Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ни тиклем күп тел белһәң, шул тиклем яҡшыраҡ
Ни тиклем күп тел белһәң, шул тиклем яҡшыраҡ Ғәҙәттә, икенсе ерҙән йәки илдән килгән яңы танышыбыҙ менән аралашҡанда беҙ уның теленә иғтибар итәбеҙ. Тап туған теле аша аралашыусының үҙ-үҙен тотошо, ниндәйҙер бер айырым халыҡ вәкиле булараҡ милли һыҙаттары һәм мәҙәниәте сағыла. Тап әңгәмәсебеҙҙең туған теле аша уның иле тураһында ла белә алабыҙ. Бай мәғлүмәт бирер үҙенсәлеккә һәм көскә эйә ҡөҙрәтле тел.
Уҙған шәмбелә Башҡорт дәүләт медицина университетында Халыҡ-ара телдәр фестивале үтте. Баш ҡалабыҙҙа был күркәм сара Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты, Мәғариф министрлығы һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты тарафынан бишенсе тап­ҡыр уҙғарыла. Ниһайәт, матур йолаға әйләнеп, йыл һайын Өфө ҡалаһының төрлө юғары уҡыу йорт­тарында йәштәрҙе, башҡа быуын кешеләрен донъялағы телдәрҙең төрлөлөгө менән таныштырыу, Рәсәйҙә йәшәгән һәм сит ил халыҡтары телдә­рен өйрәнеү маҡсатында ойошторола был фестиваль.
Телдәр фестивале – халыҡ-ара мәҙәни һәм мә­ға­риф проекты. Ул Башҡортостан менән бергә Рә­сәйҙең Чебоксар, Ульяновск, Мәскәү, Санкт-Петер­бург, Түбәнге Новгород, Волгоград, Кемерово, Ижевск, Калуга кеүек ҡалаларында һәм сит ил­дәр­ҙәге Минск, Тбилиси, Кишинев, Нанкинда тор­мошҡа ашырыла. Өфөләге халыҡ-ара фестиваль республиканың төрлө ҡала һәм район мәк­тәптәре уҡыусыларын, колледж һәм техникум­дарҙа белем алыусыларҙы, БДУ, БДУ-ның Стәр­летамаҡ филиалы, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ, БДМУ, ӨДАТУ, ӨДНТУ кеүек юғары уҡыу йорттары студенттарын, Рәсәй төбәктәренән Татарстан, Ҡа­бар­ҙа-Балҡар республикалары, Әрмәнстан, Азербайжан, Ҡа­ҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Вьетнам, Египет, Һиндостан, Ҡытай, Корея, Конго, Камерун, Нигерия, Ғәрәп Әмирлектәре, Төркиә кеүек сит ил вәкилдәрен ихлас ҡаршы алды.
Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштә­ре буйынса комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, фес­ти­валдә ҡатнашырға теләк белдереп 30-ҙан ашыу тел менән таныштырған 300 тирәһе ғариза ҡабул ителгән.
Медицина университетының тамаша залында уҡыу йорто ректоры Валентин Павлов башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә сәләмләп тантананы асып ебәрһә, артабан мәғариф министры урын­ба­ҫары Гөлләриә Ялсыҡаева үҙенең тәбрикләү һүҙ­ҙәрен еткерҙе. Сараны үткәреүселәргә рәхмәт һүҙ­ҙәрен әйтеп, Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты төп белгесе Людмила Богуславская сараның мөһимлеген – юға­ла барған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу, донъя тел­дәренең үҙенсәлектәрен һәм халыҡтарҙың мәҙәниәттәрен өйрәнеү йәһәтенән әһәмиәтле булыуын – һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Артабан фестивалгә килеүселәр уҡыу йорт­та­рының заманса һәм халыҡ бейеүҙәре ансамбл­дә­ренең башҡорт, татар, ҡырғыҙ, испан, һинд, ирланд бейеүҙәрен ҡарап, инглиз телендәге шиғыр­ҙарҙы, йырҙарҙы тыңлап һоҡланды. Шулай уҡ фес­тиваль сиктәрендә төрлө илдәрҙең, мәҫәлән, баш­ҡорт, рус, немец һәм инглиз халыҡтарының милли ризыҡ­тарын тәҡдим иткән матур күргәҙмә ойошторолдо. Башҡорт халҡының шифалы балын, ин­глиз­дәрҙең өсмөйөшләп ҡырҡылған икмәккә яғылған майонез менән эслекле сэндвичын, немецтарҙың милли аҙығы – телде йоторлоҡ алмалы мусс һәм башҡа ашамлыҡтарҙан ауыҙ итеп ҡараны сараға килеү­селәр.
Фестивалдең төп өлөшө – донъя телдәре үҙенсә­лектәрен өйрәнеүсе секциялар ултырышы баш­лан­ғанға тиклем төрлө милләт вәкилдәренең үҙ-ара аралашып, танышыу мөмкинлеге лә тыуҙы. Бер һүҙ менән әйткәндә, тере аралашыу майҙансығы булдырылды. Йөҙ-ҡиәфәте менән икенсе илдән килеүе билдәле булған һәр кемгә рус, инглиз, башҡорт телдәрендә ихлас сәләм бирҙе йәштәр.
Мәрйен менән һырылған сағыу милли кейемдәге әңгәмәсем Йылайыр районынан килгән. Аделина Короткова VII класта уҡый. “Беҙгә күрше Бирҙешле ауылында сыуаш халҡы йәшәй, фестивалгә мин ошо халыҡтың телен, йырҙарын, уйындарын өйрәнеп, ғилми эш әҙерләп алып килдем. Был халыҡтың теле һәм фольклоры үҙенсәлекле, бәлки, мәктәпте тамамлағас, тел йүнәлешендә уҡыуымды дауам итермен”, – ти тырыш ҡыҙыҡай.
Сәхнәлә һинд халыҡ бейеүе менән һоҡландырған шат йөҙлө ҡыҙ менән егет янына ашығам. Банси менән Панкач инглиз телендә иркен аралаша. Һиндостандың Дели ҡалаһынан килгән йәштәр өсөнсө йыл Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡый. “Телдәр фестивале хаҡында ишеткәс, мәктәптә өйрәнгән парлы бейеүебеҙҙе иҫебеҙгә төшөрөп, сығыш яһарға әҙерләндек. Уҡыу бик оҡшай, беҙгә барыһы ла яҡшы мөнәсәбәттә. Туған телебеҙ – хинди, ә инглиз телен мәктәптә ныҡлап өйрәндек. Бында килгәс, рус телендә лә аралаша башланыҡ. Сит телдәрҙе шул мөхиттә өйрәнеү еңелерәк”, – тип ихлас яуапланы студенттар.
Тажикстандан килгән Мероджан Рөстәмов: “Мин Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ һаҡлау институтының I курсында белем алам. Уҡыу йорто тураһында таныштарымдан һорашып, Интернеттан ҡарап белдем. Фестивалгә тыуған илем тураһында бай мәғлүмәт биргән сығыш әҙерләп алып килдем“, – тине.
Чэнь Циньпин менән Гао Шучань Башҡорт дәүләт университетының III курс студенттары икән. “Ҡытай теленең үҙенсәлектәре” тигән тема буйынса сығыш яһарға әҙерләнгәндәр.
Артабан сара төрлө йүнәлештәр буйынса эшләгән секция ултырыштарында дауам итте. Фестивалдә ҡат­нашыусылар 12 төркөмдә 30-ҙан ашыу телде сағыл­дырған эштәре менән сығыш яһаны. Был киң аралашыу майҙаны төрлө телдәрҙе, халыҡтарҙың та­ри­хын өйрәнергә, мәҙәниәте менән танышырға, төр­лө илдәр буйлап ”сәйәхәт” ойошторорға мөмкинлек бирҙе.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Йөрәк ярып сыҡҡан һүҙ

Йөрәк ярып сыҡҡан һүҙ 20.07.2018 // Йәмғиәт / Телгенәм - бергенәм

“Үткән ғүмер”, “Башҡортостандың йөҙ йыллығына – йөҙ исем”, “Башҡорттар”... Башҡортостан...

Тотош уҡырға 292

“Туған тел яҙмышы кем ҡулында?”

“Туған тел яҙмышы кем ҡулында?” 18.07.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт / Телгенәм - бергенәм

Башҡортостан һәм Татарстан яҙыусылары фекер алышты Дүртөйлө ҡалаһында уҙған “Туған тел яҙмышы кем...

Тотош уҡырға 350

ХХ БЫУАТ БАШЫНДАҒЫ ВАҠЫТЛЫ МАТБУҒАТ

ХХ БЫУАТ БАШЫНДАҒЫ ВАҠЫТЛЫ МАТБУҒАТ 22.06.2018 // Телгенәм - бергенәм

БАШҠОРТ ТЕЛЕ МӘСЬӘЛӘҺЕ ХХ быуаттың 20-се йылдарына тиклем башҡорттар ғәрәп графикаһына нигеҙләнеп...

Тотош уҡырға 850

Быуаттарға торошло мираҫ

Быуаттарға торошло мираҫ 08.06.2018 // Телгенәм - бергенәм

Башҡортостандың 100 йыллығына әҙерлек барған көндәрҙә әле һүҙ башларға йыйынған ваҡиға айырым урын...

Тотош уҡырға 366

Уйланырға урын бар

Уйланырға урын бар 06.06.2018 // Телгенәм - бергенәм

Хәтерегеҙҙәлер, БЮТ каналында “Йөрәк һүҙе” тип аталған шиғриәт байрамының телеверсияһын...

Тотош уҡырға 327

ҺӘР КЕМДЕҢ ДӘ ХОҠУҒЫ БАР

ҺӘР КЕМДЕҢ ДӘ ХОҠУҒЫ БАР 25.05.2018 // Телгенәм - бергенәм

Ошо дүшәмбелә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет мәғариф өлкәһендә...

Тотош уҡырға 310

Тыуған илгә, туған телгә  һөйөү менән

Тыуған илгә, туған телгә һөйөү менән 25.05.2018 // Телгенәм - бергенәм

Һәр быуындың талантлы, алдынғы ҡарашлы, рухлы йәштәре була. Яңыраҡ шундайҙарҙы Сибай...

Тотош уҡырға 415

Телеңдән ҡыуан, тигәндәр

Телеңдән ҡыуан, тигәндәр 22.05.2018 // Телгенәм - бергенәм

Һуңғы арала тел хаҡында, уның мөһимлеге, киләсәк, йәштәр өсөн, баланың сәләмәтлеге өсөн кәрәклеге...

Тотош уҡырға 434

Һуңлап ҡалмайыҡ

Һуңлап ҡалмайыҡ 16.05.2018 // Телгенәм - бергенәм

Бер көн һуңлаһаң, биш көн йүгерерһең, ти халыҡ. Ваҡыт тигәнең бик тиҙ уҙа, йыл үткәнен һиҙмәй ҙә...

Тотош уҡырға 313

Телде тойоу – һирәктәргә бирелгән һәләт

Телде тойоу – һирәктәргә бирелгән һәләт 08.05.2018 // Телгенәм - бергенәм

Ҡыҙыҡ прибор ул: “дошман” нөктәләрен таба, ваҡытында үҙәккә еткерә. Өңөндә боҫоп ятҡан, үҙенең...

Тотош уҡырға 336

Министр менән диктант яҙҙыҡ

Министр менән диктант яҙҙыҡ 24.04.2018 // Белем һәм тәрбиә / Башҡорт донъяһы / Телгенәм - бергенәм

Дүртенсе йыл рәттән ойошторолған “Башҡорт теленән төбәк диктанты” акцияһында ҡатнашыусылар...

Тотош уҡырға 295

Тел, милләт, милли мәҙәниәт...

Тел, милләт, милли мәҙәниәт... 02.03.2018 // Телгенәм - бергенәм

Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының гөрләтеп “Етегән” ғаилә, мөхәббәт һәм...

Тотош уҡырға 816