Ҡояш шикелле көләс СафуанСафуан менән беҙ — йәштәштәр. Ҡырҡ беренсе йылда тыуған яҙыусылар бөтәһе ун өс. Бына уларҙың тулы исемлеге: Рафаэль Аҙнағолов (13 февраль, Ырымбур өлкәһе), Сафуан Әлибаев (21 февраль, Салауат районы), Ҡәҙим Аралбаев (1 сентябрь, Хәйбулла районы), Рәиф Әмиров (3 ноябрь, Балтас районы), Спартак Ильясов (4 ноябрь, Учалы районы), Марс Нуриев (15 июнь, Көйөргәҙе районы), Рауил Ниғмәтуллин (12 май, Ишембай районы), Наил Ҡотдосов (10 октябрь, Туймазы районы), Әхмәт Орбелин (4 сентябрь, Өфө ҡалаһы), Әнисә Таһирова (15 декабрь, Ишембай районы), Камил Хажиәхмәтов (8 сентябрь, Өфө районы), Радик Хәкимйәнов (25 август, Ҡыйғы районы), Тимерғәле Килмөхәмәтов (19 декабрь, Ҡырмыҫҡалы районы).
Бөгөнгә ошо ун өстөң етәүһе иҫән. Беҙҙең быуынды “Һуғыш осоро балалары” тип йөрөтәләр. Беҙҙән ике-өс йәшкә генә өлкән Рауил Бикбаев (1938), Ирек Кинйәбулатов (1938), Тимер Йосопов (1938), Вафа Әхмәҙиев (1937), Әхмәт Сөләймәнов (1939), Ғәзим Шафиҡов (1939), Роберт Байымов (1937), ике-өс йәшкә кесерәк Әсхәл Әхмәтҡужин (1942), Хәсән Назар (1942), Динис Бүләков (1944) шулай уҡ ошо төркөмгә инә, әлбиттә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 152 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йөрәк ҡаны яҙған исемдәре Алтын хәрефтәрҙә янырҙарЙөҙ йыллыҡта – йөҙ шәхес

Башҡортостандың 100 йыллығына
100 шәхесте һайланылар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1145 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мүкләнеп өйҙә ятҡансы...Өфөлә “Уйнаһын ғына гармуным, тынмаһын ҡурай моңо!”, “Исемеңдә — һинең яҙмышың...” тип аталған ике концерт программаһын тамаша ҡылдым. Ниндәй матур, яғымлы, йөрәккә ятышлы һүҙҙәр менән аталған был программалар! Сибай концерт-театр берекмәһе, баш ҡала һәм район-ҡалалар халҡын ҡыуандырып, сағыу, ҡабатланмаҫ тамашалары менән гастролдәрҙә йөрөй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 228 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рухи аҙыҡ, зауыҡ артынанНефтекама дәүләт филармонияһының Өфөгә концерт менән килеүе тураһында “Юлдаш” радиоһынан ишетеп ҡалдым. Уларҙың сығышы һәр саҡ яңылыҡ алып килеүен иҫәпкә алып, барлыҡ эшемде ҡалдырып, тамашаға йүгерҙем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 139 тапҡыр // Тотош уҡырға
Осҡондан ялҡын сығыр“Студент яҙы” фестивале сиктәрендә Башҡорт дәүләт университетында студенттарҙың “Осҡон” башҡорт халыҡ театр студияһы, Наил Ғәйетбаевтың “Иреңде миңә һат” тигән комедияһын сәхнәләштереп, тамашасы хөкөмөнә сығарҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 102 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәрәнлек асылыБала саҡтан ғашиҡмын театрға. Башҡорт сәхнәһен шаулатҡан, ҡеүәтен күтәргән актерҙар байтаҡ. Халыҡ яратҡан, үҙен тапҡан артис­тар була. Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмзиә Хисамова – тәрән баһалаған актрисам. Ул башҡарған ролдәрҙә мин профессионаллек кенә түгел, башҡорт милләтенә хас булған тәрәнлек тә, ихласлыҡ та, ниндәйҙер әйтеп бөтөлмәгән яҡты мәғәнә лә күрәм. Ул сәхнәгә сығарған образдарҙа тышҡы түгел, эске балҡыш ҡиммәт миңә. Ҡарап ултырғанда ла еңел генә тыуған һымаҡ тойолмай был героиняларҙың холоҡ-фиғеле. Рәхәтләнеп еңел-елпенән ҡәнәғәтлек кисерә торған тамашасы түгеллектән киләлер был, бәлки. Миңә пьесаның да, геройҙарҙың да эҙләнеүе мөһим. Юҡ, башымды ҡатырып, ребус сисергә лә бармайым театрға, ә бына күңелем, рухым өсөн кеше яҙмышына төшкән ҡаршылыҡтарҙы йырып сыҡҡан геройҙарҙың кисереше ҡыҙыҡлы. Актриса Рәмзиә ХИСАМОВА мине һәр саҡ образдарының кешелеклелеге, миһырбанлы булыуы, һис көтмәгәндәге эске тетрәнеүе менән арбай. Артыҡ бер һүҙ ҙә әйтә алмайым – үҙ актрисам!
Бөгөн юбилейы уңайынан гәзит уҡыусыларға уның менән әңгәмә тәҡдим итәм. Әйткәндәй, был һөйләшеүҙә лә ул ихлас, тәрән, асыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 706 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Кеше кешеләргә кәрәк булһын”Яңыраҡ Ейәнсураның үҙәк район китапханаһында “Сыңрау торна” исемле ғәҙәти формала булмаған китапты ҡулыма алып, тәүге биттәренә күҙ һалыу менән күңелемде ғазап һәм шатлыҡ хистәре солғап алды. Ҡыуанысымдың сәбәбе: бына бит, Рәми тағы халҡы араһында, беҙ уны яңынан күрәбеҙ, һүҙ-фекерҙәрен ишетәсәкбеҙ! Ә ғазап кисереүем – фани донъяға ҡайта алмаҫын тойоуҙан. Бына шулай ике ут араһында ҡалғандай булдым ул минуттарҙа...
Ком: 0 // Уҡынылар: 152 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әҙәбиәтебеҙҙең яңы хазинаһыКүптән түгел Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала башҡорт әҙәбиәтенең “аяҡлы энциклопедияһы” Факил Мырҙаҡаев төҙөгән “Ынйы бөртөктәре” башҡорт афоризмдары китабының исем туйы үтте. Бик йылы мөхиттә барған сарала әҙәбиәтебеҙгә киң билдәле шағирҙар, яҙыусылар, “Китап” нәшриәте хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 194 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡояшлы иртәләрҙең береһендә беҙ, ижадташ дуҫтар, Ейәнсура яғына юл алдыҡ. Алда ике көнлөк сәфәр, йыр-моң кисәһе, яҡты хәтирәләргә бай осрашыуҙар көтә. Төп сара – Ейәнсура районының Абҙан ауылында тыуып үҫкән Зинфира Бикмөхәмәтова һәм уның ғүмерлек тормош юлдашы, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында оҙаҡ йылдар актер булып эшләгән Илшат Әбделмәновтың ижад кисәһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 238 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Дим буйында” тигән шиғырым күп ваҡыт уҙғас яңынан ҡулыма килеп эләкте. Уны уҡып сыҡтым да уйға ҡалдым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 125 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 ... 342 Алға
Бит башына