Туғандаш халыҡтар берҙәмлеге

1-06-2013, 01:16 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Сыуашстан башлығы Михаил Игнатьев төбәк-ара хеҙмәттәшлек темаһына журналистар менән аралашты.

— Бизнес административ власҡа ҡарағанда әүҙемерәк, эшҡыуарҙар бер-береһен үҙҙәре таба, — тине Рөстәм Хәмитов. — Беҙҙең бурыс — уларға ярҙам итеү. Чебоксарҙағы “Экра” предприятиеһы Башҡортостан менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, беҙҙең предприятиеларға ҡорамалдар еткерә. Ошо арала Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһының генераль директоры Андрей Макаров менән осрашып, Сыуашстандан продукция ағымын арттырыу тураһында һөйләшәсәкбеҙ.
Ике республика араһында хеҙмәттәшлек йүнәлештәре байтаҡ, тигән фекерҙә Башҡортостан башлығы.
— Беҙҙең бурыс — яҡшы шарттар булдырып, эшҡыуарлыҡ берләшмәләрен үҫтереүгә этәргес биреү, — тип хупланы Рөстәм Хәмитовты Сыуашстан Президенты Михаил Игнатьев. — Республикаларыбыҙ араһындағы мөнәсәбәттәрҙән ҡәнәғәтмен.
Төбәк башлыҡтары билдәләүенсә, бындай сәфәрҙәрҙең төп маҡсаты — туғандаш халыҡтарҙың байлығын һаҡлап ҡалыу. Мәҙәни хеҙмәттәшлеккә килгәндә, Михаил Игнатьев: “Дөйөм кешелек һәм ғаилә ҡиммәттәрен, ижад кешеләренең оҫталығын файҙаланып, халыҡ йолаларын йәш быуынға тапшырыу юлдарын эҙләйбеҙ”, — тине.
Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, тарихҡа, йолаларға таянып, яңы алымдарҙы файҙаланырға кәрәк. Сыуашстанда, мәҫәлән, Башҡортостан электрон материалдар менән танылған. 1 октябрҙә ЮНЕСКО-ның Париждағы штаб-фатирында республика менән таныштырыу сараһы уҙғарыла. Унда яңы концепция тәҡдим ителәсәк, тине Рөстәм Хәмитов.
— Һәр төбәк үҙенсәлекле, шуға күрә һәр аралашыуҙан файҙа алырға мөмкин, — тине Михаил Игнатьев. — Башҡортостанға сәфәр барышында игенселектәге алдынғы технологиялар, иҡтисадтың һәм предприятиеларҙың үҫеш тиҙлеге айырыуса ҡыҙыҡһындырҙы.