Бөгөн Краснокамаға килегеҙ!08.11.2018
Башҡортостанда фин-уғыр халыҡтарының “Кама яны гәүһәрҙәре” милли мәҙәниәттәр фестивале бара.

Сара республика биләмәһендә йәшәгән фин-уғыр халыҡтарының милләт-ара мәҙәни аралашыуын үҫтереү, уларҙың милли берләшмәләренең эшмәкәрлеген нығытыу маҡсатында уҙғарыла. Мәҙәни форумға старт кисә Яңауыл районында бирелде. Бөгөн ҡунаҡтар Краснокамаға юллана.

Бында фин-уғыр халыҡтары өсөн семинар һәм “Мари гүзәле” конкурсы үтә. Иртәгә байрамды Мишкә ере ҡабул итә, унда фольклор коллективтарының “Ший мундыра” фестивале ойоштороласаҡ. Үҙенсәлекле сара 10 ноябрҙә Тәтешлелә ижади коллективтарҙың гала-концерты менән тамамлана.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика