Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте

Беренсе апрель ине. “Кемде алдарға?” – шул һорау башымдан китмәй. Ҡатынымды шаяртырға уйлағайным: “Ә, алдарға уйлайһыңмы?” – тине. Һис рәт сығырлыҡ түгел.

Эшкә барғас та, тырышлығым бушҡа ғына булды: береһе лә ышанмай, хатта дөрөҫөн әйтһәң дә. Бына һиңә мә! Кешеләр ҙә бик етеҙләнде, үҙемде алдап китәләр.

Ярты көн уҙҙы, ә мин береһен дә һемәйтә алмайым! Булдыҡһыҙлығымдан ғәрләнеп тә ҡуям. Еңелсә генә башым ауырта башланы. Ауыртмаҫлыҡ та түгел, тырышып-тырмашып төрлө пландар ҡорам. Тик әлегә уңышһыҙ. Шул мәлдә йәше утыҙға етһә лә, һаман кейәүгә сыҡмаған Зөлфиә ҡылт итеп иҫемә килеп төштө. Бәй, мин әйтәм, бына кемде алдарға кәрәк. Эскә йылы йүгереп үткәндәй булды. Юғалған әйберемде тапҡандай шатланып, йүгерә-атлай бухгалтерияға ашыҡтым. Бәхеткә күрә, Зөлфиә үҙе генә булып сыҡты. Индем, иҫәнлек-һаулыҡ һораштым. Яҙлы-көҙлө ауырып торған әсәһенең дә таҙалығы менән ҡыҙыҡһындым. Үҙем һөйләшәм, үҙем уйланам.

Нимә тип алдарға? Һәм шалт: утыҙ биш йәшкә етеп тә кәләш ҡуйынының йылыһын татымаған Сәмит башыма килеп керҙе. Зөлфиәнең минең менән ихлас күңелдән һөйләшкәнен тойғас, йөрәгенә нығыраҡ керәм. Яйына килтереп тормош, мөхәббәт, аҡҡоштар парлы булһа ғына йәшәй ала, бәхетле була, тип фәлсәфә һатам. Зөлфиәнең мине тыңлап, фекерем менән килешеп ултырыуын күргәс, Сәмит тураһында һүҙ башланым. Мин әйтәм: “Сәмит һиңә күптән күҙ атып йөрөй, тик әйтергә генә ҡыймай”. “Зөлфиә миңә оҡшай ҙа ул, тормош юлыбыҙҙы бергә осраштырһаҡ, нисек яҡшы булыр ине”. Зөлфиәнең йөҙө үҙгәреп китте. Бөттө баш, барып сыҡмаҫмы икән?

– Ул һине ярата, Зөлфиә. Ярата. Ярата!
Шундай йомшаҡ, ябай был һүҙҙәр, әйтерһең дә, үҙемдең һөйөүемде аңлатам. Йөрәгем дөпөлдәп тибә башланы. Зөлфиәнең битенә алһыулыҡ йүгерҙе. Әһә, мин әйтәм, эш яҡшы яҡҡа уңайланды. Зөлфиә нимәлер әйтергә ауыҙын асҡайны, тиҙ генә һүҙемде дауам иттем.

– Хәҙер икегеҙ ҙә шаярыу йәшенән үткәнһегеҙ, ысынлап уйларға кәрәк. Бөгөн клубта һинд киноһы була, бар. Сәмит һине оҙатып ҡуйыр, – тип тә өҫтәп ҡуйҙым.

– Улай килешерме һуң, оят бит әле, – тип киреләнеп маташҡан була.
– Юҡ, Зөлфиә, нисек оят булһын, һин үҙ бәхетең өсөн көрәшергә тейешһең, – тип әйткәс, риза булып, баш ҡаҡты.
Быныһы булды! Тик алдауҙы дауам итергә кәрәк. Шундай хистәр менән машина паркына табан атланым. Сәмит кисә “ремонтҡа туҡтайым” тигәйне. Гаражға барып кергәндә, ул КамАЗ-ының аҫтында нимәлер борғолап ята ине.

– Сәләм, йәштәш!
– Ә, был һинме, нихәл, – тип машина аҫтынан ҡысҡырҙы. Мин килгәнгәме, әллә эше бөтөпмө, Сәмит машина аҫтынан сыҡты ла майлы ҡулын һөртә-һөртә:
– Артыҡ зыянлы булмаған, ремонтлап бөттөм инде, – тине. Хәл-әхүәл, донъя яңылыҡтары тураһында һөйләшеп алдыҡ. Мин һүҙ ҡуҙғатырға уңайлы ваҡыт эҙләйем, Сәмит, уйымды һиҙгәндәй, һорап ҡуйҙы:
– Бөгөн клубта яҡшы кино була икән.
Сығырға ла әллә нисек бер үҙемә...

Шул форсаттан файҙаланып:
– Сәмит, һин киноға сыҡ инде, бәлки, тормошоңда бөгөн ҙур үҙгәреш булыр. Зөлфиә һинең турала ҡыҙыҡһынып торғайны, – тинем.
Сәмит ҡолаҡтарына саҡлым ҡыҙарҙы. Башын түбән эйҙе, уңайһыҙлыҡтан ҡасырға тырышыпмы, асҡыс­тарын йыя башланы. Ә үҙе минең нимәлер һөй­ләгәнемде көтә.

– Сәмит ағайға күптән күҙ һалып йөрөйөм, тәҡдим яһаһа, бәлки, риза ла булыр инем, ти... – Шаштырып ебәрмәнемме икән, тип борсолоп та ҡуйҙым.

Сәмит уңайһыҙланып ҡына:
– Әллә шул, ҡыуып ҡайтармаһа ярай ҙа. Хәҙер оят инде, ҡыҙҙар артынан йөрөү ҙә онотолоп бөткән, нимә тип һүҙ башламаҡ кәрәк.
– Һин, Сәмит, үҙ бәхетеңә үҙең ҡаршы килмә әле, һин бит егет кеше, үҙ һүҙеңде әйтергә тейешһең, – тип ашыҡҡан кешеләй булып китеп тә барҙым.

“Һуңынан нимә булып бөттө һуң?” – тип һорарһығыҙ. Нимә булһын? Өсөнсө апрелдә Зөлфиә менән Сәмиткә никах уҡынылар. Минең тырышлығым менән бер яңы ғаилә артты. Бик шатмын. Бына әле алдағы йылда беренсе апрелдә кемдәрҙе ҡауыштырып шатландырырмын икән, тип баш ватам.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Таныша торайыҡ: “Зәрҡүм”!

Таныша торайыҡ: “Зәрҡүм”! 16.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡорт эпостары геройҙарына балаларҙы нисек нығыраҡ яҡынайтырға? Бының бер алымын Стәрлетамаҡ...

Тотош уҡырға 0

“Башҡортостандың һөйөклө рәссамдары”

“Башҡортостандың һөйөклө рәссамдары” 16.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Проекттың маҡсаты – башҡорт ҡылҡәләм оҫталары менән киңерәк таныштырырға....

Тотош уҡырға 30

“Кинйә” хаҡында уйланыуҙар (Көндәлектәр)

“Кинйә” хаҡында уйланыуҙар (Көндәлектәр) 16.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

1967 йыл, 7 ғинуар. Һуңғы ваҡытта Кинйә Арыҫланов хаҡында бик ныҡ уйландыра башланы. Ә. Усмановтың...

Тотош уҡырға 28

Урғыл шишмә моңдары

Урғыл шишмә моңдары 16.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Мираҫы йылдар шауҡымына бирешмәй....

Тотош уҡырға 26

Ихлас күңелдән һөйләшеү

Ихлас күңелдән һөйләшеү 15.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Әбйәлил район үҙәк китапханаһында “Ысын күңелдән һөйләшеп алайыҡ” тип аталған ғаилә байрамы үтте....

Тотош уҡырға 52

“Яҡшылыҡ булһын атығыҙ!”

“Яҡшылыҡ булһын атығыҙ!” 15.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Урал батыр” спектакле ошо һүҙгә тоғро ҡалдымы? “Урал батыр” эпосы – ул башҡорт халҡының йәшәү...

Тотош уҡырға 187

Рухлы күңелдәр берләште

Рухлы күңелдәр берләште 15.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бишбүләктәр мәшһүр эпосты яҡшы белә....

Тотош уҡырға 46

Уртаҡ

Уртаҡ 15.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Солтан һуңғы йылдарҙа йыш ауырыны. Район табиптары уны төрлөсә әүеш-тәүеш килтереп ҡараны ла, бер...

Тотош уҡырға 71

Ултырғысыңды бер-ике аҙым алға шылдыр...

Ултырғысыңды бер-ике аҙым алға шылдыр... 15.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

"Башҡортостанға “Бәләкәй шаһзат” осоп килде!" Шулай тип хәбәр итә үҙенең “Бәйләнештә” социаль...

Тотош уҡырға 45

Көслөләрҙе һынауҙар һындырмай,  сыныҡтыра ғына, нығыта...
Самауыр сәйе эсәсәктәр

Самауыр сәйе эсәсәктәр 15.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Нур” Өфө дәүләт татар театры Ҡазанда гастролдә булып ҡайтты....

Тотош уҡырға 35

“Туғанлыҡ” яҡынлаша

“Туғанлыҡ” яҡынлаша 14.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә 23-нән 30 майға тиклем “Туғанлыҡ” VII Халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале уҙасаҡ....

Тотош уҡырға 53