Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ныҡ киптерелгән роман...
“Ағиҙел” журналының 2018 йылдың 11-се һанында донъя күргән “Ике-өс һүҙгә һыйған заман. Афоризм — ныҡ киптерелгән роман” исемле үҙенсәлекле жанрға ҡараған мәҡәләне ҡат-ҡат битләп сыҡҡас, ҡулыма ҡәләм алмай ҡала алманым. Уның һәр бүлегенә бирелгән исем бөгөнгөнөң башы аша үтеп, беҙҙе үҙ хал­ҡы­быҙҙың алыҫ үткәненә алып ҡайта, өгөт-нәсихәт бирә, нимәнәндер иҫкәртә һымаҡ тойолдо.

Хатта уларҙың ҡайһы берәүҙәрен дәүерҙең “иҫтәлеге” кеүек ҡабул иткәндәй булдым һәм шулай тип баһаларға ла әҙермен. Ғәмәлдә ул шулай ҙа. Улар — асылда халыҡ рухының көҙгөһө, уның үткәненең бөгөнгөһө, уға васыяты. Ошо йәһәттән уларҙың күпселегенең тәү көнө булһа ла, аҙағы юҡ һымаҡ, мәңгелеккә тартып кит­кәндәй итә, быуаттарҙың бер осон икенсеһенә килтереп бәйләй.

Шулай тип яҙып ҡуйғас та, әле һүҙ барған авторҙың ошо уҡ журналдың 9-сы һанында баҫылған интервью­һынан “һине уҡыусылар фәйләсуф (философ — З.Н.) итеп тә белә...” тигән һүҙҙәргә “2001 йылда мәрхүм ғалим, философия фәндәре докторы Дамир Вәлиев үҙенең етәкселегендә аспирантурала уҡырға тәҡдим иткәйне” тип яуап биреүе аңлашыла төшкәндәй була. Әле был һүҙҙәр үҙенсәлекле жанрға ҡараған мәҡәләнең авторы, танылған публицист, прозаик, бер үк ваҡытта шағир ҙа Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай исеменә ҡайтып ҡала. Беҙҙә лә уның ҡәләменән сыҡҡан ижади эште роман, повесть, хикәйә, мәҡәл кеүек айырым бер жанр рәүешендә ҡарау теләге уянды. Ул әле һүҙ барған эшкә бушҡа ғына үҙ халҡы аң-зиһенендә “уртаҡ тәжрибә, дөйөмләштерелгән фекер кимәленән үтеп, тотош дәүер идеяһына торошлолары бихисап” тип аңлатма бирмәй.

Әлбиттә, быуаттар төпкөлөнән, халыҡ көнкүрешенең рухи көҙгөһө сифатында, үҙен бөгөнгө быуынға һаҡлап алып килтереп еткерә алған аң-зиһендең тарихи әһә­миәте баһалап бөткөһөҙ. Һис шикһеҙ, ошо йәһәттән һүҙ көсөнөң айырым урыны бар. Ул иң элек халыҡтың үткәне менән бөгөнгөһөн бер бөтөн итә алыуы менән үҙенә генә хас рухи ҡеүәткә эйә, сөнки ул үткәнде бө­гөнгөләй үҙендә һаҡлап тотоу һәм уны бөгөнгөгә әүе­рел­дереү һәләтенә эйә. Ошо йәһәттән ул хатта Ваҡыттың үҙенән дә көслөрәк, сөнки был күҙлектән ул сик белмәй. Әле беҙ башлап торған һөйләшеү шуға ҡайтып ҡала ла.

Әҙәбиәттең бүтән жанрынан айырмалы, уның Ваҡытҡа мөнәсәбәте универсаль булыуынан киләлер был. Автор үҙе лә баштан уҡ шуны әйтеп ҡуймаҡсы: “Мәҡәл, әйтем — ике, өс һүҙгә һыйған заман”. Ошо, уларҙың бүтән әҙәби жанрҙарҙан айырмалы, Ваҡытҡа мөнәсәбәтен билдәләй ҙә, сөнки мәҡәл, әйтем был йәһәттән ирекле ҡошҡа тиң, теләгән бер жанр менән теләгән бер ваҡыт бәйләнешкә инә, уны үҙ итә, уға көс-ҡеүәт бирә ала. Шул уҡ ваҡытта үҙаллылығын һаҡлап, үҙе булып ҡала.

Шуға ла беҙ әле автор күтәргән теманы әҙәби күренешкә генә ҡайтарып ҡуймайынса, ул шаһиты булған бөгөнгөнөң көҙгөһө рәүешендә ҡабул итәбеҙ, сөнки әле телгә алынған мәҡәл-әйтемдәр – беҙҙең көндәлек тормошобоҙҙоң һәм бер үк ваҡытта үткәнебеҙҙең асылы. Әҙәбиәттең бүтән күренештәренән — роман, проза, повесть, хикәйә, поэма һымаҡ жанрҙарынан айырмалы, улар үткәнебеҙ менән бер үк ваҡытта бөгөнгөбөҙ, шуның шаһиты.

Беҙҙеңсә, Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай ҙа әле беҙ һүҙ алып барған күп йәһәттән әҙәбиәт ғилеменә ҡараған мәҡә­ләһендә шул хаҡта өҙөп кенә әйтмәһә лә, һүҙ көсөнөң ошо һәләтен күҙ уңында тотҡандай була. Тотош заман­дың ике-өс һүҙгә һыйыуы ғәмәлдә шул турала ла. Ул иһә тотош халыҡтың үҙенең бер бөтөн итеп күҙал­ла­ныуынан килә. Авторҙың үҙенең әйтер һүҙенең тәүгеһен “Атаңдың ғына улы булма, халҡыңдың да улы бул” тигән бүлек менән башлауы ла шунандыр. Унан һуң килгән бүлеккә лә “Ағай-эне талашыр, атҡа менһә, ярашыр” тигән мәҡәлдең баш итеп алыныуы авторҙың уй-ниәтенең асылын тағы ла асыҡлай, тәрәнәйтә төшә.

Шулай итеп, Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай уҡыусыны башҡорт халыҡ ижадының үҙаллы өлкәһе булған мәҡәл-әйтемдәр донъяһына алып инеп китә һәм улар аша үҙ халҡының үткәнен бөгөнгөһө менән бер бөтөнлөктә күҙаллап, уның тарихы, тормош рәүеше һәм рухи донъяһы хаҡында тәрәндән, күп яҡлы һүҙ ҡуҙғата.

Шул уҡ ваҡытта автор мәҡәләһенең “Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел”, “Һуңғы ҡылысты ергә сап”, “Ҡар башына ҡар етә” кеүек бүлектәрендә эстәлеге һәм рухы менән ауаздаш булған мәҡәл-әйтемдәрҙең тотош бер шәлкемен телгә алыу аша улар ҡулланылған сикте тағы ла киңәйтә төшә, шуның менән уларҙың үткәнен бөгөнгөһө аша уҡыусыға ҡайтарып бирә, замандарҙы замандарға килтереп бәйләй.

Ошолай Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай үҙ халҡының быуаттар төпкөлөнән килгән тормош тәртибен, ғәҙәт-йолаһын, көнкүреше ҡиммәттәрен уның үлемһеҙ тарихы аша бөгөнгөһөнә алып сыға, шуның менән уны килер быуындарҙың рухи байлығына әүерелдерә, ошо күсәгилешлектә уның нигеҙендә ятҡан мәңгелекте күрә. Шул сәбәпле уҡыусыларға киң билдәле яҙыусы күтәргән теманы ошо мәңгелеккә үткән юлды күҙаллауҙа яңы һүҙ итеп ҡабул итеү хаҡ булыр. Автор вәғәҙә иткәнсә беҙгә уның дауамын көтәһе генә ҡала.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Таныша торайыҡ: “Зәрҡүм”!

Таныша торайыҡ: “Зәрҡүм”! 16.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡорт эпостары геройҙарына балаларҙы нисек нығыраҡ яҡынайтырға? Бының бер алымын Стәрлетамаҡ...

Тотош уҡырға 0

“Башҡортостандың һөйөклө рәссамдары”

“Башҡортостандың һөйөклө рәссамдары” 16.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Проекттың маҡсаты – башҡорт ҡылҡәләм оҫталары менән киңерәк таныштырырға....

Тотош уҡырға 30

“Кинйә” хаҡында уйланыуҙар (Көндәлектәр)

“Кинйә” хаҡында уйланыуҙар (Көндәлектәр) 16.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

1967 йыл, 7 ғинуар. Һуңғы ваҡытта Кинйә Арыҫланов хаҡында бик ныҡ уйландыра башланы. Ә. Усмановтың...

Тотош уҡырға 28

Урғыл шишмә моңдары

Урғыл шишмә моңдары 16.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Мираҫы йылдар шауҡымына бирешмәй....

Тотош уҡырға 26

Ихлас күңелдән һөйләшеү

Ихлас күңелдән һөйләшеү 15.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Әбйәлил район үҙәк китапханаһында “Ысын күңелдән һөйләшеп алайыҡ” тип аталған ғаилә байрамы үтте....

Тотош уҡырға 52

“Яҡшылыҡ булһын атығыҙ!”

“Яҡшылыҡ булһын атығыҙ!” 15.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Урал батыр” спектакле ошо һүҙгә тоғро ҡалдымы? “Урал батыр” эпосы – ул башҡорт халҡының йәшәү...

Тотош уҡырға 187

Рухлы күңелдәр берләште

Рухлы күңелдәр берләште 15.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бишбүләктәр мәшһүр эпосты яҡшы белә....

Тотош уҡырға 46

Уртаҡ

Уртаҡ 15.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Солтан һуңғы йылдарҙа йыш ауырыны. Район табиптары уны төрлөсә әүеш-тәүеш килтереп ҡараны ла, бер...

Тотош уҡырға 71

Ултырғысыңды бер-ике аҙым алға шылдыр...

Ултырғысыңды бер-ике аҙым алға шылдыр... 15.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

"Башҡортостанға “Бәләкәй шаһзат” осоп килде!" Шулай тип хәбәр итә үҙенең “Бәйләнештә” социаль...

Тотош уҡырға 45

Көслөләрҙе һынауҙар һындырмай,  сыныҡтыра ғына, нығыта...
Самауыр сәйе эсәсәктәр

Самауыр сәйе эсәсәктәр 15.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Нур” Өфө дәүләт татар театры Ҡазанда гастролдә булып ҡайтты....

Тотош уҡырға 35

“Туғанлыҡ” яҡынлаша

“Туғанлыҡ” яҡынлаша 14.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Өфөлә 23-нән 30 майға тиклем “Туғанлыҡ” VII Халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале уҙасаҡ....

Тотош уҡырға 53