Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дуҫым хаҡында, яйы сыҡҡанда...
Беҙ, яҙыусылар, нисектер, бер-беребеҙ тураһында ниндәйҙер осраҡҡа бәйле генә иҫкә алырға күнеккәнбеҙ: йә юбилейы булырға тейеш, йә берәй китабы сығып, маҡтау яҙырғамы... Бына әле лә күптәнге дуҫым, дөрөҫөн әйткәндә, рухташ һәм күңелдәш кешем Дамир Шәрәфетдинов тураһында яҙыу өсөн шундай уҡ осраҡ кәрәк булды – уны журналистарҙың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға тәҡдим иттеләр. Уңайһыҙлыҡ та кисереп ҡуйыла: дуҫ һәм шәп кеше тураһында яҙыр өсөн, көн дә кемдер тураһында ҡәләм тирбәтеп ултырған миңә, махсус һылтау кәрәк инеме ни? Тәбиғәтебеҙ шундай беҙҙең, ахыры — эргәлә йөрөгән, көн һайын күрешкән кеше көтөп торһа ла ярай, тип уйлайбыҙ.

Дамирҙы шағир, әҙәбиәтсе һәм тәржемәсе булараҡ ҡылыҡһырлап тороуҙың кәрәге юҡтыр. Үҙе әйтеүенсә, әйҙә, ул баһаны уҡыусыһы бирһен. Һис юғы — тәнҡитселәр. Был турала беҙ уның менән оҙон-оҙаҡ әңгәмәләр алып барғаныбыҙ бар, шуға ҡараштарыбыҙ нығынып еткән: әҙәби әҫәрҙең бер көнлөгө лә була, бөгөн яҙылғаны ла иртәгә саҡ донъяға тыуып, авторын бик оҙайлы ғүмерле итеүе ихтимал. Шулай ҙа Шәрәфиҙе (үҙебеҙ араһында беҙ Дамирҙы шулай тип кенә йөрөтәбеҙ) әҙәби тәнҡит эшен тик уҡыусы ҡулына ҡалдырып ҡуйыусы тип һанау дөрөҫ булмаҫ: ул әленән-әле яңы сыҡҡан китаптарға, әҫәрҙәргә төрлө баҫмаларҙа рецензиялар баҫтырып тора. Һәм, әйтергә кәрәк, уның һүҙе бер ҡасан да “ура, шәп китап сыҡты!” тигән маҡтауға ҡоролмай, ысын тәнҡитсе баһаһы. Бәлки, шуғалыр ҙа үҙем дә төрлө мәҡәләләр яҙыуын һорап уға мөрәжәғәт итеп торам – ни генә тимә, кәрәк кенә саҡта фекерле кешеләрҙе эҙләп табып, кәрәкле мәҡәләне яҙҙырып алыуы ҡыйын.
Журналистика тураһында ине бит әле һүҙебеҙ. Ғәжәп итә биреп ҡуйҙым: Дамир Шәрәфетдиновтың премияға тәҡдим ителгән мәҡәләләренең күпселеге беҙҙең “Башҡортостан” гәзитендә донъя күргән икән дә! Бер йыл эсендә төрлө темаға тиҫтәнән ашыу мәҡәлә. Был уның дуҫ коллегаларына ҡарата ғәләмәт ярҙамсыллығынан киләлер: беҙҙең юғары тиҙлекле заманда үҙ эштәреңдән тыш та тағы ниҙер башҡарып өлгөрөүе — ай-һай... Яңыраҡ уның Интернеттағы бер яҙмаһында күреп ҡалғайным, ул мәҡәләләрҙе фәҡәт заказ буйынса ғына яҙа икән, йәғни, алдан шылтыратып, бик үтенеп һораһалар ғына. Был да әлеге шул ваҡыт етмәгәнлектән, әммә дуҫтарың үтенеп һораһа, уныһын да табырға тура килә. Әхмәр Үтәбай әйтеүенсә, Дамир бит ул кешеләргә “юҡ!” тип әйтә белмәй, шуға ла ул һәр ваҡыт бер юлы әллә нисә темаға һәм әллә нисә баҫмаға мәҡәлә яҙыу менән мәшғүл. Ошо сәбәпле уның күңелендә йөрөгән, үҙе бик сығарырға теләгән (һәр журналистың ундай темалары була) ижад емештәре артҡы планға күсеп ҡала киләлер.
Былтыр ул балалар өсөн шиғыр яҙырға өйрәтеү дәреслеге әҙерләүе хаҡында һөйләгәйне, хатта Мәғариф министрлығына ла тәҡдим иткән шикелле. “Шиғыр нисек яҙыла?” тигән был дәрестәрен аҙаҡ Интернеттағы сайтында күреп ҡалдым. Һүҙ юҡ, бик кәрәкле ҡулланма. Бигерәк тә авторҙың нисәмә йылдар балалар журналында балалар шиғырҙарын сығарып ултырыуын, Яҙыусылар союзының шиғриәт секцияһында йәш шағирҙарҙың ҡулъяҙмаларын тикшереүен иҫәпкә алғанда, Дамир был мәсьәләне ентекләп өйрәнеп, бик кәрәк булғанға тотонғандыр. Шулай уҡ дуҫтар йыйылышҡан саҡта ул башҡорт аты тураһында һаман башҡортса энциклопедик китап булмауы, уны туплауға үҙе тотоноуы тураһында ла һөйләгәйне. “Һинән башҡа кем эшләһен уны – үҙең яҙыусы, үҙең зоотехник белемле, әйҙә, эшлә!” — тигән кәңәш бирҙек. Уның “Йәшел байлыҡ. Аяҡ аҫтындағы ризыҡ” тигән китабының нисек төҙөлөүенә ҡарағанда, башҡорт аты тураһындағыһын да лайыҡлы алып барып сығарырына нигеҙ бар. Ысын журналислығы ла шунда күренде уның: китаптың авторы булырға иҫәбе юҡ Дамирҙың, быға тиклем булған мәғлүмәттәрҙе йыйырға һәм етмәгәндәрен генә өҫтәргә һәм бер баҫмала туплап сығарырға уйлай. Әҙәби әҫәр һымаҡ, автор фантазияһына ҡоролмай шул бындай китаптар, уның өсөн кәрәкле белгестәрҙе эҙләп табырға, уларҙан кеше аңларлыҡ материалды яҙҙырып алырға, системаға һалырға һәм мөхәррирләргә кәрәк. Бына ниндәй пландар менән йәшәп ята дуҫыбыҙ, ә беҙ унан: “Шиғыр китабыңды ҡасан сығараһың әле?” — тип һораған булабыҙ. “Шиғырҙар ни, яҙылып тора инде, унда-бында сығып та тора бит”, — тип кенә ҡотола ул бындай саҡтарҙа. Шундай ваҡытта шағир күңелле кешенең үҙендә йөрөткән ниндәй тойғоларҙы алыҫыраҡ йәшерергә тырышыуын аңларға ғына була.
Интернет селтәренә сәйәхәт тураһында беҙ йыш һөйләргә яратабыҙ. Бигерәк тә үҙебеҙгә берәй нәмә эҙләп табырға кәрәк булғанда йә яңы технологиялар индерергә кәрәклеге тураһында һүҙ сыҡҡанда. Шулай ҙа был өлкәлә һаман да һөйләшеүҙән ары киткәнебеҙ юҡ тиергә мөмкин. Ә Дамир дуҫыбыҙҙың сайты ла, блогы ла күптәнән бирле эшләй. Бына ҡайҙа икән ул үҙ уҡыусыңды эҙләүҙең заманса ысулы — уның “Шоңҡар” журналындағы блогында торған “Съезд тирәләй” тигән мәҡәләне 20 мең 364 кеше уҡыған! Ә үҙенең сайтында Мөнир Ҡунафиндың “Под состарившимся солнцем” тигән хикәйә-тәржемәһен 1873 кеше ҡараған. “Сығармайҙар”, “уҡымайҙар” тип зарланырға яратҡан, редакция тупһаларын тапаған авторҙарға ана шул юлды күрһәтер инем мин – гәзиттә мәҡәләгеҙ егерме меңдән ашыу тираж менән сығамы ла “Китап”та сыҡҡан хикәйәләрегеҙ 1800 тираж менән баҫыламы? Ә Дамир Шәрәфиҙең сайты үҙе генә әллә нисә китапты алыштырырлыҡ донъя икән ул. Шулай ҙа беҙҙең коллегалар “В контакте” тигән әҙер социаль селтәрҙәрҙән ары китә алмай, ни тиһәң дә, үҙеңдең сайтты тултырыу һәм алып барыу өсөн материал да, тырышлыҡ та кәрәк бит әле.
Үҙемдең мәктәптә уҡыған балаларым булғас, “Аманат” журналы менән дә танышмын. Дамир дуҫымдың унда ла әллә нисә даими рубрика алып барғанын беләм. Уларҙы ай һайын төрләндереп, балаларға ҡыҙыҡлы итеп тә сығарыр өсөн бик күп тырышлыҡ һалырға тура киләлер. Үҙе шул журналда тир түккәс, төп эше шул тип ҡарарға ла мөмкиндер уларын. Әле тағы ла бер үҙенсәлеккә иғтибар иттем: быйыл Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға тәҡдим ителгән кандидаттарҙың барыһы ла тиерлек — үҙҙәренең тура эшмәкәрлегенә бәйле, йәғни улар журналист хеҙмәтен башҡара һәм туранан-тура башҡарған эштәре өсөн бындай абруйлы бүләккә тәҡдим ителә. Ә Дамир Шәрәфетдинов иһә бында ла уларҙан айырылып тора: уны “Аманат” журналы коллективы тарафынан башҡа баҫмаларҙа һәм электрон баҫмаларҙа донъя күргән көн ҡаҙағына һуҡҡан мәҡәләләре өсөн тәҡдим ителгән.
Быны шулай уҡ мөһим мәсьәлә тип ҡарайым. Үҙенең туранан-тура вазифаһын кеше былай ҙа яҡшы башҡарырға тейеш, йәғни, әгәр ҙә һин журналист булып эшләйһең икән, һәйбәт мәҡәләләр яҙыуың да тәбиғи. Ә бына төп эшеңдән тыш та башҡа актуаль темаларға сығыш яһайһың, бығаса аҡтарылмаған сиҙәмде эҙләйһең икән, тимәк, һин ысынлап та тәбиғи булмышың менән журналист тигән исемгә лайыҡлыһың, яҙмайынса булдыра алмаған өсөн ҡәләмгә тотонаһың тигән һүҙ бит. “Истоки” гәзите Дамир менән интервьюһын юҡҡа ғына Некрасов һүҙҙәре менән “Поэтом можешь ты не быть...” тип атамаған һәм тап өҫтөнә баҫҡан, тип уйлайым, сөнки граждан булыу һәр кемдең ҡулынан килмәй шул беҙҙең заманда.
Ә журналистарҙың Хөкүмәт премияһына дәғүә итеүсе шәхес ысынлап та Дамир Шәрәфи дуҫым кеүек күп яҡлы, ҡасандыр үҙем яҙған да кеүек “берәүҙә — әллә нисәү” булырға тейештер ул. Күберәк булһа ине лә ундайҙар, ләкин әлегә булғандарын ҡәҙерләй беләйек, исмаһам, тиергә генә ҡала. Мәҡәләм башында әйткәнемсә, яйы сыҡҡан ваҡытта ғына булһа ла, тип тә өҫтәр инем. Сөнки ундай яйҙар ҙа гел генә сығып тормай бит.
Салауат ӘБҮЗӘР.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Йөрәк менән тойорға өйрәнәйек

Йөрәк менән тойорға өйрәнәйек 17.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Тәтешле ауыл-ара үҙәк китапханаһында төрлө саралар даими уҙа. Халыҡ-ара һуҡырҙар көнө уңайынан “Иң...

Тотош уҡырға 26

Зәйнетдиновтар – иң әүҙеме

Зәйнетдиновтар – иң әүҙеме 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Республикала киң билдәле ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың ғаиләһе Башҡортостанда социаль йәһәттән...

Тотош уҡырға 133

“Бабич” өсөн миҙал тапшырылды

“Бабич” өсөн миҙал тапшырылды 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Бабич” тарихи нәфис фильмының сценарий авторҙары Таңсулпан Бабичева менән Гөлсәсәк Саламатова “Ал...

Тотош уҡырға 42

Төп бүләк кемдә?

Төп бүләк кемдә? 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика вокалсылар конкурсында Башҡорт дәүләт опера һәм балет...

Тотош уҡырға 80

Бүләккә – “Башҡортостан” гәзите!

Бүләккә – “Башҡортостан” гәзите! 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Хәйбулла районында үткән “Рух яҙыуы” телевизион шиғри конкурсында ҡатнашыусылар күп булды....

Тотош уҡырға 84

Оҫталарға бай төбәк

Оҫталарға бай төбәк 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ейәнсураларҙың күргәҙмәһе шуға инандырҙы. Республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан райондар араһындағы...

Тотош уҡырға 50

“Йәрмәкәй шишмәләре” Өфөлә гөрләне

“Йәрмәкәй шишмәләре” Өфөлә гөрләне 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡарған эштәре, күркәм тамашалары менән ҡыуандырҙылар. Иҡтисади ҡаҙаныштарын, социаль үҫештәрен...

Тотош уҡырға 46

Йырҙарында йәшәй бөгөн дә

Йырҙарында йәшәй бөгөн дә 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында күренекле башҡорт шағиры Яҡуп Ҡолмойҙоң...

Тотош уҡырға 33

“Сонет йондоҙҙары” ҡабыныр

“Сонет йондоҙҙары” ҡабыныр 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Яҡуп Ҡолмой XX быуаттың талантлы шағиры булыуы менән бергә үҙен Хоҙай тарафынан бик һирәктәргә генә...

Тотош уҡырға 34

“Беҙ – мәктәпкә ҡарурман аша йөрөп үҫкән быуын”

“Беҙ – мәктәпкә ҡарурман аша йөрөп үҫкән быуын” 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Спартак Ильясовтың тормошо һәм эшмәкәрлеге күп зыялыларҙың яҙмышына ауаздаш. Күптән хаҡлы ялда...

Тотош уҡырға 47

Йәш таланттарға — “йәшел ут”!

Йәш таланттарға — “йәшел ут”! 14.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

М. Нестеров исемендәге дәүләт художество музейында Халыҡ-ара балалар ижады конкурсына тәҡдим...

Тотош уҡырға 52

Шарандар, киноға килегеҙ!

Шарандар, киноға килегеҙ! 14.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Билдәле рус яҙыусыһы Иван Тургеневтың тыуыуына 200 йыл тулыу айҡанлы Шаран биләмә-ара үҙәк...

Тотош уҡырға 51