Ижадында  — ихласлыҡРайон үҙәкләштерелгән китапханаһының эшмәкәрлеге күп яҡлы. Бында күренекле шәхестәр, яҡташтар менән осрашыуҙар, иҫкә алыу кисәләре йыш була. Күптән түгел Шәммәт ауыл клубы мөдире Анфиса Шәйемованың "Булған хәлдәр" китабының исем туйы үтте. Унда авторҙың ижадын һөйөүселәр, дуҫтары, ауылдаштары, мәктәп уҡыусылары килгәйне.

Анфиса Шәйемова Аҡкүҙ ауылында тыуа. Урта мәктәптән һуң, ситтән тороп Өфө китапханасылар техникумын тамамлай. 1982 йылдан алып Шәммәт ауыл клубы мөдире вазифаһын башҡара. Береһенән-береһе йөкмәткеле саралар үткәргән, үҙ хеҙмәтен намыҫ менән башҡарған мәҙәниәт хеҙмәткәрен ауылдаштары, хеҙмәттәштәре лә ихтирам итә. Шулай уҡ ул "Маяҡ" район гәзитенең әүҙем хәбәрсеһе, дүрт йыл рәттән уның лауреаты булды.
Йыйынтыҡҡа ижадсының төрлө осорҙа яҙылған ун ике хикәйәһе, булған хәлдәр хаҡында яҙмалары тупланған. Ул ғибрәтле ваҡиғаларҙы, яҙмыштарҙы ябай тел менән уҡыусының күңеленә үтеп инерлек итеп һүрәтләй. Хикәйәләрҙең прототиптары, башлыса, эргә-тирәләге ауыл кешеләре.
Осрашыуға килгән ижадташ дуҫтары Рафаил Хафизов, Әнисә Йәғәфәрова, Фәнис Рәхмәтуллин, Гөлфинә Сәлимова, "Илһам" клубы рәйесе шағирә Зәлифә Кашапова, Анфиса Шәйемованың ижадына туҡталып, үҙ баһаһын бирҙе, изге теләктәрен еткерҙе. Кисәлә райондың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Зифа Фәтхуллинаның, Фәнирә Мәхмүтйәнованың моңло йырҙары, баянсы Фларит Ғәләүетдиновтың сығышы сағыу бер биҙәк булды.