Бейеүсенең рухи бейеклеге

31-07-2012, 03:53 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Бейеүсенең рухи бейеклегеСәхнә кешелек донъяһы өсөн бер ҡасан да бары тик күңел асыу сараһы булмаған. Ул – рухи таҙарыныу, тәүбәгә килеү, асылыңа ҡайтыу урыны. Шуға ла яһалмалыҡты яратмай: тамашасы алдына сыҡҡан кешенең эске донъяһы, күңел торошо, хатта аҡыл кимәле – барыһы ла ус төбөндәгеләй ап-асыҡ күренә сәхнәлә. Был бейеүсегә айырыуса ҡағыла, сөнки уның нәфис эш ҡоралы бит – үҙе! Хәрәкәттәре, ым-ишараһы, күҙ ҡараштары, кәүҙәһе, тотош булмышы менән художестволы образ тыуҙырыуға һәләтлеме, залды арбай аламы, ышандыра беләме?.. Ошо һәм башҡа бик күп талаптарға яуап бирерҙәй булһа, ул – Артист.

Хәл иткес осраҡлыҡтар

Башҡорт дәүләт филармонияһында, ғәжәйеп дәртле концерт барышында тыуҙы был уйҙар. Сәхнәлә Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Гүзәл Мамина сығыш яһай ине. Кисә барышында ул берсә яндырай Ғәйбәтсе булып көлдөрҙө, берсә иҫ киткес нәзәкәтле “Заһиҙә” булып һоҡландырҙы, берсә шаян Кәкүк-ҡыҙға әүерелде, чечетка теҙҙе, аяҡ остарында йөҙҙө, бар сәхнәне осар ҡоштай иңләне…
Гүзәлдең сәнғәткә килеүе һис кенә лә осраҡлы түгел. Ул тыуған Учалы районында Аллаяровтарҙың ишле ырыуын сәнғәт ене ҡағылған, һәләтле ғаилә икәнлеген күптән беләләр. Хоҙай был нәҫелдең ир-егетенә лә, ҡатын-ҡыҙына ла йырлау тиһәң – моңон, бейеү тиһәң – һын-хәрәкәт килешлелеген, холоҡ-фиғел тиһәң тәбиғи актерлыҡ һәләтен мул биргән. Гүзәлдең атаһы Бүләк Әйүп улы Аллаяров та, һөнәре мәҙәниәт өлкәһенән алыҫ булһа ла, йыр-бейеүгә оҫталығы арҡаһында «артист» данын яулап, cәхнәләрҙә сығыш яһай. Хатта 1955 йылда Мәскәүҙә уҙған башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте ун көнлөгөндә ҡатнашыу бәхете тейә уға. Йәш кенә егеттең башҡорт милли кейемендә, бейеү хәрәкәтендә төшкән фотоһы ла һаҡланған…
Ә шулай ҙа бейеүгә осраҡлы килеп юлыға Гүзәл. Урта мәктәптең дүртенсе класында уҡып йөрөгән сағы. Ата-әсәһе эштә саҡта әхирәтенә эйәреп барып Өфөнөң пионерҙар һарайына ҡурсаҡ тегеү түңәрәгенә яҙыла. Унда күрше бүлмәнән яңғырап торған дәртле көй ишетеп, инеп ҡарарға йөрьәт итә һәм… мөғжизә донъяһы – бейеү, матурлыҡ, илһам донъяһына сума. Дәрес алып барған апайҙың (ә ул танылған бейеүсе Фәниә Гәрәева булып сыға) яғымлы йылмайып: ”Инегеҙ, ин, әйҙә”, – тип саҡырыуы була, ҡыҙҙар, донъяларын онотоп, башҡа балаларға ҡушылып бейей ҙә башлай. Ул саҡтарын һағынып иҫкә ала Гүзәл: дәрес бөтөү менән тулҡынлана-ашыға репетицияға йүгереүен, остазы Фәниә Сәхип ҡыҙының үтә талапсан ҡарашын, берсә дәртләндереп, яратып, берсә шелтәләп, әммә һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы итеп дәрес үткәреүен, Фәйзи Ғәскәров тураһында, үҙенең Дәүләт бейеү ансамблендә эшләгән йылдарын хәтерләп һөйләүе бала күңеленә юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырған. Үҙен Пионерҙар һарайына эйәртеп алып барған дуҫ ҡыҙы тиҙ үк ялҡып, бейеүҙе ташлай, ә Гүзәл өсөн был осраҡлы ваҡиға хәл иткес булып сыға… Түңәрәктә өс йыл шөғөлләнә Гүзәл һәм шул арала сәхнә кешеһе, бигерәк тә сәхнәлә образ тыуҙыра белеүсе икәнлегенә төшөнә, бейеү сәнғәтенең башланғыс ”әлеп-бей”ен үҙләштерә…
Башҡорт дәүләт университетының «Ирәндек» бейеү ансамблендә, Екатерина Николаевна етәкселегендә шөғөлләнеү Гүзәлдең һөнәри үҫешендә тағы ла бер мөһим баҫҡысҡа әүерелә. Хәҙер ул йылдарға әйләнеп ҡарай ҙа, һәр остазының үҙенә ынйы бөртөгөндәй ҡиммәтле хазина бүләк итеүен аңлап, шатлана Гүзәл. Уларҙың һәр ҡайһыһы оло хөрмәткә, рәхмәткә лайыҡ бит! Мәшһүр бейеү ансамбленә һөйөү, уның хореографик шедеврҙары хаҡында хыялланыу, уҡытыусыларына ихтирам ошо өлкәлә эшләү теләген күндерә уға. Ә һуң уларҙың үҙҙәре өйрәтеп, ҡулдан-ҡулға тапшырған ҡәҙерле бүләк-бейеүҙәре ни тора! Х. Мағазованың «Заһиҙә»һе, мәҫәлән, үҙенсәлеклелеге менән яҡын. Ул тап Хазина Нурый ҡыҙы бейегәнсә отоп алынған һәм тәүге варианты “Мөғлифә”гә тартым. Гүзәл тап Мағазоваса, артыҡ биҙәмәй, артыҡ хәрәкәттәр ҡулланмайынса, башҡорт ҡатын-ҡыҙына хас әҙәп, тыйнаҡлыҡ, оялсанлыҡ һәм шул уҡ ваҡытта эске ғорурлыҡ тойғоһо менән башҡара “Заһиҙә”не. Е. Варламованың Гүзәл өсөн махсус һалған “Һыбайлы ҡыҙ”ы ла уңыш килтерә: тап ошо бейеү менән ул 1978 йылда филармонияла асылған студияға уҡырға алына. Дәүләт бейеү ансамбленең тотош бер быуын артистары хаҡлы ялға китеү сәбәпле филармонияла асылған ике йыллыҡ әҙерлек курсына конкурсты уңышлы үтеп, Гүзәл студияға ҡабул ителә һәм Майя Таһирова, Фрат Әхмәтшин кеүек танылған бейеү оҫталарынан белем ала. Ансамблдең художество етәксеһе ҡыҙҙың күҙгә ташланып торған һәләтен күреп, тейешенсә баһалай, әммә сибеклегенә ишаралап: ”Буйға үҫә бирһәң, ансамблгә алабыҙ”, – тип вәғәҙә итә. Ул саҡта коллективҡа оҙон буйлыларҙы ғына һайлап ала инеләр. Ансамблдең модель бизнесы түгел, ә тере организм булырға тейешлеген, унда төрлө характерлы, төрлө ҡиәфәтле, һәм, иң мөһиме, милли рухлы шәхестәрҙе тупларға кәрәклеген аңлау бөтә етәкселәргә лә бирелмәгән шул…
Шулай итеп, уҡыу тамамланғас, Гүзәлде ансамблгә яраҡһыҙ тип табалар. Әммә уңышһыҙлыҡтарға зарланып ултырыу уға хас түгел. Йор һүҙле, шаян холоҡло, үҙенең сәхнә героинялары кеүек һелкетә баҫып йөрөргә ярата был бейеүсе.
“Ансамблдә килеп сыҡмай икән, яҙмышым шулдыр”, – ти ҙә филармонияның эстрада бүлегенә килә Гүзәл һәм, ысынлап та, яңылышмай. Бында ул үҙ булмышына тап килгән ижади мөхиткә килеп эләгә. Тәүге йылдарҙан уҡ тәжрибәле артистар – Зәки Мәхмүтов, Мәғфирә Ғәлиева етәкселегендәге бригадаларға тәғәйенләнә, репертуар өҫтөндә эшләй, бер туҡтауһыҙ эҙләнә. Тиҙ арала Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәүис Харисов менән бергәләп “Дәрт бар – дарман юҡ”, “Бүләк” бейеүҙәрен сәхнәләштерәләр. ”Рәүис Харисов – бейеү сәнғәтебеҙҙә айырым урын биләгән ғәжәйеп талант эйәһе. Ул аяҡтарынан ут сәсрәтә торғайны”, – тип хәтерләй Гүзәл. Филармонияла эш башлау менән бер рәттән, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә, сөнки бейеү сәнғәтенең милләт тарихының, халыҡ тормошоноң айырылғыһыҙ бер өлөшө икәнлеген, уны тәрәндән өйрәнергә кәрәклеген аңлай.
Филармония артистарының проблемалары оҡшаш: бер-бер артлы концерттар, гастролдәр, юл ғазабы, эш хаҡының үтә лә самалы булыуы һәм башҡалар, һәм башҡалар… “Иң ҡатмарлыһы, иң ауыры нимә?” – тигән һорауыма яуабында Гүзәл концерт нормаларының юғарылығын да, ғаиләһе, ҙурайып бөткән улы менән егерме йыллап тығыҙ ғына бер бүлмәлә йәшәүен дә телгә алманы. Иң ҙур мәсьәлә, уныңса – репертуар. Һәм был, ысынлап та, шулай. Артист үҙ яйына ҡуйылған: теләһә ҡайҙан яңы әҫәр тап, һәр концерт миҙгелендә өр-яңы программа әҙерлә. Уны табып та, нисегерәк итеп эшләйһең, ниндәй кимәлдә күрһәтә алаһың – барыһы ла үҙ ҡарамағыңда...
Һәр ижадсыға үҙ ҡаҙаныңда ҡайнамаҫ өсөн сит ерҙәргә сығып саф һауа һулау, башҡаларҙы күреп, үҙ көсөңдө һынап ҡарау зарур. Был йәһәттән ижади конкурстарҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. 1990 йылда Г. Мамина I Бөтә Рәсәй халыҡ бейеүҙәрен башҡарыусылар һәм балетмейстерҙар конкурсында ҡатнашып, лауреат исемен яулай. Жюри ағзалары – донъяға билдәле сәнғәт әһелдәре Татьяна Устинова, Мәхмүт Эсамбаев, Ольга Лепешинскаяларға башҡорт бейеүенең бар матурлығын, байлығын күрһәтергә тырыша ул. “Элегерәк бындай сараларға Худсовет аша үтеп, филармония иҫәбенә ебәрәләр ине. Совет ҡоролошоноң емерелгән осоро – бер кемгә бер ни кәрәкмәгән, болғансыҡ йылдар... Етәкселәргә өндәштем – ишетергә лә теләмәнеләр. Аҡса йыйыштырҙым да сығып киттем үҙ белдегемә. Ә инде еңеү яулап ҡайтҡас, бигерәк тә “Советский балет” журналында фотом менән мәҡәлә баҫылғас, шундуҡ ҡараштың үҙгәреүен тойҙом, ставкамды ла күтәрҙеләр, яуаплы концерттарға саҡыра башланылар”, – тип йылмая Гүзәл. Шулай итеп, был еңеү уның профессиональ кимәлен раҫлаусы, күкрәгенә ”сифат билдәһе” тағыусы сараға әүерелә…
Г. Мамина йәнә 1993 йылда Һамар ҡалаһында уҙған бейеүселәр конкурсында ҡатнашып, унда ла лауреат исемен яулай. Тора-бара билдәлелек килә, тамашасылар уның ”Сабата”, “Ҡорама” кеүек юморға бай, “Урал ҡыҙы”, “Талир тәңкә” кеүек лирик образдарын танып, көтөп алыр, “Степ”, “Һинд бейеүе”, “Бесәйҙәр”, “Төньяҡ һүрәттәре” кеүек башҡорт сәхнәһендә тәүләп күренгән бейеүҙәрен ҡыҙыҡһынып ҡарарға ғәҙәтләнде. Ғөмүмән, уның сәнғәте үҙенә традицион милли бейеүҙе лә, эксперименталь хореографияны ла органик рәүештә һыйҙырыуы менән айырылып тора. Бындай киң ижади диапазон һәр кемгә бирелмәй, уның нигеҙендә – эске ижади ирек, традиция сиктәрен ашатларға ҡурҡмайынса, үҙ тәбиғәтеңә, эске халәтеңә тоғро була белеү. Башҡортостан һәм күрше төбәктәр тамашасыһы (әйтергә кәрәк: башлыса бик һиҙгер, аҡыллы тамашасы) Г. Маминаны үҙенсәлекле йөҙлө, ҡабатланмаҫ манералы артист итеп ҡабул итте һәм ихлас яратып өлгөрҙө. Ниһайәт, рәсми танылыу ҙа килә: 1999 йылда Г. Маминаға “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исем бирәләр...

Үҙ һүҙеңде әйтеп өлгөр


Бейеүсенең сәхнә ғүмере ҡыҫҡа – быныһы барыбыҙға ла мәғлүм. Ошо ғүмер эсендә сәнғәттә үҙ һүҙеңде әйтеп өлгөрһәң, һин – Артист. Сәхнәләрҙә балҡып та, тейешле 20 йылын тултырыу менән исемдәре онотолоп бөткән бейеүселәр аҙ түгел. Мамина ише тынғыһыҙҙарға был, әлбиттә, ҡағылмай. Быйыл уның Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә тәүләп аяҡ баҫыуына – теүәл 34 йыл! Ҙур залдағы оло тамашаларҙа сығыш яһаһынмы, музыкаль концерттарҙа ҡатнашһынмы, дөйөм белем биреү мәктәптәрендә бейеү түңәрәктәре алып барһынмы — барыһына ла өлгөрә. Ә бына сит илгә сығып үҙ сәнғәтеңде таныта белеү һәр кемгә лә тәтемәй. Бында мин Гүзәлдең тормошонда айырым урын биләгән бер дәүерҙе күҙ уңында тотам.
Польша уның яҙмышында уйламағанда хасил була. Әйткәндәй, уның тормошонда хәл иткес осраҡлыҡтарҙың йыш ҡабатланыуын үҙегеҙ ҙә һиҙгәнһегеҙҙер. И. Илбәков етәкcелек иткән төркөм менән 2010 йылда Польшала төрки халыҡтар уҙғарған һабантуйҙа ҡатнаша ул, шундағы танышлыҡ оло дуҫлыҡҡа әүерелә. Башта Гүзәлдең һабантуйҙан һуң бер аҙға ғына ҡалып, балаларға бер-ике бейеүен өйрәтеүен һорайҙар. Сит илдә йәшәү өсөн визаһының ваҡыты бөткәс, ҡайтып киткән бейеүсене тиҙҙән яңынан саҡыртып, унда эшләргә контракт тәҡдим итәләр. Бына шулай барлыҡҡа килә уның поляк тарихы.
“Төрки телле халыҡтар Польшаға бик күптән, 600 йыл элек, Алтын Урҙа заманында барып урынлашҡан. Хәҙер барыһы ла тиерлек поляк исем-фамилияларын йөрөтә, шул телдә һөйләшә. Әммә, шулай булыуға ҡарамаҫтан, үҙ мәҙәниәттәренә, йолаларына, дингә тоғро улар. Төрки диаспораһы бик әүҙем эшләй, осрашыуҙар, йола байрамдары ойоштора, милли аш-һыу, йыр-бейеүҙәрҙе тергеҙеүҙе мөҡәддәс бурысы тип иҫәпләй, балаларын милли рухта тәрбиәләүгә, ислам диненә йәлеп итеүгә бик күп көс һала. Мин балаларға башҡорт, татар һәм башҡа төрки халыҡтар бейеүҙәрен өйрәтәм, аҙаҡ илдең төрлө ҡалаларында концерттар бирәбеҙ. Уларҙың ойошоп, бер-береһенә ярҙам итеп йәшәргә тырышыуына аптырайым, һоҡланам. Бына кемдән өйрәнергә кәрәк беҙгә”, – тип бәйән ҡылды Гүзәл.
Был тарихтың ғорурланырлыҡ урыны ла бар. 2010 йылда Польшаның Төрки халыҡтар йәмғиәте Г. Маминаны Батый хан тоҡомо – Йәләлетдин хан исемен йөрөткән орден менән бүләкләне. Был награданың Рәсәйҙән ни бары өс кешегә тапшырылғанын иҫәпкә алып (әйткәндәй, шуларҙың береһе – Минтимер Шәймиев), уның әһәмиәтен төҫмөрләргә була. Был – бейеүсенең һәм, әлбиттә, Башҡортостандың сәнғәтенә бирелгән юғары баһа.
Ә үҙ республикабыҙҙа таланттарыбыҙҙы тейешенсә баһалай беләбеҙме һуң? Шунан тағы һәләтле шәхестәребеҙҙең сит яҡтарға китеп төпләнеүенә аптырайбыҙ… Әлбиттә, Гүзәл тыуған илен бөтөнләйгә ташлап китергә йыйынмай, сөнки бында уның әсәһе-атаһы ерләнгән, яратҡан туғандары, тормош иптәше, улы-килене, йәндәй күргән ейәндәре, һәр саҡ көтөп тороусы тамашасыһы бар.

Һәр бейеү театр булырға тейеш

Бейеү сәнғәтенең бөгөнгөһө тураһында ҡыҙыҡһынғас, Гүзәл үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты: “Беҙҙең сәнғәт әле айырыуса ҙур ҡыйынлыҡтар кисерә, сөнки рух юғала, башҡорт бейеүенең асылы тарҡала. Сәхнәлә шоу эшләйем тип, күптәр тыштан ялтырауыҡ, әммә эсе буш номерҙар менән мауыға башланы. Беренсенән, һәр бейеү, Ғәскәров өйрәтеүенсә, театр булырға тейеш, драматургия ҡанундарына буйһонған театр. Унда образ, уның үҫеше, кульминация һәм йомғаҡлау булыуы мотлаҡ. Ә сәхнәлә йыш ҡына бер нәмә лә аңлатмаған хәрәкәттәр теҙмәһен күрәбеҙ. Икенсенән, музыка. Бейеү асышҡа әүерелһен өсөн уның үҙ көйө булырға тейеш. Мин үҙем, заманында, Ғәскәров менән бергә эшләгән, унан һабаҡ алған бейеүселәрҙең артынан йөрөп, бейеү ҡуйыуҙарын, һис юғында репертуарҙарындағы элекке номерҙарын бейергә рөхсәт итеүҙәрен һорап, маҙаһыҙлап бөтә торғайным. Минең өсөн улар иң ҙур авторитет булды, маҡтаһалар ҙа, тиргәһәләр ҙә, үҙемә һеңдерә барҙым, сөнки башҡаса мөмкин түгел: бейеүҙе видеонан, интернеттан ҡарап йә иһә китаптан уҡып өйрәнеп булмай, бында тере аралашыу, йәнле бәйләнеш мотлаҡ. Унда бит ваҡ әйбер юҡ. Барыһы ла мөһим: күҙ ҡарашың, керпек ҡағыуың, һиҙелер-һиҙелмәҫ йылмайыуыңа тиклем… Л. Нагаева, Р. Туйсина, Л. Зарипова һәм башҡа ветерандар менән аралашып, уларҙан һабаҡ алып ҡалырға кәрәк ине йәштәргә. Мөрәжәғәт итһәләр, мин дә кинәнеп тәжрибәм менән уртаҡлашасаҡмын. Ә әлегә тәжрибәм Польшала кәрәклерәк булып сыҡты…”
Ә шулай ҙа Гүзәлдең бындағы эштәре күберәк: ейәндәрен үҫтерешергә, башҡорт эстрада бейеүенә арналған ғилми хеҙмәтен тамамларға, уны яҡларға… Һәр ваҡыттағыса, донъяға шаян йылмайып ҡарай һәм бар хыялдарының да тормошҡа ашыуына инана ул. Ғөмүмән, бейеүсе һөнәрен һайлар өсөн иң тәүге сиратта оптимист булыу кәрәктер. Тап Гүзәл Аллаярова-Мамина кеүек.
Миләүшә ИҘРИСОВА.
 

Яҙҙы: Элиза Мамина

29 сентябрь 2012 13:19 // цитировать
отличная статья!а мама сама этого никогда не рассказывала!

Яҙҙы: Зухра Шагеева

2 октябрь 2012 22:23 // цитировать
Из статьи мы узнали о ней больше.Она,к тому же и скромница.Я рада за неё,очень рада, она заслужила большего и может скоро всё сбудется...А автору статьи огромное спасибо,за то ,что смогла для нас, обожателей творчества Г.Маминой ,раскрыть историю её жизни и творчества, а так же планов на будущее.Желаю ей новых сил и здоровья, ждём её научный труд и надеемся он станет путеводителем для молодого поколения танцоров.