Бел ҡанунын ата-бабаларҙың, иманыңды ҡуйма ҡоротоп!..

29-12-2011, 05:32 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт // Баҫып сығарырға
Бел ҡанунын ата-бабаларҙың, иманыңды ҡуйма ҡоротоп!..Һатма ереңде!

Эй, ырыуҙашым,
Һатма ереңде!
Һатһаң ереңде —
Алыпһатарҙар
Тунар тиреңде!

Эй, яҡташ, белеш,
Һатма ереңде!
Һатһаң ереңде —
Яҡтың тигән һүҙ
Яҡты көнөңдө!

Эй, илдәшкәйем,
Һатма ереңде!
Һатһаң ереңде —
Ҡара көс беҙҙе
Ҡорт урынына
Һытты тигән һүҙ!..

Эй, ҡан-ҡәрҙәшем,
Һатма ереңде!
Һатһаң ереңде —
Ата-бабаңды
Һаттың тигән һүҙ!

Эй, рухташым,
Һатма ереңде!
Һатһаң ереңде —
Мәңге ҡоллоҡҡа
Баттың тигән һүҙ!

Эй, туғанҡайым,
Һатма ереңде!
Һатһаң ереңде —
Бар тоҡомоңдо
Үҙ ҡулың менән
Быуҙың тигән һүҙ!

Эй, милләттәшем,
Һатма ереңде!
Һатһаң ереңде —
Ғәзиз халҡыңды
Һаттың тигән һүҙ!

Ҡороған йылға
(Һарыүҙәк)

Ҡороған йылға үҙәнендә торам,
Күрәм йылға шарлап аҡҡанын.
Табандарҙа тоям йор ағыштың
Зымбыр-зымбыр
тилбер ҡаҡҡанын.

Бында яҙын йылға ярһығандыр,
Туптай тәгәрәтеп таштарҙы.
Еңел түгел, ташҡын ҡоторғанда,
Имен алып сығыу баштарҙы.

Ә бит йылға йыл да үрәпсегән,
Шашынған да ҡай саҡ бер аҙға,
Ағастарҙың йыуып тамырҙарын,
Уңлы-һуллы һелтәп ауҙарған.

Халҡым да бит
тыйыуҙарҙы белмәҫ
Тау йылғаһы кеүек бер заман,
Юлындағы атып кәртәләрҙе,
Дер һелкеткән илде бер талай...

Аяҡ аҫтым тулы йоморо
таштар.
Улар шаһит йылға үлгәнгә.
Һыуһыҙ йылға.
Тәрән уйға батып,
Баҫып торам ҡоро үҙәндә.

Тауҙарҙан ул ярһып-йүгереп
төшкән,
Кешеләргә бит ул ашыҡҡан.
Һалҡын шифа һыуын ғына түгел,
Йәнгә шиғыр һәм йыр ташыған!

Бына ҡайҙа йылға фәлсәфәһе:
Ашыҡ, ярһы, тышау өҙгәндәй;
Нимә ҡала һинең ағышыңдан,
Ҡалып ҡуйһаң ҡороған үҙәнгә?..

Ҡороған йылға терелә,
тиҙәр көҙөн.
Ғүмер генә ике бирелмәй.
Йылға кеүек ҡабат
ағырмын, тип,
Өмөтләнмәй аҡ һин, иренмәй!..

Сәңгелдәккә мәдхиә

Күкрәп-шаулап ямғыр килгән,
Саман өйҙө йәшен атҡан,
Йәшен атҡан өйҙә яңғыҙ
Сәңгелдәктә сабый ятҡан.
Шырпылай һынған антенна,
Селпәрәмә килгән тәҙрә,
Шауҙырлап төшкән быяла,
Килеп ингәс йәшен-йәҙрә.
Стеналар төтәй-төтәй
Сатнаған, ти, ҡап уртаға,
Өйҙә ут-ҡойон уйнаған...
Бала бәүелгән уртала.

Йәшен өйҙө сыҡҡан урап,
Ситән ҡойма янған шаурап,
Ҡото осоп, сәсен йолҡоп
Ҡайтҡан әсә ҡалған ҡатып,

Һәм атылған төтәп торған
Ҡырыҡ яра саман өйгә,
Сабыйын тапҡан биләүҙә
Тулап-илап ятҡан көйгә...

Йәшен уйнағанда бала
Йоҡлап ятҡан — тере ҡалған,
Сәңгелдәк уны һаҡлаған,
Хоҙай, тиҙәр, аралаған...

“Теләк теләү ағасы” янында

1

Килдек “Теләк теләү ағасы”на,
Урап сыҡтыҡ икәү әйләнеп.
Сәстәребеҙ сәскә бәйләнмәне,
Өйәңкегә таҫма бәйләнек.

— Эстән генә теләк телә, —
тинең, —
Ҡабул булыр изге теләгең...
Теләгемде ағас ишетер ҙә
Тик әйтер шул:
“Ниндәй тилеһең?!”

— Үтәлерлек түгел минең теләк,
Ҡарт өйәңке шуны аңлай ул...
— Ҡөҙрәте киң дә бит
әҙәмдәргә...
Ашырҙайын ғына һайла һуң...

Миңә килеп етһә, шулай инде,
Булмаҫтайға күңел үрелһә,
Йә иртәрәк, йә һуңланың, тиҙәр,
Инде генә өмөт терелһә...

2

Сәстәребеҙ сәскә бәйләнмәне,
Өйәңкегә таҫма бәйләнек.
Ярты-йорто ғына мосолмандар,
Мәжүсигә микән әйләндек?

Күңелдәре тулып, ҡарт өйәңке
Хөрмәттәнме беҙҙең иланы?
Рәхмәт төшкөр,
кем уйына килгән
Тергеҙергә изге йоланы?

Йәшәп утлы быуат ҡоршауында
Кемлегеңде ҡуйма онотоп,
Бел ҡанунын ата-бабаларҙың,
Иманыңды ҡуйма ҡоротоп.

Сәстәребеҙ сәскә бәйләнмәне,
Таҫмаларҙы ғына бәйләнек.
Ҡарт өйәңке ҡайтҡас йәшлегенә,
Таштай ҡатып бөткән күңелдәргә
Миһырбанлыҡ ҡайтты әйләнеп.