Күңел йылыһы һалынғанЗәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә балалар өсөн «Күмәс өй» тип аталған китап донъя күрҙе. Был үҙенсәлекле баҫмала башҡорт, урыҫ һәм немец телдәрендә әкиәттәр тупланған. Проект авторы –- Алһыу Хамматова.

Китапҡа ағалы-энеле Якоб менән Вильгельм Гриммдарҙың киң билдәле өс әкиәте ингән: «Тәмле бутҡа», «Һензель менән Гретель», «Барҡылдыҡ ҡушаматлы батша». Баҫма сағыу биҙәлешле: ҡурсаҡтар, уйынсыҡ йыһаз һәм йорт кәрәк-ярағын ҡулланып, сәхнә күренештәре рәүешендә төшөрөлгән төрлө фото балаларҙың иғтибарын яуламай ҡалмаҫ. Уларҙың өлгөһөндә кескәйҙәрҙең үҙҙәренең дә уйынсыҡтары менән яңыса, ижади уйнарға теләге уяныр.
– Был минең балалар өсөн сыҡҡан икенсе китабым, – ти проект авторы Алһыу Хамматова. – Һөнәрем буйынса табипмын, әммә ижад – яратҡан шөғөлөм. Был китап өҫтөндә өс йылдан ашыу эшләнем. «Күмәс өй» биҙәлеше менән ҡыҙыҡлы буласаҡ. Унда ысын ҡурсаҡтар ҡатнаша. Күптәрен үҙем яһаным. Күлдәктәр шул осорҙағы кейемдәрҙе өйрәнеп тегелде. Биҙәүестәрҙе яһаным, өйҙө балсыҡтан әҙерләнем. Әҫәрҙәрҙең исемдәре сигеп эшләнелде. Үҙемдең ике ҡыҙым үҫеп килә бит. Улар менән беҙ башҡортса аралашабыҙ. Балаларыма сит ил әҙәбиәтен өйрәтеү теләге миңә ошо китаптарымды нәшерләргә этәргес булды.
Авторҙың күңел йылыһы һалынған хеҙмәт 3000 дана тираж менән баҫылған һәм нәшриәттең фирма магазиндарына һатыуға сығарылған.