Көләс йөҙлө удмурт өләсәйҙәре10.10.2018
Еңел аҙымдар, ихлас йылмайыу – уларҙы әле үк мода журналдары тышлығында сығарырлыҡ.

90-60-90 параметрҙары мөһим түгел. Төп иғтибар — тормош тәжрибәһенә һәм күркәм холҡона. Милли кейемдәре лә ошо үҙенсәлектәрҙе асыҡ сағылдыра.

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың Халыҡ­тар дуҫлығы йорто филиалы — удмурт тарихи-мәҙәни үҙәге Тәтешле районындағы удмурт ҡатын-ҡыҙҙары клубы менән берлектә “Мисс-Чуж-Пепи” удмурт өләсәйҙәре конкурсын үткәрҙе. Бәйге ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалыуға, оло быуынға ихтирам тәрбиәләүгә, үҙ ғаиләң, ырыуың тарихына ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуға йүнәлтелгән.

Өләсәйҙәр тамашасыларҙы үҙҙәре менән бик үҙенсәлекле итеп таныштырҙы, йырлап, бейеп күрһәтте. Залдағы балалары, ейәндәре, туғандары һәм дуҫтары өләсәйҙәрҙе дәрт­ләндереп ултырҙы.

Туғыҙ ҡатнашыусы төрлө номинацияла дипломдар, конкурстың иҫтәлекле таҫмаһы менән бүләкләнде. Тәтешле районының Ҡыҙылъяр ауылынан Фәкинә Ғәлимйәнова “Мисс-Чуж-Пепи” исеменә лайыҡ булды. Ул ошо ауылда тыуып үҫкән, биш бала тәрбиәләгән, әлеге көндә ете ейәне бар.



Вернуться назад

Яндекс.Метрика