Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Шоңҡар юлыЯҙыусылар араһында ниндәй генә һөнәр кешеһе юҡ: уҡытыусы, табип, йәмәғәт эшмәкәре, инженер, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре, сауҙагәр... Ә бына һауаларҙы байҡап осҡан кеше башҡорт яҙыусылары араһында берәү генә — Азат Мағазов.
Бер ҡараһаң, уның әҙәби ижад юлына аяҡ баҫыуы осраҡлы күренеш һымаҡ, ә инде тормошона ныҡлабыраҡ күҙ һалһаң, был хәлдең бер ҙә юҡтан ғына булмауын аңлайһың. Ул тәүге шиғыр һәм хикәйәләрен мәктәптә уҡып йөрөгән йылдарында уҡ яҙған икән. Кеше күңеленә атай-әсәй ҡаны менән һибелгән талант орлоҡтарын тормош ауырлыҡтары ла, хатта үлемесле йәшәү һуҡмаҡтары ла юҡҡа сығара алмай шул. Ватан һуғышының утлы юлдарын үтеп, утыҙ йылға яҡын хәрби хеҙмәттә булып, полковник дәрәжәһенә күтәрелгәндән һуң ғына ул ҡулына ҡәләм ала. Ә отставкаға сығыр алдынан уҡ әле Яҙыусылар союзына тәүге повесының ҡулъяҙмаһын тотоп килде. Шуға тиклем мин уны күреү түгел, исемен дә ишеткәнем юҡ ине.
...Минең Яҙыусылар союзы идараһында әҙәби консультант булып эшләп йөрөгән саҡ. Берҙән-бер көн “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Әсғәт Мирзаһитов шылтырата. Ноғман, редакцияға инеп сыҡ әле, ти. Ул саҡта Яҙыусылар союзы идараһы ла, “Ағиҙел” журналы редакцияһы ла әүәлге Совмин йортоноң дүртенсе ҡатында урынлашҡайны. Редакцияға барып инһәм, “Ағиҙел” хеҙмәткәрҙәренән тыш, унда хәрби кейемдәге ят кеше ултыра. Яурынында — полковник погондары. Мирзаһитов:
— Таныш бул, ҡунағыбыҙ Азат Шәйехович Мағазов, — тип әйтеүгә, мөләйем йылмайып (был алсаҡ йылмайыу нисектер онотолмаҫтай булып күңелгә һеңеп ҡалды), хәрби кешеләргә хас еңел генә урынынан күтәрелеп, ҡулын һондо.
Мирзаһитов:
— Азат Шәйехович повесть алып килгән. Ҡулъяҙманы уҡып, фекер әйтеүебеҙҙе һорай, — тигәс, аптырабыраҡ ҡалдым: быға тиклем шундай юғары дәрәжәләге хәрби кешенең әҙәби ижадҡа тотонғанын күргән юҡ ине.
“Шоңҡар юлы” тип аталған ҡулъяҙма урыҫ телендә ине. Автор редакцияға юл ыңғай ғына тиерлек һуғылғанға, уны йәһәт кенә уҡып сығып, әҫәр тураһында һөйләшергә йыйылдыҡ. Унда Мостай Кәрим, Хәким Ғиләжев (ул мәлдә Яҙыусылар союзы идараһының рәйесе), Әсғәт Мирзаһитовтарҙың ҡатнашыуы хәтерҙә. Фекер алышыу бик ихлас, асыҡтан-асыҡ һөйләшеү рәүешендә үтте, авторҙың әҙәбиәткә үҙ темаһы менән килеүе, ижадҡа һәләте булыуы билдәләп үтелде, әҫәрен камиллаштырыу өҫтөндә эшләргә кәңәштәр бирелде. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң повесть башҡортсаға тәржемә ителеп донъя күрҙе. Был хәрби осоусының әҙәби ижадҡа һалған юл башы ине.
Демобилизацияланып ҡайтҡас иһә, Азат Мағазов ғүмер ағышындағы яңы майҙанда ял итеү, үҙ ыңғайына ирәүәнләп йәшәү тураһында уйлап та тормай, ең һыҙғанып эшкә тотондо. Әүҙем тормош позицияһы булған кеше генә әҙәби ижадта юғары уңышҡа ирешә ала тигән ҡарашым бар минең. Азат Мағазов тап ана шундай юлды һайланы ла инде. Уның оҙаҡ йылдар буйы Республика тыныслыҡты яҡлау комитетының рәйесе булып эшләүен күптәр белә. Ул комитет эшмәкәрлегенә билдәле шәхестәрҙе ылыҡтырҙы, “тыныслыҡты яҡлау” тигән дөйөм төшөнсәгә аныҡ йүнәлеш биреп, эште киң ҡолас менән алып барҙы, республиканың тыныслыҡты яҡлау ойошмаһы СССР-ҙа алдынғылар рәтенә сыҡты.
Яуаплы йәмәғәт эше уның әҙәби ижад эшмәкәрлегенә бер ҙә тотҡарлыҡ яһаманы, киреһенсә, яңы әҫәрҙәр яҙыуға уғата бер сәм менән тотондо. Уның бер-бер артлы донъя күргән “Һауаларҙа йондоҙ”, “Осоу”, “Күктә лә юлдар бар” тигән повестары көндәлек эштә ҡыйыулыҡ, тәүәккәллек талап иткән хәрби летчиктар тормошона арналған. Һуңға табаныраҡ был повестарҙың Мәскәү нәшриәтендә баҫылып сығып, Бөтә Союз уҡыусыһына тәҡдим ителеүе Азат Мағазовтың билдәле яҙыусы булып өлгөрөүе хаҡында һөйләй.
Хәрби хеҙмәтендә өҙлөкһөҙ күтәрелә барып юғары дәрәжәгә ирешкәндәге кеүек үк, Азат Мағазов әҙәби ижадта ла өлгәшкәндәре менән ҡәнәғәтләнеп ҡалманы. Йылдар үтеп, өлкән йәшкә аяҡ баҫыуға ҡарамаҫтан, ул тағы ла ауырыраҡ һәм яуаплыраҡ эшкә — роман яҙыуға тотондо һәм 60 йәшен “Әйләнә тирмән ташы” тигән ҙур күләмле әҫәр менән ҡаршыланы. Роман темаһы менән дә, хәл-ваҡиғалар барған ваҡыты менән дә быға тиклемге әҫәрҙәренән ныҡ айырыла: унда ғәҙәттәге тыныс тормошта йәшәүселәрҙең көнитмеше, уй-кисерештәре, үҙ-ара ҡатмарлы мөнәсәбәттәр һүрәтләнә.
Һуңғараҡ донъя күргән “Аға һыуҙар”, “Тормош-тәгәрмәс” тигән романдарында яҙыусының оҫталығы арта барыуы бик асыҡ күренә.
Яҙыусының ижадын тулыһынса күҙ алдына килтереү өсөн гәзит мәҡәләһе түгел, күләмле монография яҙырға, авторҙың үҙенең шәхес булараҡ ғүмер юлына, тормошҡа ҡарашына, ғөрөф-ғәҙәттәренә ентекле ҡараш ташларға тура килер ине. Һөйләп үтелгән ҡыҫҡаса ғына күҙәтеүҙәрҙән дә Азат Мағазовтың ҡатмарлы ижад күперҙәрен ҡыйыу, егәрле, талымһыҙ ирҙәрсә атлап үтеүен күрмәү мөмкин түгел. Шулай ҙа ошо урында Азат Мағазовтың бик тә баҫалҡы холоҡло, әҙәпле, мәҙәниәтле кеше — ысын мәғәнәһендә интеллигент — булыуын әйтеп үтке килә.
Ватан һуғышы ветераны, күренекле яҙыусы Азат Мағазов әле 85-тә лә, күктәрҙе байҡаған шоңҡар кеүек, яңы бейеклектәргә ынтылып йәшәй.
Ноғман МУСИН,
Башҡортостандың
халыҡ яҙыусыһы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Йөрәк менән тойорға өйрәнәйек

Йөрәк менән тойорға өйрәнәйек 17.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Тәтешле ауыл-ара үҙәк китапханаһында төрлө саралар даими уҙа. Халыҡ-ара һуҡырҙар көнө уңайынан “Иң...

Тотош уҡырға 26

Зәйнетдиновтар – иң әүҙеме

Зәйнетдиновтар – иң әүҙеме 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Республикала киң билдәле ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың ғаиләһе Башҡортостанда социаль йәһәттән...

Тотош уҡырға 128

“Бабич” өсөн миҙал тапшырылды

“Бабич” өсөн миҙал тапшырылды 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

“Бабич” тарихи нәфис фильмының сценарий авторҙары Таңсулпан Бабичева менән Гөлсәсәк Саламатова “Ал...

Тотош уҡырға 42

Төп бүләк кемдә?

Төп бүләк кемдә? 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика вокалсылар конкурсында Башҡорт дәүләт опера һәм балет...

Тотош уҡырға 79

Бүләккә – “Башҡортостан” гәзите!

Бүләккә – “Башҡортостан” гәзите! 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Хәйбулла районында үткән “Рух яҙыуы” телевизион шиғри конкурсында ҡатнашыусылар күп булды....

Тотош уҡырға 83

Оҫталарға бай төбәк

Оҫталарға бай төбәк 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Ейәнсураларҙың күргәҙмәһе шуға инандырҙы. Республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан райондар араһындағы...

Тотош уҡырға 50

“Йәрмәкәй шишмәләре” Өфөлә гөрләне

“Йәрмәкәй шишмәләре” Өфөлә гөрләне 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Башҡарған эштәре, күркәм тамашалары менән ҡыуандырҙылар. Иҡтисади ҡаҙаныштарын, социаль үҫештәрен...

Тотош уҡырға 46

Йырҙарында йәшәй бөгөн дә

Йырҙарында йәшәй бөгөн дә 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында күренекле башҡорт шағиры Яҡуп Ҡолмойҙоң...

Тотош уҡырға 33

“Сонет йондоҙҙары” ҡабыныр

“Сонет йондоҙҙары” ҡабыныр 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Яҡуп Ҡолмой XX быуаттың талантлы шағиры булыуы менән бергә үҙен Хоҙай тарафынан бик һирәктәргә генә...

Тотош уҡырға 34

“Беҙ – мәктәпкә ҡарурман аша йөрөп үҫкән быуын”

“Беҙ – мәктәпкә ҡарурман аша йөрөп үҫкән быуын” 16.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Спартак Ильясовтың тормошо һәм эшмәкәрлеге күп зыялыларҙың яҙмышына ауаздаш. Күптән хаҡлы ялда...

Тотош уҡырға 45

Йәш таланттарға — “йәшел ут”!

Йәш таланттарға — “йәшел ут”! 14.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

М. Нестеров исемендәге дәүләт художество музейында Халыҡ-ара балалар ижады конкурсына тәҡдим...

Тотош уҡырға 52

Шарандар, киноға килегеҙ!

Шарандар, киноға килегеҙ! 14.11.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт

Билдәле рус яҙыусыһы Иван Тургеневтың тыуыуына 200 йыл тулыу айҡанлы Шаран биләмә-ара үҙәк...

Тотош уҡырға 51