Матбуғат һүҙе һәр өйҙә кәрәк«Башҡортостанды иңләй «Башҡортостан» акцияһы уңышлы дауам итә. Ошо көндәрҙә беҙҙе Ҡырмыҫҡалы районының йәмле Ҡыҙылғы йылғаһы буйында урынлашҡан Ибраһим урта мәктәбендә ихлас ҡаршы алдылар. Маҡсатыбыҙ мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары менән «Башҡортостан» гәзите тураһында фекер алышыу ине.
Ләйсән Миңнулла ҡыҙы етәкселегендәге IХ йыллыҡ белем усағы 36 уҡыусынан тора. Төшөп ҡалғандарҙан түгел мәктәп: районда үткән һәр ғилми-ғәмәли конференцияла, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулап килә.
Мәктәптә күптән түгел генә уңыш байрамын үткәреп, көҙҙө оҙатһалар, инде Яңы йылға әҙерләнәләр. Бөтә саралар ҙа бында башҡорт телендә үтә.
Оҙаҡ йылдар буйы “Башҡортостан” гәзитенән айырылмаған Мәҙйәр Мирхәйҙәров менән ғүмерен гәзиткә арнаған журналист Фәүзиә Латипова ла кисәгә оло мәртәбә өҫтәне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1096 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үргендәр теләктәшГәзитебеҙҙең яңырыу осорон кисереүен бөтәһе лә күрә. Шуға уҡыусыларыбыҙ ҙа үҙ тәҡдимдәрен әйтә, фекерҙәрен ихлас еткерә. Мәҫәлән, "Халыҡ тауышы" рубрикаһында тәүге мәҡәлә күренеү менән редакциябыҙға төрлө тарафтан хаттар яуҙы. Ысынлап та, авторҙарыбыҙ ярҙамында баҫманы уҡымлы итеп әҙерләү өсөн ҡулдан килгәндең барыһы ла ғәмәлгә ашырыла.
Ә "Барлыҡ коллектив менән – "Башҡортостан"ға!" тигән акцияға дуҫтарыбыҙҙың әүҙем ҡушылыуына тамсы ла шикләнмәнек. Уны шунда уҡ күтәреп алдылар, фекерҙәштәребеҙҙең күп булыуы — ҡыуаныслы хәл. Берҙән-бер көн туған мәктәбемдең уҡытыусылары ла ошо йәһәттән теләктәшлек белдерҙе.
Ейәнсура районының Үрген урта мәктәбе директоры Юлай Солтанбаев әйтеүенсә, балаларға төплө белем һәм яҡшы тәрбиә биреү йүнәлешендә мөғәллимдәр бурысына яуаплы ҡарай. Һәр балаға шәхси ҡараш булдырғас, һөҙөмтәләр ҙә асыҡ күренә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1344 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Башҡорттарым,
уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!
Арабыҙҙа наҙандар күп, белгән һирәк.
Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,
Эй, туғандар, наҙанлыҡтан
ҡурҡыу кәрәк!” —
тигән бөйөк башҡорт мәғрифәтсе-шағир Мифтахетдин Аҡмулла (1831–1895). Был шиғри юлдар һәр милләттәшебеҙгә яҡшы таныш. Аҡмулланың үҙ халҡының киләсәген ҡайғыртып, белем-ғилемгә өндәп әйткән һүҙҙәре күптәргә тормош девизы булып киткәндер. Башҡорт халҡын юғары мәҙәниле, әҙәпле итеп күрергә тырышыу, ошо фекерҙе һәр әҫәрендә тигәндәй алғы планға ҡуйыуы Аҡмулланы тәрән фекерле, фәлсәфәүи шиғырҙар яҙыуға килтергән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 2053 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөрйән районында үткән Ҡурай байрамында Мөхәмәт Ҡәҙерғолов исемендәге конкурс ойошторолдо һәм "Мәсемташ" халыҡ ансамбленең 65 йәше билдәләнде.
Сараны Мөхәмәт Ҡәҙерғоловтың бүләһе Азат Суфиянов асты. Һәр ҡурайсы конкурсҡа ҙур өмөт бағлай ине. Сәхнәнең зауығы, биҙәлеше, костюмдарҙың сағыулығы ла залда ултырыусыларҙың иғтибарынан ситтә ҡалманы.
Еңеүселәрҙе билдәләү жюриға, ай-һай, еңел булмағандыр — береһенән-береһе оҫта бәйгеселәр араһынан иң-иңдәрҙе һайлап ҡара! Шулай ҙа гран-при Ғәлиәкбәр ауылынан 79 йәшлек Әғзәм Әминевкә эләкте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1037 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йөҙимәндәрҙең йөҙө яҡты— Мәктәптәре ҡайҙа икән? — Ғафури районының Йөҙимән ауылына килеп инеп, апаруҡ барғас, юлдаштарымдан шулай тип һорағанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.
Ғәҙәттә, күпселек ерҙә белем усағы ике ҡатлы итеп кирбестән һалына, мин бында тигәндәй әллә ҡайҙан күренеп тора.
— Мәктәп бинаһы иҫкерәк инде, — тине “Табын” гәзите мөхәррире Мәрхәбә Собханғолова, уңайһыҙланғандай.
— Шулай булһа ла мах бирмәйҙәр, — тине район хакимиәтенең мәғариф бүлеге методисы Әлфиә Шаһиева. — Тырыштар, шәптәр. Районда үҙ йөҙҙәре бар. Күптән түгел генә Таңсулпан Рәхмәтуллинаға “Башҡортостандың мәғариф отличнигы” исеме бирелде.
Ул арала машинабыҙ тәпәшерәк кенә мәктәп алдына килеп туҡтаны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1377 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һандуғастар моңо түгелдеЙыр-моң һөйөүселәр быйыл телевизор экрандарында “Гәлсәр һандуғас” продюсерлыҡ үҙәге конкурсының туҡталып ҡалыуына һағайып ҡалды. Ни булды икән? Әллә барыһы ла яратып өлгөргән тапшырыуҙы бөтөрөп ҡуйҙылармы?
Халыҡтың шөбһәләнеүе тиккә түгел ине. Ун бер йыл элек ойошторолған проект ошо осорҙа әллә күпме талантты табып, уларҙың исемен тамашасыға еткерҙе. Йондоҙ булып балҡыусылар араһында кемдәр генә булманы: махсус белем алып, тормошон сәнғәт менән бәйләп тә, халыҡҡа үҙенең моңон еткереүҙән мәхрүм булған йәштәр, уҡытыусылар, иҡтисад белгестәре. Ҡайһыларының хатта махсус белеме лә юҡ. Шулай ҙа аһәңле, хис-тойғоло, һағышлы, иң мөһиме — халыҡсан, күңелгә инерҙәй итеп йырлауы менән һиммәтле ине улар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1369 тапҡыр // Тотош уҡырға
13-сө халыҡ шағиры, 7-се халыҡ яҙыусыһыТәбиғәтте, тормошто шиғри күңел менән ҡабул итә белеү бала саҡта һалына. Әгәр кеше ғүмере дауамында шул балалыҡ хистәрен юғалтмай икән, тимәк, ул — шағир йә яҙыусы. Ҡәләм әһелдәре хаҡында, бала йәнле кеше, тип юҡҡа әйтмәйҙәр, күрәһең. Ләкин ул — “тәтәй”гә әүрәүсе сабый түгел, ә балаларса күңел сафлығы менән кешеләрҙең йөрәген имләүсе.
Кисә Башҡортостан Республикаһының Хөкүмәт йортонда нәҡ ана шундай ике улын хөрмәтләү тантанаһы булды.
“Был бүләктәр лайыҡлы улдарын тапты.
Ком: 1 // Уҡынылар: 1268 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөйөк рәссамдың талантына иғтибар кәмемәйБашҡортостан мәшһүр урыҫ рәссамы, Башҡорт дәүләт художество музейына нигеҙ һалыусы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Михаил Васильевич Нестеровтың тыуыуына 150 йыл тулыуға әҙерләнә. Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте ошо хаҡта хәбәр итте.
Өфөлә тыуған бөйөк рәссамдың талантына һәм мираҫына иғтибар әле лә һис кәмемәй.
— Михаил Васильевич сәнғәт донъяһында күренекле шәхес булып ҡала, — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, юбилейҙы үткәреү буйынса ойоштороу комитеты рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина. — Бөйөк оҫтаның тыуыуына 150 йыл тулыу — республикабыҙҙың мәҙәни тормошонда иҫтәлекле ваҡиға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1417 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙебеҙҙең һылыуБашҡорт ҡыҙы. Ҡашыҡҡа һалып йоторлоҡ гүзәллеге менән генә түгел, быуаттар төпкөлөнән килгән саялығы, аҡыллылығы, уңғанлығы, сабырлығы, изгелеге менән күптәрҙе әсир итә ул. Заманалар үҙгәрә, кеше холҡона үҙ тамғаларын һала, әммә милләтебеҙ һылыуҙары юғарыла һанап үтелгән сифаттарын, Аллаға шөкөр, һаҡлап килә.
Саялыҡ һәм ҡыйыулыҡ егеттәргә генә түгел, гүзәл заттарға ла хас сифат. Башҡорт ҡыҙҙары борон ат менеп һыбай сапҡан, йәрҙәре менән бергә яу юлдарын үткән, ниндәй генә замандарҙа ла түҙемле, сабыр булып ҡала белгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1264 тапҡыр // Тотош уҡырға
Таланттарға алмаш үҫтерәбеҙБөрйән районының мәҙәниәт һарайы, үҙәк китапханаһы, балалар сәнғәт мәктәбе — ошо ерҙе төйәк иткән, милли тамырҙарына тоғро, йыр-моңға ғашиҡ халыҡты мәҙәнилеккә, әхлаҡҡа, күңел матурлығына әйҙәүсе усаҡтар. Уларҙың хеҙмәткәрҙәре “Барлыҡ коллектив менән — “Башҡортостан”ға!” акцияһына ихлас ҡушылды. Ауылдарҙағы клуб, китапхана хеҙмәткәрҙәре лә уларҙың өлгөһөнә эйәрҙе.
Төп милли баҫмабыҙҙағы туған тел, милли рух, йәнтөйәк тураһындағы мәҡәләләр бер кемде лә битараф ҡалдырмай. “Башҡортостан” илдә алып барылған сәйәсәтте халыҡҡа аныҡ еткерә барыуы менән дә ихтирамға лайыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1264 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 329 330 331 332 333 334 335 336 337 ... 340 Алға
Бит башына