Онотмаған Мәскәү Рәмиҙе“Мин аллеялар буйлап, бушап ҡалған баҡсаның хуш еҫтәрен һулай-һулай, Кремль стеналарына ҡарап алға атлайым. Минең менән уйҙарым ғына бергә. Ҡыҙыҡ бит тормош. Кем уйлаған бындай аҡ төндә Рәсәйҙең боронғо ҡалаһының ҡарт стеналары эргәһендә бер заман уйланып ултырырымды? Үҙемде әкиәттәге һымаҡ хис итәм...” – тип яҙған студент көндәлектәрендә Рәми Ғарипов.
Мәскәү ҡалаһы йәш шағирҙың донъяға үҙ ҡарашын булдырыуҙа, яңы ижади үрҙәргә күтәрелеүҙә ҙур этәргес була. Ғүмерлек юлдашы — украин ҡыҙы Надежданы ла нәҡ ошонда осрата. Мәскәү ҙә бит, дөрөҫөрәге, унда йәшәгән милләттәштәребеҙ Рәмиҙе онотмай. Шуға ла уҙған йылдың аҙағында, илебеҙҙең баш ҡалаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан тәүгеләрҙән булып хәтер һәм ҡәҙер кисәһе ойошторолоуы осраҡлы булмағандыр.
Ком: 1 // Уҡынылар: 440 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нуриман яҡтарына юл төштө. Иң башта район хакимиәтенә барҙыҡ. Ниәтебеҙ башлыҡтың социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарын күреп китеү ине. Уны комиссия ултырышынан көтөп алып, килеүебеҙҙең маҡсатын әйттек.
— Ваҡытым тар, хәҙер тағы ултырышҡа инәм, унан Өфөгә юлланам,– тип теләр-теләмәҫ кенә тыңланы ул беҙҙе. Шунан телефон трубкаһын алып кемгәлер шылтыратты, аңлауымса, почтамт етәксеһенә.
— “Башҡортостан”ға яҙылып булһа, бер нисә дана эшләгеҙ әле, — тине. Шунан беҙҙең менән хушлашҡанда, — “Башҡортостан” гәзитенә яҙҙырыуҙы һорап, бурыслы булып ҡалдым инде,– тип әйтеп ысҡындырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 66 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шиғриәттең тоғро хеҙмәтсеһеОшо көндәрҙә күренекле башҡорт ғалимы, әҙәбиәт белгесе, яҙыусы һәм уҡытыусы Ким Әхмәтйәновҡа 80 йәш тулыр ине.
Ким Әбүзәр улы 1932 йылдың 5 февралендә Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылында тыуған. Ул — республикаға бик күп ғалимдар, яҙыусылар, педагогтар, халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтарындағы белгестәр биргән башҡорт ауылдарының береһе.
Тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң уҡыуын Темәс педагогия училищеһында дауам итә. Артабан уҡыу алдынғыһы булараҡ, К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына ебәрелә. Уҡыу йортон яҡшы билдәләр менән тамамлай һәм башҡорт теле, әҙәбиәте кафедраһында уҡытыусы итеп ҡалдырыла. Ошонда ике йыл эшләп, фәнни-педагогик тәжрибә туплап, 1957 йылда СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспирантураһына уҡырға инә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 86 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беренсе ҡар Тәүге ҡарҙар яуа: “Ҡыш — килде! —
тип,
Тағы... тағы баштар бутарҙар:
Тәүге яуған ҡарҙар ирей әле,
Ҡыш килтермәй әле был ҡарҙар...

Тәүге ҡарҙар — ирей: ҡыштар
булмай,
“Икенсе”ләр килеп яумайса! —
Кинәйәле иҫкәртеү был күктән:
“Меңдәр еңмәй — меңдәр аумайса...”
Ком: 0 // Уҡынылар: 73 тапҡыр // Тотош уҡырға
9 февралдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арнап, өр-яңы спектакль тәҡдим итәсәк. “Февраль. Буран...” тип аталған һәм жанр йәһәтенән шағир донъяһына сәйәхәт булараҡ билдәләнгән был тамаша, асылда, оло шәхес менән ғорурланыу ҙа, һоҡланыу ҙа, яҙмышы өсөн әрнеү ҙә...
Спектаклдең исеме тәрән мәғәнәгә эйә. Билдәле булыуынса, Рәми Йәғәфәр улы 12 февралдә донъяға килгән һәм шул уҡ айҙың 20-һендә уны ташлап киткән... Тик улар араһында һигеҙ көн түгел, теүәл ҡырҡ биш йыл ғүмер ята. Ошо ваҡыт эсендә Рәми тәпәй баҫа — атлап йөрөгән тыуған тупрағын һуңғы һулышынаса ярата; уҡырға бара — йотлоғоп, донъяның барлыҡ ғилем серҙәрен үҙенә һеңдерерҙәй булып уҡый; ижад итә — ә ниндәйерәк әҫәрҙәр яҙа!
Ком: 0 // Уҡынылар: 66 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 45 46 47 48 49 50 51 52 53 ... 88 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ