Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғоловтың башланғысы менән быйыл 16 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы прокуроры Андрей Назаров менән осрашыу булды. Унда туған һәм дәүләт телдәрен уҡытыу һәм өйрәнеү мәсьәләләре буйынса мәктәптәрҙә үткәрелгән прокурор тикшереүҙәренә ҡағылышлы фекер алышыу ойошторолдо. Был мәсьәләне Башҡортостандың ҡала һәм район прокурорҙары ҡатнашлығындағы кәңәшмәлә күтәрергә ҡарар ителде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 91 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының Тел сәйәсәте өлкәһендәге федераль һәм республика ҡануниәтенең тормошҡа ашырылыуына мониторинг комиссияһы ҡарамағындағы эш төркөмө республиканың ҡала һәм райондарында күсмә саралар ойоштора. Ошо көндәрҙә уның ағзалары Ҡырмыҫҡалы райо­нында булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 28 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы дәреслектәр әҙерләнәРеспубликала яңы башҡорт теле дәреслектәре һәм тейешле методик ҡулланмалар нәшер ителә. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылышта ошо турала белдерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 62 тапҡыр // Тотош уҡырға
Заман башҡа – заң башҡа тигәндәй, сиселмәҫтәй тойолған мәсьәләләрҙе тауыш күтәрмәй тыныс ҡына хәл итергә мөмкин, хатта тел мәсьәләһен дә. Шуны күҙ уңында тотоп, тел сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙы күҙәтеү буйынса республика Йәмәғәт палатаһының һәм Халыҡтар ассамблеяһының эшсе төркөмө “түңәрәк өҫтәл” ултырышы үткәрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 46 тапҡыр // Тотош уҡырға
Киләсәк үткәнһеҙ булмайБашҡортостан 100 йыллыҡ юбилейын лайыҡлы ҡаршыларға әҙерләнә. Рәсәй, халҡыбыҙға оло ихтирам күрһәтеп, башҡорт халҡының исемен йөрөткән республикаға беренселәрҙән автономия хоҡуғы бирҙе, илебеҙҙе һәм туған телебеҙҙе һаҡларға, үҫтерергә киң мөмкинлектәр асты. “Теле барҙың — иле бар”, — тигән мәшһүр шағирыбыҙ Рәми Ғарипов. Башҡортостандың бай тарихына күҙ һалғанда, бөгөнгө уңыш-ҡаҙаныштарын барлағанда, республиканы ойошторған, уның үҫешенә күп өлөш индергән бөйөк шәхестәребеҙҙең исемен телгә алмау дөрөҫ булмаҫ ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 46 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тел сәйәсәтен торомошҡа ашырыуҙы күҙәтеү буйынса Йәмәғәт палатаһы һәм Халыҡтар дуҫлығы йортоноң эшсе төркөмө түңәрәк өҫтәл үткәрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 52 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нефтле район үҙәге

1932 йылдың 16 июнендә 14 сәғәттә Смаҡай ауылы янында 708-се номерлы буровой скважина стройға баҫты. Был элекке ҡылғанлы ялан уртаһына ғорур рәүештә ҡалҡып сыҡҡан беренсе буровой ине. Ошо ваҡыттан алып Ишембайға, ҡайсандыр малдар көтөүе генә йөрөгән яланға, тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә колхозниктар килделәр. Билдә­ле, ул сағында ваҡытлыса төҙөл­гән берәм-һәрәм таҡта барак­тарҙан башҡа бер нәмә лә юҡ ине әле. Вербовать итеп килте­релгән яңы эшселәргә ямғырға ла, дауылға ла ҡарамаҫтан күбеһенә палаткаларҙа, землян­каларҙа йәшәргә тура килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 34 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ерле халыҡтар телдәренә иғтибар артаБерләшкән Милләттәр Ойошмаһы 2019 йылды Халыҡ-ара ерле халыҡтарҙың телдәре йылы тип иғлан итте. Бының маҡсаты – телдәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итеү.
Ком: 0 // Уҡынылар: 66 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөтәһе лә үҙебеҙҙән тора Туған тел бөгөн йәмәғәтселекте борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһенә әйләнде. Уны көйләү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов “Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса саралар тураһында” Указға ҡул ҡуйҙы.
“Башинформ” агентлығында Указды бойомға ашырыу буйынса матбуғат конференцияһы булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 83 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостандың Мәғариф министрлығы туған телде өйрәнеү мәсьәләһе буйынса “ҡыҙыу элемтә” ойошторҙо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 78 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 18 Алға
Бит башына


Смотри каталог колясок здесь: официальный сайт мима в Москве.