“Киләсәккә ышаныс менән ҡарайым”

31-01-2013, 03:18 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
“Киләсәккә ышаныс менән ҡарайым”Нефтекама дәүләт филармонияһы — республикалағы филармониялар араһында иң йәше. Ул яңыраҡ үҙенең 15-се ижад миҙгеленә аяҡ баҫты. Эйе, 15 йыл тарих өсөн әллә ни ҙур арауыҡ түгел, әммә ул коллектив өсөн онотолмаҫлыҡ, сағыу миҙгелдәргә бай. Филармония ошо йылдарҙа олпат юбилярға тиңләшерлек ҡаҙаныштар һәм танылыу яуланы. Сер түгел, мәҙәниәт усағының үрҙәр яулауында етәксенең дә өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Нефтекама филармонияһы был йәһәттән бәхетле. Уны мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһендә билдәле шәхестәр етәкләне. Бөгөнгө директор Рәйес Абдрахман улы Исмәғилев тә —филармонияның киләсәге, артистары өсөн янып йәшәгән шәхестәрҙең береһе. Ул ошо көндәрҙә үҙенең күркәм ғүмер байрамын — 60 йәшен билдәләй. Филармонияның киләсәге нисегерәк күҙаллана, етәксе ниндәй сифаттарға эйә? Рәйес Абдрахман улы менән әңгәмә ошо хаҡта.

— Һәр кемдең бала саҡ хыялы була. Һеҙ кем булырға хыяллана инегеҙ?
— Мин тыуып үҫкән Белорет районының Йөйәк ауылы — Башҡортостаныбыҙҙың иң төпкөл ауылдарының береһе. Тап минең бала саҡ йылдарында беҙҙең яҡта автомашиналар күренгеләй башланы. Техникаға ылыға торғайным, ҡыҙыҡһыныуым көслө ине. Автомеханик булырға хыялландым, хатта уҡыным да. Артабан Өфө авиация институтына уҡырға инәм тигән саҡта, яҙмышым ҡырҡа боролош алды. Арыѕлан Мөбәрәков менән осраштым. Уларҙа йәшәргә лә тура килде. Беҙ уны Арыѕлан бабай тип йөрөтә торғайныҡ. Шулай уның менән кәңәшләшеп, һөйләшеп йөрөй торғас, минең күңелдә моронлаған ынтылыш еңде, теләк тә бар ине — сәнғәт институтына уҡырға индем.
Ғөмүмән, музыкаға, сәнғәткә һөйөүем көслө булды. Гармунда, баянда уйнап, ауыл сәхнәләрендә сығыш яһап, концерттар ҡуйып йөрөй торғайныҡ. Ауылда саҡта журналдан ҡарап, Ғата Сөләймәновтың дәреслеге буйынса ҡурай эшләп, үҙаллы уйнарға ла өйрәндем.
— Һеҙ ҡайҙа эшләһәгеҙ ҙә етәксе вазифаһында. Бының "сере" нимәлә?
— Сере юҡ. Бәләкәйҙән етәксе булырға хыялландым. Теләһә кемгә буйһонмай торғайным. Әгәр кәрәк тип тапһам, ихлас эшләнем. Теләмәһә, кешене бер кем дә етәксе итеп ҡуя алмай, ҡуйған хәлдә лә бындай кеше эшен еренә еткерә алмаясаҡ. Етәксе булыу минең ҡанымдалыр тим. Мәктәптә үк вожатый ҙа, төрлө сарала етәксе булып та теләп ҡатнаша торғайным. Сәнғәт институтында уҡығанда комсорг, профсоюз етәксеһе булдым. Бишенсе курста уҡығанда уҡ коммунистар партияһы ағзаһы инем.
Яҙмышыма рәхмәтлемен. Эйе, режиссер ҙа — етәксе бит инде ул. Театр режиссураһына уҡығанда, дүртенсе курста, Әмир Абдразаҡов мине телевидениеға режиссер ярҙамсыһы итеп алды. "Туй", "Килен килә" фильмдарында массовкала ҡатнашып йөрөнөм. Шулай уҡ режиссер ассистенты булараҡ эшләп, кино сәнғәтенең серҙәренә төшөндөм.
Яҙмыш шулай хәл итте: мин Өфөлә ҡалдым. 20 йыл Башҡортостан телевидениеһында режиссер булып эшләнем. Йәшләй генә баш режиссер итеп тәғәйенләнеләр. Унда тәжрибәле, юғары белемле байтаҡ режиссерҙар, ярҙамсылар эшләп йөрөй ине. Шулар араһынан мине һайланылар. Был да юҡҡа түгелдер, тим. Сөнки бер ваҡытта ла һуңлап, ҡасып йөрөмәнем. Егелеп эшләнем, шул уҡ ваҡытта Башҡорт дәүләт университетында "Йәнгүзәл" фольклор ансамбле, драма түңәрәген алып барҙым, телефон аппараттары заводында ла фольклор ансамблен етәкләнем. Ғаилә ҡорған йәш саҡ, аҡса кәрәк, шуға иртә таңдан ҡараңғыға тиклем эшләнем.
— Һеҙ — 50-нән ашыу документаль, музыкаль фильмдар, телеспектаклдәр авторы. Тәүге фильмығыҙҙы хәтерләйһегеҙме?
— Тәүге документаль фильмды 1982 йылда төшөрҙөм. Риза Яхиндың тормошо, яҙмышы тураһында ине. Ул — Баймаҡ районы комбайнеры, Социалистик Хеҙмәт Геройы. Иҫ киткес башҡорт ағайы, ерҙе, тәбиғәтте, халҡын яратҡан ябай, шул уҡ ваҡытта оло йөрәкле кеше ине. Был фильм үҙәк телевидение заказы буйынса төшөрөлдө. Аҙаҡ Мәскәү өсөн бик күп документаль фильмдар эшләнем. Улар аша тотош СССР-ҙа беҙҙең Башҡортостанды беләләр ине. Үҙәк телевидение өсөн фильмдар эшләү һәр кемгә лә эләкмәй. Бик яуаплы эш.
Тормош бер урында тормай. "Башҡортостан" киностудияһы директоры вазифаһын ышанып тапшырҙылар. Унда эшләп йөрөгәндә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына директор булырға тәҡдим иттеләр. Аҙаҡ Милли музейҙа директор булдым, тик алты ай ғына эшләп өлгөрҙөм, Нефтекама дәүләт филармонияһына директор итеп ебәрҙеләр.
— Ә был тәҡдимде нисек ҡабул иттегеҙ?
— Әлбиттә, ыңғай. Нефтекама менән күптәнән таныш инем. Ниндәй ҡала икәнен беләм. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк: башҡа урындарға ла тәҡдимдәр булды, шулай ҙа бында ризалаштым. Һис үкенмәйем, үҙем теләп килдем. Аллаға шөкөр, ҡыуанып эшләп йөрөйөм. Бында халыҡ икенсе темп, икенсе ритм менән йәшәй. Кешеләре һәйбәт, һауаһы таҙа, бик күркәм ҡала.
— Филармония һеҙҙең өсөн ятыраҡ булманымы?
— Был миңә ят эш түгел. Нефтекама филармонияһының ижады, үѕеше менән электән таныш инем. Килгәс тә төрлө тәҡдимдәр менән ҡала етәкселегенә сыҡтым. Эшләйем тигән кешегә етәкселек тә ярҙам итергә әҙер тора. Хакимиәт башлығы Илүс Фәғит улы Ғарифуллин, хакимиәттәге башҡа хеҙмәткәрҙәр ниндәй генә тәҡдим менән килһәм дә кире ҡаҡмай. Бөтөн эште лә ҡала етәкселеге менән бергәләп, килешеп эшләйбеҙ, еренә еткереп башҡарабыҙ. Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ ҙә уларға ярҙам итергә әҙер. Быйыл Нефтекаманың 50 йыллығына ҡарата ҙур концерт әҙерләйбеҙ. Шулай уҡ ҡала тураһында архив материалдарын табырға ярҙам итәбеҙ, элек төшөрөлгән кино һәм видео материалдарҙы туплауҙа ҡатнашабыҙ. Был беҙҙең филармонияға ҡағылмаһа ла, ҡаланың бәҫен күтәрергә, тарихына әйләнеп ҡайтырға мөмкинлек бирә.
Әлеге ваҡытта хакимиәт менән берлектә «Дуҫлыҡ күпере» тигән программа әҙерләйбеҙ. Был иһә Нефтекама ҡалаһы менән Татарстандың Аҡтаныш районы араһындағы мөнәсәбәтте тағы ла киңәйтеү ниәтендә эшләнә. Ул мәҙәни яҡты ғына күҙ уңында тотмай, йәшәйешебеҙҙең төрлө өлкәһенә ҡағылышлы мәсьәләләр ҙә хәл ителәсәк. Дуѕлыҡ та, мөхәббәт тә, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр ҙә усаҡ кеүек бит ул, ваҡытында “утыныңды” өѕтәп тормаһаң, һүрелеүе, һүнеүе мөмкин.
Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, беҙ ҡала хакимиәтенә, Мәҙәниәт министрлығына бик рәхмәтлебеҙ. Былтыр ғына ҡала етәкселеге филармония артистарына биш фатир бирҙе. Беҙҙә торлаҡһыҙ артистар юҡ, был — бик ҡыуаныслы күренеш. Эшкә килергә теләгән артистарға, музыканттарға бөгөнгө көндә фатир бирә алабыҙ. Былтыр филармонияға сит ил машинаһы бүләк иттеләр.
Шулай уҡ Мәҙәниәт министрлығы биргән өҫтәмә аҡсаға филармония өсөн өр-яңы тауыш һәм яҡтыртыу аппаратуралары алдыҡ. Өфө, Ҡазан, Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалаларынан гастролдәр менән килгән артистар беҙҙең йыһаздарҙы бик ыңғай баһалай. Ниһайәт, көҙ көнө филармонияның тамаша залын йылыттыҡ, ул ҡышын һалҡыныраҡ була торғайны. Киләсәктә ундағы креслоларҙы ла яңыртырға уйлайбыҙ.
Тырышып эшләһәң, эш бара. Артистарға бөгөн ижад итергә мөмкинлектәр бар. Яңы “ГАЗель” алдыҡ. Бер тотҡарлыҡһыҙ төрлө яҡтарға йөрөй алабыҙ.
— Ә гастролдәр менән ҡайҙарҙа булаһығыҙ?
— Беҙ күпселек Свердловск өлкәһе, Екатеринбург ҡалаһы, Пермь крайы, Татарстан, Мари Иле республикалары, Башҡортостандың бөтөн райондарында булабыҙ. Артистарыбыҙ тартынып тормай, бәләкәй генә ауылдарҙа ла концерт күрһәтә. Ә төпкөлдә йәшәгән халыҡ быға ифрат шат, рәхмәтле булып ҡала.
Нефтекама филармонияһының киләсәге бик өмөтлө, ышаныслы тип уйлайым.
— Һеҙ — оптимистик рухлы кеше. Шулай ҙа тормошта кәйефегеҙҙе төшөргән, борсоған нәмәләр ҙә барҙыр?
— Халыҡ ныҡ эскегә бирелә. Эскән, тәмәке тартҡан кеше эшен еренә еткереп эшләмәй, ғаиләһе тарҡала. Был беҙҙең халыҡҡа ғына хас күренеш түгел, тотош Рәсәйгә ҡағыла. Мине ошо бик борсой. Кесе йәштән балаларға тейешле дәрәжәлә тәрбиә бирелмәй, тип уйлайым. Беҙ уҡығанда, хәтеремдә, кластан тыш дәрес үткәрелә торғайны. Шунда тормошта осраған төрлө хәл-ваҡиғаларҙы тикшерҙек, бик йәнле фекер алышыу була ине. Ошо дәресте тотош класс менән көтөп ала торғайныҡ. Унда ололар һәм йәштәр, ҡыҙ һәм егет мөнәсәбәте, ағай-апайҙар, етәксе менән нисек аралашыу кеүек мәсьәләләрҙе өйрәндек. Теманы әхлаҡи яҡтан да, тормош күҙлегенән дә сығып тикшерҙек. Ошондай тәрбиәүи дәрестәр етешмәй хәҙер.
Ауылдарҙа мәсеткә һирәк йөрөйҙәр, клубтар йүнләп эшләмәй. Бына беҙҙең Йөйәк ауылы — райондағы иң ҙур ауылдарҙың береһе. Ә клубҡа керерлек түгел, емерелергә тора.
Сәнғәт — ул күңел аҙығы. Эйе, кеше ашамай тора алмай, әммә рухи ризыҡ булмаһа, уның күңеле ярлылана. Сәнғәттең халыҡҡа тәьҫире бик көслө тип уйлайым. Кеше аңлы рәүештә мәҙәниәт усағына килә. Сәхнәлә барған күренештең ысын түгел икәнлеген аңлаһа ла, шуға ышанып, көлөп, ҡул сабып ултыра, йә геройҙарҙы ҡыҙғанып, илап та ала, шунан күңеле бушанып, тынысланып ҡайтып китә. Театр, филармония, мәсеттәргә, музейҙарға йөрөү мотлаҡ кәрәк.
— Ә нимәләр һеҙҙең күңелдә ғорурланыу тойғоһо уята?
— Ғорурланыу киң мәғәнәгә эйә. Минең күңелем бөгөнгө көндә тыныс йәшәүгә ҡыуана. Илебеҙ тыныс, ризыҡ етерлек, өҫтөбөҙ бөтөн, ни теләһәң, шул бар. Ниңә былар минең өсөн мөһим тиһәгеҙ, төпкөл ауылда үҫтем бит. Әле лә бик яҡшы хәтерләйем: алтмышынсы йылдарҙа ризыҡҡа ҡытлыҡ ине, бының сәбәбе – яҡын-тирә менән ауылды тоташтырған юлдың булмауы. Беҙҙең халыҡ Ҡаратау аша сығып, күрше Берештамаҡ ауылынан икмәк һатып ала ине. Кейем дә әллә ни булманы. Мин беренсе класҡа бәләкәй ҡуңыслы калуш кейеп барғанымды хәтерләйем. Юл бысраҡ, батҡаҡ, теге калуш шунда батып ҡала, һиҙмәй ойоҡсан атлап китәһең, аҙаҡ шул бысраҡ ойоҡ менән калушты кейеп, мәктәпкә барабыҙ. Ҡайтышлай Инйәргә төшөп, йыуып ала торғайныҡ. Етешһеҙлек, аслы-туҡлы йәшәүҙе бик яҡшы хәтерләйем. Ләкин бының бер оятын да күрмәйем. Хәҙерге бөтөнлөккә, барлыҡҡа шатмын.
Ер шарының төрлө илдәрендә булырға тура килде. Әммә Башҡортостаныбыҙҙың гүзәл тәбиғәтенә тиңләрлек төбәк юҡ. Ҡайһы бер өлкәләр, әйтәйек, йәшәү кимәле буйынса беҙҙән егерме йылға артта ҡалған һымаҡ. Шулай күреп, йөрөп ҡайтҡас, үҙебеҙҙең кешеләргә ҡарап ҡыуанам. Бына Йөйәк ауылында йәштәргә өй һалырға урын юҡ. Тау баштарын, сабынлыҡты һайлайҙар. Йәштәр ауылда ҡала. Был да бик ҡыуаныслы күренеш. Халыҡ үҙен үҙе ҡарап йәшәй. Йорттары матур, бейек, сағыу төҫтәргә буялған. Был инде — республика етәкселегенең төрлө программалар ярҙамында ауыл эшсәндәренең йәшәү шарттарын яҡшыртыу ниәтенән башҡарылған эштәр һөҙөмтәһе. Шуға мин бик кинәнеп эшләйем. Республика етәкселегенә, халҡыма рәхмәтлемен.
Ни тиһәң дә, беҙҙең халыҡ концерттар, спектаклдәр, йыр-моң ярата, матур йәшәргә ынтыла. Был да — минең өсөн бик ҙур ҡыуаныс.