Атайҙар көнөн билдәләнек

30-06-2012, 01:52 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Башҡорт дәүләт медицина университетының Волонтерҙар үҙәге Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы һәм “Ваня” радиоһы ярҙамында Салауат Юлаев исемендәге майҙанда Бөтә донъя атайҙар көнөнә арналған байрам ойошторҙо.

— Ғаилә байрамына баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар саҡырылды. Сараға килгән атайҙар үҙҙәренең таһыллығын, ҡыйыулығын һәм батырлығын һынап ҡараны, балалар менән бергә конкурстарҙа ҡатнашты. Был көндө викториналар, ярыштар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо, — тине Волонтерҙар үҙәге директоры урынбаҫары Алина Трусова.
Атайҙар көнө йыл һайын донъяның бик күп илдәрендә июндең өсөнсө йәкшәмбеһендә байрам ителә. Тәүге тапҡыр уны Америкала Сонора Смарт тәҡдиме буйынса билдәләйҙәр. Уның атаһы — Уильям Смарт, ҡатыны вафат булғас, яңғыҙы алты балаһын тәрбиәләп үҫтерә. Сонора урындағы власҡа атайҙарға арналған байрам булдырыу үтенесе менән мөрәжәғәт итә.
Тәҡдим хуплана. Был байрамды 5 июндә — Уильям Смарттың тыуған көнөндә билдәләргә ниәтләйҙәр. Тик әҙерлеккә ваҡыт етмәү сәбәпле, ул 19 июнгә күсерелә. Был көндө Көнбайышта атайҙарға рауза сәскәләре бүләк итәләр.
Г. ИШЕМҒОЛОВА.