Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ул ҡалдырған моң һүнмәҫ
Ул ҡалдырған моң һүнмәҫҒүмер — бөркөттөң ҡанат ҡағыуына, йондоҙ атылыуына тиң ара, тиҙәр. Көндәребеҙ, айҙарыбыҙ, тотош йылдарыбыҙ — ҡулда тотор дәүмәл түгел шул, беҙҙең бурыс — шул арауыҡты лайыҡлы үтеү. Ғүмер ағышы беҙҙең ҡарамаҡта булмаһа ла, яҙмышты үҙебеҙ ҡорабыҙ һәм яҙабыҙ. Шуға күрә әҙәм балаһының был яҡты донъяла күпме йәшәүе мөһим дә түгелдер, бәлки? Ә башҡарған эштәре, өлгәшкән ҡаҙаныштары, эргә-тирәләгеләренең күңелен биләү-биләмәүе баһалайҙыр ғүмер оҙонлоғон.

Үкенесле рәүештә йәшләй арабыҙҙан киткән талантлы актер, режиссер Арыҫлан Йәнбәковты йыллығы уңайынан иҫкә алғас, шундайыраҡ уйҙар тыуа беҙҙең күңелдә... Ысынлап та, үтә йәшләй бәхилләште ул яҡты донъя менән, әммә үҙе хаҡында күпме нур, йылылыҡ, яҡты хәтирәләр һирпеп ҡалдырҙы.
Ижади күңелле, саф йөрәкле итеп белә инек беҙ уны. Сибай ҡалаһында тыуып, Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлағас, А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында хеҙмәт юлын башлаһа, 2004 йылдан ғүмеренең һуңғы минуттарынаса М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, режиссеры булып эшләне. Ошо йылды ғына Мәскәүҙең Б. Щукин исемендәге театр институтының режиссура бүлеген тамамлағайны...
Үҙен етди, талапсан, тырыш итеп күрһәтте Арыҫлан Йәнбәков театр тормошонда. Һәр ролен күңеленән үткәреп, бирелеп уйнаны. “Һуңғы гәйнә”ләге (А. Иҙелбаев, режиссеры — И. Ғиләжев) Юлдыҡайы, “Сәсәндәр”ҙәге (И. Йомағолов, режиссеры — А. Йомағолов) Айбағышы, “Ҡоҙаса”лағы (Б. Бикбай, З. Исмәғилев, режиссеры — А. Абушахманов) Басиры һәм башҡа ролдәре ап-асыҡ күҙебеҙ алдында. Комедия жанры булһынмы, драматик ролдәр башҡарһынмы — һәр геройының үҙ сағылышы ине.
Арыҫлан Йәнбәковтың моңло йырҙары кемдәрҙең генә һушын алманы, күңелен яуламаны! Йөрәге тулы моң ине уның. 2002 йылда “Ирәндек моңдары” халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсында лауреат исеме яулауы, “Сәсәндәр” бәйгеһендә махсус бүләккә лайыҡ булыуы — быға асыҡ дәлил. Рәсәй телевизион фестивалендә I премия яулаған “Ҡоралай” нәфис фильмында ла (балалар өсөн төшөрөлгән) һоҡланғыс булды ул.
Һуңғы йылдарҙа Арыҫлан Йәнбәков үҙен оҫта режиссер булараҡ күрһәтеүен әйткәйнек инде. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Н. Ғәйетбаевтың комедияһы буйынса “Ай әттәгенәһе, ирем ҡайтты”, С. Әбүзәрҙең пьесаһы буйынса “Хыялый” спектаклдәрен ҡуйҙы. “Хыялый” тиҙ арала тамашасы һөйөүен яуланы, был спектаклдең даны сит өлкәләргә лә таралды.
Башҡараһы эштәре, яулайһы үрҙәре алда ине Арыҫлан Әсхәт улының. Тик, яҙғаны шул булғандыр, оло үкенестәр ҡалдырып, иртә китте беҙҙең аранан. Мостай Кәрим шиғырына Юлай Үҙәнбаевтың “Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә” тигән үтә лә моңло, аһәңле йыры йөрәктәрҙе һыҡратып, ҡолаҡта сыңлауын дауам итер.
Хыялында хазиналарға аҙ юлыҡмаһа ла, “Хазина”һын (С. Әбүзәр пьесаһы буйынса) тамамлай алмай хушлашты Арыҫлан. Әммә күңелдәрҙә үҙенең рухи асылы, яҡты рухы менән бай хазина ҡалдырҙы.
М. Ғафури исемендәге
Башҡорт дәүләт академия драма театрынан сәхнәләштәре һәм дуҫтары.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






“Сулпан”да — “Ҡәнифә юлы”

“Сулпан”да — “Ҡәнифә юлы” 10.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Сибай концерт-театр берекмәһенең “Сулпан” балалар театрында күренекле драматург Сәрүәр Суринаның...

Тотош уҡырға 28

Таланттар байрамы!

Таланттар байрамы! 09.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡортостанда йәш таланттарға иғтибар көслө, Хөкүмәт кимәлендә бүләкләү йыш ойошторола....

Тотош уҡырға 55

Һүрәттәрҙә - ҡала яҙмышы

Һүрәттәрҙә - ҡала яҙмышы 09.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Сибай тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейында Нияз Мирхәйҙәровтың шәхси фотокүргәҙмәһе асылды. Ул оҙаҡ...

Тотош уҡырға 45

Әлфинә Ҡытайҙа көс һынай

Әлфинә Ҡытайҙа көс һынай 09.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Һылыуҡай– 2018” республика матурлыҡ бәйгеһе еңеүсеһе Әлфинә Кашапова Башҡортостан данын Ҡытайҙа...

Тотош уҡырға 55

“Масторавань морот” Бишбүләктә

“Масторавань морот” Бишбүләктә 09.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Район мәҙәниәт йорто майҙанында шау-гөр килеп барған күңелле сара бик үҙенсәлекле, иҫтә ҡалырлыҡ...

Тотош уҡырға 30

Кимәл дә, кәйеф тә күтәрелә

Кимәл дә, кәйеф тә күтәрелә 08.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бәләбәй ере йәнә Башҡортостандың төрлө төбәктәренән профессиональ ансамблдәрҙе һәм халыҡ...

Тотош уҡырға 42

"Бергә йәшәйек"

"Бергә йәшәйек" 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Бай икәнеңде белгең килһә, күсенеп ҡара, тип белмәй әйтмәгәндәр икән! Йә, әллә нимә лә юҡ һымаҡ,...

Тотош уҡырға 109

“Театр – ул сәнғәт һарайы!”

“Театр – ул сәнғәт һарайы!” 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Йоҡомһораған аҡыл һәм йөрәкте ҡуҙғытып ебәреүсе тылсымға эйә ул......

Тотош уҡырға 64

Сәхнәлә –  “Тере тупраҡ”

Сәхнәлә – “Тере тупраҡ” 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ул тарихыбыҙға алып ҡайтыр. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында...

Тотош уҡырға 99

Әҙәбиәт уҡыусынан алда барһын

Әҙәбиәт уҡыусынан алда барһын 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ул кешегә ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итһен. Күренекле яҙыусы һәм журналист Гөлшат Әхмәтҡужинаның...

Тотош уҡырға 54

“Башҡортостан илгә йөҙ йәш, тиме?..”

“Башҡортостан илгә йөҙ йәш, тиме?..” 07.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Минең данлы Башҡортостаным!” поэмалар конкурсына килгән әҫәрҙәргә күҙәтеү....

Тотош уҡырға 98

Театрға өр-яңы спектаклгә килегеҙ!

Театрға өр-яңы спектаклгә килегеҙ! 05.12.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҙур премьера көтөлә –...

Тотош уҡырға 90