Күңеле хыялға бай инеФәүзиә апай Рәхимғолова хаҡындағы һүҙемде уның ике тиҫтәнән ашыу йылдар элек ижад ителгән “Үтенес” тип исемләнгән шиғырының тәүге һигеҙ юллығынан башлағы килә:
Килер бер мәл мәрхүм
булыр саҡ та —
Тәбиғәттә
ҡаты закон бар...
Атамағыҙ әммә,
мәрхүм, тиеп
Мине, дуҫтар, туған,
яҡындар.
Һыҙлаһа ла йөрәк,
әрнеһә лә,
Уҙған ғүмер кире ҡайтмай,
тип.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1430 тапҡыр // Тотош уҡырға
Заманыбыҙҙың рухи балҡышыШулай тип яҙғайнылар бер саҡ уның тураһында. Әҙәби ижадты һәм ғилми эшмәкәрлекте уңышлы алып барған, шул уҡ ваҡытта өлгөлө педагог булараҡ оҙайлы йылдар дауамында университетта белем биргән шәхес хаҡында был һүҙҙәрҙе әйтеү урынлылыр. Ҡайҙан килә ул егәрлелек, тырышлыҡ һәм мәңгелек хеҙмәттәр ҡалдырыуға ынтылыу? Әйткәндәй, тәҡдим иткән әңгәмәбеҙҙең геройы — Табын ырыуы вәкиле. Башҡорт халҡына бихисап зыялы биргән ырыу ул. Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури, ғалим-мәғрифәтсе Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев. Беҙҙең замандашыбыҙҙы ла шуларҙың рәтенә ҡуйыу хата булмаҫ. Фән, тормош асылдары, әҙәбиәт хаҡында табындарҙың дарманлы улы, танылған ғалим, яҙыусы Т
Ком: 0 // Уҡынылар: 1740 тапҡыр // Тотош уҡырға
Был парҙарҙың һәр береһенең бала сағы һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарға тура килгән, аслыҡ-яланғаслыҡты һәм ауыр хеҙмәт михнәтен бик иртә үҙ елкәһендә татыған. Шулай ҙа күңелдәре ҡатмаған, төшөнкөлөккә бирелмәй, яҡты киләсәккә ынтылып йәшәйҙәр.
Тормош юлын 50 йыл бергә үткән, ғүмер үренең етенсе тиҫтәһен артылған ғаилә парҙарына бағып, икенсе яртыларына ҡарата саф тойғоларының һүрелмәүенә, тәүге һөйөү хистәрен әлегәсә түкмәй-сәсмәй һаҡлауҙарына һоҡланмау мөмкин түгел. Мөхәббәт, ысынлап та, шулай мәңгелек буламы? Был һорауға һәр ҡайһыһының яуабы бер булды: “Әлбиттә, һаҡлағанда ул тойғо һүрелмәй”.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1362 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кемгәлер календарҙа “19 декабрь” тип билдәләнгән көн ҡәҙимге кеүек кенәлер. Минең өсөн улай түгел. Йылдың-йылы ул көндө мин күңелдән генә һыҙыҡ өҫтөнә алғандай итәм. Ни өсөн тигәндә, нәҡ шул көндө ер аяғы-ер башында ятҡан Фирғәнә үҙәнендәге бер бәләкәй генә стансала минең дуҫым, һабаҡташым, ҡалаҡташым һәм хеҙмәттәшем, яу ҡырында атакаға барған атаһы лейтенант Әбделғәлим Килмөхәмәтовҡа ишеттерергә теләгәндәй, яр һалып, донъяға килгән. Эйе, Үзбәкстанда тыуһа ла, үзбәк түгел, ә киләсәктә әҙип, сәсмәүер оҫтаһы, әҙәбиәтебеҙ ғилемен, республикабыҙҙа башлап профессиональ журналистар әҙерләргә тотонған үҙ уҙаманыбыҙ хаҡында һүҙ асыуым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1157 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халыҡ-ара Аҡмулла көндәре уңайынан Өфөлә бихисап саралар уҙҙы. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында инглиз теле уҡытыусылары өсөн методик семинарҙың үткәрелеүе, "Фольклорҙа һәм әҙәбиәттә дини һәм мифологик мотивтар" темаһына "түңәрәк өҫтәл"дең, шулай уҡ бүтән төрлө кисәләрҙең ойошторолоуы — шуға асыҡ миҫал. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында иһә танылған композитор Заһир Исмәғилевтең "Аҡмулла" операһы сәхнәләштерелде. Тамаша сит ил ҡунаҡтарына ла бик оҡшаны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1027 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тимерғәле Килмөхәмәтовты белмәгән кеше һирәктер. Ғилми эштәре күптән инде республика сиген сығып, ил кимәлендә танылыу алған. Ләкин был мәҡәләлә ғалим булараҡ түгел, кешелек сифаттарына туҡталғы килә.
Уны ике тиҫтә йыл беләбеҙ. Башҡорт дәүләт университетында белем алып сыҡҡанға ярайһы ваҡыт үтһә лә, аралашып йәшәйбеҙ. Шуныһы: йәш айырмаһы ла һиҙелмәй. Бының сәбәбе бер — ағайҙың ябайлығы. Шул уҡ ваҡытта өлкәндәрсә кәңәш биреүендә, кәрәк саҡта дәртләндереп ебәрә, “семетеп” тә ала белеүендә. Һуңғыһы күңелде һүрелтмәй, киреһенсә, илһамыңа ҡуҙ өҫтәп ебәрә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1499 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҙыусы, ғалим Тимерғәле Килмөхәмәтовҡа

Тимерғәле — иң затлыһы
Тутыҡмаусы тимерҙең.
Заяға осормай ғына
Минуттарын ғүмерҙең,
Ҡая ташлы тип тормайса,
Фән тауҙарына үрләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1014 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нәҫел-нәсәп менән — “Башҡортостан”ға!Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылында йәшәүсе күп балалы һәм татыу ғаиләләрҙең береһе — Рәхимә һәм Сәфәрғәле Хәсәновтар, “Башҡортостан” гәзите иғлан иткән акцияға ҡушылып, нәҫеле менән баҫмаға яҙылған. Өлгөлө ғаилә менән беҙ ҙә танышып ҡайттыҡ.
Иңгә-иң терәшеп, бер-береһен ихтирам итеп, 62 йыл татыу ғүмер кисергән Рәхимә Сәйфулла ҡыҙы менән Сәфәрғәле Рәхимйән улы Хәсәновтарҙы районда ғына түгел, республикала белмәгәндәр һирәктер. Бөтә Рәсәй “Берҙәм ғаилә” телевизион конкурсы еңеүселәренең (1982 йылда), Башҡортостандың “Ғаилә биҙәге” республика фестивале лауреаттарының (1998 йылда) 11 балаһын, кейәү-килендәрен, ейән-ейәнсәрҙәрен, бүлә-бүләсәләрен бергә йыйғанда, йөҙгә яҡын кеше иҫәпләнә. Ә нәҫелдәре яғынан туғандарын да ҡушып ебәрһәң, тотош бер ауылды хасил итерлек. Шулай ҙа ғаиләнең иң ҙур еңеүе — 2008 йылда Мәскәүҙә үткән III Бөтә Рәсәй “Рәсәй ғаиләһе” ғаилә ижады фестивалендә ҡатнашып, “Рәсәй ғаиләһе” тигән исемгә лайыҡ булыуы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1587 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гәүһәр һырға– Гөлшат Дәүләтовна, һеҙгә Петрованың әсәһе килгән. Саҡырайыммы?
– Әлбиттә, саҡыр, аҡыллым, саҡыр.
Гөлшат, уйҙарынан арынып, эш өҫтәле янына ултырҙы. Нина Ивановна менән осрашыу мөмкинлеген бер ҡасан да башына индермәй ине ул. Хәлдең көтөлмәгәнерәк булыуы, хәл-ваҡиғаларҙың ошондай йүнәлеш алыуы уны бер аҙ албырғатты. Нина Ивановна ҡулъяулығы менән күҙ йәштәрен һөртә-һөртә ҡабул ителеүселәр өсөн әҙерләнгән ултырғысҡа ултырҙы.
– Үҙгәрештәр бармы? Һауығырмы Светлана? Өмөтөм һүнде. Нимә уйларға ла белмәйем, Гөлшат Дәүләтовна.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1569 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 180 йыл тулыу уңайынан ойошторолған төп сараларҙың береһе – "Мәҙәниәттә һәм мәғарифта мәғрифәтселәрҙең гуманистик нәсихәттәре" тигән Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда үтте.
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин белдереүенсә, сарала донъяның алдынғы юғары уҡыу йорттарынан атаҡлы ғалимдарҙың күпләп ҡатнашыуы Аҡмулла шәхесе менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың, уның иҫ киткес бай ижадын өйрәнеүселәрҙең артыуын аңлата.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1227 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 324 325 326 327 328 329 330 331 332 ... 338 Алға
Бит башына