Көҙгө артындағы  “Ҡыҙыл Башҡортостан”“Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә...” Халыҡтың йор һүҙлелегенә, тапҡырлығына яңыраҡ йәнә бер ышанырға тура килде. Һимеҙ йүрмәнең үҙе килеп эләкмәһә лә, тарих һәм заман йылъяҙмаһының бынан 72 йыл элек ташҡа баҫылған бер иҫтәлекле һанының көтмәгәндә ҡулға килеп инеүе үҙе бер ғәжәп ваҡиға ла баһа.
1940 йылда донъя күргән “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзитенең архивтарҙа, китапханаларҙа түгел, ә ябай уҡыусының өйөндә оҙаҡ йылдар тарихтың бер онотолмаҫ бите булараҡ һаҡланыуына шаһит булдыҡ. Латин шрифтында нәшер ителгән гәзитте тарих туҙаны ныҡ баҫҡан, ҡағыҙы ҡатыланып, һары төҫкә ингән, әммә хәрефтәре юйылмаған, еңел генә уҡырға ла, латин шрифтына күнегергә лә мөмкин.
1940 йылдың 24 июль көнө нисек булған? Ниндәй уй-хәсрәт менән йәшәгән халҡым, республика?
Ком: 0 // Уҡынылар: 31 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тел
Һөйләнә гел:
— Бел:
Иң беренсе сиратта,
Ҡатын-ҡыҙға һәм ир-атҡа
Кәрәк минең кеүек шыма тел!
Кәрәк икән маҡтай алам,
Кәрәк икән таплай алам,
Ком: 0 // Уҡынылар: 33 тапҡыр // Тотош уҡырға
Теләр инем бары һин һайрауҙы,
Киткән саҡта теге донъяға.
“Һандуғас таңы”
Рәми Ғарипов.
Һин киткәндә һалҡын ҡыштар ине,
Һайраманы инде һандуғас.
Эй туҙынды февраль бурандары,
Ком: 0 // Уҡынылар: 36 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов илебеҙҙең баш ҡалаһында музыкант Олег Кирәевкә “Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы” тигән күкрәккә тағылмалы билдәһен тапшырҙы. Маҡтаулы исем республика Президентының 1 марттағы Указы менән юғары һөнәри оҫталыҡ һәм Башҡортостанда музыка сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн бирелде.
— Яңы исем алғандан һуң Олег Хөсәйен улы беҙҙе концертына саҡырыр, тип уйлайым, — тине Рөстәм Хәмитов, артисҡа награданы тапшырып.
Ком: 0 // Уҡынылар: 33 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нур эйәһе НурзиәХәтерләйем, 70-се йылдарҙа телевизор беҙҙең ауылда ике-өс йортта ғына була торғайны. Берәй спектакль йә кино була ҡалһа, ауылдың йәше-ҡарты шул телевизорлы йортҡа ағыла. Бигерәк тә Сибай башҡорт дәүләт драма театры ҡуйған спектаклдәрҙе ҡарарға килеүселәр күп була торғайны. Шул тиклем яраттыҡ сибайҙарҙың “уйынын”. Йә рәхәтләнеп көлдөрҙө, йә күҙҙәргә йәш төйөлдөрҙө улар.
Бына шул саҡта уҡ тамашасы һөйөүен яулап өлгөргән, хәҙер инде Башҡортостандың халыҡ артисы Нурзиә Әбдрәшитованы белмәгән, ул тыуҙырған образдарҙы хәтерләмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Мәҫәлән, “Айһылыуҙың айлы кистәре”ндә — Хәнифә, “Ай тотолған төндә”лә — Тәңкәбикә, “Аҡҡош йыры”нда — Әлимә, “Бисәкәй”ҙә — Утлыбикә, “Аҡ ҡалфаҡ”та — Раушания... Иҫегеҙгә төштөмө?
Ком: 0 // Уҡынылар: 46 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 88 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ