Башҡорт гимназия-интернатында ғорурлыҡ хистәренә һәм хәтирәләргә бай осрашыу уҙҙы. Уҡыусылар оҙайлы ҡышҡы каникулдан һуң уҡыу аҙнаһын матур сара менән башлап ебәрҙе.


Уҡыу ойошмаһында ҡунаҡта Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө башҡорт лицей-интернатын алтын миҙал менән тамамлап, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы юридик факультетының беренсе курсында уҡып йөрөгән, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, спорт мастерлығына кандидат, һуғыш сәнғәте мастеры, каратэ буйынса күп тапҡырҙар республика һәм Рәсәй, донъя ярыштары призеры исемен яулауға өлгәшкән Искәндәр Басареев булды. Был егетте беҙҙең ҡала һәм гимназия менән нимә бәйләй? Баҡһаң, ул заманында Бәләбәй ҡалаһы һәм районында прокуратура тикшереүсеһе һәм халыҡ судьяһы булып эшләгән һәм белем усағы утын тоҡандырыуға көс һалған Риз­уан Хафизовтың ейәне икән. Гәзит уҡыусыларҙың иҫенә төшөрөп китәбеҙ: Ризуан Хафизов былтыр фажиғәле вафат булды. Гимназия музейында уның яҡты иҫтәлегенә арнап экспозиция асылған. Сараға саҡырылған ҡунаҡтар, әйтергә кәрәк, улар араһында Ризуан Хафиз улын яҡындан белгән, уның менән ара­лашҡандар байтаҡ ине, күргәҙмәне ҡарап, хәтирәләре менән уртаҡлашып, иҫтәлеккә йылы һүҙҙәр яҙып ҡалдырҙы.
Сара көнбайыш район-ара ҡорол­тайҙары берләшмәһе, Бәләбәй районы башҡорттары ҡоролтайы рәйестәре Дилбәр Фәтхетдинова, Сәлих Хәйруллин, “Аҡмулла” башҡорт ижтимағи үҙәге рәйесе Нурфаяз Низаметдинов, гимназия коллективы тырышлығы менән бик йәнле һәм фәһемле уҙҙы. Гимназистар хоҡуҡ һағында тороусылар династияһын дауам итеп, олатаһы һәм әсәһе юлын һайлаған, спортта ҙур еңеүҙәр яулаған һәләтле студент менән танышыу өсөн тантаналар залын тултырып йыйылғайны.
Бәләбәй районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Александр Смородин гимназия-интернатта бөгөнгөләй осрашыу­ҙарҙың күп уҙғарылыуын, уларҙың ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булыуын билдәләп үтте.
– Бәләбәй күңелемә бик яҡын, сөнки бында минең олатайым йәшәне, өләсәйем ғүмер итә. Һеҙҙең гимназияға икенсе тапҡыр килеүем. Тәүге тапҡыр күргәҙмә асылғас булғайным. Олатайымдың һеҙҙең күркәм уҡыу йортона нигеҙ һалыныуына ҡатнашлығы булыуы менән ғорурланам һәм уны, эш-ғәмәлдәрен онотмағанығыҙ өсөн рәхмәтемде белдерәм. Һеҙ бына ошондай заманса мәктәптә белем ала алыуығыҙ менән бик бәхетлеһегеҙ. Бында һәр яҡлап үҫешеү өсөн бөтөн шарттар бар, ошо мөмкинлекте ҡулығыҙҙан ысҡындырмағыҙ. Спорт менән дуҫ булығыҙ, – тип мөрәжәғәт итте малай-ҡыҙҙарға Искәндәр.
Әлбиттә, залдағыларҙы уның спорт юлы ҡыҙыҡһындырҙы. Ете йәштән каратэ менән шөғөлләнә башлауы, ҡайҙа, ниндәй ярыштарҙа ҡатнашыуы, шулай уҡ хоккей уйнарға яратыуы тураһында ихлас һөйләне, экрандан фотолар ҙа күрһәтелә барҙы. Искәндәр студентмын тип тормаған, гимназия-интернаттың йәш спортсыларына һәм уҡыу алдынғыларына бүләктәр ҙә тапшырҙы. Афариндан башҡа һүҙ юҡ бындай йәштәребеҙгә!
Артабан һүҙ алған ҡунаҡтар – район депутаты Рәсүл Гәрәев, мәғариф идаралығының мәғлүмәт-методика бүлеге белгесе Светлана Гәрәева, шағир-яҙыусы Камил Фазлый, эшҡыуар Раян Хәлиуллин, ҡоролтай ағзаһы Миңзифа Вилданова гимназия уҡыусыларына һәм етәкселегенә ошондай йылы осрашыу ойошторғандары өсөн рәхмәт белдерҙе, уҡыусыларҙы Искәндәрҙән өлгө алырға саҡырҙы, егеттең үҙенә тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәрҙе еңел яулауын теләне. Ризуан Хафизовты иҫкә алып, уның иҫ киткес кешелекле, грамоталы белгес булыуын, ғүмере буйы халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыуын, Бәләбәй районы башҡорттары ҡоролтайы, “Аҡ­мулла” башҡорт үҙәге рәйесе вазифа­һында актив эшләүен билдәләнеләр. Улар ҙа буш ҡул менән килмәгән: гимназияға, әүҙем уҡыусыларға бүләктәр тапшыр­ҙылар. Ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы, тиҙәр халыҡта. Гимназия-интернат хакимиәте һәм коллективы йәш быуынды тәрбиә­ләүгә ҡарата иғтибар һәм ярҙам күрһәткәндәре өсөн барыһын да Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Сараның гимназияның “Һылыуҡай”, “Йәйғор” вокаль ансамблдәре, ҡурайсылар төркөмө сы­ғыштары менән үрелеп барыуы уны йәнлерәк итеп кенә ҡалманы, бында белем алған уҡыусыларҙың артислыҡ һәләттәренә сираттағы тапҡыр һоҡ­ландырҙы.
Осрашыу йылы, иҫтәлектәргә бай хәтер һәм ҡәҙер кисе булараҡ һәр кемдең күңелен яҡты хистәр менән тулылан­дырҙы, рухлы, сәмле, спортҡа ғашиҡ милләттәшебеҙ менән танышыу ғорурлыҡ хисе уятты, унан өлгө алырға дәрт­ләндерҙе.

Бәләбәй ҡалаһы.