Стәрлетамаҡ ҡалаһында ойошторолған “Ашҡаҙар таңдары” республика башҡорт фольклоры байрамы күңелдәргә шатлыҡ, илаһилыҡ бүләк итте.
Өс көн дауамында барған сарала һигеҙ йөҙгә яҡын ҡатнашыусыны үҙ эсенә алған ҡырҡтан ашыу үҙешмәкәр коллектив сығыш яһаны. Алыҫ араларҙы яҡынайтып, Санкт-Петербург, Яр Саллы ҡалаларынан, Ҡурған, Ырымбур өлкәләренән ашҡынып килеп еткән милләттәштәребеҙгә рәхмәттәр яуһын.
Шуныһы һөйөнөслө: быйылғы сара тематик йәһәттән бай, сағыу булыуы менән айырылып торҙо. Күп сығыштарға 1812 йылғы Ватан һуғышына 200 йыл тулыуға арналған элементтар индерелгәйне. Милләтебеҙгә генә хас биҙәктәрҙе ҡулланып, фәлсәфәүи уйланыуҙарға ҡоролған сценарийҙар, үҙҙәре йәшәгән ерлектә тыуған, быға тиклем бер ҡайҙа ла ишетелмәгән йырҙар, өзләүҙәр, сеңләүҙәрҙең яңғырауы ҙур әһәмиәткә эйә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1249 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Юлдаш йыры” республика фестиваль-конкурсы тәүге тапҡыр һәләтен күрһәтергә йөрьәт итеүселәргә оло сәхнәгә күтәрелеү мөмкинлеге бирә. Быйылғы сара “Юлдаш” радиоһының эфир киңлектәренә сығыуына 10 йыл тулыу уңайынан ойошторола. Бәйге икенсе йыл ғына уҙғарылыуға ҡарамаҫтан, халыҡ араһында ҙур хуплау табып өлгөрҙө лә инде.
Фестиваль-конкурстың маҡсаты – Башҡортостанда ғына түгел, унан ситтә йәшәүсе башҡорт һәм татар башҡарыусылары араһынан таланттарҙы эҙләү, тамашасыларға күңелле байрам ойоштороу, йыр сәнғәтен артабан үҫтереү.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1554 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәммәһе лә сихәтле— Ныу, шәп бейенеләр ҙә инде!
— Ысын әртистәр тип торорһоң!
— Әлдә килгәнмен әле!
Баш ҡалабыҙҙың “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында үткән “Красноусол” шифаханаһы концертынан тамашасылар ана шулай әҫәрләнеп, күңелдәре булып таралышты.
Тәбиғәттең йәннәт кеүек бер мөйөшөндә урынлашҡан был шифахананың шөһрәте хаҡында күп сурытыу кәрәкмәй ҙә. Һулап туймаҫлыҡ һауа, шифалы ләм, минераль һыуҙар сихри ҡөҙрәткә эйә. Тик әҙәм балаһының һаулығы кәйеф көрлөгөнә, күңел байлығына, йыр-моң гөлләмәһенә лә бәйле шул. Быны шифахана етәкселеге яҡшы аңлай. Нәҡ шул ниәттән мөғжизәле һыуҙар төйәгендә рухи, мәҙәни сәләмәтлеккә ҙур иғтибар бирелә. Электрик, шәфҡәт туташы, табип булып эшләүселәр, сәхнәгә сығыу менән, ҡойоп ҡуйған артисҡа әүерелә бында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1450 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәңгелек моң эйәһеТөнгө күкте яҡтыртып, шытырлап усаҡ яна. Клубҡа тамаша ҡарарға килгән кешеләр бер аҙ аптырабыраҡ үтә: ғүмерҙә булмағанса мәҙәниәт усағы янында ҡаҙан аҫҡандарсы!
Халыҡ йыйылып, концерт башланырға ваҡыт еткәс, сәхнәгә Фәриҙә Суфиянова сығып баҫты:
— Ҡәҙерле ауылдаштар, — тине ул. — Бөгөн беҙ күренекле ҡурайсы Роберт Юлдашевтың концертын ҡарарға йыйылдыҡ. Ул байрам көнөндә тамаша бүләк итеп, беҙҙе ҡыуандырасаҡ. Бынан тыш, ҡорбан салып, былау менән һыйлаясаҡ. Хәҙер, рәхим итеп, барығыҙ ҙа фойеға сығығыҙ һәм изге ниәт менән әҙерләнгән һый-хөрмәттән ауыҙ итегеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1861 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 333 334 335 336 337 338 339 340 341 342 Алға
Бит башына