Главная > Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, Анонстар > Ҡышҡы ауылда

Ҡышҡы ауылда


12-01-2018, 00:06. Разместил: adminka
Ауылыма ҡайттым. Рәхәтләнеп
Ҡышҡы ауылдаТураҡлайым Урал утынын.
Һулышҡынам иркенәйеп ҡалды,
Яҙылып та китте быуыным.
Әллә ниндәй эске ярһыу менән
Туң түмәрҙе бәрәм түмәргә.
Өтәләнеп йөрөгән ҡарт әсәйем
Мейескә лә яғып ебәргән.
Күкһел күккә күтәрелә төтөн,
Әскелтем еҫ аңҡый һауала.
Күршеләрем ҡыштыр-ҡыштыр килеп
Тәҙрә ҡапҡастарын ябалар.
Яйлап ҡына был тауыштар тыма,
Бөтәһе лә йыйына йоҡларға,
Бары тынғы белмәҫ алабайҙар
Абалайҙар шашып юҡ-барға...
Аҙашып та ҡалған ҡар тәңкәһе
Иңдәремә килеп һарыла.
Шундай рәхәт миңә, утын да бит
Шундай, шундай еңел ярыла!
Вернуться назад