Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тыуған илгә, туған телгә һөйөү менән
Тыуған илгә, туған телгә  һөйөү менән Һәр быуындың талантлы, алдынғы ҡарашлы, рухлы йәштәре була. Яңыраҡ шундайҙарҙы Сибай гимназия-интернатында осраттым. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетында ысын мәғәнәһендә ижади мөхиткә тап булдым. Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетынан практика үтергә килгән йәштәр етәкселәре Әлнисә Алдырханова менән бөгөн үтелгән дәрес буйынса ҡыҙыу фекер алыша ине. Дәрестәре күптән тамамланһа ла, йәштәрҙең эш көнө дауам итә. Шул уҡ ваҡытта уҡыусылар менән берлектә Ә. Алдырханованың “Дуҫлыҡ уғы” хикәйәһе буйынса нәфис фильм төшөрөргә әҙерләнә ине улар.


Хәҙерге заман уҡытыусыһының көнө-төнө мәктәп эшенән бушамағанын, ҡағыҙҙарҙан башын күтәрә алмағанын яҡшы беләбеҙ. Ошо мәшәҡәттәр араһында йәмғиәт өсөн кәрәкле белемле шәхестәр тәрбиәләп сығарыу төп бурыс булып тора педагог алдында.
Баймаҡ егете Заһит Ғүмәров: “Беҙ, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенттары, йыл һайын белемебеҙҙе нығытыу, үҙ-үҙебеҙҙе һынап ҡарау маҡсатында, йүнәлешкә ярашлы практика үтәбеҙ. Былар киләсәк өсөн һығымта яһарға ярҙам итә”.
Беренсе курста уҡығанда фольклор буйынса практика үттек, Йылайыр районында урындағы халыҡтан легенда-риүәйәттәр кеүек ауыҙ-тел ижадын йыйҙыҡ. Был эшкә беҙ бик яуаплы ҡараныҡ, сөнки, беренсенән, тәүге практика ине, икенсенән, йәш быуын, фольклорҙы йыйырға ғына түгел, уны һаҡлап алып ҡалырға, тарих менән ҡыҙыҡһынырға ла тейеш. Аллаға шөкөр, бурысты уңышлы башҡарып сыҡтыҡ. Йыл да төрлө райондарҙа студенттар өсөн фольклор йыйыу эше – ифрат ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс шөғөл ул.
Икенсе курста иһә диалектология буйынса практика үткәйнек. Унда милләте­беҙҙең теге йәки был төбәктәге һөйләше менән ҡыҙыҡһындыҡ, төрлө мәғлүмәт йыйҙыҡ, башҡорт теленең байлығына хайран ҡалдыҡ.
Өсөнсө курстағы практиканы айырыуса көтөп алдыҡ, сөнки унда төп бурыстары­быҙҙың береһе булып, тейешле кимәлдә методик дисциплиналарҙы өйрәнеү, һуңынан мәктәпкә барып, балалар менән эшләп, Ер йөҙөндәге иң изге һөнәрҙәрҙең береһе булған уҡытыусылыҡта үҙебеҙҙе һынап ҡарау ине. Бына шулай ҡыҙыҡлы, етди практикабыҙ Сибай ҡалаһының гимназия-интернатында башланып китте. Эшкә яуап­лы ҡараныҡ. Уҡыусыларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән дәрестәр бирҙек, класс етәксеһе кеүек яуаплы эште лә башҡарҙыҡ.
Сибай гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлнисә Рәхимйән ҡыҙына ҙур рәхмәтемде еткергем килә. Ул беҙҙе яҡты йөҙ менән ҡаршы алды, белеме, тәжрибәһе менән уртаҡлаш­ты. Дәрестәребеҙҙе сифатлы итеү өсөн бар мөмкинлектәр тыуҙырҙы, уҡытыу серҙәрен, төрлө алымдарҙы төшөндөрҙө. Беҙҙең уға рәхмәтебеҙ ҙур. Ул ысын мәғәнәһендә ижади ҡарашлы, талапсан, көслө, алдынғы уҡытыусы. Ошондай күңелле мәктәп тормошона башкөллө сумып, бер айҙың нисек үтеп киткәнен дә һиҙмәгәнбеҙ хатта”, – тине.
Илеш ҡыҙы Нәзилә Усманова: “Төрлө ауырлыҡтар килеп сығыуға ҡарамаҫтан, практика йәнле үтте. Уҡыусылар менән аралашыу, класс сәғәтендә мөһим темаларға ҡыҙыҡлы әңгәмәләр ҡороу мәктәпкә һәм балаларға ҡарата һөйөү уятты. Беҙ, студенттар, үҙебеҙгә фәһем, бай тәжрибә туплап ҡайттыҡ”, – тип өҫтәне.
Уға Хәйбулла ҡыҙы Айзилә Моталова ҡушыла: “Практика ныҡ оҡшаны, әле һаман уның тулҡынында йөрөйөм, гимназия-интернатҡа йәнә барғы килә, мәктәпте, унда танышҡан кешеләрҙе һағындыра. Практиканан ҡайтҡас, үҙемде олораҡ хис итә башланым, сөнки, берҙән, уҡытыусы ролендә балаларға белем бирҙем, икен­сенән, ундағы етәксем Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы беҙгә мәктәп эшен алып барырға ғына түгел, ә киләсәгебеҙ өсөн әһәмиәтле тормош һабаҡтары бирҙе. Ауырлыҡтар, төрлө холоҡло кешеләр осраясағын аңлатты, кәртәләрҙе үтә белергә, түҙемле булырға, бер ҡасан да бирешмәҫкә өндәне. Ул биргән кәңәштәр бер ҡасан да онотолмаясаҡ”.
Баймаҡ ҡыҙы Илгизә Байсурина ла үҙ фекерен еткерҙе: “Гимназия-интернаттың етәкселегенә оло рәхмәтебеҙҙе белде­рәбеҙ. Директор Роза Хаммат ҡыҙы – булдыҡлы, профессиональ етәксе. Беҙҙе яҡты йөҙ менән ҡаршы алды. Һәр кемдең күңеленә асҡыс таба белде. Ошо уҡыу йортонда уҡыусы ҡыҙҙар-малайҙар бә­хетле! Үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған, заманса алдынғы ҡарашлы педагогтарҙың эшмәкәрлеген күҙәтеп, оло тәжрибә тупланыҡ, кәрәкле һабаҡтар алдыҡ”.
Һуңғы йылдарҙа йәштәребеҙ Рәсәйҙең Мәскәү кеүек ҙур ҡалаларына юғары белем алырға юллана, хатта сит илгә лә сығып китә. Техник һөнәрҙәргә иғтибар айырыуса артты. Был һөйөнөслө, әлбиттә. Шул уҡ ваҡытта Тыуған илгә, туған телгә һөйөү тәрбиәләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәрен һайлап, үҙ ғүмерен киләсәктә уҡытыусылыҡҡа арнарға теләгән, был һөнәрҙең әһәмиәтен аңлаған йәштәрҙең барлығын күреп ҡыуандым.

Сибай ҡалаһы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Йөрәк ярып сыҡҡан һүҙ

Йөрәк ярып сыҡҡан һүҙ 20.07.2018 // Йәмғиәт / Телгенәм - бергенәм

“Үткән ғүмер”, “Башҡортостандың йөҙ йыллығына – йөҙ исем”, “Башҡорттар”... Башҡортостан...

Тотош уҡырға 214

“Туған тел яҙмышы кем ҡулында?”

“Туған тел яҙмышы кем ҡулында?” 18.07.2018 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт / Телгенәм - бергенәм

Башҡортостан һәм Татарстан яҙыусылары фекер алышты Дүртөйлө ҡалаһында уҙған “Туған тел яҙмышы кем...

Тотош уҡырға 231

ХХ БЫУАТ БАШЫНДАҒЫ ВАҠЫТЛЫ МАТБУҒАТ

ХХ БЫУАТ БАШЫНДАҒЫ ВАҠЫТЛЫ МАТБУҒАТ 22.06.2018 // Телгенәм - бергенәм

БАШҠОРТ ТЕЛЕ МӘСЬӘЛӘҺЕ ХХ быуаттың 20-се йылдарына тиклем башҡорттар ғәрәп графикаһына нигеҙләнеп...

Тотош уҡырға 696

Быуаттарға торошло мираҫ

Быуаттарға торошло мираҫ 08.06.2018 // Телгенәм - бергенәм

Башҡортостандың 100 йыллығына әҙерлек барған көндәрҙә әле һүҙ башларға йыйынған ваҡиға айырым урын...

Тотош уҡырға 272

Уйланырға урын бар

Уйланырға урын бар 06.06.2018 // Телгенәм - бергенәм

Хәтерегеҙҙәлер, БЮТ каналында “Йөрәк һүҙе” тип аталған шиғриәт байрамының телеверсияһын...

Тотош уҡырға 240

ҺӘР КЕМДЕҢ ДӘ ХОҠУҒЫ БАР

ҺӘР КЕМДЕҢ ДӘ ХОҠУҒЫ БАР 25.05.2018 // Телгенәм - бергенәм

Ошо дүшәмбелә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет мәғариф өлкәһендә...

Тотош уҡырға 239

Телеңдән ҡыуан, тигәндәр

Телеңдән ҡыуан, тигәндәр 22.05.2018 // Телгенәм - бергенәм

Һуңғы арала тел хаҡында, уның мөһимлеге, киләсәк, йәштәр өсөн, баланың сәләмәтлеге өсөн кәрәклеге...

Тотош уҡырға 331

Һуңлап ҡалмайыҡ

Һуңлап ҡалмайыҡ 16.05.2018 // Телгенәм - бергенәм

Бер көн һуңлаһаң, биш көн йүгерерһең, ти халыҡ. Ваҡыт тигәнең бик тиҙ уҙа, йыл үткәнен һиҙмәй ҙә...

Тотош уҡырға 243

Телде тойоу – һирәктәргә бирелгән һәләт

Телде тойоу – һирәктәргә бирелгән һәләт 08.05.2018 // Телгенәм - бергенәм

Ҡыҙыҡ прибор ул: “дошман” нөктәләрен таба, ваҡытында үҙәккә еткерә. Өңөндә боҫоп ятҡан, үҙенең...

Тотош уҡырға 235

Министр менән диктант яҙҙыҡ

Министр менән диктант яҙҙыҡ 24.04.2018 // Белем һәм тәрбиә / Башҡорт донъяһы / Телгенәм - бергенәм

Дүртенсе йыл рәттән ойошторолған “Башҡорт теленән төбәк диктанты” акцияһында ҡатнашыусылар...

Тотош уҡырға 218

Тел, милләт, милли мәҙәниәт...

Тел, милләт, милли мәҙәниәт... 02.03.2018 // Телгенәм - бергенәм

Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының гөрләтеп “Етегән” ғаилә, мөхәббәт һәм...

Тотош уҡырға 738

Күп балалы әсәләргә ярҙам

Күп балалы әсәләргә ярҙам 28.02.2018 // Телгенәм - бергенәм

Капиталистик илдәрҙә балаларҙы ҡайғыртыу түгел, ата һәм әсәнең үҙҙәре тураһында ла уйлаусы юҡ....

Тотош уҡырға 244