“Сағыл” камиллыҡҡа әйҙәйКиләсәккә ҙур маҡсаттар ҡуйып, уларға өлгәшеүгә, донъяны тағы ла матурыраҡ итеп ҡороуға, балаларына тәрбиә биреүгә көсөн, дәртен һалған Эльвира менән Айвар Миңлеғоловтарға һоҡланмаған кеше юҡтыр. Ғаилә Үрге Йәркәй ауылында йәшәй, икеһе лә район мәҙәниәт йортонда эшләй.
Серле ҡарашлы, һомғол буйлы Эльвира Миңлеғолова — Бишҡурай ауылынан. Уның ата-әсәһе Венера менән Марсель Ғилдановтар өлгөлө ғаилә һанала. Уларҙы эшһөйәр, уңған кешеләр булараҡ хөрмәт итәләр.
— Сәхнә юлын һайлауымда ғаиләбеҙҙең дә йоғонтоһо барҙыр тип уйлайым, сөнки атай-әсәйем халҡыбыҙ сәнғәтенә ғашиҡ кешеләр, элек үҙешмәкәр сәнғәт коллективтарында сығыш яһай торғайнылар. Мин дә бәләкәйҙән бейергә яраттым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 31 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үткән быуаттың 60-сы йылдарында тормош иптәшем Әнүәр Солтанов менән беҙҙе Әбйәлилгә мәҙәниәтте үҫтерергә тип ебәргәйнеләр. Халыҡ бында бик талантлы, дәртле булғанлыҡтан, эште ойоштороп алып китеүе үтә ауыр булманы. Кешеләр үҙҙәре бейергә, йырларға ынтылып тора ине.
Районда художестволы үҙешмәкәрлек айырыуса 75-се йылдарҙа Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығына арналған смотр барышында бер баҫҡысҡа күтәрелде. Һәр ауыл Советы урындағы хужалыҡ менән берлектә концерт әҙерләп, бер-бер артлы район мәҙәниәт йортонда сығыш яһаны. Шул ваҡытта беҙҙе ике ауылдан торған бәләкәй генә Ҡырҙас ауыл Советы хайран ҡалдырҙы. Асҡарға йәштәр менән бергә 50 – 60-тағы апайҙар күп килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 27 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт, татар моңдары онотолмай, иҫкә төшә. Бигерәк тә Фәриҙә Ҡудашеваның моңло тауышы күңелемдән китмәй. Тик кенә тороп йырлай ине, ә моң ағыла. Йыр-моң кеше күңеленә шул тиклем көслө тәьҫир итә, көлдөрә, уйландыра, илата ла. Композиторҙар ҙа тәрән хисле булғандыр инде, бер яңы йыр сыҡһа, бөтә кеше отоп йырларға тырыша торғайны.
Фидан Ғафаров менән Нурия Ирсаеваның бирелеп уйнауын бер кем дә ҡабатлай алмаҫтыр инде. Ғәзим Ильясовты, Радик Динәхмәтовты гел генә тыңлағы килеп тора. Әммә бөгөнгө күп артистар машина йыуғанда ла, утын киҫкәндә лә йырлай. Кеше отоп йырларлыҡ матур көйҙәр ҙә юҡ бит инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 32 тапҡыр // Тотош уҡырға
25 — 27 апрелдә Мәскәүҙә үтәсәк Башҡортостан көндәрендә байтаҡ эшлекле һәм мәҙәни сара күҙаллана.
Мәҫәлән, республиканың сәнәғәт һәм инвестиция ҡеүәте, Башҡортостан ғалимдарының мөһим фәнни ҡаҙаныштары, шулай уҡ төбәгебеҙҙең һәм Мәскәүҙең туризм өсөн мөмкинлектәре менән таныштырыу сараһы уҙғарыласаҡ. Халыҡ-ара музыка йортонда Башҡортостандың сәнғәт оҫталары концерты буласаҡ, “Башҡортостан — Евразия ынйыһы” фото күргәҙмәһе, “Китап” нәшриәте баҫмаларын һатыу, декоратив-ҡулланма сәнғәт һәм халыҡ кәсептәре әйберҙәренән күргәҙмә-йәрминкә үткәреләсәк, республикабыҙ дизайнерҙарының кейем-һалым коллекцияһы күрһәтеләсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 28 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәшәйем мин был донъяны һөйөп кенә Рәшит САБИТ
Эй, был заман!..
Эй, был заман!..
Беҙ көтәбеҙ уны,
Бер үҙгәрер, тиеп яҡшыға.
Ә ул алдай, үҙгәргәндәй итә,
Китә унан кире шаҡшыға.
Иң яманы артта ҡалды буғай,—
Ғәлийәнәп Ельцин заманы.
Тик һаман да хаҡтар үҫә тора,
Үҫә тора белмәй саманы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 31 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 88 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ