Телеңдән ҡыуан, тигәндәр

22-05-2018, 00:03 // Телгенәм - бергенәм // Баҫып сығарырға
Телеңдән ҡыуан, тигәндәрҺуңғы арала тел хаҡында, уның мөһимлеге, киләсәк, йәштәр өсөн, баланың сәләмәтлеге өсөн кәрәклеге тураһында йыш һөйләшәбеҙ. Аңлатыу эше лә алып барыла, сөнки, ысынлап та, кемдәрҙер туған телдең мөһимлеген төшөнөп етмәй, ахыры. Бәлки, быға ел тиҙлеге менән барған үҙгәрештәр ҙә сәбәплелер. Ни генә тимә, заманса техника, әйләнә-тирәбеҙ башҡа телдәрҙә аралашҡанда, йоғонтоға бирелмәҫ өсөн дә тәрән эске инаныу, ҡандан килгән милли тойғоға тоғролоҡ кәрәк, күрәһең.

ХХ быуаттың 70-се йылдарында донъя ҡуйған философ, тәрән фекерле ғалим Хайдеггерҙың бер киң билдәле һүҙе бар. Әйткәндәй, уны тел тураһында һөйләшеү барғанда ғына түгел, ғөмүмән, кешелекте төрлө яҡлап өйрәнгәндә иҫкә алалар. Ә Мартин Хайдеггер былай тигән: “Тел – ул йәшәйештең йорто” (“Язык – это дом бытия”). Йәғни тел – ул аралашыу ҡоралы, бөгөн ҡулланған һүҙҙәр, өндәр сығанағы ғына түгел, ә беҙгә тиклем йәшәгәндәрҙе лә, беҙҙән һуңғыларҙы ла, беҙҙе лә үҙ эсенә алған ысынбарлыҡ.
Балаларына башҡорт телен өйрәтергә теләмәгән ата-әсә уны ана шул йәшәйештән мәхрүм итә. Уның нәҫел тамырҙары өҙөлә, ә инде ул өҙөлгәс, тере йән эйәһе булған бала үҙенән-үҙе ошо замандың алға этәргесе лә, бәләһе лә булған роботҡа әүерелә башлай түгелме?!
Әгәр мин ата-бабаларым, әллә нисәмә быуын сылбырым һөйләшкән телдә аралашам икән, тимәк, мин телем аша анау хәтлем быуаттарҙың ҡеүәтен, шәжәрәмдең рухи фатихаһын йөрөтәм, тигән һүҙ. Ҡарышып-ҡарышып балаларына туған телде өйрәтергә теләмәгән ата-әсәнең даими рәүештә Интернет тултырып бәхәс ҡороуы, уларға заманында тел өйрәтелмәүе, шуға күрә улдарын, ҡыҙҙарын да “яфаларға” теләмәүе тураһында яҙыуын уҡып, ҡайһы саҡ: “Ана бара юлығыҙ!”– тип әйтке лә килеп китә. Ә ниңә, шулай түгелме ни? Көсләп асылған күҙҙең нуры юҡ, тигән бит халыҡ әйтеме. Беҙ мәжбүри рәүештә уларға телдең мөһимлеген аңлатҡансы, уҡырға өйрәнергә, белергә теләгәндәргә ваҡытыбыҙҙы бүлһәк, яҡшыраҡ булмаҫ инеме икән, тигән фекер күптәрҙең уйына киләлер. Шул уҡ ваҡытта Кешелекте ҙур тиҙлектә үҙ фажиғәһенә табан осоуын борон-борондан аҡыл эйәләре иҫкәртә килгән, әммә һәр дәүер, юғалтыуҙар аша булһа ла, әҙәм балалары дөрөҫ юлды табырға тырышҡан, шуға ынтылған, ғәм халыҡ араһында иҫкәртерлек һүҙҙе әйткән генә түгел, уны бәндәләрҙең күңеленә еткерерлек итеп һеңдергән. Шуға күрә һәр кешенең, ғаиләнең, халыҡтың үҙенә хәүеф менән янаған тамырын онотоу фажиғәһен кисектереү өсөн даими рәүештә тәрән сабырлыҡ, ҙур йөрәк менән һәр кешегә аңлатыу эше алып барырға кәрәк! Халыҡ тип һүҙ әйткәндә, һәр беребеҙ үҙ ғаиләһенән башлаһаҡ ине ул рухи инаныстар бағаналарын тергеҙеүҙе. Ни өсөн бөгөн педагог, яҙыусы, биш бала әсәһе Мәрйәм Бураҡаеваның һүҙе һәр урында көтөп алына? Ни өсөн уның әйткәне күңелгә үтә? Сөнки уның һөйләгәндәре – үҙенең шәхси миҫалы өлгөһө, ул балаларҙы милли рухта, милли ҡиммәттәр миҫалында тәрбиәләгән шәхес.
Кемдәрҙер башҡа тел өйрәнеп, шул милләт вәкиле булып китермен тип, моғайын, уйламайҙыр. Сөнки йүкәнең япраҡтарын имәндеке кеүек итеп киҫһәң дә, шул рәүешле итеп олонон һырлаһаң да, ул имән булмаясаҡ! Ул бит был ергә йүкә булып яралған. Ә инде төбөнән киҫеп, уны имән итәм тип, янына тамырҙарын тоташтырып күмһәң дә, был ыңғай һөҙөмтә бирмәҫ – үҙ-үҙенән яҙған ағас шул мәлендә үк һулыр, юҡҡа сығыр. Кешеләр ҙә, ағастар һымаҡ, тере йән эйәләре. Уларҙан айырмалы, әҙәм балаларының аҡылы, һайлау мөмкинлеге бар. Сит-ят ҡәүемдең асылына ынтылыу ул бит ата-бабаларыңа ла хыянат, тигән һүҙ.
Бөгөн теге донъя, был донъя хаҡында шул тиклем күп һөйләйбеҙ, һәр беребеҙ белгес булып бөттөк. Ә Мәңгелек йортобоҙға барғас, үҙ халҡыңдан булған ата-бабалар, олатай-өләсәйҙәр, инәйҙәр йөҙөнә нисек бағырбыҙ? Хәйер, имам әл-Бохариҙың был хаҡта әйткән хәҙисе бар: “Атаһы булмағанды үҙен уның балаһы тип атаған мотлаҡ иманһыҙлыҡ ҡыла һәм үҙен, ул халыҡтыҡы булмаһа ла, шул халыҡ иҫәбенә индергән әҙәм мотлаҡ рәүештә тамуҡта урын ала”, – тигән. Был үҙеңдең намыҫыңа хыянат тигән һүҙ бит! Улайһа, һинең кеше булып йәшәүеңә ни һан, замандаш?
Беҙ бәләкәй саҡта матур итеп шиғыр һөйләһәң, йыр йырлап күрһәтһәң: “Телеңдән ҡыуан!” – ти торғайны күрше инәйҙәр. Ана шул ҡыуандырыр ҡорал, ҡан хәтере, ырыуым, нәҫел сылбыры ғына була күр, Телем!