмдө ҡайтанан тергеҙеп, репертуарыбыҙҙағы йырҙарҙы халыҡҡа сығарып, яңыларын яңғыратырға, даими сығыш яһарға йыйынабыҙ. Яңынан-яңы фекерҙәр, идеялар башҡа килә, быларҙың барыһын да халыҡ тиҙҙән сәхнәнән күрер, – тине етәксеһе Илһам Бәҙретдинов.
“Шоңҡар”ҙың сығышы тәү сиратта миллилеге менән үҙенә арбаны. Электр бас-гитара менән бер рәттән думбыра, ҡурай ҙа ҡушылған ҡобайыр алымдары ҡулланылған башҡарыуҙа халҡы­быҙҙың рухы сағыла ине.

“Юлдаш” төркөмө лә үҙ ваҡы­тында сәхнәләрҙе аҙ шаулат­маған. Уларҙың барыһының да милли кейемдә сығып баҫыуы үҙе бер тамаша булды. “Юл­даш”тар “Оло тау” ҡаҙаҡ төркө­мөнөң “Инструм-ал”ын уйнағанда, тамашасы түҙмәне, төшөп бейеүселәр ҙә табылды.

Билдәле йырсы Илсур Тай­синдың шулай уҡ 90-сы йылдарҙа “Дәүер” исемле рок-төркөм менән сығыш яһағаны күптәр өсөн ҡыҙыҡлы асыш булды, “Урал батыр” фестивале сәхнәһенә уның “Tai-sin” исемле төркөм төҙөп сығып баҫыуы йәнә бер ғәжәп­ләндерҙе. “Tai-sin” “Дәрүиш-Хан” төркөмөнөң “Ауыл!”, үҙ репер­туарҙарынан “Һинең күҙҙәрең”, “Әйт миңә” йырҙарын яңғыратты. Әйткәндәй, “Һинең күҙҙәрең” йыры Абдулхаҡ Игебаев шиғы­рына яҙылған. Тап рок-музыка әһелдәренең йыр текстары артынан аҫыл шиғриәт өлгөләренә мөрәжәғәт итеүе был йүнә­леш­тәге йырҙарҙың тәрән мәғәнәгә эйә булыуы хаҡында һөйләй.

Ильяс Тулыбаев етәкселеген­дәге “Малай-шалай” төркөмө башҡорт рок мәҙәниәтендә малай-шалай ғына булыуына ҡарамаҫтан, рок һөйөүселәрҙе матур йырҙары менән әленән-әле ҡыуандырып тора. Улар Дим Мәннәндең иң һоҡланғыс йырҙа­ры­ның береһе – “Мәрәһим йы­ры”н һайлаған... Был йырҙы халыҡ ифрат йылы ҡабул итте, залдың әле теге, әле был яғынан ҡушылып йырлаған тауыштары ишетелде. Башҡорт халыҡ йыры “Күләгә”гә яңы һулыш өрөүе ме­нән таң ҡалдырҙы был төркөм! Рок-н-ролл стилендә, әммә баштағы көй мотивын боҙмай башҡарылған йырға рәхәтләнеп бейене сәхнә янына ултырып сыҙамай һикереп төшкән тамаша­сыларҙың үтә дәртлеләре.

Тимур Ямаловты күптәр белә, моңло тауышы өсөн олоһо ла, кесеһе лә берҙәй үҙ итә. “Урал батыр” һөйөнөслө яңылыҡтарға бай: Тимур, “Хан Соло” рок төркөмөн төҙөп, фестивалдә тыңлаусыларҙы ҡыуандырҙы.

Ҡалыптарға һыймаған рок йүнәлешенең үҙендә лә ҡалып­тарға һыймаусылар була... “Нектория” төркөмө нәҡ шундай­ҙарҙан. Етәксеһе, күпселеккә ғәҙәти булмаған, үҙенә генә хас стилдә сығыш яһаған Ришат Сөләймәнов, был юлы ла үҙ принциптарына хыянат итмәне. “Дәрүиш-Хан”дың “Зөлфиә”һенә панк-рок жанры аша яңы һулыш өрҙө, үҙенең “Уникешка” йырын халыҡ уға ҡушылып йырланы.

Рок стилендә башҡорт халыҡ йыры ла, думбыраһы, ҡурайы ла булды, үҙебеҙсә тыпырлатып бейеп тә ебәрһәк... “Gizmo” төркөмө, әйтерһең дә, шундай уйҙарҙы белгәндәй, үҙ сығышын “Башҡорт халыҡ әкиәте” йырынан башланы. Рок-музыка алымдары ҡушылған был йыр рәхәтләнеп үҙебеҙсә бейергә мөмкинлеге менән үтә лә тамашасы күңеленә хуш килде.

“Илап тыуһам да мин,
Йырлап үҫтем.
Йырлап йәшәйем мин
бөгөн дә”, –
тип Зәйнәб Биишева шиғырынан таныш юлдарҙы моңға һалып теҙҙе сәхнәнән “Ҡараташ” төркө­мө. Фестиваль улар һәм башҡа ҡатнашыусылар башҡарыуында “Дәрүиш-Хан” төркөмөнөң баш­ҡорт рок музыка яратыусылар араһында гимн һымаҡ йөрөгән “Уралыбыҙ” йыры менән тамамланды. Хәйер, ҡатнашыусылар ғына түгел, залдағы бар халыҡ аяғүрә баҫты, сәхнәне уратып алды был мәлдә. Берҙәмлек, дуҫлыҡ, шатлыҡ урғыла ине бындай күренештән.

– Ошондай хәрәкәт булдырыу уйы күптән йәшәй ине. Әлеге көндә лайыҡлы төркөмдәрҙең бер-бер артлы сәхнәгә килеүе ҡыуандыра. Уларҙың башҡортса ғына түгел, рус, инглиз теле аша ла яңы кимәлдәргә күтәрелеүен, Рәсәй, халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнашыуын теләр инем, үҙҙә­ренә лә был хаҡта даими әйтә киләбеҙ. Башҡортостанда рок үлмәне, ул тере. Быға тиклем йәнле инструменттарҙа уйнап, тере тауыш менән йырлаған йырсыларҙы ситтә ҡалдырып бара инек, шуға ла ошондай фестиваль ойоштороу ихтыяжы үҙенән-үҙе ҡалҡып сыҡты, – тине Республика халыҡ ижады үҙәге етәксеһе Артур Әлибәков.

Тәнҡитле эш хәйерле

“Ҡурҡҡан эш хәйерле була”, ти халыҡ мәҡәле. Үҙемдән “Тән­ҡитле эш хәйерле” тип тә өҫтәр инем. “Урал батыр” республика башҡорт рок фестивалендә бә­хәскә, ҡапма-ҡаршылыҡлы фе­кер­ҙәргә лә урын ҡалды. Сараға һанаулы ғына сәғәттәр ҡалғас, “Бүреләр” төркөмө солисы Илшат Абдуллин Инстаграм селтә­рендәге сәхифәһенә фестивал­дең форматы, үткәреү урыны менән ризалашмауы хаҡында баҫтырып сығарған яҙмаһы аҫтында күп фекерҙәр йыйылды. Илшаттың фекеренсә, фестивал­дең Республика халыҡ ижады үҙәге мәҙәниәте йортонда үтеүе башҡа һыймаҫлыҡ хәл, ә сара көнөндә билеттарҙың махсус акция буйынса һатылыуы, халыҡ­тың күпләп йыйылмауы сәбәпле, был хәлдән ҡотолоу өсөн эшләнгән. Рок-төркөмдәрҙең бушлай сығыш яһауы музыкантты, йәнәһе, бөтөнләй ҙә аптырауға ҡалдыра.

Күпселек Илшат Абдуллин менән ҡырҡа килешмәй, шул күпселек араһында аҡса, дан, ҙур зиннәтле залдар өсөн түгел, ә башҡорт рок мәҙәниәтен үҫте­реү маҡсатын ҡуйған музыкант­тарҙың фекеренән тыш, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың да шәхсән яҙған һүҙҙәре иғти­барға лайыҡ. Ул рок-фестивал­дең башҡа берәй ерҙә түгел, ә тап Республика халыҡ ижады үҙәге мәҙәниәт йорто сәхнәһендә үтеүен әле яңы аҙымдар яһай башлаған йәштәрҙе билдәле музыканттар менән бер сәхнәлә уларҙың күңелдәрен үҫтереү маҡсатында эшләнеүен, “Бүре­ләр” төркөмө үҙҙәре “Башҡорт­остан” дәүләт концерт залындағы айырым концерттарына тиклем шулай уҡ ҙур булмаған майҙан­сыҡтарҙа сығыш яһап йөрөүҙәрен билдәләне. Әйткәндәй, Әминә Ивний ҡыҙының “Урал батыр” фестивалендә булыуы сараға айырым мәртәбә өҫтәне.

“Дәрүиш-Хан” төркөмөн үҙ итеүселәр, моғайын да, Дим Мәннәндең оҙаҡ йылдар тап Халыҡ ижады мәҙәниәт йортонда эшләүен, төркөмдөң күп кенә йырҙары унда яҙылыуын бе­ләлер. Шуға ла был бина диуар­ҙарына тиклем уның рухы, уның моңо менән һуғарылған. Был турала фестивалдә уның ҡатыны Альбина ханым да телгә алды, ошондай сара арҡылы Дим Ҡоләх­мәтов­тың хыялы тормошҡа ашыуын билдәләне. Шуға күрә фестивалдең үтеү урыны уңыш­һыҙ, тип раҫларға ярамай. Икенсе яҡтан, эш бит сараның ҡайҙа үтеүендә түгел, ә нисек үтеүендә! Шағир Рәми Ғарипов, шул уҡ Дим Мәннән заманында шөһрәтле залдар йыйып, данға күмелеп ул­тыр­маған, улар барып ингән, сы­ғыш яһаған ер үҙенән-үҙе мәртә­бәле майҙанға әүерелгән. Ә “Урал батыр” республика баш­ҡорт рок-фестивале тамаша­сыһы, баш­ҡорт рок-музыкаһы тыңлаусыһы булараҡ, үҙемдән алып әйтәм: сәхнәнән ағылған дәртле лә, ғәмле лә, мәғәнәле лә йырҙарҙы рәхәтләнеп тыңлар, һикереп төшөп бейер өсөн Республика халыҡ ижады мәҙәниәт йортоноң концерт залы тар ҙа булманы, меҫкен дә күренмәне. Киреһенсә, бында – рух, бында – байрам, бында – рок. Һәм ул тере!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Федераль каналда – башҡорт ҡурайы

Федераль каналда – башҡорт ҡурайы 22.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

24 ғинуар, кесаҙна, “Россия-Культура” телеканалында Башҡортостанға бағышланған “Минең һөйөүем –...

Тотош уҡырға 58

Республика йортонда осрашыу

Республика йортонда осрашыу 22.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 35

Иркә ҡатын

Иркә ҡатын 22.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Мәүлиҙәне палатаға санитарка етәкләп индерҙе. Биш кешелек палата яҡты, йылы. Төшкө ашты ашарға...

Тотош уҡырға 168

Милли йөҙөбөҙҙө нисек сағылдырабыҙ?
Мостай Кәрим фекерҙәре

Мостай Кәрим фекерҙәре 22.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

– Һөйөү нимә? – тинем ир кешегә. – Ҡатын өсөн тамуҡтарҙы үтеү. – Һөйөү нимә? – тинем мин ҡатынға. –...

Тотош уҡырға 44

“Ер һүҙе”нең тәүге аҙымы

“Ер һүҙе”нең тәүге аҙымы 21.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Республикала “Ер һүҙе” I Халыҡ-ара кинофорумына заявкалар ҡабул итеү башланды. Уның төп саралары 12...

Тотош уҡырға 68

Батша фотографы Яхъя башҡорттарын төшөргән

Батша фотографы Яхъя башҡорттарын төшөргән 21.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостандың Милли музейында “Янғантау” геопаркы: кисә, бөгөн, иртәгә” фотокүргәҙмәһе асылды....

Тотош уҡырға 81

Театр йылын етемһерәп ҡаршыланы был йорт...

Театр йылын етемһерәп ҡаршыланы был йорт... 20.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бай тарихы, үҙ йөҙө, тамашасыһы булған Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма...

Тотош уҡырға 227

Оло Шаҙы балаларын да көтәбеҙ

Оло Шаҙы балаларын да көтәбеҙ 19.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт / Белем һәм тәрбиә

Баш ҡалабыҙҙың Дим биҫтәһендә урынлашҡан данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында...

Тотош уҡырға 86

“Ҡурҡыу юҡ, ә тулҡынланыу бар”

“Ҡурҡыу юҡ, ә тулҡынланыу бар” 18.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, билдәле йырсы Әнүәр Нурғәлиевкә 45 йәш тула....

Тотош уҡырға 231

УРАЛДЫҢ ҺӘР ҠАЯҺЫНА БӨРКӨТТӘЙ ҠУНАСАҠБЫҘ

УРАЛДЫҢ ҺӘР ҠАЯҺЫНА БӨРКӨТТӘЙ ҠУНАСАҠБЫҘ 18.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

БЕҘҘӘР Беҙ булһаҡ шундай булабыҙ: Була алмайбыҙ башҡа. Күккә ҡарап рәхмәт әйттек, Алғыштар яҙҙыҡ...

Тотош уҡырға 135

Театр йылы “Ҡәнифә юлы”нан башланды