Ул – беҙҙең яҡты йондоҙ08.11.2018
Баймаҡ районының Ишбирҙе дөйөм белем биреү мәктәбендә "Мостай Кәрим – яҡты йондоҙ!" тигән әҙәби-музыкаль кисә уҙҙы.

Залды башланғыс класс уҡыусыларының "Беҙҙең өйҙөң йәме" әҫәре буйынса төшөргән һүрәттәре биҙәне. Бишенселәр "Ҡайын япрағы тураһында" шиғырын яттан һөйләне, алтынсылар "Өс таған" әҫәренән өҙөк сәхнәләштерҙе, етенселәр "Уҡытыусыма" йырын башҡарҙы, һигеҙенселәр "Үлмәҫбай"ҙы ысын артистар һымаҡ уйнап күрһәтте, ә туғыҙынсылар "Ғәлиә менән Заһир" йырына күңелдәргә үтеп инерлек итеп вальс бейене.

Йәмле кисәнән өлкәндәр ҙә ситтә ҡалманы – районда ғына түгел, республикала ла билдәле "Хәтирә” фольклор ансамбле сығыш яһаны, Афған һуғышы ветераны Фәнил Хәсәнов "Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа" йырын башҡарҙы, ауыл китапханасыһы Гөлфиә Теләүсина М. Кәрим ижадына бағышланған китап күргәҙмәһен ойошторҙо.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика