Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәҫәлдәге Ҡыҫала, Суртан һәм Аҡҡош кеүек...
Мәҫәлдәге Ҡыҫала, Суртан һәм Аҡҡош кеүек... Ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади өлкәлә әленән-әле бығаса күрелмәгән хәл-ваҡиғалар, фәндә яңы асыштар булып тора, шуға ла уларға атама биреү ихтыяжы барлыҡҡа килә. Йәмғиәттә туҡтауһыҙ барған реформалар, үҙгәрештәр йоғонтоһонда телдә яңы һүҙҙәрҙең пәйҙә булыуы һуңғы бер нисә тиҫтә йылда көсәйеп китте.

Хәҙерге башҡорт әҙәби теле­нең лексик ҡатламы айырыуса матбуғат баҫмалары һәм киң мәғлүмәт саралары (радио, теле­видение, Интернет) аша таралған яңы терминдар иҫәбенә байый бара. Әммә уларҙың телебеҙҙә ерегеп китеүе дөрөҫ тәржемә ителеүгә лә бәйле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был йәһәттән борсолоу тыуҙырған мәсьәләләр бар әле.
Хикмәт шунда: радио, телеви­дение, гәзит һәм журнал хеҙ­мәткәрҙәре генә түгел, хатта баш­ҡорт теле уҡытыусылары ла хасил булған урыҫса яңы терминды “етәкселектең үтенесе буйынса” йәки үҙ белдеге менән башҡорт­саға ауҙарырға әүәҫләнеп китте. Һүҙҙең мәғәнәһенә ныҡлап тө­шөн­мәйенсә, башҡа ҡәрҙәш тел­дәрҙә уның һынланышын асыҡ­ламайынса, ахыр килеп, Хөкүмәт кимәлендә тейешле ҡарарҙың сыҡҡанын көтмәйенсә, ашыҡ-бо­шоҡ “әүәләнгән” һүҙҙәрҙе донъя­ға таратыу дауам итә. Киң мәғлү­мәт саралары һәм матбуғат баҫ­малары аша меңәрләгән кешенең аңына барып еткән өр-яңы тер­минға фатиха биргән белгестәр иңенә ғәйәт ҙур бурыс алғанын онотоп ебәрә, ахыры. Тәржемә өл­кә­һендә ашығыуҙың, был мәсь­ә­­ләгә еңел-елпе ҡарау­ҙың, тел ҡанундарын һанламау­ҙың күңел­һеҙ хәлдәргә килтереүе ихтимал.
Шуны билдәләмәү мөмкин түгел: уҙған быуат аҙағында теле­беҙгә дәррәү килеп ингән мәҙә­ниәт (культура), сәйәсәт (поли­тика), иҡтисад (экономика), рә­йес (председатель), хакимиәт (администрация), ҡуртым (аренда), шифахана (санаторий), дауа­хана (больница), әүҙем (актив), кө­йәр­мән (болельщик) кеүек һүҙҙәр лексик ҡатламды бер ни тиклем тулыландырҙы. Ләкин про­мышленность һүҙенең сәнә­ғәт булып китеүе менән киле­ше­үе ауыр. Уның сәнғәт (искусство) һүҙе менән ауаздаш булыуы, уларҙың бер төрлөрәк әйте­леүе арҡа­һында радио тыңлау­сы­лар һәм телевизор ҡараусылар дикторҙың телмәрен аңғарып ет­мәй һәм йыш ҡына аптырашта ҡала.
Ғөмүмән, урыҫ теленән йәки уның аша бүтәндәрҙән үҙләште­релгән барлыҡ һүҙҙәрҙе лә баш­ҡортсаға ауҙарырға маташыу – ҙур хата. Кемгәлер оҡшамай тип, бәғзе һүҙҙәрҙән ваз кисә алмай­быҙ. Был тәңгәлдә парикмахерская һүҙенә туҡталып китеү кә­рәк­тер. Ул тиҫтә йыл самаһы элек кинәт бөҙрәханаға әүерелеп ҡуйҙы. Һөҙөмтәлә ҡала, район үҙәк­тәрендә ошо һүҙ яҙылған ал­таҡ­талар пәйҙә булды, тик бөҙ­рә сәслеләрҙең иҫәбе генә артма­ғандыр. Иң ҡыҙғанысы шул – бө­гөн бер кем дә: “Мин бөҙрә­ханаға барып киләм әле”, – тип хәбәр һөйләмәй.
Шул уҡ ваҡытта матбуғат бит­тәрендә, киң мәғлүмәт сараларында рейтинг, спикер, форум, электорат, муниципалитет, инвестор, грант, субсидия, продюсер, коллектор, ватсап, модератор, тренд, эксперт кеүек һүҙҙәр менән мауығыу туған телебеҙҙең бәҫен төшөрә. Мәҫә­лән, бер нисә йыл элек праймериз тигән термин килеп керҙе. Инглиздәрҙә ул “алдан һайлау”, “тәүге һайлау”, “алдан тауыш биреү” тигән мәғәнәне аңлата, урыҫ телендә иһә “смотрины” һүҙенә һәм “внутрипартийный отбор” һүҙбәйләнешенә яҡын. Яңы терминды “Башҡорт­ос­тан” гәзите алдан һайлау тип яҙһа, радио менән телевидение праймериз тип әйтеүҙе хуп күрҙе.
Башлыса АҠШ президентын һайлау алдынан ойошторолған был демократик сара ике партия эсендә үткәрелеп килә, праймеризда еңгән кандидаттар ил башлығын һайлау этабына сыға. Тәжрибәне беҙгә индереү, әл­биттә, сәйәсмәндәрҙең эше, ләкин уға урыҫ телендә атама таба алмау аптырата. Һуңғы йылдарҙа бит ил етәкселеге лә сит-ят һүҙ­ҙәрҙең күбәйеүенә ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Был хаҡта беҙ ҙә оно­торға тейеш түгел – туған телебеҙ ҡапҡаһын осраҡлы һәр терминға шар асып ҡуймаһаҡ ине.
Яңыраҡ ”Юлдаш” радиоһында Сүриәләге хәл-ваҡиғаларға бәйле “һуғышман” тигән яңы һүҙ ишетелеп ҡалды. “Боевик”тың ауҙар­маһымы был? Минеңсә, тәржемә бигүк уңышлы түгел, бәлки, яугир тип алыу отошлораҡтыр.
Юғарыла килтерелгән миҫал­дар – ашығыу, “үҙешмәкәрлек” бәләһе.
Ваҡытлы матбуғат биттәрендә күҙәтелгән орфографик сыбар­лыҡ та, моғайын, күптәрҙә риза­һыҙлыҡ тыуҙыралыр. Туған теле­беҙҙә электән ҡулланылып та, төрлөсә яҙылған һәм әйтелгән ғалим – ғалимә, әҙип – әҙибә, ша­ғир – шағирә, сәсән – сәсәниә, табип – табибә һүҙҙәренең ҡа­тын-ҡыҙға ҡарата ниндәй вариантын һайларға? Әлбиттә, беҙҙә урыҫ телендәге кеүек “род” кате­го­рия­һы (мужской, женский) юҡ. Был осраҡта телдең төп хужа­һы үҙ фекерен әйтергә тейештер. Ә ул – халыҡ. Тимәк, нисек һөй­ләр­гә һәм яҙырға күнек­кәнбеҙ – һүҙ нәҡ шулай булырға тейеш тә. Халыҡ бит “ғалим Миңһылыу Усманова”, “әҙип Таңсулпан Ғари­по­ва”, “шағир Тамара Ғәниева”, “сәсән Розалия Солтангәрәева”, “та­бип Мәхмүзә Ғәйнуллина” тимәй.
Матбуғат баҫмаларында һәм киң мәғлүмәт сараларында айырым һүҙҙәрҙе (Россия – Рәсәй, рус – урыҫ, газета – гәзит һ. б.) ике вариантта ҡулланыу осрағы ла бар. Гәзит йәки журналдың бер үк һанында (хатта бер үк мәҡә­ләлә!) ошо һүҙҙәрҙең ике төрлө яҙылыуын нисек аңларға? Әллә ҡабатланыу булмаһын өсөн синоним рәүешендә файҙала­нырға тырышыу ғәләмәтеме? Бының сәбәбе бик ябай: журналистар ҙа әлеге һүҙҙәрҙе нисек яҙырға белмәй ҡаңғыра. Хатта бер нәшриәттә байтаҡ йылдар элек башта “Русса-башҡортса һүҙлек” сығарыл­ғай­­ны, артабан “Урыҫса-башҡортса һүҙлек” нәшер ителде.
Ғөмүмән, башҡортсалашты­рып яҙыу-әйтеү телебеҙҙә уҙған быуаттарҙа күҙәтелгән күренеште сағылды­ра (мәҫәлән, Москва – Мәскәү, Оренбург – Ырымбур, са­мовар – самауыр, гармонь – гар­мун, кровать – карауат һ. б.), йәғни урыҫ теленән йәки уның аша башҡаларҙан кергән һүҙҙәр фонетик һәм грамматик йәһәттән нисек үҙгәртелеп ҡабул ителгән булһа, шулай яҙылып килде. Хәйер, башҡорт нисек һөйләй – шулай яҙа тигән фекер юғарыла әйтелгәнде ҡеүәтләй ҙә инде.
Әммә бөгөн Россия – Рәсәй, рус – урыҫ, газета – гәзит кеүек һүҙҙәрҙең ҡайһы варианты әҙәби норма булырға тейеш һуң? Әллә икеһе лә (әйтәйек, фәнни, рәсми, публицистик кеүек стилдәрҙә) йәшәүгә хоҡуҡлымы? Улай булһа, башҡортса “Москва – Россияның баш ҡалаһы”, “Республика Башкортостан” газетаһы русса сыға” тип яҙа һәм һөйләй башларға те­йеш­беҙме? Матур яңғыраймы? Нисек кенә булмаһын, үткән бы­уаттарҙа урыҫ һүҙҙәре баш­ҡорт­тоң тел мөхитенә килеп эләгеп, артабан фонетик йәһәттән яраҡ­лашып, һөйләү аша әҙәби теле­беҙ­ҙә иркен урын алған икән, ХХI быуатта ла ошондай уҡ процесс барырға тейеш түгелме?! Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, телсе ғалим­дары­быҙ был мәсьәлә буйынса ла үҙ фекерен әлегәсә өҙөп кенә әйткәне юҡ.
Йәнә бер миҫал: берәйһе “Банкыға барып килергә ине” тип әйтәме? Гәзит-журнал, радио-телевидение ошолай яҙырға һәм һөйләргә мәжбүр. Ни өсөн ти­гән­дә, 1981 йылдың 22 октябрендә БАССР Юғары Советы Президи­у­мының ҡарары менән үҙгә­рештәр һәм өҫтәмәләр индерелеп раҫ­лан­ған башҡорт әҙәби теле ор­фог­рафияһы шуны талап итә. “Банк­ка барып килергә ине” тип әйтеү ҙә, яҙыу ҙа һәйбәтерәк тү­гелме ни? Халыҡ нәҡ шулай тип һөйләй ҙә. Әйткәндәй, татар телендә был һүҙ ошо формала ҡулланыла.
Тағы бер һүҙҙең дөрөҫ яҙы­лышына туҡталып үтәйек: үҙ аллы, үҙаллы. Әле ул матбуғат баҫмаларында ошолай ике төрлө яҙыла. Ҡайһы вариант дөрөҫ һуң? Әлбиттә, дөрөҫө – үҙ аллы, тиер күптәр. Шул уҡ ваҡытта, ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы тураһындағы ҡағиҙәгә ярашлы, “ике һүҙҙең һәр береһе үҙ мәғә­нәһен һәм ике аралағы мәғәнә мөнәсәбәтен һаҡлағанда” ҡушма һүҙ айырып яҙыла. Үҙ, ярай, аңлашыла, ә бына аллы нимәне аңлата һуң? Әйткәндәй, шул уҡ татар телендә был һүҙ үҙаллы тип яҙыла. Эйе, башҡорт теленең орфографияһына ҡағылған бындай сатаҡлыҡтар тураһында уйланырға урын бар.
Хәҙерге башҡорт әҙәби телен­дә, атап әйткәндә, уның публицистик стилендә урын алған айырым кәмселектәргә ғалимдарҙың һәм йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында “Баш­ҡорт­ос­тан” гәзите әҙәби тел тари­хы, терминология, тәржемә һәм стилистикаға бәйле байтаҡ мәсьә­ләләрҙе күтәреп сыҡты. З.Ә. Нурғәлин, Р.З. Шәкүров, Р.Ғ. Аҙнағолов, Ә.М. Аҙнабаев, М.Ғ. Усманова кеүек ғалимдар­ҙың, шулай уҡ журналист Рәшит Үтәев, йәмәғәт эшмәкәре Ләлә Бейешеваның мәҡәләләре күп­тәр­ҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Бынан тыш, редакцияла ғалимдар һәм башҡорт баҫмалары, радио, теле­видение етәкселәре менән бер­лектә үткәрелгән “түңәрәк өҫтәл”­дәрҙә лә хәҙерге башҡорт әҙәби теленең лексик нормалары, тәр­жемә эше хаҡында төплө фекер алышыу ойошторолдо. Ошо уҡ редакцияла филология фән­дә­ре докторы, профессор И.Ғ. Ғәлә­үетдинов етәкселегендә Термино­логия хеҙмәтенең эшсе төркө­мө ике ултырыш үткәрҙе, унда яңы терминдар, шулай уҡ яңы һүҙлек­тәр тураһында ентекле һөйләшеү булды.
Былар хаҡында әйтеп үтеүҙең хикмәте шунда: бер быуат сама­һы элек үк дәүләт статусына эйә булған башҡорт теленә ҡағы­лыш­лы һәр мәсьәлә бик етди ҡаралырға тейеш, тимәк, тәржемә эшендә лә “үҙешмәкәрлек”кә юл ҡуйырға ярамай. Хәҙерге баш­ҡорт әҙәби телен осраҡлы һүҙ­ҙәрҙән ҡурсалауҙа, уның камил­лығын һаҡлауҙа һәм лексиканы яңы табыштар менән байытыуҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы “Баш­ҡортостан Республикаһы халыҡ­тарының телдәре тураһында”ғы Законды ғәмәлгә ашырыу комис­сияһының Терминология хеҙмәте бөгөн дә ҙур роль уйнарға тейеш. Ер-һыу атамалары, урам исем­дәре һәр ваҡыт ныҡлы иғтибар талап итә, шулай булғас, Топони­мик хеҙмәткә лә үҙ эшен әүҙем­ләштерергә кәрәктер. Улар тара­фы­нан тикшерелеп раҫлан­ған яңы һүҙҙәр, атамалар даими рә­үештә матбуғат баҫмаларында донъя күрһә, был башҡорт теле­нең туҡтауһыҙ үҫеүен, камиллашыуын дәлилләгән күренеш булыр ине.
Хәҙерге башҡорт әҙәби теле даирәһендәге ошо һәм башҡа сете­рекле мәсьәләләр (мәҫәлән, күплек ялғауҙарының “лар” фор­маһын ҡулланыу-ҡулланмау) бик күптәрҙе бор­сойҙор. Иң насары шул: бөгөн Кры­лов мәҫәлендәге Ҡыҫала, Суртан һәм Аҡҡош ише йөктө төрлө яҡҡа тартабыҙ – бер үк тер­минды йәки һүҙҙе гәзит-журналдар – бер, нәшриәттәр – икенсе, радио-телевидение өсөнсө төрлө ҡуллана. Кемгә һәм нимәгә ышанырға?
Был йәһәттән, моғайын, баш­ҡорт теле уҡытыусылары иң ауыр хәлдә тороп ҡалғандыр. Улар балаларға һүҙҙең дөрөҫ яҙы­лы­шын нисек аңлатырға тейеш һуң? Уҡытыусының төп таянысы – дәреслек, тиерһегеҙ. Юҡ шул, мәктәп уҡыусыларына бөгөн киң мәғлүмәт саралары һәм матбуғат баҫмалары ла әҙме-күпме ғилем бирә – ысынбарлыҡта һүҙҙәрҙе ҡулланыу торошона яһалған ҡыҫ­ҡаса байҡау ошо хаҡта һөй­ләй. Күркәм туған телебеҙ баҡ­саһын ҡыйҙан таҙартырға, хә­ҙер­ге башҡорт әҙәби теле нормаларын, уның орфографияһын (әйт­кән­дәй, 1924 – 1981 йылдарҙа уға биш тапҡыр үҙгәреш һәм асыҡ­лыҡ индерелгән) бер ни тиклем камиллаштырырға ваҡыт етмәне­ме икән? Норма ҡатып ҡалған кү­ренеш түгел. Тел даими үҫергә тейеш, уны бығауҙа тотор­ға хаҡы­быҙ юҡ. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Нияз СӘЛИМОВ,
филология фәндәре кандидаты.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә

  1. Ахат
    Ахат от 19.10.2016, 12:31
    Нияз Булатович бик мөһим мәсьәлә күтәрә. Ысынлап та, башҡорт әҙәби теленең терминдарын системаға һалыу, орфографик нормаларын камиллаштырыу талап ителә. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты нигеҙендә юғары уҡыу йорттары ғалимдары, Журналистар союзы, Яҙыусылар союзы, башҡа милли йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашлығында махсус тел комиссияһы төҙөлөп, был мөсьәләләр дәүләт кимәлендә хәл ителергә тейештер.






Йөрәк ярып сыҡҡан һүҙ

Йөрәк ярып сыҡҡан һүҙ 20.07.2018 // Йәмғиәт / Телгенәм - бергенәм

“Үткән ғүмер”, “Башҡортостандың йөҙ йыллығына – йөҙ исем”, “Башҡорттар”... Башҡортостан...

Тотош уҡырға 214

“Туған тел яҙмышы кем ҡулында?”

“Туған тел яҙмышы кем ҡулында?” 18.07.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт / Телгенәм - бергенәм

Башҡортостан һәм Татарстан яҙыусылары фекер алышты Дүртөйлө ҡалаһында уҙған “Туған тел яҙмышы кем...

Тотош уҡырға 231

ХХ БЫУАТ БАШЫНДАҒЫ ВАҠЫТЛЫ МАТБУҒАТ

ХХ БЫУАТ БАШЫНДАҒЫ ВАҠЫТЛЫ МАТБУҒАТ 22.06.2018 // Телгенәм - бергенәм

БАШҠОРТ ТЕЛЕ МӘСЬӘЛӘҺЕ ХХ быуаттың 20-се йылдарына тиклем башҡорттар ғәрәп графикаһына нигеҙләнеп...

Тотош уҡырға 696

Быуаттарға торошло мираҫ

Быуаттарға торошло мираҫ 08.06.2018 // Телгенәм - бергенәм

Башҡортостандың 100 йыллығына әҙерлек барған көндәрҙә әле һүҙ башларға йыйынған ваҡиға айырым урын...

Тотош уҡырға 272

Уйланырға урын бар

Уйланырға урын бар 06.06.2018 // Телгенәм - бергенәм

Хәтерегеҙҙәлер, БЮТ каналында “Йөрәк һүҙе” тип аталған шиғриәт байрамының телеверсияһын...

Тотош уҡырға 241

ҺӘР КЕМДЕҢ ДӘ ХОҠУҒЫ БАР

ҺӘР КЕМДЕҢ ДӘ ХОҠУҒЫ БАР 25.05.2018 // Телгенәм - бергенәм

Ошо дүшәмбелә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет мәғариф өлкәһендә...

Тотош уҡырға 239

Тыуған илгә, туған телгә  һөйөү менән

Тыуған илгә, туған телгә һөйөү менән 25.05.2018 // Телгенәм - бергенәм

Һәр быуындың талантлы, алдынғы ҡарашлы, рухлы йәштәре була. Яңыраҡ шундайҙарҙы Сибай...

Тотош уҡырға 316

Телеңдән ҡыуан, тигәндәр

Телеңдән ҡыуан, тигәндәр 22.05.2018 // Телгенәм - бергенәм

Һуңғы арала тел хаҡында, уның мөһимлеге, киләсәк, йәштәр өсөн, баланың сәләмәтлеге өсөн кәрәклеге...

Тотош уҡырға 332

Һуңлап ҡалмайыҡ

Һуңлап ҡалмайыҡ 16.05.2018 // Телгенәм - бергенәм

Бер көн һуңлаһаң, биш көн йүгерерһең, ти халыҡ. Ваҡыт тигәнең бик тиҙ уҙа, йыл үткәнен һиҙмәй ҙә...

Тотош уҡырға 243

Телде тойоу – һирәктәргә бирелгән һәләт

Телде тойоу – һирәктәргә бирелгән һәләт 08.05.2018 // Телгенәм - бергенәм

Ҡыҙыҡ прибор ул: “дошман” нөктәләрен таба, ваҡытында үҙәккә еткерә. Өңөндә боҫоп ятҡан, үҙенең...

Тотош уҡырға 235

Министр менән диктант яҙҙыҡ

Министр менән диктант яҙҙыҡ 24.04.2018 // Белем һәм тәрбиә / Башҡорт донъяһы / Телгенәм - бергенәм

Дүртенсе йыл рәттән ойошторолған “Башҡорт теленән төбәк диктанты” акцияһында ҡатнашыусылар...

Тотош уҡырға 219

Тел, милләт, милли мәҙәниәт...

Тел, милләт, милли мәҙәниәт... 02.03.2018 // Телгенәм - бергенәм

Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының гөрләтеп “Етегән” ғаилә, мөхәббәт һәм...

Тотош уҡырға 739